Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Август 2019, 20:00

Кешелек барҙа бейеү ҙә буласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Ер шарының төрлө тарафтарынан уңған милләттәштәребеҙ йыйылды. Улар араһында сығышы менән Архангел районының Тирәкле ауылынан, ә хәҙер Швейцарияла йәшәгән Гүзәл Усманова-Гобе ла бар ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен сит илдә һәләтле балет артисы, хореограф һәм педагог итеп танытып өлгөргән. Женевала “SWISS-URAL” яҡташтар ойошмаһын булдырған, шулай уҡ “Матрешка” рус мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә. Беҙ ҙә Гүзәл менән яҡындан танышып, сит яҡтарҙағы яҡташтарыбыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Уңышҡа өлгәшкән тәрбиәләнеүселәре Рәсәйҙән.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Ер шарының төрлө тарафтарынан уңған милләттәштәребеҙ йыйылды. Улар араһында сығышы менән Архангел районының Тирәкле ауылынан, ә хәҙер Швейцарияла йәшәгән Гүзәл Усманова-Гобе ла бар ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен сит илдә һәләтле балет артисы, хореограф һәм педагог итеп танытып өлгөргән. Женевала “SWISS-URAL” яҡташтар ойошмаһын булдырған, шулай уҡ “Матрешка” рус мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә. Беҙ ҙә Гүзәл менән яҡындан танышып, сит яҡтарҙағы яҡташтарыбыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһындыҡ.


– Гүзәл, ниндәй яҙмыш еле һине сит илгә ташланы?

– Мин Өфөлә тыуҙым, Стәрле­тамаҡта үҫтем, ошо ҡалала бейеү серҙәренә төшөнә башланым. Унда Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын “биш”легә генә та­мамланым. Стәрлетамаҡта йәшә­гәндә ирле-ҡатынлы Сәйфул­линдар бейеү донъяһына юл асты: Әнисә Фәрүәз ҡыҙында биш йәштән шөғөлләнә башланым, ә Рәлиф Хафиз улы колледжда халыҡ бейеүҙәре серҙәренә төшөндөрҙө. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан һайын улар менән осрашып, бер-беребеҙҙең уңыштары менән уртаҡлашып, һөйләшер һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Минең уларға рәхмәтем шул тиклем ҙур, шуға ла икенсе атай-әсәйем кеүек күрәм.


Артабан Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡығанда Нинель Дауыт ҡыҙы Дауытова етәкселегендә белем алыу бәхете эләкте. Ул шул тиклем һоҡланғыс кеше, һәләтле балерина, күп кенә илдәрҙә эшләгән педагог ине. Ғөмү­мән, уҡытыусыларымдан уңдым.


Бала саҡтан Швейцария тура­һында күп ишеттем, “Башҡортостан уға оҡшағанмы икән?” тип был илде күреү теләге көслө ине. Ысынлап та, улар бер-береһенә оҡшаған. Икеһенең дә тәбиғәте шул тиклем матур!


Академияны тамамлағандан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармония­һында, аҙаҡ Татар драма театрында балетмейстер булып эшләнем. Яҙ­мыш ҡушыуы буйынса тормош юлдашым Даниэлды – Швейцария гражданын осраттым. Ул – симфоник оркестр музыканты, консерватория профессоры.


– Тыуған яҡтарҙы һағына­һыңмы?

– Йылына ике тапҡыр Башҡорт­ос­танға ҡайтам. Йәйге каникул мә­лендә өс балам менән Архан­гелдә ял итәбеҙ. Бала саҡтан ошо район­да йәшәгән өләсәйемдә йыш булдым, шуға ла был төбәккә бәй­ле­лек, онотолмаҫлыҡ йылы хәтирә­ләр Тирәкле ауылында әсәйем өсөн ҙур йорт төҙөүгә булышлыҡ итте. Хәҙер беҙ унда туғандарыбыҙ ме­нән күмәкләшеп йыйылабыҙ. Беҙ­ҙең район еләк-емешкә бай, шуға ла йәйҙәрен рәхәтләнеп уңыш йыям.


Тыуған Башҡортостаныма йылына ике тапҡыр ҡайтыуым, хәҙерге заман саралары туғандар менән араны өҙмәйенсә, йыш аралашыу мөмкинлеген тыуҙыра. Бәйләнеш тығыҙ булғас, һағынып, һағышланып ултырырға ваҡыт ҡалмай.

Әлбиттә, Женевала миңә күпсе­лек осраҡта француз телендә һөй­ләшергә тура килә, ә тыуған яғыма ҡайтҡас, рәхәтләнеп башҡортса ара­лашам. Балаларым русса ла, башҡортса ла яҡшы белә.


– Сит ерҙә яҡташтар ойошма­һын булдырыуға нимә сәбәпсе булды?

– Бик әүҙем кешемен, шуға ла сит илдә яҡташтарымды эҙләп “SWISS-URAL” ойошмаһын ойош­торҙом. Сит ерҙә йәшәһәк тә, ба­лаларыбыҙ милли мәҙәниәтебеҙҙе белеп үҫһен тигән маҡсатта концерттар әҙерләй башланым. Күп тә үтмәй, был саралар ҡала тор­мо­шоноң бер айырылғыһыҙ тормош биҙәгенә әйләнде. Женевала рус диаспораһы ярайһы уҡ ҙур: ғалимдар, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.


Мин тәүгеләрҙән булып һабан­туй үткәрҙем. Хәҙер ул киң таралыу алып, традицияға инде. Шыршы бай­рамын ойошторҙом. Тәүгеләр­ҙән булып XVII, XVIII һәм XIX быуат­тар бейеүҙәренән торған бал байрамдарын үткәрҙем. Хәҙер уны рус телле төрлө ойошмалар эләк­те­реп алып, үҙҙәре уҙғара башланы.


Ошондай йәмәғәт эштәренең башында йөрөгәс, хәҙер таныштарым мине “активист-пионер” тип йөрөтә. Цюрихтағы “Матрешка” рус теле һәм мәҙәниәте мәктәбендә лә бейеүгә өйрәтеүемде яҡташтар ҡыуанып ҡабул итте. Женевала йәшәгән ватандаштарыбыҙ унда балаларын бик теләп йөрөтә. Минең балаларым да бейей, был мөхит улар өсөн мөһим.


Швейцарияла балалар дүрт йәштән мәктәпкә йөрөй башлай һәм иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө 4-кә тиклем көндәрен шунда уҙғара. Шуға ла “Матрешка”ның файҙаһы ҙур. Тәрбиәләнеүселәрем халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, приз­лы урындар яулай. “Нуриев кеүек бейейбеҙ” тип аталған бейеү мәктә­бенә нигеҙ һалдым. Программаһы бик бай, хәҙер беҙҙе ҡала һәм халыҡ-ара конкурстарға ҡатна­шырға саҡыралар. Мәҫәлән, мартта, Рудольф Нуриевтың тыуған көнөндә, уҙған “Аркаданс” конкурсында беҙҙең башҡорт бейеүе өсөнсө урынға лайыҡ булды. Француздар өсөн сығышыбыҙ асыш булды, улар ихлас ҡабул итте.


– Ике ил араһында өҙгөләнгән саҡтарҙа үҙеңде кем итеп тояһың?

– Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә кү­ңелем менән дә, рухым менән дә Рәсәй кешеһе, башҡорт булып ҡалам. Тыуған илгә ҡайтыу минең өсөн ҙур байрамға әйләнә. Көн­байыш Европала йәшәүем иһә мине бөтә нәмәне уңайлы итеп һәм айыҡ аҡыл менән урынлаш­тырырға өйрәтә. Рәсәйҙә уйланып бөтмәй эшләнгән әйберҙәр күп, бөтәһе лә “ярай үтер әле” тигән мәғәнәлә башҡарыла. Мин иһә икенсе төрлө итеп ойошторорға мөм­кин булыуын яҡшы аңлайым. Шу­ға ла көнкүрешкә һәм тәбиғәткә мөнәсәбәтемә ҡарата: “Һин – сит ил кешеһе. Тегендә тик тормайһың, бында ла үҙ тәртибеңде урынлаш­тырырға итәһеңме?” – ти яҡын­дарым.


Алсаҡ, аралашыусан, уңған булыуым һөҙөмтәһендә һәр йәмғиәттә үҙ кешегә әйләнәм. Ошо сифаттарым арҡаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарама­ғындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мияһын тамамлауға өлгәштем. Әле илебеҙҙәге артистарҙың тормошон, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу те­ләге ҙур. Сит ил кешеһе булһам да, күңелем һәр саҡ тыуған Баш­ҡортостанымда. Мәҫәлән, “Урал” ассоциацияһы етәксеһе булараҡ, мине бер нисә ҙур сараға саҡыр­ҙылар. Парижға ЮНЕСКО-ға Баш­ҡортостанды танытыу са­раһына барҙым. Беҙ донъя кимә­лендә республикабыҙҙың абруйын арттырыу, мәғариф һәм мәҙәниәт тура­һында күп фекер алышыуҙар үткәр­ҙек. Минең республикала барған ваҡиғаларҙы күҙәтеп барып, Тыуған илемә мөмкин тиклем файҙа килтергем килә.


– Швейцарияла ҡатын-ҡыҙ­ҙарға ниндәй шарттар тыуҙы­рылған?

– Ул – кеше үҙенең киләсәге өсөн тыныс булған илдәрҙең бе­реһе. Ҡатын-ҡыҙ бала ҡарау ялы­на бер ниндәй икеләнеүһеҙ, ҡурҡ­майынса китә. Әлбиттә, был ял ба­ры дүрт айға һуҙыла, әммә һу­ңынан балаларҙы яҡшы педа­гог­тарға тапшырып, тыныс күңел ме­нән эшкә сығаһың. Балалар баҡса­һында сабыйҙарға мөнәсәбәт хәс­тәрлекле һәм яуап­лы. Кешеләргә уңайлыҡтар булдырыу һәм үҫеш өсөн шарттар шул тиклем яҡшы уйланылған. Унда кешене күҙәтеү, баҫым яһау тигән төшөнсә юҡ.

Ҡатын-ҡыҙға карьера һәм ғаилә араһында һайлау шарты ла тормай, сөнки ул бер ниндәй тотҡар­лыҡһыҙ икеһен дә алып барыу мөмкинлегенә эйә, юридик яҡтан да яҡлаулы. Үҙеңдең теләгең буйынса, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бушлай белем алырға мөмкин.


Миңә ундағы сит телдәрҙе өйрәтеү методикаһы оҡшай. Швейцарияла дүрт дәүләт теле һәм уларҙы балалар бәләкәйҙән үҙ­ләштерә. Мәктәптәрҙә дөйөм йыйылыштар уҙғарылмай, ә һәр ата-әсә менән айырым һөйләшәләр. Психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте бик үҫешкән, шуға ла ғаилә үҙ мәсьәләләре менән яңғыҙы ҡал­май. Әлбиттә, был эштәр дәүләттән ҙур сығымдар талап итә, әммә ул үҙен аҡлай – бындағы балалар асыҡ, үҙенә йомолмаған.


– Гүзәл, һин бит тәү сиратта бейеүсе?

– Швейцарияла белем биреү системаһы камил. Шул уҡ ваҡытта үҙемдең мәктәп йылдарымды ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән иҫкә алам, сөнки төп уҡыуҙан ҡалған буш ваҡытты музыка, бейеү һәм спорт кеүек шөғөлдәргә биреү мөмкинлеге тыуҙырылды. Ә бына Швейцарияла мәктәп уҡыусыла­рының ошондай шөғөлдәргә буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ундағы атай-әсәйҙәр, хыялға бирелеп, балаларынан бөтә донъяға билдәле балет артистары тәрбиәләргә йыйынмай. Уларға балаһының һыны төҙ һәм кәйефе яҡшы булһа, шул яраған. Ә беҙ, Рәсәй халҡы, һөҙөмтәгә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Шуға ла минең уңышҡа өлгәшкән тәрбиәләнеүселәрем сығышы менән Рәсәйҙән. Илебеҙ үҙенең мәҙәниәте, шул иҫәптән көслө бейеү мәктәбе менән дә лайыҡлы ғорурлана ала.


Женевала яҡшы эшләгән америка, инглиз, француз мәктәптәре күп, әммә минең мәктәпте үҙенсә­лекле тип баһалайҙар. Унда балет, халыҡ бейеүе, джаз-модерн, художестволы гимнастика, спорт-бал бейеүе серҙәренә төшөндөрәбеҙ. Бейеүгә һөйөүҙе үҙемдең балаларымда ла тәрбиәләйем. Тормошта яратҡан эшемде табып, хыялымды тормошҡа ашыра алыуыма бәхетлемен, шуға ла тыуған илемә, атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма рәхмәт белдерәм.


Бейеү минең ҡанымда, сөнки өләсәйем, һөнәре буйынса уҡы­тыусы булһа ла, филармонияла бейегән, әсәйем, табип булһа ла, интернатта ла, институтта ла тыпырлатҡан. Тик миңә генә ошо һөнәрҙе алып, ғаиләбеҙҙең хыялын тормошҡа ашырыу бәхете эләкте. Бейеү мөмкинлегем булмаһа ла, уны күңелемдә башҡарыр инем. Тарихта ла инвалид креслоһында ултырып, бейеү серҙәренә өйрәт­кәндәр хаҡында миҫалдар бар. Кешелек барҙа бейеү ҙә буласаҡ.
Читайте нас: