Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Август 2019, 14:30

Гөлназ Асаева башҡаның пары...

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева тормошондағы һәр яңылыҡты, ҡыуанысын социаль селтәрҙәр аша уҡыусылары менән уртаҡлашып бара. Был юлы ул Инстаграмм битендә "Һин башҡаның йәре, мин башҡаның пары" тигән йырын тәҡдим иткән һәм "Оҙаҡламай сығасаҡ, көтәһегеҙме?" – тип һораған.

Шуны ғына көткән табыныусылар йырсыға фекерҙәрен яҙа ла башлаған. "Был йыр ярты йылдан артыҡ сыға шикелле инде. Көтөп арып бөттөк бит", – тип яуап белдергәндәр уға.

Әлбиттә, яңы йыр әҙерләү еңел эш түгел. Шаҡтай сығым да, ваҡыт та талап итә. Уларға сәхнә йондоҙо ошо хаҡта аңлатҡан. Икенселәре был йырҙы башҡорт телендә сығыуын әйткән. "Һиңә шулай кейенергә оят түгелме"?, "Йөҙөң менән йырларға тырышма, мимиканы аҙыраҡ ҡуллан, барыбер фанера бит", – тигәндәр ҙә бар.

Нимә генә тимәһендәр, халыҡ моңло йырсыны үҙ итә. "Молодец, Гөлназ, үҙең дә матур, йырың да матур! – тигән һүҙҙәр күңелгә май булып яғыла.

Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: