Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Август 2019, 15:22

МС Яҙмыш сәхнәгә ҡайтамы?

2000 йылдар башындағы “Моң” музыка студияһы тәҡдим иткән “Йәш йөрәктәр” проектын күптәр иҫләйҙер. Илгиз Абдрахманов, Лиана Хәбибуллина, “Зиндан” төркөмө, МС Инсан һәм МС Яҙмышты республикабыҙҙың һәр районында көтөп ала торғайнылар.

2000 йылдар башындағы “Моң” музыка студияһы тәҡдим иткән “Йәш йөрәктәр” проектын күптәр иҫләйҙер. Илгиз Абдрахманов, Лиана Хәбибуллина, “Зиндан” төркөмө, МС Инсан һәм МС Яҙмышты республикабыҙҙың һәр районында көтөп ала торғайнылар.
Ваҡыт үтә, быуын алышына, заманаға ҡарап, йырсылар ҙа, йырҙар ҙа үҙгәрә. “Йәш йөрәктәр”ҙең дә ҡайһылары эстрада тормошонан китеп, донъя, ғаилә мәшәҡәттәренә сума. Илгиз Абдрахманов, Лиана Хәбибуллина һәм МС Инсан ваҡыт-ваҡыт яңы йырҙары, концерттары менән ҡыуандырып торһа, ҡалғандарынан бығаса өн-тын ишетелгәне юҡ ине.
Бер нисә көн элек “Бәйләнештә”селтәрендәге “Башҡорт эстрадаһы” төркөмөндә МС Яҙмыштың AiZi исемле Стәрлетамаҡ йырсыһы менән берлектә “Хәтерлә” исемле йырының премьераһы донъя күрҙе.
“Был, ысынлап та, минең яйлап сәхнә тормошона ҡайтыуымды аңлата. Киләсәккә пландар ҙур – AiZi, йәғни Айрат Заһиҙуллиндың студияһы менән хеҙмәттәшлек итеп, яңы йырҙар яҙырға. Ә жанр үҙенсәлектәренә килгәндә, улар элекке киң билдәле “Студент тормошо” , “Илама”, “Тәүге хистәр” кеүек форматта ла, замана һулышына, замана талаптарына ярашлы яңыса ла ижад ителәсәк”, – тине йырсы.
Тап МС Яҙмыштың башҡорт реп йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, унан был йүнәлештең бөгөнгө хәленә ҡарата фекере менән ҡыҙыҡһындым.
“Донъя кимәлендә был жанр яңырыу кисергән кеүек, беҙҙә лә тәғәйен үҫеш бара, һәләтле йәштәр үҙ эштәре менән ҡыуандыра, аптырата, улар араһында бигерәк тә Алтынай Вәлитовты айырып китер инем”, – тине ул.
Һеҙҙең иғтибарға, хәтерегеҙҙе яңыртып китеү өсөн, беҙ һүҙ алып барған МС Яҙмыштың видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ, һәм йырсынан яңы хиттар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: