Ҡайҙа йөрөүемә ҡарамаҫтан, иҫтәлекле урындарҙы барып күреүҙе үҙемә һәр саҡ маҡсат иткәнмен. Мәҫәлән, Ульяновск ҡалаһына сәфәр барышында бер нисә ерҙә булғандан һуң сират әҙиптәр донъяһына ла етте. Нариманов проспектында урынлашҡан “Ҡисса-и-Йософ” ҡиссаһын яҙған Ҡол Ғәли (1183–1236) һәйкәле – иң күркәм архитектура ҡомартҡыларының береһе. Әҙип тураһында нимә беләбеҙ? Ҡәләм оҫтаһының тормош юлы, ижады хаҡында һаран ғына мәғлүмәттәр осрай. “... Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов әл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙаҡтарында – XIX быуат баштарында яҙылған “Тәуарихе Болғариә” тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһендә урын алған”, – тип яҙған “Арҙаҡлы башҡорттар” исемле китабында яҙыусы Рәшит Шәкүр. Ғалимә Зәйтүнә Шәрипова иһә “Ҡол Ғәли” китабында яҙыуынса, Ҡол Ғәли – әйле ырыуы башҡорто.
Әйткәндәй, әйле ырыуы Башҡортостанда иң ҙурҙарҙан һанала. Беҙҙә яҡташыбыҙҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында бихисап уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта Ульяновск һәм Ҡазан ҡалаларындағы кеүек Өфөлә лә үҙәк урындарҙың береһенә әҙипкә мөһабәт һәйкәл ҡуйылһа, насар түгел дә инде. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн ғәләмәт шәп буласаҡ...