Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Август 2019, 17:00

“Тамаша актерҙарҙың үҙҙәренә лә бик оҡшаны”

- Сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡан балалар менән эшләү ҡыйынмы, әллә ҡыҙыҡлымы?

rcnt.com
rcnt.com
Межгорье ҡалаһындағы Мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең “Пауза” өлгөлө театр студияһы 46 мәктәп коллективы араһында үткәрелгән бәйгелә еңеп сыҡты. Театрҙың режиссеры Елена Грибкова менән театр тормошо, “Волга буйы театры” этабында ниндәй тамаша тәҡдим итәсәктәре хаҡында әңгәмәләштек.


– Театрығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡан балалар менән эшләү ҡыйынмы, әллә ҡыҙыҡлымы?


– “Пауза” студияһы 30 йыл элек ойошторола. Бөгөн унда мәктәп йәшендәге 27 артист шөғөлләнә. Уларҙың бараһын да театрға һөйөү берләштерә. Беҙҙә ир-егет ролдәрен башҡарыусыларға бер ҡасан да ҡытлыҡ булманы. Ата-әсәләр беҙгә ҙур теләк менән һәләтле кескәй малайҙарҙы алып килә. Улар менән шунда уҡ концерттарҙа сығыш яһай башлайбыҙ. Әлбиттә, сығыштар һәр ваҡыт тамашасыларҙың күңеленә хуш килә. Артабан малайҙар спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙе оҫта башҡара, сараларҙы алып бара башлай, сәхнәлә ҡаушамай, үҙҙәрен иркен тота. Ә ҡыҙҙар, киреһенсә, башта уҡ етди, яуаплы була.

Ижади эш барышында тотороҡло, ышаныслы, үҙенә генә хас актерлыҡ һыҙаттары булған коллектив туплана. Йыл һайын беҙ артистарҙың берәүҙәрен оҙатабыҙ, икенселәрен ҡаршылап, ижади ғаиләбеҙгә ҡабул итәбеҙ. Студияла актерлыҡ оҫталығын, сәхнә телмәрен һәм сәхнә хәрәкәттәрен өйрәтәләр. Балалар менән эшләү еңел түгел, әлбиттә. Иң мөһиме – бала күңеленә үҙенсәлекле “асҡыс” табыу.


– Балалар театры күңел асыуҙар һәм сәхнәләге сағыу төҫтәр менән генә сикләнмәй. Эшегеҙҙә ниндәй идеяларға таянаһығыҙ, театрығыҙ ниндәй принциптарға нигеҙләнә?


– Спектакль – уйын ғына түгел, ижади эш тә. Ошо эштең һөҙөмтәһе булған спектаклде тамашасы хөкөмөнә сығараһың. Иң мөһиме – күрә, ишетә һәм аңлай белеү, эштең уртаһында ҡайнау, уның асылына төшөнөү. “Станиславский өйрәткәнсә” уйнау мотлаҡ түгел, әммә үҙ ролеңде аңларға кәрәк. Минең өсөн төп принцип – бына ошо.


– Фестиваль өсөн пьеса һайлағанда нимәгә таяндығыҙ?


– В. Панфиловтың пьесаһы буйынса “Ялҡау Емеля хаҡында әкиәт” спектакле театр өсөн балаган жанрында дебют булды. Балаларҙың сағыу уйыны, геройҙарҙың кәйефен һәм фекерҙәрен оҫта итеп еткереүе шунда уҡ тамашасы һөйөүен яуланы. Спектаклдә халыҡ көйҙәре лә, хореография элементтары ла, үҙенсәлекле биҙәлеш тә бар. Быларҙың барыһы ла ҡабатланмаҫ мөхит тыуҙыра. Иң мөһиме – тамаша актерҙарҙың үҙҙәренә лә бик оҡшай.
Читайте нас: