Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Август 2019, 18:50

Ҡытайҙар фильмды һушы китеп ҡарай

Рәсәй фильмы Ҡытайҙа яңы рекорд ҡуйҙы. “Юғарыға хәрәкәт” фильмы бөтә сит ил картиналары араһында иң юғары баһаны алды.

Рәсәй фильмы Ҡытайҙа яңы рекорд ҡуйҙы. “Юғарыға хәрәкәт” фильмы бөтә сит ил картиналары араһында иң юғары баһаны алды.


Өҫтәүенә ул Ҡытайҙа иң ҙур табыш килтергән фильм булды. Уны 2,5 миллион кеше ҡараған, прокатта 13 миллион доллар аҡса йыйылған. Киноны ҡытайҙар дүрт аҙна буйы һушы китеп ҡараған, тиҙәр.


Ҡарамаҫлыҡ та түгел шул, Рәсәй кинематографында бындай ҙа ҙур табыш килтергән, халыҡты үҙенә йәлеп иткән фильм әлегәсә күренмәне.


Билдәле артист Владимир Машковтың уйнауы ла, фильмдың реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеүе лә, баскетбол буйынса совет командаһының 1972 йылда Мюнхен олимпиадаһында ҙур патриотизм тойғоһо, ҡыйыулыҡ менән еңеү яулауы ла уны уңышлы иткәндер. Һәр хәлдә “Юғарыға хәрәкәт” ике миллиард һумдан ашыу аҡса йыйҙы. Спорт блокбастеры — әлегә Рәсәй прокаты тарихында иң уңышлыһы.


Фото: Lenta.ru
Читайте нас: