24-27 августа баш ҡалабыҙҙа һигеҙенсе тапҡыр “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале үҙ ишектәрен асасаҡ. Ошо уңайҙан бөгөн уҙған матбуғат конференцияһында сараны ойоштороусылар журналистар менән осрашты.
“Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев, директор урынбаҫары Зөһрә Бураҡаева, киностудияның баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов, баш режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитовтан тыш, конференцияла Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың милли симфоник оркестр дирижеры Дмитирий Крюков та ҡатнашты. Ул “Көмөш Аҡбуҙат” һәм кино көнө уңайынан Ватан паркында ойошторолған Симфоник төндә уйын ҡоралдары оркестры менән сығыш яһаясаҡ.
“Киң ҡоласлы фестивалдә ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Сығышыбыҙҙа “Властелин колец”, “Гарри Поттер”, “Звездные войны” кеүек донъяуи кимәлдәге билдәле фильмдарҙан көйҙәр яңғыраясаҡ”, – тине Дмитрий, һәм Симфоник төндө корона өҫтөндәге бриллиант менән сағыштырҙы.
“Быйылғы “Көмөш Аҡбуҙат” етди темаларға арналған фильмдары менән ҡыуандыра, ҙур эш атҡарыла был йәһәттән. Мәҫәлән, Яҡутия көслө картиналары менән һоҡландырырға йыйына”, – тине Зөһрә Бураҡаева.
Программа сағыу сараларға бай. “Көмөш Аҡбуҙат”тың режиссеры Гөлнара Юрина һөйләүенсә, фестивалдә милли рухтағы шоуҙан алып ҡыҙыл балаҫҡа тиклем буласаҡ. Кино режиссерҙары, актерҙар менән аралашыу, уларға һорау биреү мөмкинлеге лә биреләсәк.
“Кешелек эволюцияһын сәнғәт аша сағылдырырға тырышасаҡбыҙ, был проектты бойомға ашырыуҙа беҙгә мультиинструменталист, шоумен Зәйнетдин ярҙам итте, интернетта уның тәүтормош кешеһе образында төшкән фотоларҙы күргәнһегеҙҙер. Тағы ла ошо ысул менән ситтән килгән ҡунаҡтарға Шүлгән таш, Ирәмәл, шихандарыбыҙ кеүек кино төшөрөү өсөн шәп урындарҙы күрһәтергә теләйбеҙ”, – тине ул.
Быларҙан тыш, фестиваль сиктәрендә милли кинематографияға арналған түңәрәк өҫтәл дә уҙасаҡ.
Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов билдәләүенсә, быйылғы “Көмөш Аҡбуҙат” Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында үтеүе менән үҙенсәлекле.
“Шуға күрә, фестиваль беренсе тапҡыр масштаблы үтәсәк. Бынан тыш, беҙҙә кино төшөрөүсе йәштәр күбәйҙе, башҡа төбәк һәм ил вәкилдәренә күрһәтерлек эштәребеҙ байтаҡ”, – тине Фәрит Фәтих улы.
Әйткәндәй, “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестиваль көндәре милли кинематографияға 100 йыл һәм Рәсәй киноһы көндәренә тура килә. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары, программаға ярашлы, 24-27 августа төрлө халыҡ фильмдары менән бушлай таныша ала.