Баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙ йырсылар 20 йыл хеҙмәт стажы булһа, пенсияға сыға икән. Шулай ҙа күбеһе яратҡан эшен ташламай.
Бына танылған эстрада йырсыһы ла, филармониянан китһә лә, был юҫыҡта эшмәкәрлеген дауам итә. "Электән бейергә лә, йырларға ла яраттым. Хәҙер "Ауаз" тигән фольклор төркөмө ойоштороп, халыҡты йырларға, бейергә өйрәтәм. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә дәррәү йөрөй. Тәүге концертыбыҙ ҙа гөрләп үтте. Яңы эшем бик оҡшай", – ти йырсы.