М. Ғафури исемендәге музейҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың юбилей саралары дауам итте. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев сығыш яһаны.
Зәки Арыҫлан улы үҙ сығышында шәхестең ижадына байҡау яһап, юғары кимәлдәге әҫәрҙәре, Мәскәүҙә башҡа милли әҙәбиәттәр вәкилдәренә ихлас мөнәсәбәте тураһында һөйләне.
Ҡәҙим Аралбаев заманында Әхиәр Хәкимов менән аралашып, хат алышып йәшәгән.
Шағирә Тамара Искәндәриә шулай уҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов төбәктә яҙыусының исеме онотолмауы, уға арналған саралар дауам итеүен әйтте.
Өфөләге сара Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың ҡәберенә сәскә һалыу, доғалар уҡыу менән тамамланды.