Өмөтлө йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Ҡырғыҙстанға йыйына. Һуңғы арала уның был ил менән бәйләнеше бермә-бер арта бара.
Күптән түгел Айгиздең "Әкиәтһеҙ баласаҡ" тигән китабы ҡырғыҙ һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан. Әҫәрҙе ҡырғыҙсаға филология фәндәре, Ош дәүләт университеты университеты доценты Ҡыялбәк Әҡмәтов, ә урыҫсаға Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Был – авторҙың Бешкәктә сыҡҡан дүренсе китабы. Уның бөтәбеҙгә лә киң билдәле "Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы быйыл март айында ике телдә донъя күргәйне.
– Был китап әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һорауы буйынса тәржемә ителде, – ти Ҡыялбәк Әҡмәтов. – Айгизде беҙҙә төрлө быуын кешеләре лә яратып уҡый. Детектив, фантастик әҫәрҙәрҙе уҡып, һуғыш суҡмарҙары хаҡындағы киноларҙы ҡарап ялҡҡан халыҡ бөгөн изгелеккә саҡырған ысын тормош хаҡындағы әҫәрҙәргә ҡайта. Баймөхәмәтовтың повестары тап шундайҙарҙан. Улар йәмғиәтте һыҙлатҡан социаль проблемаларҙы күтәрә.
Ә Ҡырғыҙстанға яҙыусы эш сәфәре менән юллана икән. Уны әҙәбитә һөйөүселәр ҡунаҡҡа саҡырған.
Фото: яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.