Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында III Бөтә Рәсәй “Мөнәжәтселәр” конкурсы уҙғарылды. Был сара Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандар назараты мөфтөйө Раев Ринат хәҙрәт етәкселегендә ойошторолдо һәм беҙҙең арҙаҡлы шәхесебеҙ – Зәйнулла ишан Рәсүлевтең яҡты иҫтәлегенә һәм быйылғы Театр йылына бағышланды.
Конкурста Силәбе өлкәһенең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан, Татарстандан ҡатнаштылар. Ә Башҡортостан данын Әбйәлил районы Ташбулат мәҙәниәт йортонан Ғәлиә Йәнйегетова етәкләгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле яҡланы. Абруйлы баһалама ағзалары – Силәбе дәүләт сәнғәт институты эстрада-оркестр ижады кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Руслан Ғиниәт улы Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Юлиә Лапидус, өлкә мосолмандар ойошмаһы рәйесе Ринат хәҙрәт Раев уларҙы юғары баһалап, I урын тапшырҙы. “Гөлнәзирә”ләр үҙҙәренең сәхнә оҫталары икәнлеген Рәсәй кимәлендә лә күрһәтеп ҡайтты. Сығышты Күсем ауылынан Йемен ғәрәбе улы, Мөхәммәт сәләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмдең тоҡомо Аль-Сельви Фәрит һәм Алмас Әхмәтовтар Ҡөрьән Кәрим сүрәһе менән башлап ебәрҙе. Мөнәжәт һәм өгөт-нәсихәт ансамблдең етәксеһе Ғәлиә Йәнйегетованың гармун моңо һәм Гөлсинә Аль-Сельвиҙың мандолина сыңдары аҫтында барыһын да дәртләндереп, байрамға ҙур йәм һәм йән өҫтәп ебәрҙе.
Аль-Сельви Гөлсинә Зәйнулла ишанға арнап ошо конкурсҡа бағышланған өр-яңы шиғырын Фәрит Әхмәтовтың ҡурай моңо аҫтында уҡыны. Ә мөнәжәтте әсәле-уллы ҡумыҙ сиртеп, ғәрәп телендә жюри ағзаларына, тамашасыларға һәм конкурста ҡатнашыусыларға еткерҙе.
Байрамға юғары кимәлдә әҙерләнгәндәр. Ҡатнашыусыларҙы бүләктәр һәм тәмлекәсле сәй-ҡәһүә менән ҡаршы алдылар.
Конкурстан һуң Зәйнулла ишаныбыҙ үҙенең көсө менән төҙөткән Рәсүлиә мәҙрәсәһендә һәм мосолмандар зыяратында ишаныбыҙҙың ҡәберенә зыярат ҡылып, оло хис-тойғолар, дәрт менән тыуған яҡтарыбыҙға юлландыҡ.
“Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле, ғөмүмән, бер ниндәй конкурстарҙан да ҡалмай һәм һәр ваҡыт сәхнә оҫталары булараҡ юғары баһалана. Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында уҙғарылған төбәк-ара “Сыңлы үксә” бейеү һәм “Яҙғы һандуғас” конкурстарында I урын; Сибайҙа “Мөнәжәтселәр” конкурсында – III урын, Әбйәлил районында бейеү көнөнә арналған конкурста – Гран-при; Өфөлә уҙғарылған Күсемовтың 110 йыллығына арналған концерт өсөн Рәхмәт хаты алып ҡайттылар.
“Гөлнәзирә”не етәкләгән Ғәлиә Йәнйегетова иң матур сифаттарға эйә. Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн күпме әҙерлек кәрәк. Репетицияларға йыйылыу өсөн Күсемдән Ташбулат ауылына (араһы бер яҡҡа ғына 15 км) үҙенең машинаһында бара. Телефон аша көнөнә әллә нисә шылтыратып, ансамбль ағзаларын йыя. Барып, конкурста еңеп ҡайттылар, тип әйтеүе генә еңел. Ошо конкурстарға бер генә барып ҡайтыу өсөн дә ғаиләне ҡалдырып, үҙҙәренең аҡсаһына машина яллап, ашарҙарына әҙерләп юлға алып йөрөйҙәр. Юлдарҙа ла төрлө хәлдәр була. “Юл ғазабы – гүр ғазабы”, тип бушҡа әйтмәгән бит йор халҡым.
Конкурстарҙан көнөнә әйләнеп ҡайтып йоҡлап та, ял итеп тә өлгөрмәй эшкә китәләр, ансамблдәге апайҙар пенсияла булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла эшләй.
Әгәр ауыл биләмәһенән, район етәкселегенән ярҙам булһа, дәртләндереп ебәрһәләр, яҡшы булыр ине лә. Улар бит ауыл, район, хатта Башҡортостаныбыҙҙың тере йондоҙҙары. Киләсәгебеҙгә, хәҙергебеҙгә ҙур өлгө булып торорҙай кешеләр.
Афарин, “Гөлнәзирә”! Уңыштар һеҙгә һәр саҡ шулай юлдаш булһын! Үҙегеҙ дәртле һәм йомарт булып мәңге йәшәгеҙ!