Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары ассоциацияһы BashStudentsтың заманса яңы ижади эш атҡарырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. “Әлифба” тип аталған был проекттың төп маҡсаты – йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы тип табылған китаптарҙы башҡортсаға тәржемә итеү. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә (54 тауыш), Инстаграмда (23) барған тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Роберт Кийосакиҙың “Бай атай, ярлы атай” тигән китабы һайлап алынып, улар тәржемә эшен башлап та ебәрҙе. Әҫәрҙән өҙөктө гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Ниндәй була икән ул бай кешенең фекерләүе һәм башҡаларҙыҡы?
Алтынсы дәрес: аҡса өсөн түгел, ә тәжрибә өсөн эшләгеҙ
1995 йылда Сингапурҙа бер гәзиткә әңгәмә биргәйнем. Йәш журналист ваҡытында килде, һәм диалог шунда уҡ башланып китте. Беҙ бер иҫ киткес ҡунаҡхананың вестибюлендә ҡәһүә эсеп, Сингапурға сәйәхәт ҡылыу маҡсатым тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Зиг Зиглар менән бергә сығыш яһарға тейеш инем. Ул дәлилләү тураһында һөйләргә йыйына ине, ә мин – “байҙар серҙәре” хаҡында.
– Минең дә берәй ҡасан һеҙҙең һымаҡ билдәле автор булғым килә, – тип дөрөҫөн әйтте журналист ҡыҙ. Уның был гәзиттәге ҡайһы бер мәҡәләләрен күргәнем бар, һәм улар миндә тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡыҫҡа, дөрөҫ яҙыу һәм уҡыусыны ылыҡтыра белеү һәләте бар ине.
– Һеҙҙә бик шәп стиль, – тинем мин. – Үҙ теләгегеҙҙе тормошҡа ашырырға һеҙгә нимә ҡамасаулай?
– Эшләгәнем ни өсөндөр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, — ул шым ғына яуап бирҙе. – Бөтәһе лә романдарымды маҡтай, әммә бер кем дә уларҙы нәшер итмәй. Шуға мин гәзиттә эшләүемде дауам итәм. Һәр хәлдә, был миңә иҫәптәрҙе түләргә мөмкинлек бирә. Ә һеҙ нимә кәңәш итә алаһығыҙ?
– Эйе, — тип шунда уҡ яуап ҡайтарҙым мин. – Бында Сингапурҙа дуҫым бар, ул һатыусылар әҙерләү мәктәбе тота. Ул бындағы күп алдынғы корпорацияларҙың эшселәрен уҡыта, һәм, минеңсә, һеҙ уның курстарының береһенә барып ҡараһағыҙ, был карьерағыҙға ыңғай йоғонто яһар.
– Һеҙ нимә, миңә һатырға өйрәнергә кәрәк, тип әйтергә теләйһегеҙме?
Хәҙер инде кире уйланым. Ул нимәгәлер үпкәләне, һәм мин әйткәндәрем өсөн үкендем. Уға ярҙам итергә тырыштым, ә хәҙер аҡланған һымаҡ килеп сыҡты.
– Инглиз әҙәбиәте буйынса магистр дәрәжәм була тороп, ни өсөн мин һатыусыға уҡырға тейешмен? Мин профессионал. Һатыусы булмаҫ өсөн ошо һөнәремә уҡыным. Һатыусыларҙы енем һөймәй. Уларға аҡса ғына кәрәк. Ни өсөн мин сауҙа итеү өсөн уҡырға тейеш? – Ул ярһыу менән үҙенең портфелен яба ине. Интервью тамамланды.
Бәләкәй өҫтәлдә минең бестселлерҙарҙың береһе ята. Был китапты уның блокнотта эшләгән яҙмалары менән бергә алдым.
– Бына ошоно күрәһегеҙме? – уның яҙмаларына күрһәттем.
Ул мин күрһәткән ергә ҡараны.
– Нимә ул? – Ҡыҙ аңламаны.
Уның яҙмаларына йәнә күрһәттем. Блокнотҡа “Роберт Кийосаки, бестселлерҙар авторы” тип яҙылғайны.
– Бында “бестселлерҙар авторы” тип яҙылған, ә “иң яҡшы романдар авторы” тип түгел. Бестселлер – ул яҡшы һатылған әйбер.
Ғәжәпләнеүҙән уның күҙҙәре ташты.
– Мин бик насар яҙам. Һеҙ шәп яҙаһығыҙ. Һатыусыға уҡыным бит. Һеҙҙә – магистр дәрәжәһе. Ошо ике оҫталыҡты ҡушығыҙ, һәм һеҙҙән бестселлерҙар авторы, йәнә иң яҡшы романдар авторы килеп сығасаҡ.
– Мин бер ҡасан да һатырға өйрәнеү кимәленә төшмәйәсәкмен. Һеҙҙең һымаҡтарға яҙыусылар араһында нимә ҡалған. Мин – профессиональ яҙыусы, ә һеҙ – һатыусы. Был ғәҙел түгел.
Ул үҙенең яҙмаларын онотоп, быяла ишектәр аша ямғырлы Сингапур иртәһенә ашығып сығып китте.
Ярай, уны тейешенсә баһаларға кәрәк, иртәгә ул минең турала һәйбәт һәм хаҡлы мәҡәлә яҙҙы.
Донъя аҡыллы, талантлы һәм уҡымышлы кешеләр менән тулы. Беҙ улар менән көн дә осрашабыҙ. Улар бөтә ерҙә лә бар.
Бер нисә көн элек машинам насар эшләй башланы. Уны гаражға индерҙем, ә йәш механик уны бер-ике минут эсендә йүнәтеп тә бирҙе. Проблеманың нимәлә икәнен аңлар өсөн, уға двигателдең эшләүенә ҡолаҡ һалыу ҙа етә ине. Хайран ҡалдым: бына һиңә талант! Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер талант ҡына етмәй шул.
Талантлы кешеләрҙең аҙ аҡса эшләүе һәр саҡ аптырата. Яңыраҡ Америка халҡының 5 проценттан аҙырағы йылына йөҙ меңдән күберәк доллар аҡса эшләгәнен ишеттем. Мин йылына 20 мең долларҙан кәм аҡса эшләгән бик аҡыллы һәм уҡымышлы кешеләр менән таныш. Медицина йыһаздарын һатыу буйынса махсуслашҡан бизнес-консультант миңә табиптар, дантистар һәм хиропрактиктарҙың аҡса етмәгәнлектән интегеүе тураһында һөйләне. Элек бындай хәлде уйыма ла килтергәнем булманы: был һөнәр кешеләре уҡыуҙы тамамлап бөтмәҫ борон уңышҡа өлгәшә башлай тип һанала бит, ләкин был консультант һүҙен бик дөрөҫ итеп әйтеп ҡуйҙы: “Байлыҡтан уларҙы бер һәләт кенә айырып тора”.
Был күпселек кешегә тағы бер генә һәләткә өйрәнеү кәрәк икәнен аңлата, шунан һуң уларҙың алымы ғүмерҙә булмаған күләмдә ҙураясаҡ. Мин әйткәнем бар инде, финанс зирәклеге — ул бухгалтерия иҫәбе, инвестициялау, баҙар һәм ҡануниәт белемдәренең берлеге. Ошо дүрт һәләтте ҡулланығыҙ, һәм аҡса ярҙамында аҡса эшләү күпкә еңелерәк буласаҡ. Һүҙ аҡса тураһында барғанда, күпселек кеше бер генә нәмә белә – тырышып эшләргә лә эшләргә.
Теге йәш журналист ҡыҙ белем һәм һәләт иретмәһенең классик миҫалы була ала ине. Ул маркетингка һәм сауҙаға өйрәнгән булһа, килемдәре лә ҡапыл үҫер ине. Уның урынында мин һатыусылар курсына ғына түгел, ә реклама яҙыу курсына ла барыр инем. Шунан гәзиттә эшләү урынына реклама агентлығында урын табыр инем. Эш хаҡы әҙерәк түләнһә лә, ул үҙенең уйҙарын ҡыҫҡаса, һәйбәт рекламала йыш ҡулланылған лозунг формаһында белдерергә өйрәнер ине. Бынан тыш, ул реклама эше менән дә танышыр ине, быныһы ла бик файҙалы булыр ине. Ул реклама ярҙамында миллиондар эшләргә өйрәнер ине. Кистәрен һәм ял көндәрен ул үҙенең бөйөк романын яҙыр ине, ә уны тамамлағас, еңелерәк һата алыр ине. Шул ваҡытта ул бестселлерҙар авторы ла булып китер ине.
Мин үҙемдең “Бай һәм бәхетле булғың килһә, мәктәбеңде ташла” тигән китабымды тәүге тапҡыр нәшриәткә тәҡдим иткәс, китап баҫтырыусы миңә уның исемен “Белем алыу иҡтисады”на үҙгәртергә тәҡдим итте. Мин уға: “Бындай исем менән китаптың ике генә данаһын һатып буласаҡ: береһе – ғаиләгә, икенсеһе – иң яҡын дуҫыма”, – тинем. Проблемаһы бер нәмәлә генә: улар минән был китапты бүләккә көтә. Был бәхәсле исемде ошоно белгәнгә һайланым: ул йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итәсәк. Мин бөтә күңелем менән мәғариф яҡлы һәм ундағы реформаға ышанам. Юғиһә, ни өсөн миңә беҙҙең иҫкергән мәғариф системаһы тураһында һөйләргә кәрәк ине?! Шуның өсөн дә мин, ҡулдан килгәнсә, күберәк теле-радиотапшырыуҙарына инерлек исем һайланым – бының менән бәхәс кенә тыуҙырырға теләнем. Күптәр мине ниндәйҙер “псих” тип һананы, ә китап бит һатылып бөтөп бара!
Мин 1969 йылда АҠШ-тың диңгеҙ-сауҙа академияһын тамамлағас, минең уҡымышлы бик шат ине. Мине Калифорнияның “Standart Oil” компанияһы танкерға өсөнсө ярҙамсы итеп эшкә алды. Минең эш хаҡым классташтарҙыҡына ҡарағанда әҙерәк ине, әммә колледждан һуң беренсе ысын эш өсөн был улай уҡ насар түгел ине. Башланғыс суммаһы, сәғәттән тыш эшләүҙе һанап, йылына ҡырҡ ике мең доллар аҡса самаһы тәшкил итте, өҫтәүенә, мин йылына ете генә ай эшләй инем, ә ҡалған бишен ял иттем. Әгәр телегән булһам, мин был биш айға Вьетнамдағы кесе транспорт компанияһына урынлашып, еңел итеп килемемде икеләтә арттырыр инем.
Минең бик карьера ине, ләкин ярты йыл үткәс мин эштән сығып, осорға өйрәнер өсөн, әрмегә киттем. Был минең уҡымышлы атайымдың ҡотон осорҙо һәм баә атыҙың һуплауын тапты.
Нишләптер бөтәһе лә эштә лә, уҡыуҙа ла “махсуслашыу” бик кәрәк тип һанай. Бына шуға ла инде медиктар бер махсуслашыуҙы үҙләштерә: ортопедияны йәки педиатрияны. Шулай уҡ бухгалтерҙар, архитекторҙар, юристар, пилоттар һәм башҡалар эшләй.
Минең уҡымышлы атайым был ҡараш яҡлы ине. Бына ни өсөн ул докторлоҡ дәрәжәһен алғас шул ҡәҙәр шатланғайны. Ул мәктәптәрҙең әҙерәк нәмә тураһында күберәк белгән кешеләрҙе бүләкләүҙәрен таный ине.
Бай атай миңә бөтөнләй киреһен кәңәш итте. “Бөтә нәмә тураһында лә әҙләп белергә кәрәк” , —ти ине ул. Бына шуға мин күп йыл уның компанияһының күп бүлектәрендә эшләнем. Ҡаһылыр ваҡытты мин бухгалтерияла үткәрҙем. Гәрсә, моғайын, мин бер ҡасан да бухгалтер функцияларын үтәй алмаҫ инем, ул минең “осмотик” ысулы менән эшләргә өйрәнеүемде теләй ине. Ул, минең терминадарҙы үҙләштереп, бухгалтер эшендә нәмә-мөһим, нәмә-юҡ икәнен аңлай башлайсағымды, белә ине. Мин официант ярҙамсыһы ла, төҙөлөштә өйрәнсек булып та эшләнем, сауҙа менән дә, маркетинг менән дә шөғөлләндем. Ул мине лә, Майты ла “үҫтерҙе”. Бына ни өсөн ул беҙгә банк хеҙмәткәрҙәре, юристар, бухгалтерҙар һәм брокерҙар менән булған кәңәшмәләрендә ултырыуҙы ныҡышып ҡушты. Ул үҙенең империяһының һәр бер аспекты тураһында белеүебеҙҙе теләй ине.
Мин юғары түләүле нефть компанияһының эшенән баш тартҡас, уҡымышлы атайым минең менән ысын күңелдән һөйләшергә булды. Ул аңламауынан баш ватты: нисек инде юғары эш хаҡлы, льготалы, оҙайлы яллы һәм эш буйынса күтәрелеү мөмкинселеге булған карьеранан баш тартып була. Бер кисен ул мине һорағанда:“Нишләп һин киттең ул?”, нисек кенә тырышһам да, мин уға аңлата алманым. Минең логикам уныҡы менән тап килмәй ине. Бөтә проблема минең логикам бай атай логикаһына тап килеүҙә ине.
Минең уҡымышлы атайым өсөн билдәләүсе фактор эштең тотороҡлолоғо ине. Бай атай өсөн—белемле булыу.
Уҡымышлы атай мине корабль офицерына уҡый, тип иҫәпләй ине. Бай атай минең халыҡ-ара сауҙаны өйрәнеүемде белә ине. Мин оло йөклө караптарҙа, нефть танкерҙарында һәм пассажир караптарында АлыҫКөнсығышҡа һәм Тыныҡ океандың көньяҡ ярҙарына сауҙа рейстары башҡарҙым. Бай атай миңә, шунда йөҙөү Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки тап Азияла “яңы үҫешә башлаған илдәр” барлыҡҡа килә инеләр, ти ине. Минең күпселек дуҫтарым, шул иҫәсптән Майк, ваҡыттарын күңел асыу кисәләрендә уҙғарғанда, мин сауҙа, кешеләрҙе, эш алып барыу ысулдарын һәм Япония, Тайвань, Таиланд, Сингапур, Гонконг, Вьетнам,Корея, Таити, Самоа һәм Филиппин мәҙәниәтен өйрәндем. Мин дә күңел асыу кисәләрендә була торғайным, әммә студенттарҙың дөйөм ятаҡтарында түгел. Мин тиҙ өлкәнәйҙем.
Минең уҡымышлы атайымдың башына, ни өсөн минең унан әрмегә китеүем, бөтөнләй һыймай ине. Мин уға, минең осорға өйрәнәһем килә,тинем, ә ысынында иһә кешеләр менән идара итергә өйрәнәһе килә ине. Бай атай, компания менән идара итеүҙә иң ҡатмарлыһы—кешеләр менән идара итеү, икәнен аңлатты. Ул әрмелә өс йыл үткәргән, ә уҡымышлы атайым, үҙ ваҡытында, әрмегә саҡырылыуҙан азат ителгән булған. Бай атай миңә кешеләрҙе үҙ артыңдан хәүефкә ҡаршы алып барыуҙын мөһимлеге тураһында һөйләй ине. “Лидер була белеү— бына нимәгә һиңә өйрәнергә кәрәк, —тине ул. —Һин насар командир булһаң, арҡаңа атасаҡтар—тап бизнестағы һымаҡ.
1973 йылда Вьетнамдан ҡайтҡас, миңә осорға бик оҡшаһа ла, мин әрменән киттем. Мин “Xerox” корпорациһында эш таптым. Мин унда бер сәбәптән генә барҙым, һәм ул хеҙмәткәрҙәр өсөн льготаларҙа түгел ине. Мин оялсан кеше инем, һатыу тураһында бер генә уй мине ныҡ итем ҡурҡыта ине. Ә “Xerox” компанияһында Америкалағы иң яҡшы сауҙа агенттары әҙерләү программаһы.
Бай атай минең менән ғорурланыуы тураһында әйтте. Уҡымышлыһа оятынан яна ине. Он ителлигент ине һәм һатыусыларҙы үҙенән түбән һанай ине. “Xerox” компанияһында, ишеккә шаҡып кире ҡағыу алыу ҡурҡышын еңгәнсе, мин дүрт йыл эшләп сыҡтым. Биш иң яҡшы һатыусылар иҫәбендә урын алғас, мин йәнә эштән киттем—дәрәжәле компаниялағы сираттағы шәп карьераны ҡалдырҙым.
1977 йылда мин мин үҙемдең компанияны ойошторҙом. Бай атай мине һәм Майкты компаниялар менән идара итергә өйрәтте, шуға миңә уларҙы барлыҡҡа килтерергә өйрәнергә ҡалғайны. Минең беренсе продукция, “йәбешкәкле” нейлон бумажниктар, Алыҫ Көнсығышта етештерелеп, мин ҡасандыр уҡыған урындан алыҫ түгел урынлашҡан Нью-Йорк келәтенә килтерелә ине. Минең формаль белем алыуым тамамланда, һәм үҙемде эштә һынау ваҡыты етте. Эшем уңмағанда мине банкротлыҡ көтә ине. Бай атай, утыҙ йәшкә тиклем банкрот булһаң яҡшыраҡ, тип һанай ине. “Ул ваҡытта көстө тергеҙергә ваҡыт ҡаласаҡ”, —тип кәңәш итә ине ул. Утыҙ йәшем тулыр алдынан минең компанияның беренсе йөк партияһы Кореянан Нью-Йоркка оҙатылды.
Хәҙерге көндә мин һаман халыҡ-ара бизнес менән шөғөлләнәм. Бай атайҙың кәңәше буйынса, мин тиҙ үҫешеп барған илдәр менән эш итергә тырышам. Бөгөнгө көндә минең инвестициялар Көньяҡ Америка, Азия, Норвегия һәм Рәсәйҙә бар.
Инглиз һүҙе менән бер иҫке шаяртыу бар: “job”(эш) шифрын асҡанда “just over broke”(ярлылыҡтан аҙ ғына яҡшырак) була. Һәм,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек кеше өсөн был ысынлап та шулай. Мәктәптәр һәм университеттар финанс белем алыуҙы лайыҡлы тип һанамағанға, күпселек эшләгән кешеләр “хәленән килгәнсә” йәшәйҙәр. Улар эшләйҙәр, ә шунан иҫәптәрҙе түләйҙәр.
Менеджменттың тағы ла бер ҡурҡыныс теорияһы бар, уны шулай аңлатып була:“Эшселәр эштән ҡыуылмаҫ өсөн кәрәккәндән куберәген эшләмәйҙәр, ә хужалар улар эштән китмәҫлек эш хаҡынан артығын түләмәйҙәр”. Һәм күпселек компанияларҙың күпме түләүҙәренә ҡараһаң, был теорияла дөрөҫлөк тамсыһының барлығын танырға тура килә.
Һөҙөмтәлә күпселек эшләгән кеше финанс муллыҡҡа өлгәшә алмай килеп сыға. Улар нимәгә өйрәтелгән,шуны эшләй—“стабиль эштә эшләйҙәр”. Бөтәһе лә тиерлек иғтибарын эш хаҡына һәм льготаларға йүнәлтә— ҡыҫҡа ваҡытлы файҙаларға,— әммә оҙайлы мәғәнәлә был тотош бөлөүгә килтерә.
Ә мин йәштәргә нимәгәлер өйрәнә алырҙай эште эҙләргә кәңәш итер инем. Башта ниндәй оҫталыҡҡа өйрәнергә теләгәнең тураһында уйларға кәрәк, ә һуңынан инде конкрет һөнәрҙә туҡталып, “ҡомаҡ ярыштарының” ҡатнашыусыһы булырға.
Кешеләр ғүмер буйы иҫәптәрҙе түләгәндә , улар тәгәрмәс эесендәге түңәрәк буйлап йүгерешкән тейен һәм ирләнгә оҡшай башлай. Йөнтәҫ тәпәйҙәр күренеп ҡала, тәгәрмәс туҡтауһыҙ өрөлә, әммә иртәгәһен улар ,һәр ваҡыттағыса, шул уҡ ситлектә буласаҡ. Афариндар!
“Джерри Магуайер менән Том Круз*” кинофильмында бик күп тапҡыр әйтемдәр бар. Бөтәһенән дә нығыраҡ “миңә аҡса күрһәт”тигән фраза иҫтә ҡалды. Әммә миңә бик үҙенсәлекле булып күренгән күренеш бар. Ул Том Круздың фирманан китеүе менән бәйле. Тап шул ваҡытта уны эштән бушаттылар, һәм ул элекке коллегаларынан һорай:“Кемдең минең менән киткеһе килә”. Бөтәһе лә, ауыҙҙарына һыу ҡапҡан һымаҡ, өндәшмәй. Тик бер генә ҡатын яуап ҡайтара:“Мин китер инем, тик өс айҙан миңә күтәреү вәғәҙә иттеләр”.
*Күрһәтелгән фильмда был билдәле американ актеры,уның һөнәренә хас булған цинизмға һәм тик аҡсаға табыныуға ҡаршы сыҡҡан, спорт агентын һынландыра.
Был, моғайын, фильмдың иң дөрөҫ һүҙҙәрелер. Тап ошондай һылтауҙар менән кешеләр үҙҙәрен эштә тота. Мин уҡымышлы атайымыдың һәр йылғы эш хаҡы күтәрелеүен көткәнен һәм йыл һайын төңөлгәнен беләм. Һәм ул яңынан өҫтәмә квалификация һәм күберәк аҡса өсөн уҡый башлаған, ләкин уны яңны төңөлөү көткән.
Мин йыш ҡына кешеләргә ошондаә һорау бирәм:“Көндә эшләгән эшегеҙ һеҙҙе ҡайҙа илтә?”Тап түңәрәк эсендәге тейен кеүек, улар үҙҙәренең көс һадыуҙары нимәгә килтергәнен белмәй. Киләсәк уларға нимә бирәсәк.
Американың пенсионерҙар ассоциацияһының элекке президенты Сирил Брикфилд, “шәхси йөҙҙәргә пенсия түләүҙәре хаос хәлендә, икәнен раҫлай. Беренсенән, эш көсөнөң 50% , бөгөнгө көндә, бер ниндәй ҙә пенсияһыҙ. Ошо хәл генә лә беҙҙе борсорға тейеш. Ә икенсе яртының 75-80% көлөрлөк түбән пенсия ала: айына 55,150 йәки 300 доллар”.
Үҙенең “Хаҡлы ялға китеү тураһында миф” китабында Крэг С. Кар-пел ошолай яҙа: «Мин пенсион консультациялар буйынса бер ҙур компанияның идаралығында булдым һәм юғары етәкселек өсөн бик шәп пенсиялар менән шөғөлләнгән директор менән осраштым”. Мин унан, үҙ кабинеты булмағандар нәмәгә өмөт итә ала, тип һорағас, ул ышаныслы йылмайыу менән яуап бирҙе: “ Көмөш пуляға”. “Нәмә һуң ул көмөш пуля”, — тип аптыраным мин.
Ул иңбаштарын һикертте: “Кеше ҡартайған көнөндә йәшәр өсөн аҡсаһы етмәүенә төшөнһә, ул һәр ваҡыт үҙ башына ата ала” ». Артабан Карпел иҫкергән һәм яңы, хәүефлерәк, пенсион пландар араһындағы айырманы аңлата. Бөгөнгө эшләп йөрөгән күпселек кеше өсөн бик шәптән түгел картина барлыҡҡа килә. Беҙ тик пенсия тураһында һөйләйбеҙ. Әгәр ҙә медицина хеҙмәтләндереүе һәм ҡарттар йортонда йәшәү түләүҙәрен иҫәпкә алһаҡ? Ситуация шундай ҡурҡыныс. Үҙенең 1995 йылда яҙылған китабында ул, ҡарттар йортонда йәшәү хаҡы йылына утыҙ меңдән йөҙ ҙә егерме биш мең долларға тиклем тәшкил итә,тип яҙа. 1995 йылда ул үҙе йәшәгән районында ябай ҡарттар йортонда булып, унда йәшәү хаҡының йылына һикһән һигеҙ мең доллар икәнен белә.
Дәүләт медицина хеҙмәтләндереүле илдәрҙә ҡай ваҡытта, кемгә йәшәргә , ә кемгә үлергә, тигән ҡатмарлы ҡарар ҡабул итергә тура килә. Бындай ҡарарҙар пациенттың йәшенә һәм аҡсаһына ҡарап ҡабул ителә. Медицина ярҙамы йышыраҡ йәшерәктәргә күрһәтелә, ә ҡарттар һәм ярлылар сираттың аҙағына күсерелә. Байҙар үҙҙәренә иң яҡшы белем алыу ғына түгел, ә оҙонораҡ ғүмер ҙә рөхсәт итә ала, ә аҡсаһыҙҙар үлеп ҡала.
Шуға ла мин аптырайым: эшләп йөрөгән кешеләр киләсәккә күҙ һалмаймы икән ни? Әллә улар эш хаҡынан эш хаҡына ҡәҙәр йәшәп, үҙҙәренән ҡайҙа китеп барыуҙары тураһында һорамайҙармы икән?
Мин, күберәк аҡса эшләргә теләгән өлкән кешеләр менән һөйләшкәндә, уларға шундай уҡ кәңәш бирәм: үҙ ғүмереңә оҙайлы перспектива күҙлегенән ҡарарға. Аҡса һәм стабиллек ( быныһы әлбиттә мөһим ) өсөн эшләп йөрөү урынына, мин уларға өҫтәмә оҫталыҡтар биргән икенсе эшкә барырға тәҡдим итер инем. Йыш ҡына мин , тауарҙар һатырға өйрәнер өсөн, селтәрле маркетинг ( уны тағы күп кимәлле тип атайҙар ) менән шөғөлләнергә кәңәш итәм. Селтәрле маркетингтың ҡайһы бер компанияларында , кешене кире ҡағыу ҡурҡышынан ( тап ошо ҡурҡыу кешене уңышҡа өлгәшә алмауҙың төп сәбәптәренең береһе ) азат иткән, бик яҡшы өйрәтеү программалары бар. Оҙайлы ваҡытта белем алыу аҡсанан күпкә мөһимерәк.
Мин ошондайыраҡ нәмә кәңәш итһәм, миңә йыш ошолай яуап бирәләр:“Әммә бал шул тиклем ҡатмарлы! ” йәки “Мин үҙемә оҡшағанды ғына эшләһем килә”.
Беренсе белдереүгә мин ,ғәҙәттә, һорау менән яуап бирәм:“Тимәк һеҙ ғүмерегеҙ буйы эшләп эш хаҡығыҙҙың яртыһын дәүләткә биреүҙе яҡшыраҡ күрәһегеҙ?”Икенсегә мин әйтәм:“Миңә спортзалға йөрөү оҡшамай, әммә мин унда үҙемде һәйбәтерәк тойор һәм оҙағыраҡ йәшәр өсөн йөрөйөм”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ҡарт алйотҡа яңы шаяртыуҙар ятлатып булмай”, тигән әйтемдә дөрөҫлөк бар. Кеше үҙгәрештәргә өйрәнгән булмаһа, уға үҙгәреү ауыр.
Ысынлап та, яңы берәй нәмәгә өйрәнеү кәрәк түгелме икән, тип уйланғандарҙы, мин ғәйрәтләндерә алам: тормош бик тә спортзалға йөрөүгә оҡшаған. Иң ауыры—унда барырға ҡарар итеү. Унда барыу менән, һеҙҙә бөтәһе лә яҡшыраҡ. Бер тапҡыр түгел мине унда барыу ҡурҡыта ине, тик унда булғас һәм хәрәкәт итә башлағас, мин рәхәтлек алам. Ә тренировканан һуң мин үҙемде көсләп килтереүемә шатмын.
Һеҙ яңыға өйрәнер өсөн эшеләргә теләмәһәгеҙ һәм сикле махсуслашыу яҡлы булһағыҙ, мотлаҡ һеҙҙең компанияла профсоюздар эшләгәне тураһында инанығыҙ.Профсоюздар белгәстәрҙе яҡлар өсөн барлыҡҡа килтерелгән инде.
Минең уҡымышлы атайым, штар губернаторының яҡшы мөнәсәбәтен юғалтҡас, Гавайялағы уҡытыусылар профсоюзын етәкләне. Ул миңә, был минең ҡасан да булған эштәремдең иң ҡатмарлыһы,тине. Минең бай атайым, икенсе яҡтан, ғүмере буйы профсоюздарға барлыҡҡа килергә бирмәҫкә тырышты. Был уның ҡулынан килә ине. Ул һәр ваҡыт һөжүмде кире ҡағырға өлгөрә ине.
Шәхсән мин үҙем бер кемдең яғына ла баҫмайым, сөнки аңлайым: һәр бер ҡараш нөктәһе үҙенсә файҙалы. Әгәр мәктәп өйрәткәнсә ҡылып, сикле белгес булһаң, профсоюздан яҡлау эҙләргә кәрәк була. Мәҫәлән, мин осоусы булып ҡалырға ҡарар итһәм, осоусоларҙың көслө профсоюзы булған эш урынын табыр инем. Ни өсөн? Сөнки минең ғүмерем бер өлкәлә генә баһалы булған оҫталыҡты үҙләштереүгә бағышланыр ине. Әгәр ҙә мине эштән сығарһалар, минең был оҫталығым башҡа өлкәлә яраҡһыҙ булыр ине. Йөк самолеттарында йөҙ мең сәғәт осош менән, йылына 150 мең доллар аҡса эшләгән— эштән сығарылған өлкән пилот—мәктәптә шундай юғары эш хаҡлы уҡытыусы эшен ай-һай табырмы икән. Оҫталыҡтар һәр ваҡытта ла икенсе эштә кәрәкле була алмай.
Шуны уҡ та врачтар тураһында ла әйтеп була. Медицинала булған барлыҡ үҙгәрештәргә бәйле, күп кенә медиктарға төрлө медицина ойошмаларына һәм профсоюздарға инергә тура килә. Уҡытыусыларға профсоюз бик кәрәк. Бөгөнгө көндә уҡытыусылар профсоюзы—Америкала иң эре һәм бай. Милли мәғариф ассоциацияһы бигерәк тә әһәмиәтле политик күләм алып тора.Уҡытыусыларға профсоюздар яҡлауы кәрәк, сөнки уларҙың да оҫталыҡтары мәғариф өлкәһенән ситтә бик баһа алып тора. Шуның өсөн сикле белгестәрҙең ҡағиҙәһе—профсоюз ағзаһы булыу. Был аңлы.
Семинарҙа ошондай һорау биргәндә: «Һеҙҙең ҡайһығыҙ “Макдональдстағынан” яҡшыраҡ гамбургер әҙерләй ала», бөтәһе лә тиерлек ҡулдарын күтәрә. Шул ваҡытта мин дауам итәм: «Тимәк, күпселек иң яҡшы гамбургер әҙерләй алғас, ни өсөн “Макдональдс” һеҙгә ҡарағанда күберәк аҡса эшләй?»
Яуап асыҡтан-асыҡ: “Макдональдс” компанияһы бизнесты биҡ яҡшы алып бара белә. Бик күп талантлы кеше иғтибарын иң яҡшы гамбургер әҙерләүгә йүнәлткәнгә һәм бизнес тураһында бер нимә лә тиерлек белмәгәнгә ярлылар.
Гавайяла минең дуҫым бар—билдәле рәссам. Ул етәрлек күп аҡса эшләй.Бер көндө әсәһенең адвокаты шылтыратып, уға вариҫлыҡҡа утыҙ биш мең доллар ҡалдырыуы тураһында хәбәр итте. Был, адвокат һәм дәүләт алып ҡалғандан һуң, унан ҡалған бөтә мөлкәте ине. Рәссам бизнесына файҙа килтерерлек мөмкинселекте шундуҡ күреп аҡсаның өлөшөн рекламаға биргән. Ике ай үткәс иң байҙар өсөн генә тәғәйенләнгән журналда уның беренсе дүрт төҫлө тулы битле иғланы сыҡты. Ул был иғланға бер ниндәй ҙә яуап алманы, һәм уның бөтә вариҫлығы бушҡа киткән булып сыҡты. Хәҙер рәссам иғланды дөрөҫ итеп күрһәтмәгәндәре өсөн журналды судҡа бирергә йөрөй.
Был бик яҡшы гамбургер әҙерләй белгән һәм бизнеста бер нимә лә белмәгән кешенең бик таралған миҫалы. Мин унан, был һине нимәгә өйрәтте, тип һорағас, ул яуап ҡына бирҙе:“Реклама агенттары—алдаҡсылар”. Шул ваҡыта мин, ул маркетингка һәм һатыуға өйрәнергә теләмәйме, тип ҡыҙыҡһындам, ул яуапланы: «Быға минең ваҡытым да юҡ, һәм мин аҡсаны бушҡа тотонорға теләмәйем».
Донъя тулы талантлы ярлы кешеләргә. Бигерәк йыш уларҙың һөнәрҙәре шундай булғанға түгел, ә нимәлер эшләй белмәгәнгә улар ярлы, финанс ауырлыҡтар кисерәләр йәки эшләй алғандан әҙерәк аҡса эшләйҙәр. Улар бөтә иғтибарын гамбургерҙы һатыуға һәм илтеп биреүгә түгел,ә гамбургерҙар әҙерләү һәләтен үҫтереүгә йүнәлтәләр.Бәлки, “Макдональдс” иң яҡшы гамбургер эшләмәйҙер ҙә, әммә үҙҙәренең ябай ғына гамбургерын бөтәһенән дә яҡшыраҡ һата беләләр.
Ярлы атай минең сикле белгес булыуымды теләй ине. Былай, мин күберәк аҡса эшләй аласаҡмын,тип һанай ине ул. Хатта Гавайя губернаторы уға, һин штаттың идаралығында бүтән эшләмәсәкһең, тигәндән һуң, минең уҡымышлы атайым үҙ һүҙен ҡабатлауын дауам итте. Һуңынан ул уҡытыусылар профсоюзы менән шөғөлләнде һәм белемле профессионалдарҙың хоҡуҡтары һәм льготаларын яҡлау өсөн көрәшә башланы.
Беҙ йыш ҡына бәхәсләштек, әммә ул барыбер профсоюздарҙың кәрәклеге нәк һөнәрҙең бик сикле булыуынан барлыҡҡа килгәнен таныманы. Ул, белгес сиклерәк булған һайын, үҙ һөнәре менән нығыраҡ бәйле булғанын, аңламаны.
Бай атай миңә һәм Майкка үҙеңде “үҫтерергә” кәңәш бирә ине. Күп кенә корпорациялар шуны уҡ эшләйҙәр. Улар бизнес-колледжда зирәк студентты табалар ҙа, уны “үҫтерә” , йәки “тәрбиәләй” башлайҙар, ул берәй ҡасан компания менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алһын өсөн. Һәм был йәш эшсәндәр бер бүлектә эшләүҙә махсуслашмайҙар. Уларҙы, бизнестың бөтә аспекттары менән таныштырыр өсөн, бер бүлектән икенсеһенә күсереләр. Байҙар йыш ҡына ошо ысул менән үҙ һәм сит балаларҙы тәрбиәләй. Шулай итеп уларҙың балалары бизнестың хәрәкәт итеүен һәм компанияның төрлө бүлектәре үҙ-ара нисек эшләүен күҙаллай алалар.
Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуған быуын өсөн бер компаниянан икенсе компанияға күсеү “насар” һаналған. Бөгөн был аңлы. Кешеләр эшен йышыраҡ алыштырғанға һәм сикле белгес булырға ынтылмағанға, ни эшләп аҡса өсөн түгел, ә белем алыу өсөн эшләмәҫкә?Ҡыҫҡа ваҡытлы мәғәнәлә был аҙ файҙалыраҡ булыуы мөмкин. Әммә оҙайлы ваҡытта был һеҙгә ҙур дивиденттар килтерәсәк.
Уңыш өсөн бына идара итеү оҫталыҡтары кәрәк:
1. Аҡса ағымы менән идара итеү.
2. Системалар менән идара итеү( шул иҫәптән уҙең менән һәм ғаиләләге ваҡытың менән).
3. Кешеләр менән идара итеү.
Һөнәри оҫталыҡтарҙың иң мөһимдәре—һата белеү һәм маркетинг алымдарын белеү. Һеҙ һата белһәгеҙ, тимәк, һеҙ башҡа кешеләр менән, клиентмы ул, хеҙмәткәрме, рәйесме, тормош иптәшеме, әллә баламы, аралаша беләһегеҙ. Был кешегә уңышҡа өлгәшер өсөн кәрәк төп оҫталыҡ. Коммуникация сәнғәте—хаттар,әңгәмәләр, һөйләшеүҙәр—был бик мөһим. Мин туҡтауһыҙ, семинарҙарға йөрөп һәм лекциялар менән аудиокасеталар һатып алып, был оҫталығымды камиллаштырам.
Әйткәнемсә, минең уҡымышлы атайым, үҙ квалификацияһын һаман да күтәрә барып, ул артығыраҡ һәм тағы ла артығыраҡ эшлә ине. Ул “ҡомаҡ йүгерешендә” тағы ла нығыраҡ бата ине. Уның эш хаҡы артһа ла, әммә һайлау мөмкинселеге һәр ваҡыт тарая барҙы. Уны мәғариф министрлығынан эштән бушатҡас, ул һөнәри мәғәнәһендә нисек күңеле кителеүсән икәнен аңланы. Ошоға оҡшаған хәлдә ҡапыл травма алған йәки ҡартайған спортсмендар әләгәләр. Ҡасандыр юғары эш хаҡы туҡтала, һәм улар бик наҡыҫ оҫталыҡтарына ғына таяна ала. Мин уйлайым, нәҡ шуның өсөн, минең ярлы атайым профсоюз яғына баҫты. Ул аңлаған, улар уның өсөн хәл иткес мәғәнәгә эйә.
Бай атай беҙгә Майк менән бөтә нәмә тураһында әҙләп белергә кәңәш итте. Ул, һинән аҡыллыраҡ кешеләр менән эшләргә һәм уларҙы командаға берләштерергә кәрәк, тип әйткәйне.Мин беренсе тапҡыр түгел, йылына йөҙҙәрсә мең доллар эшләгән, элекке уҡытысыларҙы күрәм. Уларҙың был килеп сыға, сөнки уларҙың оҫталыҡтары мәғариф өлкәһендә генә түгел. Улар кешеләрҙе уҡыта ала, әммә шулай уҡ маркетинг менән дә таныштар. Күпселек кеше өсөн,кире ҡағыуҙан ҡурҡҡанға ,һатыу итеүе ауыр. Һеҙҙең кешеләр менән аралашыу,һөйләшеүҙәр алып барыу һәләте яҡшыраҡ һәм кире ҡағыу ҡурҡыуы әҙерәк булған һайым, һеҙгә йәшәүә еңелерәк. Мин бөтәһенә лә, теге “бестселлерҙар авторы” булырға теләгән журналист ҡыҙға биргән кәңәшемде бирергә әҙер. Махсуслашыуҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре бар. Минең гениаль дуҫтарым бар, шулай булыуға ҡарамаҫтан , башҡа кешеләр менән аралаша белмәгәнгә, улар бик әҙ аҡса эшләй.Мин уларға һатырға өйрәнер өсөн бер йыл сарыф итергә кәңәш итәм. Хаттар әгәр улар ошо ваҡыт эсендә аҡса эшләмәһәләр ҙә, улар аралашыуға өйрәнәсәк. Ә был баһалап бөтөргөһөҙ.
Беҙгә бөтәбеҙгә лә яҡшы уҡыусылар, һатыусылар, баҙар белгестәре булырға кәрәк, һәм дә башҡаларға белем тапшырыу мәғәнәһендә яҡшы уҡытыусылар ҙа булырға кәрәк.Ысынында бай булыр өсөн ала ғына белергә түгел, бирә лә белергә кәрәк. Кеше финанс һәм һөнәри проблемалар менән көрәшкәндә, ул йыш ҡына бирергә һәм алырға онота. Миңә, яҡшы уҡыусы ла, яҡшы уҡытыусы ла була алмағанға күп ярлы кешеләр билдәле.
Минең ике атайым да иҫ киткес һәм йомарт кеше инеләр. Икеһе лә башҡаларға нимәлер бирергә тырыштылар. Өйрәтеү ошондай ысулдарҙың береһе ине. Күберәк биргән һайын, улар күберәк ала ине. Ләкин нисек биреүҙәре менән улар тамырында айырыла инеләр. Бай атай бик күпләп аҡса бирә ине. Ул аҡсаны сиркәүгә, хәйриә ойошмаларына, үҙе ойошторған фондына бирә ине. Ул, аҡса алырға теләһәң, уны бирергә лә кәрәк икәнен белә ине. Был күп бөйөк бай ғаиләләрҙең сере. Бына ни өсөн Рокфеллер йәки Форд фондтарына оҡшаған ойошмалар бар. Улар үҙҙәренеэ байлыҡтарын ҙурайта һәм,шул уҡ ваҡытта, тарата.
Минең уҡымышла атайым әйтә торғайны: «Миндә артыҡ аҡса булғас, мин уны башҡаларға бирермен». Проблема уның бер ҡасан да артыҡ аҡсаһы булмауҙа. Шуның өсөн дә ул аҡсаның төп ҡануны тураһында уйлау урынына: «Бир—һәм алырһың» , мөмкин тиклем күберәк алыр өсөн, тағы ла ныҡышмалыраҡ эшләй ине.Уның девизы ошо ине: «Ал, ә шунан бирерһең».
Мин бер юлы ике атайға ла оҡшаш булып үҫтем. Яртылаш мин, аҡса эшләү уйынын яратыусы инанған капиталист. Икенсе яртыһы—барлыҡ һәм юҡлыҡ менән йәшәүселәр араһындағы үҫеп барған айырма өсөн бик борсолған аңлы йәмғиәт уҡытыусыһы. Шәхсән мин үҙем, был айырмала беҙҙең иҫкергән мәғариф системаһы ғәйепле,тип һанайым. Нимәнән башларға?
Хасбулат АБДУЛЛИН тәржемәһе.