Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Август 2019, 00:01

Беҙҙекеләр беренселәр рәтендә!

Һәләтле милләттәшебеҙҙән яңынан-яңы сағыу картиналар көтөп ҡалабыҙ.

Фотолар: images.app.goo.gl
Фотолар: images.app.goo.gl
“Көмөш Аҡбуҙат” IV халыҡ-ара кинофестивалендә башҡорт режиссеры, Хәйбулла егете Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы “Милли һәм этник кино” номинацияһында “Тулы метражлы иң яҡшы фильм” титулына лайыҡ булды.
Һөҙөмтәләр бөгөн кис “Торатау” конгресс-холында, фестивалдең ябылыу тантанаһында иғлан ителде.
Айнурҙы һәм уның командаһын был оло еңеү менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм һәләтле милләттәшебеҙҙән яңынан-яңы сағыу картиналар көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: