Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 13:19

Гонаһ ғазабы

Ғәлимә өйөнә көскә ҡайтып етте. Керҙе лә, өҫ кейемен дә һалма­йын­са, түшәккә ауҙы. Ни өсөн яр­һып-янып, аяҡтарын көскә һөйрәп, кешеләрҙең күҙ ҡарашынан ҡаса-ҡаса ҡайтты һуң әле? Был һорауға оҙаҡ яуап таба алманы. Тик аҙыраҡ ярһыуы кәмей төшкәс, йөрәк тибеше тигеҙләшкәс кенә, ни булға­нын күҙ алдынан үткәрҙе.

Ғәлимә өйөнә көскә ҡайтып етте. Керҙе лә, өҫ кейемен дә һалма­йын­са, түшәккә ауҙы. Ни өсөн яр­һып-янып, аяҡтарын көскә һөйрәп, кешеләрҙең күҙ ҡарашынан ҡаса-ҡаса ҡайтты һуң әле? Был һорауға оҙаҡ яуап таба алманы. Тик аҙыраҡ ярһыуы кәмей төшкәс, йөрәк тибеше тигеҙләшкәс кенә, ни булға­нын күҙ алдынан үткәрҙе.
Кеше алдында һатыусы Сәлимә:

– Үҙендең улыңды бел! – тине.
“Улың” һүҙен ишеткәс, Ғәлимә тертләп китте.
– Нимә булған? – тип һораны. Ә үҙенең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
– Нимә булһын... Иҫерек килеш магазинға төшкән, етмәһә, бер машина урлай яҙғандар...
Шунда кемдер:

– Һинең аҡыллы малайың, – тип өҫтәне. Магазин эсендәге ке­шеләр ҡысҡырып көлгән кеүек тойолдо. Урамға сыҡҡанын хәтерлә­мәй. Ҡоймаға һөйәлеп торҙо шикелле.
Бик ауыр булды Ғәлимәгә үҙе­нең улы тураһында шундай һүҙ ишетеүе. Ер тишеге булһа, ин дә кит!

Кешеләрҙең бер һүҙенә биш һүҙ менән яуап ҡайтарған Ғәлимә ни өсөн бөгөн өнһөҙ юғалып ҡалды? Күҙҙәрен йомдо. Юҡ, йоҡлар өсөн түгел! Күҙ ҡабағына гер таҡҡан­дармы, аҫҡа тартылды. Көтмәгәндә күҙ алдына әллә ниндәй кешеләр хасил булды.
“Беҙ – һинең ҡорбандарың, беҙ – һинең ҡорбандарың”, – тип ҡабатланылар. Кәримә ҡурҡып күҙен асты, үҙе лә һиҙмәҫтән шыңшып ҡуйҙы. Өйөндә бер кем дә юҡ ине, тик йөнтәҫ бесәйе генә мыраулай-мыраулай үҙенең тәнен Кәримәнең аяғына ышҡыны. Тағы күҙҙәрен йомдо. Күҙ алдына Зөлфиә менән Рәйес килеп баҫты. “Ғәлимә апай, ниңә беҙҙе бутаның, арабыҙҙы боҙҙоң, йөрәгебеҙҙе яраланың? Ни өсөн?” Ғәлимә нимәлер әйтергә ауыҙын асҡайны, тегеләр юғалды. Йыраҡтан тауыштар ишетелгәндәй булды. Башта аңлашылмаһа ла, һуңынан асыҡ итеп, “нисә ялыу яҙҙың, тыныс йоҡоларымды бүлдең, ниндәй файҙа булды һиңә?” тигән һүҙҙәр ишетелде. Йөрәге төбөнән һыҡранып бер ир әйтте уларҙы. Кем икәнен төҫмөрләмәй ҡалды. Хәйер, уның ялыу яҙыуҙары бер генә кеше өҫтөнән булманы – ҡайҙан барыһын да иҫләп бөтөрһөн.
Ғәлимәнең тәненән һалҡын тир бәреп сыҡты. Ҡуҙғалырға ла ҡурҡ­ты. Күҙҙәрен тағы асты, оҙаҡ ҡына түбә таҡтаһына ҡарап ятты. Нимә эшләргә белмәне, башында бары­һы ла буталды, күҙ ҡабағын нин­дәйҙер көс япты. Ҡараңғылыҡҡа сумды. Упҡында йөҙгәндәй хис итте үҙен.
Кинәт уның күҙҙәренә бер йорт күренде, эсе тулы кеше. Барыһы ла таныштар. Ҡасандыр Ғәлимә тарафынан рәнйетелгән, яман һүҙ ишеткән кешеләр йыйылған. Бер уй башынан йәшен тиҙлегендәй үтте:

– Гонаһтарым өсөн түләр ваҡыт етте...
Кешеләр уға ниҙер әйтә, ҡайһы бер һүҙҙәр асыҡ итеп ишетелеп ҡала:

– Һин мине ирһеҙ ҡалдырҙың...
– Минең өҫтән ялыу яҙҙың...
– Һөйгәнемдән айырҙың...
– Яман һүҙҙәр һөйләнең...
– Мине эшһеҙ ҡалдырҙың...
Был һүҙҙәр, уның ҡолағы аша үтеп, йөрәген телгеләне. Ғәлимә, ҡолағын тотоп, кешеләр уртаһына йығылды.
– Хәҙер мине тапап ташларҙар инде, – тип борсолдо, ләкин уға бер кем ҡағылманы. Аранан кемдер:

– Тиҙ генә юғал беҙҙең аранан, һинең гонаһлы тәнеңә ҡағылмай­быҙ, күрәсәгең алда әле, онотма беҙҙе, – тине.

Ғәлимә яңынан ҡараңғылыҡҡа сумды. Ул “Әсәй!” тип ҡысҡырып күҙ­ҙәрен асты. Төш булды, ахыры, тип һөйөнөп ҡуйҙы. Үҙенең өйөндә ятҡанын аңлағас ҡына тынысланды. Өйҙә һаман үҙе генә. Аяғына уралып мырылдаған бесәйе лә, нисектер, йөндәрен ҡабартып ишек яғына йүгерҙе. Ҡатын был күренеш­те бер нисек тә аңлай алманы.
Ғәлимә кәүҙәһен көс-хәл менән торғоҙҙо ла, көҙгөгә килеп, йөҙөнә ҡараны. Бите ағарынған, ирендәре күгәрә биргән, ә күҙҙәре төҫһөҙ, мәғәнәһеҙ ҡарай. Ул үҙен таныманы. Ярты йылға яҡын ҡайтмаған балаларын иҫенә төшөрҙө. “Ниңә ҡайтмайҙар? Улым ҡайҙа шундай насарлыҡ ҡылды икән? Кеше күҙенә нисек күренермен?” Ғәлимә­нең йөрәге сәнсеп алды. Ауыртыуға түҙә алмайынса иҙәнгә бөгөлдө.
Бер аҙҙан йөрәген ыуа-ыуа күтәрелде лә урамға сыҡты. Тышта төн ине. Ҡайҙа барғанын да бел­мәй, һөйрәлеп-һөйрәлеп, Ғәлимә ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды.

Читайте нас: