Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ғинуар 2020, 15:38

Моңло, аһәңле шиғриәте һоҡландыра

Һәр ваҡыт халыҡ араһында булды.

Башҡорт шиғриәтендә Силәбе моңдары, Силәбе аҫылташтары тигән үҙенсәлекле күренеш бар. Силәбе моңдары тигәндә мин Силәбе башҡорттарының бихисап фольклор байлыҡтарын, үҙҙәренең ҡабатланмаҫ ижады менән әҙәбиәтебеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Кәтибә Кинйәбулатова, Уран Кинйәбулатов, Динә Талхина һәм, әлбиттә, Рамаҙан Шәғәлиев кеүек шағирҙарыбыҙҙы күҙ уңында тотам. Был әҙиптәрҙең һәр береһе беҙҙең өсөн үҙенсә ҡәҙерле, һәр береһенең әҙәби мираҫы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.



Бер ҡанаты – музыка, икенсеһе – шиғриәт


Бына, әйтәйек, фронтовик шағирҙар Ҡ. Да­ян, М. Хәйҙең йәки тәүге быуын шағирә­ләребеҙҙең береһе К. Кинйәбулатованың сағыу, фәһемле тормош һәм ижад юлдары, Ғ. Сәләм ижады һымаҡ уҡ, айырым тик­ше­ре­неү темаһы булараҡ ғәйәт ҡыҙыҡлы лабаһа. Силәбелә тотош бер дәүер, ярты бы­уат самаһы, Урал Сафиуллин, Басир Рафи­ҡов, Булат Батталов, Фирҙәүес Бәширова, Камил Мостафин, Ирек Сабиров кеүек арҡа­ҙаштары менән бергә милли мәҙәниәтебеҙ һәм рухиәтебеҙ һағында торған башҡорт шағиры, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Шәғәлиев әҫәр­ҙәре хәҙер ҙә шиғриәт һөйөүселәр араһында ғәйәт киң билдәле. Шағир иҫән сағында ун бишләп китабы баҫылып сыҡты. Шиғырҙары, урыҫ теленә тәржемә ителеп, Силәбелә, Мәскәүҙә коллектив йыйынтыҡтарҙа, гәзит-журнал­дарҙа, “Поэзия” һымаҡ етди альманахтарҙа донъя күрҙе. Ул “Һәнәк” журналының даими авторы булды. Уның “Һин ултыртҡан муйыл”, “Уйнат әле гармуныңды”, “Таң елдәре”, “Муйыл сәскәләре аҡ ҡына”, “Өмөттәреңде өҙмә” кеүек шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләрсә йырҙар күп кенә йырсыларҙың репертуарын биҙәп тора. Был йырҙар кеше күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртеүе, хис-тойғобоҙҙо байытып һәм балҡытып ебәреүе менән әһәмиәтле. Ниһайәт, бына күренекле шағир­ҙың тулыраҡ йыйынтығын ҡулға алабыҙ.


Беҙҙең быуын шағирҙарының күпселеге әҙәбиәткә, ғәҙәттә, мәктәп – вуз һәм әҙәби түңәрәктәр – гәзит-журнал редакциялары аша үтеп килде. Хәйер, улай тиһәм дә, Зө­бәр­жәт Йәнбирҙина, мәҫәлән, иң элек колхоз фермаһында билде биштән быуып тир түкте, һауынсы ла булды, зоотехник һөнәрен дә үҙләштерҙе, шунан һуң ғына серле әҙәби ижад донъяһына юл ярыу әмәлен тапты, ләкин бындай миҫалдар күп түгел. Рамаҙан Шәғәлиев шундай асылда үҙ белдеге менән (йәғни махсус белем алмайынса) үҙенә юл ярған, тора-бара хатта урыҫ теле өҫтөнлөк иткән өлкә үҙәгендә милли әҙәби ижад мәктәбе, мәҙәни мөхит тыуҙырыуҙа төп ролде уйнаған шағир һәм ойоштороусы булып танылды. Был үҙе үк уның шәхесенә ҡарата ҙур ихтирам тойғоһо уята.


Шағирҙың бөтөн ғүмер юлы үҙе тыуып үҫкән Силәбе өлкәһе, Силәбе ҡалаһы менән бәйле. Рамаҙан Нурғәли улы Шәғәлиев 1935 йылдың 1 февралендә ошо өлкәнең Ҡоншаҡ районы Мөслим ауылында донъяға килә. Нурғәли ағай менән Сәрүәр апай ғаиләһендә алты бала үҫә. Һуғыш осоро балаларының һәммәһенә лә тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бик күп татырға тура килә. Атаһы Нурғәли Шәғәлиев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, инвалид булып ҡайта. Рамаҙан 1952 йылда тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәп тамамлай һәм, ике йыл Силәбелә ФЗО мәктәбендә уҡып, крансы һөнәрен алып сыға. 1954 йылда Силәбе металлургия заводында хеҙмәт юлын башлай.


Бер үк ваҡытта киске музыка мәктәбендә уҡый һәм яратҡан уйын ҡоралы – баяндан бер ваҡытта ла айырылмай. Армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. 1959 йылдан башлап Рамаҙан Шәғәлиев теүәл ҡырҡ йыл буйы Металлургтар мәҙәниәт һарайында “Айгөл” исемле башҡорт һәм татар художестволы үҙешмәкәрлек коллективына етәкселек итә. Ошо ваҡыт эсендә “Айгөл” йыр һәм бейеү ансамбле ҙур ижади үҫеш юлы үтә, уға ха­лыҡ коллективы тигән маҡтаулы исем би­релә. Ә ансамблдең етәксеһе Р.Н. Шә­ғәлиев Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреа­ты, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.


Рамаҙан Шәғәлиевтең бер ҡанаты музыка булһа, икенсеһе, әлбиттә, шиғриәт. Уның тәүге шиғырҙары шул уҡ 1958 йылда матбуғат биттәрендә күренә башлай. Ә инде 1962 йылда Ш. Бабич исемендәге өлкә башҡорт һәм татар китапханаһы эргәһендә уның инициативаһы менән милли әҙәби берекмә ойошторола. Үҙе етәкселек иткән ике тиҫтәнән ашыу йылда Силәбелә, өлкәнең район һәм ҡалаларында йәшәгән әҙәби көстәр, ошо берекмә эргәһенә ылығып, әүҙем ижад итә. Бер аҙ ваҡыт тынып торғандан һуң, 1997 йылда был ойошма яңынан тергеҙелә, уға атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе-шағиры М. Аҡмулла исеме бирелә. Әйткәндәй, ошо әҙәби берекмәлә әҙерлек үткән унлап кеше СССР, Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союздары ағзалары булып китә. Р.Н. Шәғәлиев иһә 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.


Рамаҙан Шәғәлиевтең шиғырҙары ихлас­лы­ғы, музыкаллеге, моңло һәм аһәңле булы­уы менән айырылып тора. Уның бөтөн ижады бер мөҡәддәс тойғо – һөйөү хисе менән һу­ға­рылған. Был — кешене һәм тормошто, Тыуған илде һәм ғәзиз тыуған ерҙе ҡайнар һөйөү тойғоһо. Күпте күргән Уралыбыҙ, Ме­йәс буйҙары, Урал аръяғының зәңгәр күлдәре һәм киң яландары – шағир өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы. Шуның өсөн дә, әгәр ҙә ҙур кинәнес менән, күкрәк киреп, “Мин ғашиҡмын!” тип ҡат-ҡат ҡабатлай икән, быны беҙ шағирҙың йөрәк һүҙе тип ҡабул итәбеҙ:

Кем нисектер,

ә мин үлеп ғашиҡ

Уралымдың һәр мөйөшөнә –

Йәйрәп ятҡан далаһынан алып

Сылтырап аҡҡан инешенә.


Мин ғашиҡмын уның сал түбәле

Ҡаяһына, бейек тауына;

Ошо тауҙар туған халҡым менән

Ҡаршы торған дошман яуына.


Мин ғашиҡмын уның һандуғаслы

Болонона, һәр ҡыуағына,

Болон буйлап көн буйына уйнап

Туя алмаған тай-тулағына.


Мин ғашиҡмын уның күҙ асҡыһыҙ

Буранына, ҡырыҫ еленә;

Шуның менән сикһеҙ бәхетлемен:

Мин ғашиҡмын тыуған еремә.

(“Кем нисектер, ә мин үлеп ғашиҡ”).


Әҫәрҙәре – моң-биҙәк


Эйе, тыуған ер һәм туған тел, ил һәм халыҡ яҙмышы, бөтөн башҡорт поэзияһына хас булғанса, Р. Шәғәлиев ижадында ла мөһим урын алып тора. “Үҙ ғүмеремдә мин күпме / Илдәрҙе күргәнем бар, / Ләкин, Урал, һиндәй илде / Бер ерҙә табалманым” (“Урал”) йәки “Ағиҙелкәй киң икән, диңгеҙҙәргә тиң икән”, тип Уралды, дуҫ-иштәренең тыуған яғы – Ағиҙел буйҙарын данлай шағир. Тыуған ил һәм туған тел уның өсөн икеһе лә берҙәй үк изге төшөнсә:

Эй, яҙмышым, һинән шуны һорайым,

Яуап бирсе, һытмайынса сырайың:

Һөйгәнемдән айырһаң, айыр әйҙә,

Ҡанатымды ҡайырһаң, ҡайыр әйҙә.

Тик айырма мине Тыуған илемдән,

Мәхрүм итә күрмә туған телемдән.


Әсәләрҙең ерҙә бөйөк миссияһы хаҡында бихисап гүзәл йыр һәм шиғыр ижад ителгән. Ә бына Р. Шәғәлиевтең һигеҙ генә юллыҡ “Әсә килә” тигән шиғыры:

Йәш бер әсә килә урам буйлап,

Аҡ юрғанда бала күтәреп.

Йәше, ҡарты уның юлын ҡыймай,

Ебәрәләр алдан үткәреп.

Бәпескәйе бик ауыр микән ни –

Маңлайына тирҙәр һибелгән.

Ерҙең киләсәген күтәргән бит –

Түгелдер ул артыҡ еңелдән.


Ҡарамаҡҡа ғәҙәти бер күренеш, әммә ниндәй юғары фекерле поэтик дөйөмләш­тереү бында!

Р. Шәғәлиев йыш ҡына оҫта рәссам ҡулы менән төшөрөлгән йәнле картиналар тыуҙырып, сағыу образлылыҡҡа өлгәшә, бәғзе шиғырҙары иһә тәрән хисле бәләкәйерәк музыка әҫәрен хәтерләтә. Йәғни шиғри һүҙ был осраҡта һынлы сәнғәт, музыка менән бергә үрелеп киткәндәй була. Бына ошондай шиғри картина-этюд өлгөһө:

Мейәс өҫтөндә аҡ томан –

Аҡҡоштар төшкәнме ни.

Үҙ күлдәрен ташлап, улар

Мейәскә күскәнме ни.

Таң елдәре томандарҙы

Таратып үтә икән.

Таң еле менән аҡҡоштар

Оса ла китә икән.

(“Таң елдәре”).


“Өйәлге күл”, “Күл буйында күк үлән”, “Аҡҡошом китте күлемдән” һымаҡ шиғырҙар өндәр яңғырашы, ритмикаһы, музыкаллеге менән халыҡ йырҙарынан бөтөнләй айырылмай тип әйтерлек. Бына ниндәй аллитерацияға ҡоролған “Күл буйында күк үлән” шиғыры:

Күл буйында – күк үлән,

Күк үлән бөтә үҙән.

Күл буйының күк үләне

Минең үҙәкте өҙгән.

Күл буйында – күк үлән,

Күк үлән инде теҙҙән.

Күл буйының күк үләне

Сәскә атасаҡ тиҙҙән.

Күл буйында – күк үлән,

Күк сәскәһен кем өҙгән?

Күл буйынан үтәр инем,

Беҙҙең эҙҙәр күмелгән.


Рамаҙан Шәғәлиев ижады жанрҙар һәм формалар төрлөлөгө менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Уның лирик әҫәрҙәре милли шиғриәтебеҙҙә үҙенсә бер моң-биҙәк булып урын алды. Шағир шул уҡ ваҡытта халыҡсан юмор, кинәйәлек, сәсәндәрсә тапҡыр һүҙлелек менән айырылып торған ҡыҫҡа шиғырҙар оҫтаһы булып танылды. Уның “Биҙәктәр” (Өфө: Башҡортостан китап нәш­риәте, 1989) бер йыйынтығына тулыһынса ике юллыҡ, дүрт, алты, һигеҙ, ун юллыҡ афористик шиғырҙар тупланған. 2001 йылда иһә Силәбелә башҡорт телендә һәм урыҫсаға тәржемәлә фәҡәт һигеҙ юллыҡтарҙан торған “Исемһеҙ йондоҙҙар” йыйынтығы баҫылып сыҡты.


Башта ике юллыҡтар тураһында бер кәлимә һүҙ. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: мәҡәлгә, әйтемгә тартым бындай афоризмдар ни өсөндөр һирәгерәк яҙыла. Был жанр аҙ ғына һүҙ менән күпте әйтергә мөмкинлек бирә. Р. Шәғәлиевтә ул күбеһенсә, ғөмүмән, бөтөн ижадындағы һымаҡ, үткер күҙәтеүсәнлеге, тормош күренештәрен, туған телдең нескәлеген тойоп эш итә белеү үрнәге булараҡ, тапҡырлыҡҡа, тәрән мәғәнәлелеккә өлгәшеү сараһы булып тора. Бер нисә миҫал килтерәйем:

Алтын булырға мөмкин хатта

Ағыу һалынған һауыт та.

Булғансы уртаҡ толпарың,

Булһын үҙеңдең юртағың.

Ситлек ҡошо бойоҡ була,

Һайраһа ла, тыйып була.

Илһеҙ ҡалған халыҡ –

Табалағы балыҡ.

Ҡында булһа ла ҡылыс,

Барыбер ул ҡурҡыныс.

Башһыҙ булғас түрәбеҙ,

Күрмәгәнде күрәбеҙ.

Үҙенсәлекле мираҫ ҡалдырҙы


Дүрт юллыҡтар, алты йә иһә һигеҙ юллыҡ­тарҙа ла – шундай уҡ тормошсан аҡыл, тор­мош фәлсәфәһе. Кешеләр араһындағы мө­нәсәбәттәр, хис-тойғолар донъяһы, тәби­ғәт күренештәре лә, хатта йәнлектәрҙең, үҫем­лектәрҙең әйтеше лә нәҡ ошо һигеҙ юллыҡ алымы менән яҙылған. Эмоционал­леккә өлгәшеү маҡсатында шағир диалог фор­ма­һын уңышлы ҡуллана. Тормошта ла, йән­ле һәм йәнһеҙ тәбиғәттә лә һәр нәмәнең, һәр йән эйәһенең үҙ фиғеле, үҙ йыры, үҙ моңо:

– Эй һин, ҡарға, ни һөйләйһең,

Яныңдағы ҡарғаларға?

– Балаларымды өйрәтәм

Ҡарға булып ҡарҡылдарға.

– Һин, һандуғас, көн-төн һайрап,

Уйлайһың кемгә ярарға?

– Балаларымды өйрәтәм

Үҙем кеүек көй һайларға.


Бишек йырҙары... Был һүҙҙе әйтеү менән беҙ, әлбиттә, әсәйҙәрҙең, сәңгелдәк бәүетеп, бәпестәренә матур көйҙәр көйләп, йырҙар йырлап ултырыуын күҙ алдына килтерәбеҙ. Ләкин, Рамаҙан Шәғәлиев раҫлағанса, ке­шеләр генә түгел, йәнлектәр ҙә кескәйҙәрен, “Әлли-бәлли, бәү-бәү” тип бишек йырҙары йырлап, теләктәр теләй-теләй, йоҡлатып ебәрәләр икән. Эттең дә, кәзәнең дә, бүре­нең, айыуҙың, төлкөнөң, ҡуяндың, тейендең, бесәйҙең, аттың да – һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас бишек йырын “йырлап” күрһәтә шағир. Күпме йәнлек – шул тиклем үк холоҡ, булмыш, йәшәү рәүеше. Эт өсөн, мәҫәлән, иң мөһиме – хужаһына тоғро хеҙмәт итеү, уныһы ҡайҙа барһа, арбаһының артынан бер тотам да ҡалышмай сабыулап йөрөү, өйҙә сағында йорт-ҡураны һаҡлап, ҡарауыл­лап тороу. Эт кеүек үк, аттың, ишәктең дә төп миссияһы – ҡайҙа барһалар ҙа, хужаһы­ның ышанысын аҡлау. Ишәк, мәҫәлән, “Күп илдәрҙә булыр ул, / Хужаһынан уңыр ул, / Кәрәк икән, һәр ҡайҙа ла / Ышаныслы булыр ул. / Әлли-бәлли, бәү-бәү!” Төлкөнөң дә, тейендең дә – һәммәһенең үҙ шөғөлө, үҙ хәстәре. Һәр береһе хаҡында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләп бирә шағир.


“Йәнлектәрҙең бишек йырҙары” Рамаҙан Шәғәлиевтең балалар күңеленә үтеп инерҙәй табыш булды. Был шиғырҙар циклының ике телдә (урыҫсаға Роберт Паль тәржемә­һендә) 50 000 дана тираж менән айырым йыйынтыҡ булып баҫылып сығыуы (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1993) уның уҡымлы, популяр булыуын дәлилләп тора.


Рамаҙан Шәғәлиев ғүмер буйы йыр, ши­ғыр, музыка донъяһында йәшәне, һәр ваҡыт халыҡ араһында булды. Өлкәнең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Сосновка райондары ауылдарында уны һәр саҡ көтөп алдылар. Миңә Силәбелә ул ойошторған байрам сараларында ҡатна­шырға, ҙур сәхнәләргә сығып, шиғырҙар уҡы­уын, өҙҙөрөп баянда уйнауын тыңларға насип итте. Бындай сараларҙа сит ҡалалар­ҙан килгән шағирҙар өсөн уның Силәбеләге Румянцев урамындағы өс бүлмәле фатиры ҡунаҡ йортона әйләнер ине. Хәләл ефете Бибисафа Мотиғулла ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, ярты быуат буйы бергә-бергә татыу ғүмер кисерҙеләр.


Шағирҙың тыуған яғы – Мөслим ауылы, Тинис йылғаһы 1957 йылғы атом фажиғә­һенән зыян күрҙе. Радиация йоғонтоһо арҡа­һында һаулығы ҡаҡшағанға күрә, Рамаҙанға ла йыл һайын махсус дауаханаларҙа ятып сығырға тура килә торғайны. Шулай булһа ла, “Яҙылғандан яҙылмаған / Шиғырҙарым күберәк. / Күберәктәренә көйөнәм, / Шулары йәл бигерәк”, тип, ул һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәне. Силәбе яҡтарының моңло, илһамлы йырсыһы, Мифтахетдин Аҡмулла, Ҡадир Да­ян исемендәге премиялар лауреаты Рама­ҙан Шәғәлиев 2010 йылдың 20 февралендә 75 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Яңынан-яңы быуын шиғриәт һөйөүселәрҙең зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй үҙенсәлекле ижади мираҫ ҡалдырҙы шағир.


Сығып китәм тыуған яҡтарға


Күрмәй башлай икән күңел күҙҙәрем,

Сөсөләнә икән әйтер һүҙҙәрем,

Сығып китәм тыуған – үҫкән яҡтарға,

Аҡ һаҡаллы, мәрхәмәтле ҡарттарға.
Улар менән ултырып бер сәй эсһәм,

Уларға бар эс серҙәремде сисһәм,

Күрмәгәнде күрә башлай күҙҙәрем,

Һүҙҙәрем өсөн ҡыҙармай йөҙҙәрем.
Насарлана икән йөрәк тибешем,

Һүлпәнләнә икән эшем, йөрөшөм,

Алһыуланып таңдар атҡан саҡтарҙа

Сығып китәм тыуған-үҫкән яҡтарға.
Киселмәгән кисеүҙәрҙе кисергә,

Шишмәләрҙән һалҡын һыуҙар эсергә.

Услап эсһәм шишмәләрҙең һыуҙарын,

Юҡҡа сыға бар арыу-талыуҙарым.
Тыңлаусы юҡ икән минең йырымды,

Сиртеп тормайым мин йөрәк ҡылымды,

Гармунымды алып, ундай саҡтарҙа

Сығып китәм былбыллы ҡыуаҡтарға.
Былбылдарҙың тауыштарын тыңлаһам

Һәм улар менән ҡушылып йырлаһам,

Гармунымдан ҡабат моңдар ағыла –

Йырҙарымды тыңлаусылар табыла.



Дуҫ-иштәрҙең тыуған яғы*


Ағиҙелкәй киң икән,

Диңгеҙҙәргә тиң икән.

Дуҫ-иштәрҙең тыуған яғы

Бына ниндәй ил икән!

Саҡырыуҙы көтөп тормай,

Һағындыңмы – кил икән.


Өфөләре “өф” иткән,

Йорттары күккә еткән.

Йүкәләре, муйылдары

Күптән хуш еҫтәр бөрккән,

Урам буйлап теҙелешеп

Минең килеүҙе көткән.


Кешеләре шат икән,

Күңелдәре пак икән.

Ҡунаҡтарҙы ҡунаҡ итмәү

Улар өсөн ят икән.

Дуҫ-иштәрҙең тыуған яғы

Бына ниндәй яҡ икән!


*Рафаил Бакиров көйө.



* * *


Сабый иткән дә һин беҙҙе,

Сағыу иткән дә һин беҙҙе,

Аңлы иткән дә һин беҙҙе,

Данлы иткән дә һин беҙҙе,

Йырлы иткән дә һин беҙҙе,

Ерле иткән дә һин беҙҙе,

Көслө иткән дә һин беҙҙе,

Кеше иткән дә һин беҙҙе,

Туған телем.



Өйәлгекүл


Өйәлге лә күлкәй, эй, ҡамышың

Уйнар микән, ҡырҡһам ҡурайға?

Ҡыр ҡаҙҙарың, ояларын ташлап,

Осмаҫтармы башҡа туғайға?


Өйәлге лә күлкәй, эй, ҡамышың

Сал тулҡындар менән ҡойона.

Һиҙәһеңме, бөтә ҡыяҡтарҙан

Һыуҙарыңа ынйы ҡойола?


Өйәлге лә күлкәй, эй, ҡамышың

Һайрар ҡоштарыңа тал икән.

Урал ғына тауым күкрәгендә

Һиндәй күлдәр тағы бар микән?



Һин ултыртҡан муйыл*


Һин ултыртҡан муйыл

Сәскә атты быйыл,

Аҡ яулығын һалып иңенә.

Сәскәләрен өҙмәйем,

Тик наҙлап мин еҫкәйем,

Юҡ наҙларға бергә һин генә.


Һин ултыртҡан муйыл

Бөҙрәләрен быйыл

Күтәрә алмаҫ кеүек тойола,

Һағыныуҙарым көслө,

Һинһеҙ ул һулыр төҫлө,

Ҡайтмай ҡалһаң әгәр быйыл да.


Һин ултыртҡан муйыл

Емеш бирер быйыл.

Кем менән һуң ауыҙ итермен?

Яттар менән йәм тапмам,

Һинән башҡа йәр тапмам,

Ғүмер буйы һине көтөрмөн.


*Абдулла Хәлфетдинов көйө.



Бала саҡты һағыныу


Өй алдында ике малай уйнай,

Икеһе лә уттай йылғырҙар.

Эх, мин әйтәм, ҡайҙа китте икән

Малай булып йөрөгән шул йылдар.


Салбар балаҡтарын теҙҙән төрөп,

Урам буйлап сабып ат уйнау.

“Себеш” сыҡҡан аяҡтарҙы тотоп,

Тупһаларҙа ултырып бер илау.


Илау түгел, йөҙ ҙә һытмаҫ инем,

Йөрөмәҫ инем төрөнөп, бәйләнеп.

Түҙер инем хәҙер мең «себеш»кә,

Малай сағым килһә әйләнеп.



* * *


Юлға сығырға уйлаһаң һин, егет,

Иң беренсе өйрән башта ат егеп.


Баш бирмәһә, ауыҙлыҡла һин уны,

Шәп ат ауыҙлыҡһыҙ булмай, бел шуны.


Самалай бел ҡамытты үҙ атыңа,

Оят килтермәйем тиһәң затыңа.


Айыра бел дуғаның алдын-артын

Көтмәйенсә әйтеүен атай ҡарттың.


Түбән булһа, күтәрә бел һыртлығын,

Ямай ҙа бел ябыуының йыртығын.


Дағалай бел артҡы, алғы тояғын,

Һәм бел аттың иң яратҡан төйәген.


Шиғыр яҙырға уйлаһаң һин, егет,

Иң беренсе өйрән башта ат егеп.



Сәрби әбей


Кемдер уйнай өҙҙөрөп гармунда,

Тинис буйын тултырып моңдарға.

Сәрби әбей таяҡ таянған да

Буҫағаға сыҡҡан тыңларға.


Хәлһеҙ ҡулын маңлайына ҡуйып,

Күҙен алмай йылға яғынан.

Ул ғынамы – аҫыл яулығын да

Һандығынан алып ябынған.


Бына-бына йүгереп китер төҫлө,

Таяҡ менән мәңге хушлашып.

Тик ҡыҙғаныс: таяҡ менән ҡартлыҡ

Өлгөргән шул күптән дуҫлашып.


Ейәнсәре бөтөрөлөп өйҙә

Әҙерләнә егет янына.

Гармун моңо, гүйә, үс иткәндәй,

Өҙөлә лә тағы ағыла.


Йөрәк бит ул үҙе ҡартаймағас,

Аңламай шул уны-быны ла.

Кем белә бит, бәлки, ҡыҙ сағында

Саҡырғандыр шул моң уны ла...



Читайте нас: