Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ғинуар 2021, 22:00

"Эй ныҡ атайлы булғым килгәйне..."

- Әсәй, сыҡ һин шул ағайға кейәүгә. Мин яҡшы ул булырмын, - тип илай яҙып инәлдем. Аптырап ҡалған әсәйем мине тыңлап...

"Мин 40-ты үткән ирмен. Мөхәббәтле ғаиләбеҙҙә улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫә. Мәктәптә бергә уҡыған һөйкөмлө ҡыҙ менән тәүҙә дуҫлашып, аҙаҡ бер-беребеҙҙе оҡшатып өйләнештек. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы.
Мин үҙ эшемде асҡанмын, ҡатыным бер фирмала юрист. Хәҙер беҙ - аяҡта ныҡлы баҫып торған татыу ғаилә. Әлбиттә, донъя көткәс, гел һөйөшөп-көлөшөп кенә йәшәп булмай, мөнәсәбәт асыҡлауҙар, бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәрен бөтөрөргә тырышыуҙар ҙа булманы түгел тәүге йылдарҙа. Ундай саҡтар хәҙер артта ҡалды, хәҙер беҙ бер-беребеҙгә ышаныслы терәкбеҙ, бер һүҙлебеҙ, әсәйем әйтмешләй, бер төптән үҫкән ағастарҙайбыҙ.
Эшем командировкалар менән бәйле. Юл йөрөгәндә төрлө хәлгә ҡалған саҡтар була: йә телефондың көсө бөтә, йә ваҡытында ҡайтып етеп булмай. Күпселектә ошолар сәбәп була торғайны ғаиләлә низағ сығыуға. Тәүге осорҙарҙа йән киҫәгемдең ышанмағанына, икеләнеү белдергәненә ныҡ йәнем көйөп, хаҡһыҙлығын иҫбатларға маташһам, һуңғараҡ тактикамды үҙгәртеп алдым. Хәҙер, ҡатынымдың башына юҡ-бар инмәһен өсөн, юл бер көнлөк булһа, ике көнгә барам тим, ә шулай ҙа һуңлап әйләнеремде иҫкәртә алмаһам, бүләктәр, сәскә гөлләмәһе тотоп ҡайтам да һүҙһеҙ генә ҡосаҡлап үбеп алам. Белеп бөткәнмен: ғәйепләргә асылған ауыҙ шунда уҡ кире ябыла, торараҡ йылмайыу хасил була, шунан һуң өтәләнеп йөрөп аш өҫтәле хәстәрләнә башлай.
Балаларыма ла иң яҡшы атай булырға тырышам. Матди яҡты ғына хәстәрләү аҙ икәнлеген үҙемдең бала саҡ тормошонан яҡшы белгәнгә, һәр буш минутымды улар менән бергә үткәрергә, бала саҡтарын сағыу иҫтәлекле, тормоштарын ҡыҙыҡлы, мәғәнәле итергә тырышам. Ҡыш бергәләп тау саңғыһы менән шөғөлләнәбеҙ, әле каникулда ла Абҙаҡҡа барып ике көн йөрөп ҡайттыҡ, йәйҙәрен үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Ата-әсәләр йыйылышына ла өлгөрә алған тиклем үҙем йөрөйөм. Маҡтаныр өсөн яҙмайым быларҙы, артабан уҡыһағыҙ, ни өсөн шулай асылыуым аңлашылыр тип уйлайым.
...Иҫ белгәндән минең атайым юҡ ине. Әсәйем гел генә: "Атайың алыҫҡа-а-а китте, унан оҙаҡ ҡайталар", ти торғайны. Бергә уйнаған малайҙар аталарына арҡаланғанда мин дә "алыҫтағы" яҡынымды иҫкә төшөргән булыр инем. Ә малайҙар аяуһыҙ: "Алдашма, һинең атайың юҡ", тип бер яҡлы булып, ҡыйырһытырға ла күп һорамайҙар ине. Шул иҫтә ныҡ ҡалған: йәйен дә, ҡышын да ял һайын район үҙәгенән алыҫ булмаған ауылға - олатай менән өләсәйемдәргә бара торғайныҡ. Мин бәләкәй саҡта әле автобустар йөрөмәне, шуға йөкмәнеп гел юл ыңғайы машина эҙләгәнебеҙ хәтерҙә. Олатайымдар малды күп көттө, ә ярҙамлашырға яндарында бүтән балалары юҡ, мин әле бәләкәймен. Ыҙалап юлда йөрөгәндә лә, оҙайлы һәм ялҡытҡыс бесән мәлендә лә "Эх, атайым булһа, ыһ та итмәҫ инек" тип уйлай инем. Һәр эштә көслө ир ҡулы кәрәклеген шулай бәләкәйҙән белеп үҫкән кеше мин. Атайым тураһында дөрөҫөн бер ваҡыт өләсәйемдән һорарға баҙнат иттем. "Холоҡһоҙ булып сыҡты ул. Әлдә ваҡытында ҡотолдоғоҙ. Һинең хаҡыңа тип әсәйең түҙеп һаман йәшәп ятҡан булыр ине әле, әгәр ҙә атайыңа үҙе кеүек бошмаған, күңелле йәшәргә яратҡан бер ҡатын осрап, ситкә сығып олаҡмаһалар...", - тип һөйләне тура һүҙле өләсәйем. Шул хәҡиҡәт асылғандан һуң атайһыҙ ҡалған үҙемде түгел, ә әсәйемде йәлләп йәшәй башланым. Ул йәш, матур, уңған, ниңә берәйһенә яңынан кейәүгә сыҡмай икән, йәшәүе еңелерәк булыр ине тигән уй инде ун йәшлек малайҙың башына.
Уйлағаның, ныҡ теләгәндә, тормошҡа аша икәненә шул ваҡыттан инанғанмын.
...Бер көн әсәйемә әхирәте килде. Мин икенсе бүлмәлә булһам да, шыпырт ҡына һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалып ултырам. "Беләһеңме, дуҫҡайым, Өфөлә йәшәгән бер туғаным һинең менән ҡыҙыҡһына. Ике бүлмәле фатиры бар, хәрби өлкәлә эшләй. Ҡатыны менән айырылышҡан, үҙенең бер балаһы бар. Уларға йорт-ерен ҡалдырып сығып киткән дә бына яңыраҡ үҙенә торлаҡ алған", - тине ҡунаҡ апай. "Ҡатын айырған кеше йүнле түгелдер ул. Йәнә улымды сит кеше менән тәрбиәләгем килмәй, әллә оҡшата, әллә юҡ. Юҡ, кәрәкмәй", - булды яуап. "Ғаиләләре боҙолоуға ул ғәйепле түгел дә һуң. Ҡатынын икенсе ир менән тотҡан да, кисерә алмайынса, күтәрә һуғып сыҡҡан да киткән. Әҙәпле, тыныс, тәрбиәле кеше", - тип ныҡыша әхирәте. "Әллә инде..." Тағы нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер - иҫтә ҡалмаған, тик хәбәрҙең ошо өлөшө бәләкәй башымдан сыҡманы ла ҡуйҙы. Апай сығып киткәс тә әсәйем эргәһенә килдем: "Әсәй, сыҡ һин шул ағайға кейәүгә, мин яҡшы ул булырмын". Был һүҙҙәрҙе илай яҙып инәлеп әйттем. Әсәйем аптырауға ҡалды. Атайлы булғым килеүе, ҡалаға күсергә сәбәп тә сығыуы мине шулай ныҡыш иткәндер инде. Балаһы үҙе үк шулай тип торғас, өләсәйем дә, яңғыҙыңа ауыр бит, тип өгөтләгәс, әсәйем риза булды.
Шулай итеп, беҙ баш ҡалаға күсеп, өр-яңы тормош менән йәшәй башланыҡ. Атайлы булыуға шул тиклем һыуһаған булғанмындыр инде, береһе лә өйрәтмәһә лә, тәүге көндәрҙән ағайҙы атай тип әйттем, күберәк уның эргәһендә өйөрөлдөм. Ул, теге апай маҡтағанса, ысынлап та, ипле, тыныс холоҡло, ихлас күңелле кеше булып сыҡты. Үҙ атайым нисегерәк булыр ине икән, әйтеүе ауыр, ә быныһы миңә бер тапҡыр ҙа күңел китерлек һүҙ әйтмәне, үҙенә эйәртеп алып йөрөнө, хәҙер ҡулымдан ниндәй эш килә - бөтәһен дә ул өйрәтте. Оҙаҡламай ҡустым тыуҙы. Тәүҙә ҡурҡҡайным, мин икенсе урынға күсермен, иғтибар әҙерәк булыр тип, тик борсолоуҙарым бушҡа булған. Миңә ҡарата мөнәсәбәт атайым яғынан элеккеләй яҡын, ихлас ҡалды. Үҫмерлек осоромда яңылыш аҙымға баҫыуҙан да үгәй (улай яҙырға тел дә әйләнмәй) атайым ҡурсалап алып ҡалды, бигерәк тә шуныһы өсөн ныҡ хөрмәт итәм уны. Атайлы булғанда бесән ваҡытында еңел булыр ине тигән уйҙарым да ысынбарлыҡҡа сыҡты: яңы атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ ине.
Тулы, бәхетле тормошобоҙ миңә 30, ҡустыма 21, әсәйемә 56, атайыма 60 йәш тулғансы дауам итте. Хәрби кеше булараҡ, пенсияға күптән сыҡһа ла, башҡа эштәрҙә йөрөй ине әле ул. Һаулығына зарланмай ине, тик һуңғы ваҡытта берҙән-бер яман ғәҙәтен - тәмәке тартыуын ташларға маташып йөрөнө. Һәм бына ҡышҡы бер көндә һис тә уйламағанда ауыр хәбәр барыбыҙҙы ла шаңҡытты: атайыбыҙ беҙҙе мәңгелеккә ташлап киткән. Табиптар әйтеүенсә, инфаркттан үлгән. Йөрәк сире өсөнсөгә ҡабатланған икән, тәүге икәүһен һиҙмәгән, тимәк, аяғөҫтө үткәргән. Беҙгә генә түгел, барлыҡ туғандары өсөн көтөлмәгән ауыр юғалтыу, оло ҡайғы булды был. Ул бигерәк изге күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле ине бит... Ярай әле уның 60 йәшлек юбилейында йөрәк түрендә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәремде әйтеп ҡалғанмын. Ә үҙен ныҡ хөрмәт итеүемде былай ҙа тойоп йәшәгәндер тим. Мин өйләнгәнде, улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ тыуғанды күреп нисек ҡыуанғайны, ә бына ҡустымдың институт тамамлағанын, эшкә урынлашҡанын күреп өлгөрмәүе үкенесле.
Үҙ атайым менән, тәүге балалыҡ йылдарын иҫәпләмәгәндә, ҡыҙыҡһыныуым ул тиклем көслө булманы, уны күрергә атлыҡманым. Шулай ҙа яҙмыш беҙҙе осраштырҙы - мин ғаиләле булғас, ныҡлы аяғыма баҫҡас. Үҙ яғыбыҙға командировкаға ҡайтырға тура килде бер заман. Шунда мин барған ойошма янында гәпләшеп торған дүрт-биш ир араһындағы берәүһе ныҡ таныш кеүек тойолдо. Башыма барып етте инде: атай, мине уға ныҡ оҡшаталар бит. Ул да мине таныны, ауыҙы йырылып китте лә: "О-о-о, улым ҡайтҡан! Ҡарағыҙ әле, ниндәй текә ул, миңә оҡшап!" - тип килеп ҡул һуҙҙы. Тәрбиәлелегем арҡаһында һуҙылған ҡулды алмайса булдыра алманым, тик һүҙҙәребеҙ берекмәне. Аҙаҡ та күргеләнем, бер нисә тапҡыр аҡса ла һорап алды, әлбиттә, һүҙһеҙ бирҙем. Телефон номерҙарын алмашайыҡ тигәнен генә иғтибарһыҙ ҡалдырҙым.
...Хәҙер ниндәй булып баҫып торам - барыһы ла мине тәрбиәләгән, хәстәрләп, яҡлап үҫтергән атайым арҡаһында. Ошоларҙы кисергән мин ниндәй ир һәм атай булырға тейешмен? Әлбиттә, иң яҡшыһы. Етемлекте лә, яҡшы атайҙың ниндәй булыуын да кисергән кешемен бит".
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).
Фото: 123ru.net
Читайте нас: