Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2021, 12:05

Ғилем бәҫен күтәрер хеҙмәттәр

Әҙәбиәт белеменең авангардында бара.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә республикабыҙҙан ситтә лә киң танылған күренекле ғалим-педагог, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, меңләгән кисәге һәм бөгөнгө шәкерттең, шул иҫәптән минең дә уҡытыусы-остазым Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың хеҙмәттәре менән даими танышып барырға тырышам.

 

Хайран ҡалырлыҡ...

 

Хәйер, сәбәбе лә бар: бөгөн ул – башҡорт халҡының Октябрь революцияһына тиклемге рухи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү буйынса төп белгес, минең фәнни эҙләнеү­ҙәрем дә, нигеҙҙә, ошо дәүергә бәйләнгән. Башҡорт фольклоры менән әҙәбиәт бәйләнештәрен, ауыҙ-тел ижады традицияларының совет осорона тиклемге әҙәбиә­тебеҙҙә сағылыш табыуы һәм үҫтерелеүе үҙенсәлектәрен асыҡлау – мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған тикшеренеү өлкәһе.

Шуғалырмы, һанап-самалап та ултырҙым әле: билдәле ғалимдың башҡорттоң тиҫтәләгән быуат һуҙымында формалашҡан һәм үҫкән әҙәбиәте һәм мәҙәниәте хаҡында донъяға сығарған монографиялары ғына ла ике тиҫтәгә етә, уларға был дәүергә бәйле мәктәп һәм вуз дәреслектәрен, башҡорт һәм Башҡортостан халыҡ­тарының мәҙәниәте тураһындағы китаптарын да ҡушһаң, сама иллеләпкә тарта икән. Хайран ҡалырлыҡ, һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ егәрлелек һәм тырышлыҡ.

Бында уҡыусыға еткерер уй-фекерҙәрем иң элек ана шул әүҙемлектең һуңғы осорҙағы сағыу бер емеше булған, “Китап” нәш­риәтендә 2019 йылда зауыҡ менән баҫтырылып сығарылған “Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәте” тигән һәм уға тығыҙ бәйле булған икенсе бер күләмле хеҙмәттәр хаҡында булыр. Әйтергә кәрәк, ер йөҙөндә мәғри­фәтселек хәрәкәте, мәғрифәтселек әҙәбиәте хаҡында бихисап хеҙмәт донъя күргән, башҡорт тикшеренеү­селәре лә был эштән ситтә ҡалмаған.

Ә.Х. Вилданов менән Ғ.С. Ҡу­нафиндың башҡорт мәғрифәтселеге хаҡында беренсе тапҡыр Мәскәүҙә “Наука” академик нәшриәтендә 1981 йылда баҫылып сыҡҡан, бөтә киң СССР-ҙа, унан ситтә лә танылған, беҙ, ғалимдарҙың, күптән инде өҫтәл китабына әүерелгән, күп тапҡыр тотона торғас, тетелеп бөткән “Башкирские просветители-демократы XIX века”, Рәшит Шәкүрҙең М. Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһындағы “Звезда поэзии” (1981, 1986, 2006), Ә.Х. Вилдановтың “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” (1981), Ғ.С. Ҡунафиндың “Аҡмулланың шиғри йәйғоро – Поэтическая радуга Акмуллы”(2006, 2011) һәм “Мәғрифәтсе һәм әҙип М. Өмөтбаев” (1991) тигән монографиялары – шуның асыҡ дәлиле. Күреүебеҙсә, уларҙың һәммәһе лә Башҡортостанда ХIХ быуатта барған рухи-мәҙәни яңырыу хәрәкәтенең айырым вәкилдәре ижадын өйрәнеүгә арналған.

Бына килеп, ниһайәт, ҡулыбыҙ­ҙа – башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәтен бөтә тулылығында системалы яҡтыртҡан фундаменталь хеҙмәт. Ул композицион төҙөклөгө, системалылығы, үҙенә бер ентеклелек, логик эҙмә-эҙлелек менән төрлө яҡлап яҡтыртылған мәғлү­мәттәргә, дәлилле фекер-күҙәтеү­ҙәргә һәм һығымталарға бай булыуы менән айырылып тора. Ысын мәғәнәһендә энциклопедик тәби­ғәтле хеҙмәт, тиһәк тә, хата булмаҫтыр. Унан мәктәп һәм вуз уҡыусыларынан һәм уҡытыусыла­рынан алып филология, тарих, культурология, философия, педагогика, социология, хатта политология кеүек фән өлкәләрендә эшләгән ғалимдарға тиклем, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡ­һынған һәр кемгә саҡлы үҙенә  кәрәкле мәғлүмәттәрҙе таба ала, сөнки, Ғиниәтулла Сафиулла улының бик дөрөҫ билдәләүенсә, мәғрифәтселек – йәмғиәттең феодаль ҡоролоштан капитализмға күсеүе дәүерендәге тормоштоң социаль-иҡтисади, айырыуса рухи-мәҙәни өлкәһендә яңырыу идеяларын алға һөргән, ғилем, аң-белем, тәрбиә биреү – мәғариф, педагогика мәсьәләләрен, мәҙәни ағартыу, кәсеп-һөнәр үҙләштереү, шәхес азатлығын тәьмин итеү проблемаларын үҙәккә ҡуйған, фәнгә лә, иҡтисадҡа ла, сәйәсәткә лә, әхлаҡҡа ла, дингә лә бәйле булған киң ҡоласлы идеологик күренеш ул.

Автор реформаторлыҡ йүнә­лешен­дәге ошо идеологияның башҡорт йәмғиәтендә тамыр ебәреү сәбәптәрен, социаль-иҡтисади ерлеген, сит һәм автохтон рухи сығанаҡтарын, һикһән йыл сама­һындағы ваҡыт арауығында өс үҫеш этабы үтеүен, милли үҙенсәлек­тәрен (мәҫәлән, милли-колониаль иҙеүгә, башҡорт ерҙәрен аяуһыҙ талауға ҡаршы көрәш, йәмғиәттә әхлаҡи-этик климатты яҡшыртыуҙа диндең ыңғай яҡтарын киң фай­ҙаланыу мәсьәләләренең үҙәккә ҡуйылыуы һ.б.), һәр этаптың характерлы һыҙаттарын ифрат бай документаль, ғилми-әҙәби сығанаҡ­тар ерлегендә ышандырырлыҡ итеп асып бирә. Хеҙмәттең үҙәгендә ХIХ – ХХ быуат баштарында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған иҡти­сади һәм ижтимағи-сәйәси үҙгә­рештәрҙең бығаса быуаттар буйы үҙен бары бәндә – Алла ҡоло тип иҫәпләгән һәм “яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигән принцип менән йәшәгән кеше шәхесенә, уның йәмғиәттәге роленә ҡарата иғтибарҙың, антифеодаль әхлаҡтың, ысынбарлыҡҡа, реаль тормошҡа яҡын торған халыҡсан-демократик юҫыҡтағы гуманистик башланғыстың, инсанды хәҙер үҙ яҙмышын үҙе хәл итеүсе, халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе, йәмғиәттең алға барышын тәьмин итеүсе, тарихты тыуҙырыусы көс булараҡ күҙаллау тенденцияһының бермә-бер көсәйә барыуы процесын яҡтыртыу тора.

Яңылыҡҡа, үҙгәртеп ҡороуға ынтылыусылар (йәҙитселәр) һәм иҫкелеккә йәбешеп ятыусылар (ҡәҙимселәр) араһындағы киҫкен көрәш менән характерланған был процестың формалаша һәм үҫә барыуында мәҙәниәттең төрлө өлкәләрендә, бигерәк тә мәғариф, фән, матбуғат тармаҡтарында эш­ләгән алдынғы ҡарашлы интеллигенция вәкилдәре, дин әһелдәре әүҙем ҡатнаша. Бында Көнсығыш һәм Көнбайыш, айырыуса рус мәҙәниәтенең алдынғы традицияларына йүнәлеш тотоу, уларҙы үҙләштерергә һәм милли ерлектә үҫтерергә ынтылыу ҙа үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Был күренештәр башҡорт йәмғиәтендә ХIХ быуаттың 40 – 70-се йылдарында үҙҙәрен ныҡлап һиҙҙертә башлай.

 

Тәьҫирлелек серҙәре

 

Әммә халыҡтың аңында быуаттар һуҙымында формалашҡан теге донъя хәстәрлектәре менән йәшәргә өндәгән дини-феодаль идеология үҙен ныҡ һиҙҙерткән, мәғариф өлкәһендә схоластика, әҙәбиәттә һәм фәндә халыҡҡа ауыр аңлашылған иҫке төрки теле өҫ­төнлөк иткән был осорҙа мәғри­фәтселек идеялары системалы бер күренешкә, идеологик платформаға әүерелеп етмәй әле.

Алдынғы ҡарашлы башҡорт зыялылары (М. Иванов, С. Күкләшев, М. Биксурин һ.б.) халыҡта урта быуат идеологияһына, фекер тор­ғонлоғона ҡаршы сыҡҡан, тормошҡа ижади, айныҡ мөнәсәбәтте яҡлаған яңыса фәлсәфәүи ҡарашты формалаштырыу, уҡыу-уҡытыу эшен яңы нигеҙгә ҡуйыу, иҫке яҙма әҙәби төрки телен реформалау, халыҡтың һөйләү теленә яҡынлаштырыу ниәтенән тел дәреслектәре, әҙәби хрестоматиялар, һүҙлектәр төҙөү юлы менән донъяуи фән нигеҙ­ҙәрен, милли фольклор байлыҡ­тарын, алға киткән халыҡтарҙың рухи-мәҙәни ҡаҙаныштарын про­пагандалауҙан ары китмәй.

Шулай ҙа уларҙың иҫке кире күренештәрҙе инҡар итеүгә, ың­ғайҙарын раҫлауға, яңыларын тыуҙырыуға, донъяуи ғилем-белемде үҫтереүгә йүнәлтелгән ошондай ынтылыштары ХIХ быуаттың һуңғы сирегендә инде мәғрифәтселек йүнәлешендәге фекер-ҡараш­тарҙың, реалистик ижад принцип­тарының башҡорт рухи-мәҙәни тормошоноң йөҙөн билдәләр системалы күренешкә әүерелеп китеүендә мөһим роль уйнай.

Мәғрифәтселек хәрәкәтенең был икенсе һәм 1905 – 1917 йылдарҙағы өсөнсө үҫеш этаптарында иһә йәмғиәттә йылдам барған социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙгә­рештәргә бәйле тыуған пробле­маларҙы, фекер-ҡараштарҙы, яңырыу идеяларын халыҡҡа аңлайышлы, тәьҫирле итеп етке­реүҙә хәл иткес ролде, ғалим-ғөләмәләрҙән бигерәк, әҙиптәр үтәй (М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәх­ретдинов, Ә. Диваев, К. Шаһимәр­ҙән, Я. Илсебай, Х. Үтәки (Һырт­ланов)-Стәрле, Ғ. Соҡорой, С. Яҡ­шығолов, Ш. Тувлинский, З. Һаҙи, М. Ғафури, А. Таһиров, Д. Юлтый, Я. Юмаев, Ғ. Хоҙаяров, Һ. Сәғҙи, Ғ. Иҫәнбирҙин, Ф. Фәлиев, Ш. Бабич, Ғ. Ниязбаев, Ә. Танғатаров һ.б.).

Яңы заман уларҙан, бығаса бер ҡасан да булмағанса, халыҡ тормошона яҡын торған тематик-проблематик йөкмәткене, яңы идея-эстетик ҡараштарҙы, ижад алым-сараларын, жанр-стиль формаларын үҙләштереүҙе талап итә. Һөҙөмтәлә, әҙәбиәттә мәғрифәт­селек идеологияһына нигеҙләнгән реалистик һәм ҡара реакция йылдарында күпмелер кимәлдә романтик ижад принциптары нығына, әҙәбиәт замандың торғаны бер рухи трибунына, рухи генераторына әүерелә.

Унда поэтик төр менән бер ҡатарҙан кешенең Алла бәндәһе булыуҙан элек ижтимағи зат, тәрбиә емеше булыуын, йәмғиәүи тормошон, эске донъяһын киңерәк, төрлө яҡлыраҡ һәм тәрәнерәк художестволы анализлауға дәғүә иткән проза һәм драма төрҙәре, уларҙың  хикәйә, повесть, драма кеүек жанр­ҙары ысын мәғәнәһендә граждан­лыҡ хоҡуғы ала, профессиональ юҫыҡтағы һүҙ сәнғәте юғарылығына күтәрелә. Бөтә был ҡатмарлы процесс хеҙмәттә айырыуса бер ентеклелек менән төрлө яҡлап киң һәм төплө яҡтыртыла.

Ошо ерҙә мин хеҙмәттәге күҙгә бәрелеп торған бик мөһим бер моментҡа иғтибар иттем: ул да булһа тикшеренеүсенең әҙәбиәткә ниндәйҙер бер фекер-мәғлүмәттәр тупланмаһы итеп кенә ҡарамауы, башлыса йөкмәтке һөйләүгә ҡайтып ҡалған социологик анализ менән генә шөғөлләнмәүе, уға бөтәһенән дә элек уҡыусыла сәләмәт уй-тойғолар, эстетик ҡараш формалаштырыусы сәнғәт формаһы булараҡ килеүе, шул ерлектә уны жанр-стиль йәһәтенән байҡауға ныҡ иғтибар итеүе, тап жанрҙың һүҙ сәнғәтенең барлыҡ элементтарын тулы бер системаға ойоштороп, моделләштереп тороусы, ысынбар­лыҡтың художество-эстетик кон­цепцияһына әүерелдереүсе умырт­ҡа бағанаһы булып тороуын күҙ уңында тотоп эш итеүе.

Ә бит беҙҙә әҙәби әҫәрҙе тикшер­гәндә, ғәҙәттә, тема, идея, проблема, образдар, һирәкләп һүрәтләү саралары тирәһендә әйләнеү, теле халыҡсан булыуын әйтеү менән сикләнеү өҫтөнлөк итә. Профессор Ғиниәт Ҡунафин иһә бындай сик­ләнеү менән килешмәйенсә, баш­ҡорт әҙәбиәт ғилемендә тәүгеләрҙән булып, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәренең уҡыусыларға нисегерәк итеп уй-тойғоларға һалырлыҡ, хисләнерлек итеп йәнле, матур, тәьҫирле еткере­леүенең серҙәрен асыу зарурлығын да алға һөрә. Мәҫәлән, хеҙмәтендә ул мәғрифәтсе шағирҙарҙың ижадында шиғриәттең ысынбарлыҡ күренештәрен, хәл-ваҡиғаларҙы, кешенең эске донъяһын киңерәк һәм тәрәнерәк художестволы анализлауға ҡоролған нарратив (хикәйәләү, һүрәтләү) тибы, уның поэма, баллада, мәҫәл, тәмҫил кеүек жанрҙар системаһы, бигерәк тә  заман проблемаларына, хәл-ваҡиғаларына һәм күренештәренә ҡарата тыуған уй-фекерҙәрҙе, мөнәсәбәттәрҙе, хис-тойғоларҙы (хуплаусы, раҫлаусы йә кире ҡа­ғыусы, тәнҡитләүсе, нәфрәтләнеүсе йә көлөп ҡараусы) асыҡтан-асыҡ белдереүгә нигеҙләнгән манифестацион-публицистик тибы киң урын алыуын бихисап әҫәрҙәргә идея-эстетик баһа биреү аша дәлилләп бирә.

Ысынлап та, был поэтик типтың тормошто раҫлау һәм кәмселек­тәрҙе фашлау көсө, өгөт-нәсихәт, аҡыл биреү, өндәү-саҡырыу йүнә­леше, гражданлыҡ пафосы, публицистик аһәң менән айырылып торған сатирик шиғыр, пародия, эпиграмма, айырыуса хитап (шиғри мөрәжәғәт), мәктүб (шиғри хат), васыятнамә (шиғри васыят) кеүек жанрҙары шағирҙарға үҙ уй-фекер­ҙәрен, хис-тойғоларын халыҡҡа, айырым социаль ҡатламға, кол­лективҡа йә шәхескә бөтә дөрөҫ­лөгөндә уйландырырлыҡ, тәьҫир­ләндерерлек, хисләндерерлек, нәфрәтләндерерлек, күҙ йәше аша көлөрлөк итеп туранан-тура еткереү мөмкинлеген биргән.

 

Әҙәбиәтте өйрәнеү принциптарын нигеҙләне

 

Ошо момент хеҙмәттә, әйтәйек, М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Борадәргә” (“Ағай-энегә”), “Атайыма хат”, “Нәсихәттәр”, “Егетлек хасиәте – мәғрифәттә”, “Кәңәш”, “Һыр ҡыпсағына”, М. Өмөт­баевтың “Нәсихәт”, “Васыят вә нәсихәт”, “Етдилек”, “Остаз Мирсалих Биксуринға”, “Саут әл-химар” (“Ишәк тауышы”), “Дуҫҡа”, С. Яҡшы­ғоловтың “Порт-Артурҙан”, “Баш­ҡорт ағаларыма хитап”, “Ирткаэ вә инхитат тормоздары” (“Юғары күтәрелеү һәм артҡа һөйрәүсе тормоздар”), “Йәшлек дәүере”, “Ҡурай”, “Башҡорт хәлдәре” һәм башҡа шағирҙарҙың әллә күпме әҫәрҙәрен анализлау ерлегендә ышандырыр­лыҡ итеп күрһәтеп бирелә.

Беҙҙеңсә, әҙәбиәтте жанр-стиль йәһәтенән өйрәнеүгә ошолай ҙур иғтибар бүлеү – методологик яҡтан үҙен тулыһынса аҡлаған күренеш. Сөнки тап ошондай эҙләнеү тик­шеренеүсегә теге йәки был фор­маларҙың, сара-алымдарҙың һәм башҡа әҙәби күренештәрҙең бер туҡтауһыҙ үҫеш-үҙгәрештә булған ижтимағи тормош тыуҙырған талап­тарҙы, тема-идеяларҙы, пробле­маларҙы яҡтыртыуға ни тиклем яуап биреү-бирмәүҙәрен, реаль ысынбарлыҡтан ситләшеү-ситләш­мәүҙәрен, ни дәрәжәлә шартлы булыу-булмауҙарын мөмкин тиклем объектив күҙалларға һәм баһаларға мөмкинлек бирә.

Тап ошо хәл – әҙәбиәтте жанр-стиль йәһәтенән өйрәнеүгә тейе­шенсә иғтибар итеү – авторға башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәтен халыҡсан-демократик, реалистик һәм бер ни тиклем ваҡыт романтик юҫыҡта үҫеш-үҙгәреш кисергән тулайым бер художестволы-эстетик система рәүешендә күҙ алдына баҫтырыуға, уның тулы ҡанлы тарихи панорамаһын тыуҙырыуға булышлыҡ иткән дә инде. Әйт­кәндәй, М. Аҡмулла хаҡындағы 2011 йылда, Ш. Бабич тураһындағы 2015 йылда донъяға сығарылған монографияларында ла Ғиниәтулла Сафиулла улы үҙенең күҙәтеүҙәрен, һығымталарын уҡыусының зиһен-күңеленә еткерәһе уй-фекерҙәрҙе, идеяларҙы тәьҫирле һәм зауыҡлы, хис-тойғоло һәм сағыу итеп еткереү формаларын, сара-алымдарын ойоштороуҙа төп каркас булып торған жанрҙы үҙәккә ҡуйыу ерлегендә тормошҡа ашыра.

Хәйер, быға ғәжәпләнәһе түгел: беҙҙең башҡорт әҙәбиәт ғилемендә башлап профессор Ғ.С. Ҡунафин, әҙәбиәткә бер бөтөн идея-эстетик күренеш булараҡ ҡарап, уны жанр йәһәтенән тарихи үҫеш-үҙгәреш процесында системалы күренеш булараҡ өйрәнеү принциптарын нигеҙләне, тарихи поэтиканың методологик аспекттарын асыҡланы.

Былай тип әйткәндә, мин бөтәһенән дә элек уның “Башкирская сатирическая поэзия XIX – начала XX века” (1996), “Башкирская литературная песенная поэзия XIX – начала XX века” (1997), “И песней, и сатирой” (1999), “Башкирская нарративная поэзия XIX – начала XX века”(2003), “Поэтическое эхо прошлого” (2004) тигән монография­ларындағы фекер-күҙәтеүҙәрҙе дөйөмләштереү ерлегендә тыуған, Рәсәйҙә һәм БДБ-ла ғына түгел, уларҙан ситтә лә танылған “Башкирская поэзия XIX – начала XX века. Вопросы жанровых и идейно-художественных особенностей” (2011) тигән фундаменталь хеҙмә­тен күҙ уңында тотам. Бында башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында үҙе бер эпохаль күренеш булып торған был хеҙмәттең тәбиғәтен, ҡыҫҡаса ғына булһа ла асыҡлап, яҡтыртып китеү бик урынлы булыр.

Ғиниәтулла Сафиулла улының фекеренсә, һәр милли әҙәбиәт, дөйөм әҙәби процесҡа теге йәки был кимәлдә үҙ өлөшөн индереүсе күренеш булыу менән бер рәттән, үҙенә хас үҫеш вариантына эйә. Уның тәбиғәтенә был әҙәбиәттең айырым күренештәрен, теге йәки был вәкилдәре ижадын өйрәнеп кенә төшөнөп бөтөп булмай. Әҙәбиәткә бер бөтөн идея-эстетик система булараҡ килеү кәрәк. Ошонда инде уны жанр күҙлегенән өйрәнеү айырыуса мөһим роль уйнай. Тап һүҙ сәнғәтенең жанрҙар системаһының генезисын, үҫеш-үҙгәрешен анализлау һәм ижтимағи затты, йәғни кешене, йәмғиәтте һәм милли психологияны художестволы тикшереү сығанағы булараҡ, жанр йәһәтенән үҫеш-үҙгәрешен дөйөм­ләштереү уның элек асыҡланмаған, күҙгә салынып бармаған тарихи эволюцияһы законсалыҡтарына, милли һыҙат-үҙенсәлектәренә ныҡлап иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Бөгөн беҙгә әҙәбиәтте “социологик” баһалау, идея-тематик, проблематик йөкмәткеһенә ҡағылышлы яҡтарҙы анализлау менән генә сикләнмәйенсә, эске художество донъяһына үтеп инеү, ижтимағи фекерҙең иң универсаль бер фор­маһы булараҡ ҡына түгел, бәлки, художестволы-эстетик фекерҙең һәм художестволы текст поэтика­һының төрө булараҡ та үҙенсә­лектәрен асып күрһәтеп биреү мөһим.

Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә жанр хәл иткес роль уйнай. Бит жанрһыҙ әҫәр ҙә, тимәк, әҙәбиәт тә йәшәй алмай. Әлбиттә, жанрҙарҙың ойошторолоштарында уларҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре ҙур әһә­миәткә эйә. Әммә әҙәбиәттә фекер-идеяларҙың, проблемаларҙың сағылыш табыуы ғына түгел, уларҙың нисегерәк яҡтыртылыуы, уҡыусыға нисегерәк еткерелеүе лә үтә мөһим.

Бына ошонда инде бөтәһенән дә элек жанр төп герой йәки соло партияһын башҡара, ә әҙәби методтар, йүнәлештәр һәм мәктәптәр, стилдәр икенсе, өсөнсө пландағы геройҙар булып тора. Тап жанр ижад процесының эске художестволы үлсәме, һүҙ сәнғәтенең модел­ләштереүсе, барлыҡ элементтарын тулы бер системаға ойоштороусы, ысынбарлыҡтың эстетик концеп­цияһына әүерелдереүсе яғы булып тора. Тап жанрҙа донъяға, ысын­барлыҡҡа булған милли мөнәсә­бәттең, уны милли аңлау-төшө­нөүҙең асыҡ күренеп торған һәм киләһе быуындарға билдәле бер формала тапшырыла барған теүәл тибы сағылыш таба.

Тап жанрҙар системаһының формалашыуы һәм үҫеше процесы менән, асылда, әҙәбиәттең бөтә тарихи эволюцияһы тәбиғәте, теге йәки был осор арауығындағы художестволы-эстетик үҫеш кимәле билдәләнә. Тик ана шул жанрҙарҙың милли ерлеккә бәйләнешле үҫеш-үҙгәрешен һәм тотош системаһы тәбиғәтен күҙаллау, башҡа әҙәбиәттәрҙең төрлө тарихи осорҙарҙағы жанр үҙенсәлектәре менән сағыштырып ҡарау теге йәки был халыҡ, теге йәки был ил әҙәбиәтенең милли һыҙаттарын һәм үҫеш этаптары үҙенсәлектәрен асырға мөмкинлек бирә.

Ғиниәтулла Сафиулла улының әҙәбиәтте жанр йәһәтенән өйрәнеүҙең мөһимлеген методологик яҡтан нигеҙләп биргән принципиаль әһәмиәттәге фекер-ҡараштары, ҡыҫҡаса ғына тезислап әйткәндә, ошоларҙан ғибәрәт. Улар әҙәбиәтте жанр йәһәтенән өйрәнеүҙең бөгөнгө әҙәбиәт ғилеменең архи-мөһим проблемаһы булып тороуын бик асыҡ күрһәтә.

Жанрҙарҙы өйрәнеү осраҡтары беҙҙең әҙәбиәт ғилемендә бығаса ла булды бит, тип әйтеүселәр булыр. Эйе, булды һәм күп кенә. Әйтәйек, поэма (К. Әхмәтйәнов), хикәйә (Ә. Вахитов), повесть (Ғ. Рамазанов, Ә. Вахитов), роман (Р. Байымов, Ә. Вахитов), драма, трагедия (Т. Килмөхәмәтов) жанр­ҙарына бәйле төплө хеҙмәттәр тыуҙы, ХХ быуаттағы башҡорт шиғриәтенә – лирик төргә (Ғ. Хө­сәйенов) һәм прозаһына – эпик төргә (Ә. Вахитов) тулайым байҡау яһалды. Үҙемә килгәндә, әҙәбиәттә урын алған фольклор традицияларын, легенда, риүәйәт, айырыуса эпос, әкиәт, көләмәс кеүек жанрҙарын тикшереүҙе үҙһендем. М. Сәғитов халыҡ эпосын, С. Галин – йырын, Ф. Нәҙершина – мәҡәл, әйтем, йомаҡтарын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ошонда, артабан дауам итмәй, “һ.б.” тип, туҡтатып торайыҡ.

 

Профессорҙың хеҙмәт өлгөһө

 

Күреүебеҙсә, беҙҙә һүҙ сәнғәтебеҙ үҫеше тарихында теге йәки был әҙәби төргә йә осорға ҡараған, йә айырым һүҙ оҫтаһы ижадында өҫтөнлөк иткән жанрҙы әҙәби факт булараҡ өйрәнеү өҫтөнлөк итә. Ә был, Ғиниәт Ҡунафиндың бик урынлы әйтеүенсә, һүҙ сәнғәтенең ҡаршылыҡлы юлдар менән төрлө тиҙлектә үҫкән ҡатмарлы бер система булараҡ эҙмә-эҙлекле өйрәнеүҙе һәм тулы күҙ алдына баҫтырыуҙы ҡыҫырыҡлап сығара, беҙҙең алдыбыҙҙа айырым әҙәби жанр формаларының эволюцияһын өй­рәнгән генә түгел, бәлки уларҙың бөтә жанрҙар системаһының дөйөм йәшәйеше процесындағы урындарын, үҙ-ара бәйләнештәрен, үҫеш-үҙгәрештәрен асыҡларға һәм аныҡ күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итерҙәй хеҙмәттәр тыуҙырыу бурысы көн кеүек килеп баҫа.

Ғалим, үҙе нигеҙләгән мето­дологияһына, тикшеренеү принциптарына таянып, совет осорона тиклемге башҡорт шиғриәтенең жанрҙар системаһы формалашыуы һәм тарихи үҫеше панорамаһын тулайым күҙ алдына баҫтырған ана шундай хеҙмәт өлгөһөн тыуҙырҙы ла инде. Унда ул бик урынлы рәүештә метод – жанр – стиль системалары араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә (иғтибар итегеҙ, жанр был теҙем-системаның үҙәгендә тора), сөнки төрлө жанрҙарҙың төҙөлөшө һәм уларҙың әҙәби процестағы үҙ-ара системалы бәйләнештә, мөнәсәбәттә булыуы ижад методтарының тәбиғәте менән билдәләнә, ә был ижад прин­циптарының әҙәбиәттең билдәле бер үҫеш этабында алмашыныуы теге йәки был жанрҙың ҡиммәте хаҡындағы күҙаллауҙы, фекер-төшөнсәне йәмғиәттең әленән-әле тыуып торған яңы талаптарын ҡәнәғәтләндереү һәләтенә эйә булыу-булмауына бәйле законлы рәүештә яңынан ҡарау менән оҙатыла.

Жанрҙарҙың барлыҡҡа килеүен­дә йөкмәткегә бәйле моменттарҙың ғына түгел, бәлки йөкмәткене сағылдырыу формалары һәм саралары системаһының һәм улар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән стиль тенденцияларының да мөһим­леген иҫәпкә алып, ғалим әҙәбиәтте, уның формаларын һәм башҡа аспекттарын функциональ дифференциациялау кимәлендә өйрәнеүҙе методологик йәһәттән урынлы һа­най. Шунан сығып, ул поэтик төрҙө йыр лирикаһы, манифестацион-публицистик лирика, медитатив лирика һәм нарратив лирика типтарына бүлә, уларҙың һәр ҡайһыһының йөкмәтке, форма, стиль үҙенсә­лектәрен, улар менән айырылғыһыҙ бәйләнештә жанрҙар системаһы тәбиғәтен, генезисын, теорияһын, идея-эстетик сығанаҡтарын, үҫеш-үҙгәреш динамикаһын боронғо дәүерҙән алып 1917 йылға тиклемге ҙур тарихи арауыҡта ентекле яҡтырта.

Ғалим тарафынан тәҡдим ител­гән был классификация шиғриәттең теге йәки был осорҙағы төрлө жанрҙарын һәм уларға туранан-тура бәйле булған йөкмәтке, художестволы форма, стиль үҙенсә­лектәрен өйрәнеүгә системалы, комплекслы килеү, тимәк, теге йәки был осорҙағы тәбиғәтен, үҫеш-үҙгәреш панорамаһын мөмкин ҡәҙәр тулы күҙ алдына баҫтырыу мөм­кинлеген бирә.

Ғөмүмән, ул иғтибарҙы башҡорт һүҙ сәнғәтенең революцияға тиклемге, совет һәм постсовет осор­ҙарындағы магистраль үҫеш юлдарына йүнәлтеүгә һәм уның генезисына, тарихи традицияларына, идея-эстетик сығанаҡтарына таянып эш итеүгә киң юл яра. Шуға ла бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ғилеме­нең авангардында барған ғалимдың был хеҙмәттәре һәм бүтән бик күп эштәре өлкән класс уҡыусыла­рынан, студенттарҙан, аспирант­тарҙан, уҡытыусыларҙан алып әҙәбиәт ғилеме һәм башҡа гуманитар фән өлкәләрендә эшләүсе ғалимдарға тиклем өҫтәл китаптары, ниндәйҙер кимәлдә энциклопедик сығанаҡтар булып тора, улар гел ҡул аҫтында ҡала килә. Быларҙың барыһы ла – фәнебеҙҙең уңыштары һәм ҡаҙаныштары.

 

Нәркәс ХӨББИТДИНОВА,

филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре.

Читайте нас: