Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ноябрь 2021, 20:05

Әсә ҡуйынындағы бала (Булған хәл)

...Әллә көн боҙоғо шулай баҫа, әллә күңеле бер-бер хәл һиҙә. "Көн яманы үтә лә китә, бына әҙәм яманы үҙәккә үткәрә", – тине ҡәйнәһе Нәҡиә бер көн.

Иртән торғандан Сөйөмбикәнең килке-килке йөрәге сығып аптыратасы. Әллә көн боҙоғо шулай баҫа, әллә күңеле бер-бер хәл һиҙә. "Көн яманы үтә лә китә, бына әҙәм яманы үҙәккә үткәрә", – тине ҡәйнәһе Нәҡиә бер көн. Өҙөп кенә әйтмәһә лә, Сөйөмбикә уның тел төбөн һиҙҙе: бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған ҡайныһы, күрәһең, алтын затынан булмаған. Юғиһә, егерме йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән ирен шул тиклем рәнйеп иҫкә алмаҫ ине.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Сөйөмбикәнең матур киләсәккә өмөтләнеп, хыялланып сыҡҡан Сәмиғуллаһы ла үлтереп маҡтар зат түгел. Шул уҡ ваҡытта уны яман әҙәм, тип тә әйтеп булмай. Аңламаҫһың: көйө килгәндә, ҡәҙимге кеше, еңмеш яғы әйләнеп, бер тиҫкәреләндеме...

– Килен! Өйҙәһеңме, килен? – Көтмәгәндә ишетелгән тауыш урындыҡ ситендә ултырған Сөйөмбикәнең ауыр уйҙарын бүлде. Ул хатта һиҫкәнеп, тертләп китте. Әллә йөрәге лә боҙолоп бара инде?

– Әйҙә, үт, ҡәйнәм, үт, – ҡәйнәһенең тауышын танып, килене уға ҡаршы атланы, – һыуға сығырға тора инем.

– Йомошом ҙур түгел, килен, – тине Сөйөмбикәнең һүҙҙәрен үҙенсә аңлаған ҡәйнә. – Күп ваҡытыңды алмам. Хатип ҡайнағаң киске ашҡа әйткәйне, шул сәләмде еткерергә тип ингәйнем.

Тумалаҡ кәүҙәле, һәләк сос, хәрәкәтсән Нәҡиә апай хәбәрҙе ярып һалып торһа ла, бәғзе бер иләк ауыҙҙар ише, алағайымға ләстит һатып, ғәйбәт һөйләп йөрөмәҫ. Айырыуса килененә ҡарата кешелекле, кеселекле ул. Туғанлашыуҙың тәүге көндәренән уны үҙ балаһы һымаҡ күрҙе, алдында һауаланып йөрөмәне. Киреһенсә, Сөйөмбикәнең итәғәтлегенә ҡыуанып бөтә алмай. Баҫҡан ерендә ут сығара тип, тап Нәҡиә һымаҡтар хаҡында әйтелгәндер ул. Өҫтәүенә, ҡулынан килмәгән кәсеп юҡ. Килен – ҡәйнә буҫағаһынан: Сөйөмбикә лә, ҡәйнәһенә оҡшап, мәшәҡәттәрҙән һис ҡурҡып тормай. Уның, эшем юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырғаны булмаҫ. Бөткәнме ни ауыл ерендә эш! Намыҫы юҡтарҙың, тере ялҡауҙарҙың ғына эше юҡ. Уларҙың донъяһы һәр саҡ теүәл. Донъялары емерелеп ятһа ла.

Өс бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, сибәрлеген ташламаған, киреһенсә, сабыйҙарын яҡты донъяға килтергән һайын һылыулана, ымһындырғысыраҡ була барған аҡ йөҙлө, асыҡ–зәңгәр күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы илгәҙәк Сөйөмбикә ҡәйнәһенең өҙөлөп тороу сәбәбен ҡайсаҡ үҙенсә гөман итә: тимәк, ҡәйнә кеше улының бәйелһеҙ холҡонан уңайһыҙланып, килененә еңеллек теләй, уның алдында өнһөҙ генә ғәфү үтенә. Тик был турала Нәҡиә бер ваҡытта ла ауыҙынан сығарып һүҙ әйткәне юҡ. Сөйөмбикә лә үҙ сиратында ҡәйнәһен, балаларының яратҡан өләсәһен, бар хәленсә хөрмәт итергә, уға ҡарата ижтиһад ҡылырға, һәр ипле килен шикелле, ҡәйнәһенә ярарға тырыша. Шөкөр, күпме бергә йәшәп тә, әле бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешкәндәре, бер-береһен яманлап йөрөгәндәре юҡ, иншалла.

Шулай ҙа ҡайнағаһы ни уйлап бынауы сасҡау һыуыҡта, өҫтәүенә, буран сығырға торғанда ҡунаҡ йыйырға булып китте икән? Күрәһең, башҡа уңай мәлен тапмағандыр. Ул да бит, баш инженер булараҡ, эш тип көнө–төнө саба. Бараһы ер алыҫ түгел түгелен, урта хәл атҡа бер сәғәтлек юл. Шулай ҙа ялан ерҙең бураны шөбһәләндерә. Бер тапҡыр булһа ла юлда ҡалып, үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына белә уны.

– Үҙебеҙ нисек тә итер инек, ҡәйнәм, балалар бар бит әле. Улар менән ҡышҡы юлға сығыуы. – Сөйөмбикә баҙнатһыҙ ғына баш тартмаҡсы итте. –Танаҡайҙың да көнө еткән.

– Ер аяғы ер башына китеп бармайбыҙ әле, килен. Йылыраҡ итеп кейенербеҙ, толоп алырбыҙ. Ә сабыйың өсөн борсолма, – Нәҡиә сәңгелдәктә ятҡан балаға эйәк атты. – Бирешмәҫ. Әсә ҡуйынында бала үлмәй ул. Бармаһаҡ, ҡайнағаңдың хәтере ҡалыр.

– Әллә инде..."Әллә инде, ҡәйнәм, Сәмиғулланың ауыҙына хәмер эләкһә, холҡон үҙең беләһең", тип әйтмәксе ине Сөйөмбикә. Әйтә алманы, эскерһеҙ ҡәйнәһенең күңелен уйланы.

Эшкә егәрле, дәү кәүҙәле бөтмөр Сәмиғулла былай насар кеше түгел. Насар кеше тип әйтергә тел әйләнмәй. Айныҡ сағында унан да йыуаш, унан да күндәм ир юҡ. Уның һымаҡтар хаҡында, ғәҙәттә, "быҙау" тиҙәр. Ана шул быҙау аҙ ғына араҡы ҡабып, ҡаны ҡыҙып алдымы, күҙ алдында ер сапсып, ажғырып торған бүгәй үгеҙгә әйләнә лә ҡуя. Аптырарһың, бер-ике йотом шыйыҡса шул тиклем дә үҙгәртә алыр икән әҙәмде. Бер туйҙа ҡоҙасалары йығылып ятып үпкәләй-үпкәләй ҡыҫтағастары, уларҙың һүҙен йыҡмайым тип, иблескә әүерелдерер аҫтыртын эсемлекте Сөйөмбикә лә үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр татып ҡараны. Эсте лә, ут ише көмөшкә шунда уҡ тын юлын бөрөп, тамағын ҡурып алыуҙан сәсәп үлә яҙҙы. Шунан һуң уны эсеү түгел, тотоп та ҡарамай. Ныҡ биҙҙе. Бер уртлам һаҫыҡ көмөшкә хаҡына йәнен бирергә риза ир заттарына ҡарап хайран ҡалып аптырай: ни йәмен, ни тәмен табаларҙыр шул шайтан һыуының? Ә балалар өлөшөнә инеп, шул сәрхүштәрҙең һуңғы тиненә ҡәҙәр һыпырып алып ултырған "кәпәстәр" ни уйлайҙыр? Нисек намыҫтары етеп, кеше күҙенә ҡарайҙарҙыр?

...Хужа менән хужабикә ҡунаҡтарын яҡты сырай, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, аяғөҫтө тороп һыйланы. Уйын-көлкөһө лә, һый-хөрмәте лә мул ине. Бер аҙға ғына булһа ла ығы-зығылы донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңел асып ултырҙылар. Сөйөмбикәнең борсолоп икеләнеүҙәре юш килде: ауыҙына араҡы тейгән Сәмиғулланың теле көрмәлеп, һөйләгәндәре торған һайын мәғәнәһеҙерәк була барҙы. Эт тә ашамаҫлыҡ һүҙҙәр йышыраҡ ишетелде. Ире өсөн йөҙө ҡыҙарып ултырған Сөйөмбикә түҙмәне:

– Ҡәйнәм, Сәмиғҡа әйт әле, ныҡлап иҫереп китмәҫ элек ҡайтайыҡ инде, – тип ялбарғандай итте.Шыбырлап тигәндәй әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡолаҡ сите менән ишетеп ҡалған Сәмиғулла янъял ҡуптарҙы.

– Көт, хәҙер алып ҡайтырмын! – Ул ултырған еренән һауыт-һаба шалтыратып, өҫтәлгә һуҡты. – Кәк мин ағайыма килһәм, тиҙерәк апҡайтыу яғын ҡайыраһың! Үҙеңә етмәгән, әсәйҙе ҡотортоп ултыраһың.

– Һуң, Сәмиғ, Алаҡай беренсегә быҙауларға ҡалды, буран да көсәйергә...

– Бар, үҙең ҡайт, инәңде... – Сәмиғулла енләнеп китте. – Минең туғандар һинең өсөн кеше түгел, үҙ туғаның ғына туған! Ғүмерең буйы минең ағай-энене яратманың!

– Ҡуй, улым, юҡты һөйләмә, – Нәҡиә сикһеҙ ярһып киткән улын тынысландырырға маташып ҡараны. – Килен, шөкөр, һәйбәт. Уға һүҙ тейҙерәһе булма.

Ә ағаһы менән ҡәйенеңгәһе әйткәнде Сәмиғулла ишетергә лә теләмәне.

– Һәйбәт булғас, ана бара юлы! – Ул сәбәләнеп, ҡулын һелтәне. – Уйнашы көтәлер, шәт! – тип нахаҡ ғәйеп тағып, бар асыуына ҡысҡырына башланы.

– Сәмиғ, ни һөйләйһең, яҙыҡтан ҡурҡ! – Бындайҙы көтмәгән Сөйөмбикә, асырғанып, ике усы менән битен ҡапланы ла, ситке өйгә йүгереп сығып китте.Мәжлестең йәме ҡасты.

– Эй, Хоҙайым, бер ҡунаҡта кеше һымаҡ ултырырға насип булырмы икән? – тип һыҡтаны Сөйөмбикә. – Ҡайнаға, егеп бир атты. Малайҙар ҡалыр, ҡыҙым менән мин ҡайтайыҡ. Үпкәләмә, риза булып ҡал. Хөрмәтең өсөн рәхмәт.

– Бар, бар! Суҡынып кит, миңә тиһә. Һин тиҫкәрене берәү ҙә еңә алмаҫ. Артыңды бирһәң, бирерһең, һүҙеңде бирмәҫһең, – тамам тилергән "бүгәй" торған һайын оятһыҙлана барҙы.

Иҙрис Ноғоманов

(Дауамы бар)

Икенсе бүлек - https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-25/s-uyynynda-y-bala-bul-an-h-l-ikense-b-lek-2595926

Читайте нас: