Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2021, 20:07

Әсә ҡуйынындағы бала (Булған хәл) икенсе бүлек

...Күп тә үтмәне, буран күҙ асҡыһыҙ дауылға әйләнде. Киҫкен һауа тулҡындары ажарланып, ҡарҙы саң-туҙан урынына уйнатып, һауаға сойорғотто, соҡор, уйпат урындарға илтеп тултырҙы, сананы әйләндереп ташларҙай булып ҡыланды.

...Инде шөйлә көсәйергә өлгөргән ел сымдарҙы бәүелдереп, бағана баштарында геүләй, кәртә-ҡура араһында нимәнелер шаҡылдатып уйнай, мөрйә эсенә инеп олоп сығырға ла ваҡытын таба. Күптән түгел генә салт аяҙ торған күк йөҙөндә, бер-береһен уҙырға тырышып, хәтәр дауыл хәбәрселәре – шыйыҡ, ялбыр болоттар ҡайҙалыр ашыға. Уларына ҡаршы,төнгө донъяны үҙ ҡарамағына алыуҙан ҡәнәғәт ҡалған, тулы ай йөҙә. "Төн ҡараңғы түгел, нисек тә ҡайтып етермен әле. – Һалҡындан тынысланырға өлгөргән Сөйөмбикәнең, ер юлдашына ҡарап, эсенә йылы йүгерҙе, атты ҡабаландыра төштө. – Эт урынына таланып ултырғансы. Иртәнгегә элекке хәленә ҡайта торған әле...

"Ауыл осона сығыуға, ҡаршы ел бермә-бер көсәйҙе. Бая килгәндә тап-таҡыр булып ятҡан юлды, урыны-урыны менән һырынты һалып, ҡар ҡаплай ҙа башлаған. Күп тә бармай, юл бөтөнләй юғалды: әйтерһең, ул бөтөнләй булмаған, ҡар менән һыланып тигеҙләнеп бөткән. Туры ат ҡаты ерҙе тояҡтары менән генә тойоп бара. Хәлһеҙләнеп, арып ҡуймаһа, һиҙгер хайуан юлдан яҙлыҡмаҫ та ул, ел ыңғайына башы һуҡҡан яҡҡа сығып китмәҫ. Ошоно яҡшы белгән Сөйөмбикә тыныс ҡына йоҡомһорап килә. Толобоноң яғаһын ҡайыра, ынтыла биреп алға ҡарамаҡсы итә, сикәләрен кинәт өтөп алған әсе елдән, күҙҙәренә һибелгән ҡарлы боҙ бөртөксәләренән ҡасып, толоп эсенә йәһәт кенә кире боҫорға мәжбүр була. Шулай ыжғыр бит ул ялан еле. Сөйөмбикә атты үҙ яйына ҡуйҙы. "Ялҡау ат та ҡайтыу яғына етеҙ була", тип иҙерәп, йәнһеҙ йоҡлаған балаһын ҡуйынына ҡыҫа биреп, сана төбөнә ятты. Тәүге тапҡыр түгел бит, элек тә ошолай ҡайтҡаны бар. Ана, юл күрһәтеп торған һалдаттар кеүек, электр бағаналары теҙелеп киткән. Шуларҙан күҙ яҙлыҡтырмағанда.

Күп тә үтмәне, буран күҙ асҡыһыҙ дауылға әйләнде. Киҫкен һауа тулҡындары ажарланып, ҡарҙы саң-туҙан урынына уйнатып, һауаға сойорғотто, соҡор, уйпат урындарға илтеп тултырҙы, сананы әйләндереп ташларҙай булып ҡыланды. Бына ул ысын ялан бураны! "Йә, Раббым! Үҙеңдән – ярҙам! Балаҡайҙарым хаҡына имен-аман ғына ҡайтып етергә яҙһын", – тип ялбарҙы Сөйөмбикә. Ҡуйынындағы йылы йомғаҡты күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Бер аҙ барғас, толопто ҡалҡыта биреп, юл ситендәге бағаналарҙы эҙләне. Әммә улар күренмәй ине: аҡ ғәрәсәт йоттомо ни, сымдары геүләй, үҙҙәре юҡ. Юлһыҙ ерҙән барған ат аҙымдарын һиҙелерлек аҡрынайтты. Бер-ике тапҡыр туҡталып, башын сайҡай-сайҡай ушылдап, тын алып торҙо. Башта Сөйөмбикә Турыны ҡыуып ашыҡтырманы. Ә инде уныһы өсөнсөгә туҡтап, был юлы оҙаҡ ҡына ҡуҙғалмағас, түҙмәне:

– На, Турыҡай! Әйҙә, малҡай, әйҙә, йәнем, – тип инәлә биреп, дилбегә ҡаҡты. – Тиҙерәк алып ҡайтып еткерә күр, аҡыллым.

Ҡарт алаша, сбруй ҡайыштарын шығырлатып, йылдам ғына ҡуҙғалып китеүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ бара алманы, йәнә туҡталып ҡалды. Ҡорһағына етеп ятҡан тығыҙ ҡарҙы йырып йөҙөп барыуы еңел түгел уға. Ат тигәс тә.

Сөйөмбикәнең йөрәген өшөтөп, күңеленә беренсе шом йүгерҙе: Турыҡай арып ҡуймағайы. Ошо ҡурҡыныс уйҙан ул һикереп тора һалды. Тәүҙә атына инәлеп-ялбарып өндәште, аҙаҡ бар асыуына дилбегә осо менән һуҡҡыслап ҡараны, әммә хәлдән тайған мал ҡуҙғалырға теләмәне лә. Артына боролоп, кисер, хужабикәм, атлар әмәл ҡалманы тигәндәй, тик торҙо ла ҡуйҙы. Юғалып ҡалып, төшөнкөлөккә бирелә башлаған ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе – сеңләп илап ебәрҙе. Ошо мәл, уның аяныслы хәлен аңлағандай, Туры кинәт ырғылып, алға һикерҙе. Унан тағы, тағы. Абайламай ултырған Сөйөмбикә сананан саҡ осоп ҡалманы, ярай әле, терәккә тотоноп өлгөрҙө. Шулай ҙа, ҡар менән яртылаш күмелгән ауыр сананы һөйрәп, ат ыратып китә алманы, тағы шып туҡтаны. Сөйөмбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: үҙе, ярай, нисек тә итер, бына сабыйы.Ҡатын, ҡулы менән битен ышыҡлап, алға ҡараны. Һырынтыға сумған атының һырты ғына күренә. Ул, ахыры, абайламай, яҙғыһын йылға үҙәненән сығып йыуған йырынға килеп тарыған. Яҙмышына буйһонғандай, ул хәҙер тыпырсынмай ҙа, алға ынтылырға ла тырышмай. Әле өмөтөн өҙмәгән Сөйөмбикә, бар ихтыяр көсөн туплап, сананан төштө, бата-сума ҡар кисеп барып, теҙгенгә йәбеште, атының муйынынан ҡосаҡлап һыҡтаны, уны алға әйҙәп ҡараны. Турыҡай ҡаҡшаған ҡеүәтен йыйып, алға ырғылмаҡсы итте лә, хәле мөшкөлләнеүҙән ҡабырғаһына ауа башланы. Ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, хырылдарға тотондо. Бындай осраҡта ни эшләргә белгән Сөйөмбикә, һәрмәнеп, тамаҡбауҙың осон эҙләп тапты, уны сисеп ебәрҙе. Хәлһеҙләнгән ат иркенләп тын алды. Ҡото алынған ҡатын, быуындары бушап, сана терәгенә ултырҙы. Атын ҡотҡарҙы ла ул.– Әйҙә инде, Турыҡайым, аҡыллым, һәләк итә күрмә беҙҙе. Бар өмөт һиндә генә! – тип сеңләне ҡото алынған ҡатын. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла тамаҡ бауҙы яңынан тартып бәйләп ҡуйҙы. – Әйҙә, күп тә ҡалмағандыр инде ҡайтып етеүгә.

Ат урынынан ҡуҙғалманы. Ниндәй хәлгә тарығанын әле килеп асыҡ аңлаған Сөйөмбикәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Шулай уҡ бөтәһе лә бөттөмө икән уның өсөн? Ошо ҡәһәрле йырын эсенә килеп үлер өсөн йәшәнеме ул? Балаҡайҙарын-ғәзиздәрен йәшәй ҙә башламаҫ элек етем итер өсөн таптымы? Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙең был язаңды, эй, Аллам!

Сөйөмбикә ҡулдарын ауыҙына ҡуйып ҡысҡырып ҡараны, әммә тәнде генә түгел, йәнде өшөткөс үкереү уның мөсһөҙ тауышын шунда уҡ йотоп та ҡуйҙы. Үҙ тауышы үҙенә өҙөк-йыртыҡ ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Алышыныр сиккә еткән ҡатын күпме генә ҡолаҡ һалып ултырһа ла, дауыл геүләүенән башҡа ауаз ишетә алманы. Ахыры, өмөмтһөҙлөктән тамам ҡаушап сикһеҙлеккә бирелеүҙән, сабырһыҙланып шыңшый башлаған сабыйы янына йомарланды.

– Ни булды, бәпкәм? Өшөйһөңмө әллә? – Әсә балаһын тыны менән һурып алырҙай булып өҙгөләнде. – Бирешмә, ҡыҙым. Ҡыҙҙың йәне ҡырҡ, хәҙер ҡайтып еткәс, мейес тоҡандырып ебәрербеҙ, танаҡайҙы тәрбиәләрбеҙ.

Сөйөмбикә балаһын да, үҙен дә йыуатҡандай, шулай һөйләнде лә һөйләнде, ә күҙ йәштәре субырлап аҡты. Зирәк ҡатын һиҙә: тештәрен ыржайтып, әжәл яҡынлаша. Ана, инде уның һалҡын һулышы ла һиҙелә. Ғазапламай ғына алһаң ине йәнемде.

– Хәҙер, бәпесем, хәҙер, аҙға ғына түҙһәң. – Сөйөмбикә ярһып иларға тотонған ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тынысландырырға тырыша. Шунан, һуңғы иҫен туплап, өҫтөндәге пальтоһын систе, сабыйын шуға төрҙө лә, үҙе күлдәксән килеш толопҡа бөркәнеп, балаға һыйынды, ҡалтыранған ҡулдары менән уның ауыҙына имсәк ҡаптырҙы.

– Бына, матурым, һиңә инде йылы, ә мин нисек тә түҙермен. Әсә ҡуйынында бала үлмәй, ти бит өләсәйең, оло кеше белмәй әйтмәҫ, – Сөйөмбикә буҫлығыуҙан тыйыла алмай, ҡыҙын ҡосаҡланы. – Исмаһам, һин йәшәһәң ине, балаҡайғынам.

Иҙрис Ноғоманов

(Дауамы бар)

Башы - https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-11-24/pensiya-fondy-i-k-rt-2595462

Читайте нас: