Бөтә яңылыҡтар

Ҡырағай

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйә (аҙағы)

Ҡырағай

Хикәйәнең башын уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-20/yra-ay-2590911?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Дауамын уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-23/yra-ay-2592729

Аҙағы:

Таң һыҙыла башлағанда Марс күптән тышта махсус эҙләү бригаданың килерен көтөп тапана ине. Һалҡынса ауыл иртәһе мең төрлө ауазға мансылып ҡояш нурҙарында ҡойонорға йыйына. Күпме ғүмер ерҙә йәшәп, Марс тәүге тапҡыр үҙ ауылының иҫ киткес матур, йәнле булыуына иҫе китеп таң ҡалды. Өйкөм-өйкөм һыйыр ҡыуған еңгә-килендәр ағымы, сыбыртҡы шартлатып көтөү туплап маташҡан малай шалайҙар һыҙғырыуы — тик ауыл өсөн генә хас матурлыҡ тип ине.

Саң борҡотоп ҡабырғаһына күк буяу менән "Полиция" тип яҙылған машинаның Шакир утарынан үтеп Бикә әбей йортона барып туҡтауына һис кем аптыраманы. Кистән генә Марс менән Мирастың бер булып әсәләрен эҙләүен ишеткән бар ауыл бары тик баш сайҡап ҡына аптырашын белдерҙе.

Махсус бригада тигәндәренең кинолог эттәренең дә булмауына бер аҙ эсе бошто Марстың. Шулай ҙа, ышанысын һүндермәй, улар һорашҡан һәр нимәне әйтеп, хәленән килгән тиклем күрһәтеп маташты.

...Әсәйегеҙ кемдәр менән тығыҙ ҡатышты?
...Ғәҙәтендә ҡырға сығып йөрөп килеү бар инеме?
...Хәтер юғалтыу, онотоу менән йонсоманымы?
...Ҡан баҫымы нисек ине?
...Ә өҫтөндә ниндәй кейем ине?

Һорау алыусы йәш егеттең ҡайһы бер ябай ғына һорауҙарына ла Марс яуап таба алмай йөҙәне. Мирас та ни эшләптер оҙаҡланы, ана, бар, һин яуап бир, тип ҡотолор ине йә.

— Әсәйегеҙ оло ғына булған. Моғайын, бындай йәштә уны ҡан баҫымы күтәрелеүе лә йонсотҡандыр. Исмаһам, бер булһа ла һорашманығыҙмы ни шул хаҡта?

Үҙе йәш булһа ла, төплө һорауҙары менән Марсты тамам йонсотҡан тәфтишсе егеткә Ниловичтың асыуы ҡабарҙы. Белмәһәң бел, мин шул-шул завод директоры булам, һеҙҙең алда Марс Нилович үҙе, тип танытырға уйлағайны ла, мәле әле түгел, тип эстән үҙен тыйҙы. Тыйылды. Белгән һорауына белгәнсә, белмәгәненә яурын һикертеп кенә ултырҙы. Был күренеш уға хас та имтиханды хәтерләтте...

Урман-ҡыр, туғай-дала ҡалманы, Бикә әбейҙең эҙе лә, еҫе лә табылманы. Исмаһам, бер йөй ҙә эләктерә алмаған махсус бүлек егеттәре көн төшкөлөктө ауып үтеүгә, икенсе ҡаланан тиҙ арала эҙәрмән эт биреп тороуҙарын һорап рация аша хәбәр юлланы. Күп көттөрмәне улары. Һауа юлын ярып вертолет менән ҡыр күҙәтеп килгән полицайҙарҙы бар Шакир утары халҡы ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды.

Кемеһелер, "Бикә әбейҙе күрше өлкәлә тапҡандар, ти. Шуға виртәлүт менән әпкилгәндәр", тип ғәйбәт боламығына ойотҡо төшөрөп тә ебәрҙе. "Аҡсаһы күп булған ти бит ул аның. Эйе-е! Нил ҡарт һуғыш витыраны булды бит. Хөкүмәт беҙгә бирмәгәнде уларға вис һондо. Ана шул аҡсаһын ҡыҙғанып та гурытҡа бармай ятҡан ти бит Бикә. Малайы апҡайтам тип килһә лә бармағас, үсегеп бүтән килмәҫ булып йөрөгән. Ана, эт менән ҡош кинәнде инде аҡсаһына. Үҙе иҫән булһа ярай әле", - тип үҙенсә хәбәр таратты икенсе берәү.

Бөтә өмөт эттә. Өйгә инеп әсәләренең һәр саҡ кейеп йөрөгән кәзәкеһен, кергә тип бер яҡ ситкә һыпырып һалған яулығын эт томшоғона тейҙереп еҫкәтеп алғас, эттең сабауыллап урамға атылыуына артынан йүгергән егеттәр ыңғайына Марс та, Мирас та тышҡа атлыҡты.

Бына эт ишек алдын зырлап өйрөлөп еҫкәнеп сыҡҡас, емерек һарайҙар араһына инеп маташты. Әллә эҙ юғалтты, кире өй алдына килеп, хәтер яңыртҡандай еҫкәнде лә туп-тура ырҙын артына сапты. Сылбыр тотҡан егет саҡ һөйрәлмәй эт артынан йүгерҙе.

Көҙҙән эре киндерҙәре йолҡолмаған ырҙынлыҡты үтеп, эт сәңкеп-сәңкеп элекке буралы баҙ тәңгәлендә өрөргә кереште. Артынан йыйылған кешеләр килеп еткәндә, эт сыйнап баҙ ҡапҡасын асыуҙы һорай ине...

Һалҡын баҙ эсенән тере ҡиәфәте юғалған Бикә әбейҙең кәүҙәһен сығарғас, барса йыйылған халыҡ "аһ" итеп ҡалды. Тере! Пульсы бар! Тиҙерәк больницаға!

Зым-зыя йүгерешкәндәр ыңғайына Марс та машинаһын алып килергә өй алдына сапты. "Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡасан килгәнен көтөп ултырғансы, ҡаршы барырға! Боҙ булып ҡатҡан әсәһенең кескенә кәүҙәһен машинаның артҡы ултырғыстарын ятҡырып урын әҙерләп һалғас, үҙе артынан саң ғына борҡотоп ҡалдырып, Марс район үҙәгенә атылды. Юл буйына ауыҙ эсенән "Әсәй... әсәй... әсәй, китмә... Эй, Хоҙайым... берүк әсәйемдән айырма... Аҙ ғына булһа ла ваҡыт бир миңә... Йә, Раббым... хаталарымды, гонаһтарымды еңеләйтер әмәл бир... Әсәйемде генә ҡотҡар... Әсәй... әсәй, китмә... Хоҙайым, ишет ялбарыуымды... айырма беҙҙе... аҙға ғына булһа ла... Әсәй... әсәй..." - тип шыбырланы.

"Ашығыс ярҙам" машинаһына әсәһен күсереп һалғас та, Марс тотам ҡалмай, район үҙәгенә барҙы. Хәл өҫтөндә ятҡан кешегә иғтибар итмәйерәк ҡыланған табиптарҙың кемеһендер быжғыртып, ҡайһыһына "ҡыҙыл ҡағыҙ" вәғәҙәләп, әсәһенең сығып ҡына барған йәнен тотоп ҡалыуҙарын инәлде. Ҡан баҫымы түбәнәйеп, тәне ныҡ һыуынған әбей бер ҙә ыңғайға барғандай түгел ине. Ниндәйҙер укол артынан уколдар, стстемалар менән сырмап, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ҡураныс кәүҙә бер мәл йәнләнгәндәй ҙә булғайны...

Күҙ алмай һәр секунд, һәр минутты һанаған Марс әсәһенең ҡулы һаҡ ҡына ҡалҡыныуына:

— Әсәй... әсәй... ишетәһеңме мине? Әсәй, был мин - ҡырағайың, - тип һаҡ ҡына янына яҡынлағайны ла, тарамышлы ҡул һәленеп төштө. Марс аңланы: үтте әсәһе... 

Тыпырлашып йүгерешкән медсестралар... Йыуатыу һүҙҙәре... Былар барыһы ла күк томан эсендә кеүек ине. Беренсе тапҡыр Марс үҙ теләге менән әсәһенең ҡулынан иркәләнгеһе килгәйне. Яҙманы... Әгәр бер генә минутҡа иҫенә килеп, әсәһе күҙен асһа, әсәй, ғәфү ит мине, ҡырағайыңды, тип әйтергә теләгәйне. Яҙманы...

Бөтә ауыл менән ҡәҙерләп, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар Сөйөмбикә әбейҙе. Уның үлеме сәбәбен һәр кем үҙенсә юраны. Кемеһелер, баҙға әбей үҙе төшкән, тине, икенселәре уның әҙ-мәҙ "төшөрөү" ғәләмәте барлығынан күрҙе, ә өсөнсөләре бөтөнләй криминал сәбәп фаразлап, аҡсаһын урлап, үҙен баҙға һелтәп киткәндәр, тип һүҙ йөрөттө. Марс медэкспертиза белешмәһенә ышанып, ауылдаштары ни һөйләүенә иғтибар ҙа итмәне.

Мәрмәр таҡтаташ эсенә уйып ҡуйылған әсәһенең фоторәсеменә ҡарап тын ғына илаған Марс, гүйә, ошо минутта кешелек сифаттарын ала бара ине. Тик һуң шул.

Шуныһы йәл, Марс әсәһенең уны һағыныуҙан янып барған йөрәге әрнеүен бер аҙ баҫыу өсөн, һалҡын ҡайнатма алыу өсөн баҙға төшөүен белмәне... Ҡараташ аҫтынан күҙ талдырып йыйған, нисәмә йыл һаҡлап килгән инселәгән ҡарағат ҡайнатмаһының һаман да шул баҙҙа көтөп ултырыуын аңламаны...

Ҡар һыуына биртенгән баҙ ҡапҡасы аҫтында Бикә әбейҙең сеңләп илай-илай балаларын саҡырып арып һүнеүен күҙ алдына ла килтермәне улар... Аңламанылар... һиҙмәнеләр... белмәнеләр... Сөнки уларға ҡырағайлыҡ хас ине.

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА хикәйәһе.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова