Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2021, 07:45

Фатиха

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйә

Фатиха

(БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-30/fatiha-2600723

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-01/fatiha-2601994)

Мәрйәм ҡала үҙәгенә килеп етеп дауахана тупһаһына баҫыуға артынан ҡәйнәһенең үлеме хаҡында хәбәр ҡыуып та етте. Йәшәү менән үлем араһы – бер аҙым, бик аҙ ғына ваҡыт икән. Һис кенә лә иҫенә килмәгән Нияздың кәүҙәһе янында түгелгән күҙ йәштәре аша Мәрғүбә әбейҙең хәлен еткерҙе. Өнһөҙ һын нисек хәрәкәтһеҙ ятһа, шулай тын ҡабул итте яңылығын. Төн ҡараһында ҡәйнәһе үҙ ҡулдары менән ҡульяулыҡҡа төйнәп биргән һумлыҡтарын илай-илай ҡутарып, кәрәкле дарыуҙарға тип һалды. Ирен көтөргә яллаған медсестра кеҫәһенә лә ҡулъяулыҡтан арыу уҡ сумма инеп ятты.

Тағы юлға. Ҡышҡы көндә ҡойоп ямғыр яуамы ни! Күҙ алмалары субырлап аҡҡан йәштәр аша ҡайтыр юлды саҡ сырамытып алға ҡарай...
Ныҡ ауыр кисерҙе Мәрйәм ҡәйнәһе үлемен. Ҡасандыр үҙен яңғыҙмын тип яңылышҡанын аңлап, ҡола яланда ҡалғып ҡалғандай тойҙо. Буп-буш һил донья. Тайырһың, таянырың юҡ. Сер һөйләрһең, һине тыңлаусы булмаҫ. Тик торорға ярамай, атларға кәрәк, юлды тик үҙең һайлайһың, аҙымыңа ла үҙең хужаһың.

Ҡыйын! Тәүге тапҡыр ҡыйын ысынында Мәрйәмгә. Ҡәбер тынлығы, ҡәбер ҡаралығы ҡапланы көндәрен. Ҡәйнәһенең өсөн уҡытып, Нияз янына ашҡынды. Ваҡыты-ваҡыты менән аңына килгән иренә өмөт менән ҡарап йыуанды. Иҙелеп тиерлек бөткән бил тәңгәле, эс-бауырына ҡатмарлы операцияларҙан, һынған һөйәктәр һыҙлауынан һыҡранған бисара йәшәү өсөн үлем менән көрәшеп бер була. Иҫендә булһа ла, теле көрмәлә, күҙҙәре генә төпкә батып бар теләгәнен әйтергә теләй. Уның бар тәнен ҡоршаған система энәләрен һыпырып ташлап, аяғүрә баҫып тороп китер көнөн тиҙләтергә теләп аяҡ осонда Мәрйәм көн-төн теләк теләп һыҙланды.

Тик Ниязы бер генә лә алға барманы. Юғары тән температураһы уттай яндырып, күпме тырышмаһындар, һис башһынырға бирмәй ыҙалатып әжәл бер таңда үҙ арбаһына ултыртты уны. Тартҡылашты, тартышты. Тел осонда сәйер тауыш сығарып ырылданы, тик... тик йәненең һуңғы һулышы сыҡҡанда ғына " әәәсссс....әәәәәсссс" тип өҙөлдө һүҙе.

Һалҡын, йәнһеҙ тәненә йығылып һулҡылдап илаған Мәрйәмде саҡ айырып алдылар. Үҙ әсәйе булһа, бәлки, "әсә-ә-әй, әсә-ә-әй!" тип тә илар ине. Һүҙһеҙ иланы...

Биш көн арауыҡта ғына бер-бер артлы зыяратта ике ҡәбер ҡарайып ҡалҡынды. Мәрйәм иңдәрендә ҡалҡыта алмаҫлыҡ ауырлыҡ тойоп ҡайғынан ҡарайҙы... Үлгәндәр артынан үлеп булмай тип, балалары хаҡына йәшәүгә көс алып башын баҫып эшкә бирелде. Ҡараусыһыҙ ҡарттарға ярҙам күрһәтеүсе булып эшкә төшөп, көндөҙ эштә булһа ла, төндәрен күҙҙәрен йоҡо алмай яҡындарын һағынып йөҙәне. Ҡайнаға-килендәштәренән тыш бер туғанһыҙ булыуы йәнен әрнетте. Ҡайҙалыр ҡырға олаҡҡан үҙ әсәһен осратырына ни эшләптер өмөтө һүнмәне...

Бер көн шулай эштән ҡайтыуына ҡапҡа тышында ят машина тороуын күреп, аҙымдарын йәһәтләтте. Урам эсе яғынан сығып килгән ҡарт ҡына ҡатын таныш та кеүек күренде, тик иҫләй алманы. Берәйһе яңылышып килеп туҡтағандыр тип уйланы. Юҡ икән. Һүҙен ниҙән башларға белмәй аҙапланды ҡатын. Урам тышында тотмай, өйгә үтеп, сәй янында аңлаштылар саҡ. Ысынлап та, ҡасандыр үҙен доньяға тыуҙырған ҡатын икән ул. Мәрйәм хатта тын да алмай тыңланы...

"Балаҡайым... миңә рәнйеп илаған көндәрең аҙ булмағандыр. Ғәйеплемен. Яратып яралттым, тик ҡаршылыҡтарҙы еңеп-емереп бәхетле бала саҡ бүләк итә, аҡ һөтөм менән туя имеҙә лә алманым шул. Ун алты ғына йәш ине миңә. Атайың тейеш Ильяс атлы егет менән бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ. Һөйөүҙән иҫереп һине яралттыҡ. Тик Ильястың ябай көтөүсе улы булыуы әсәйемә оҡшаманы. "Нисек инде атайың председатель башы менән яңғыҙ ҡыҙын көтөүсе балаһына тоттороп ебәрһен?!" – тип туҙынды. Ҡалаға ауырымды өҙҙөрөргә бер нисә ҡат алып барырға ҡарар итте, ҡастым. Ҡырға, ҡая башына ҡасып, ҡорһағымды ҡосаҡлап тик яттым.

Ильяс менән араны ла боҙҙолар, ҡайһындай ҡайнар йөрәкле егетте һыуындырып ҡырға ебәреү яйын таптылар. Мин ышана инем, Ильяс мәжбүр булды ғына, һөйөүе һис тә һүрелмәне ул. Ауырымды өҙә алмағас, тапҡас ҡалдыраһың балниста, тип алдан киҫәтеп ҡуйҙылар.Ҡорһағым көндән-көн беленә, ауылдаштар күҙенән ҡасырып ҡалаға, таныштарына йәшәргә һалдылар. Атайым йомшаҡ күңелле булды, әсәйем генә ҡаты тотто ҡарарҙы, өйҙә тик уның һүҙе һүҙ булды.

Мәле етеп, һине тыуҙырҙым. Шундай матур, йомро ғына ҡыҙыҡай! Имеҙергә бирергә тыйып киткән әсәйем. Илай ялбара врачтарҙан һорап алдым. Эх, ул кисерештәр! Кескәй генә ауыҙыңды киң асып, күлдәк иҙеүе иренеңә тейеү менән эҙләнә башлайһың. Йотлоғоп имә-имә арып йоҡлап киткән булаһың. Ауыҙыңа уртаған һөтөңдө лә йыя алмай йыш-йыш тын алып иҙерәп йоҡлап, күҙ алдымдан мәңге китмәнең. Ун көн һинең менән шулай иркәләнешеп өлгөрҙөк.

Ул көн миңә сығырға кәрәк ине. Һинһеҙ. Әсәйем минән алда уҡ "отказной" яҙып ҡуйған, ҡултамғамды ғына ҡуйырға саҡырҙылар. Ҡырталаштым, тағы ла әсәйем ҡулы менән көсләп тотоп имза ҡуйҙырҙы. Хәйләмде эшкә егеп, врачтарға инәлеп, биш көнгә һинең янда ҡалдым. Биш көн биш секундтай ғына булды. Ҡул-аяҡ бармаҡтарыңды тотоп, ҡара шырт сәстәреңде һыпырғылап Хоҙайымдан һиңә бәхет һорап ялбарҙым. Йылмайғаныңды, атлап киткәнеңде, тәүге һүҙҙәреңде ишетә алмауыма әсенеп иланым. Күкрәгемә һалып буҙлағаным һаман бөгөнгөләй иҫемдә: мин илайым, һин күҙҙәреңде миңә төбәп ҡабалана-ҡабалана имәһең. Ҡарһаланып сәсәп китәһең, тынысланып тағы имә башлайһың... Имеп туйһаң да, йоҡламаның, йүргәгеңде асып һуңғы тапҡыр яланғас түшеңдән һыпырып хушлашып ҡайтырға сыҡтым. Ҡул-аяҡтарыңды болғай-болғай ятып ҡалдың...

Күкрәгемә һөт төшөп һыҙлаған һайын һине уйлап иланым, һыуыҡ шешә ҡосаҡлап ятҡан ҡулдарыңды күҙ алдына килтереп һыҙландым. Әсәйемә инәлдем, аңламаны, тыңларға ла теләмәне. Үҙемә ҡул һалырға ла маташып ҡараным, муйыныма элмәк элеп тә, күҙ алдымда һинең ҡул болғауыңды күреп, илап, кире уйланым. Саҡыраһың кеүек инең. Тыйыуҙарға ҡарамай хәмер эсергә күнегеп киттем. Ҡайыш менән һыртымды һыпырһалар ҙа, әрләп янаһалар ҙа, ҡуйманым. Бер көн килеп сығырынан-сығып әсәйем өйҙән ҡыуҙы. Ҡыуанысымдан үр һикереп сығып киттем. Һиңә барҙым. Алып киткәндәр ине һине. Ҡайҙалығыңды әйтмәнеләр. Ҡырға, Ҡаҙағстан яғына ҡыҙҙарға эйәреп сығып олаҡтым. Атайым мәрхүм булғас, ҡайтып киткәндә тағы һине эҙләнем. Балалар йорто адресын бирҙеләр, тик китергә билет алдан алған инем, тағы баралманым.

Шулай йылдар үтте. Кейәүгә сыҡтым. Бала һөйөү бәхете яҙманы... Балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк, ташланы ирем. Яңғыҙ ҡартайҙым... Әсәйем үлеп ҡалды. Ҡырҡын уҡытырға ҡайтҡанда осраҡлы ғына һинең хаҡта ишетеп ҡалдым. Исемеңде бит үҙем яҙып ҡалдырғайным, балам...
Мәрзиә башын күтәреп Мәрйәмдең күҙҙәренә тура ҡарап һораулы ҡараш ташланы.

– Донъялыҡта күпме мал йыйҙым, кем өсөн? Ни өсөн? Ҡартайған көнөмдә кемгә барайым? Балаҡайым, Мәрйәм? Әсе күҙ йәштәреңде ғәйепһеҙ түктергәнгә бер үк ғәфү ит? Иркәләп һөйөп, сәстәреңде үреп, ҡурсаҡтай кейендереп етәгемә алып йөрөй алманым, балаҡайым.
Йәшәрен йәшәп тә барам, ожмахҡа инергә дәғүә итмәйем, берүк фатихаңды бир балам... Тыныс күңел менән китәйем...

Мәрйәм, былай ҙа һытылырға ултырған еренән түҙмәй:
– Китмә-ә-ә... китмә-ә-ә... ә-ә-ссәй, – тип бышылданы.
Ике һын – ике әсәй бер-береһенең йылыһына һыуһап ҡосаҡлашып илашты. Сәстәренән һыйпап, түштәренә ҡыҫҡан иң-иң яҡынын тапҡанына ышана алманы Мәрйәм.

Илаштылар. Сөкөрләшеп һөйләштеләр, серләштеләр. Мәрйәм әсәйле булып, Мәрзиә иһә бер көндә әсәй ҙә, өләсәй ҙә бәхетенән иҫерҙе. Мәрйәм ебәргеһе килмәне әсәһен. Ҡайтам тип ҡалҡыныр тип ҡурҡты. Уйлап та тормай тел осондағын әйтеп һалды:

— Әсәй, һинең менән ҡасан булһа ла осрашырыбыҙға ышана инем. Йәл, Нияз күрмәне үҙеңде.Ҡәйнәм белә алмай ҡалды. Урланған бала сағымды ла, әсәйһеҙ әсенгән саҡтарымды ла иҫләмәйем. Башҡа... китмә, әсәй... ҡал.

Мәрзиә ни тиергә лә белмәй, ҡыуанысынан йылмайып башын һелкеп, тағы ла ҡосағын йәйҙе... Ярты төн ауғансы ултырҙы шулай ике һағынышҡан йән. Иртән иртүк Мәрйәмде ситке өй бүлмәһенән килгән талғын ғына моңло йыр уятты:

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән...

Аһ! Был бит ҡәйнәһе, Мәрғүбә әбейҙең яратҡан йыры! Һөт айыртҡан саҡта ҡул сепаратының көйөнә эй йырлар ине! Мәрхүмә бигерәк тә генә моңло ине үҙе. Мәрйәм аяҡ остарына ғына баҫып йыр һуҙыусыны тертләтергә ҡурҡып ишек егенән моң ағылған яҡҡа ҡараны. Тәҙрәгә ҡараштарын терәп, оҙон сәс толомдарын һүтеп тараған Мәрзиә шулай онотолоп йырлай ине.

...Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...

Танһыҡ моңдо тағын тыңларға тамшанып Мәрйәм тик торҙо. Ниңәлер ошо минутта әсәһенә үҙе янына ҡәйнәһе Мәрғүбә әбей юл өйрәтеп ебәргән кеүек тойолдо. "Теймә киленгә, теймә..." тигән һүҙҙәре "теймә ҡыҙыма, теймә..." тип үҙгәреп, аңһыҙ ҡайғыларҙан аралағандай кеүек булды.

(АҘАҒЫ).

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА хикәйәһе.

Фото: ksuksa-nn.livejournal.com

 

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова