

АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА
Дауамы. Башы: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-14/g-y-atay-2618214
Әсәһе үлеп,аҙна үтеүгә,Нәбирә йоҡлап ятҡанда һөйләнә-һөйләнә илаған тауышҡа уянып китте.Аңлай алмай ятты бер килке.Аптырағас,тороп кейенде лә сығырға тип бүлмәһенең ишеген асты. Зифа инәһе менән Таһирҙың тауыштарын танып туҡтап ҡалды.
-Һуң,ҡалайтайым,Таһир,ала алмайым шул мин Нәбирәне үҙемә.Беләһең бит иремдең эскәнен.Өс көндөң берендә кешелә ҡунабыҙ.Юҡ,Борхандың эскәнен белһә,опека бирмәйәсәк тә миңә.Бер яҡынһыҙ тороп ҡалды бала. Шул детдом ҡала инде.
- Зәбирәне ҡуйғандың икенсе көнөндә үк опеканыҡылар килде .Мин бит берәй яҡынын эҙләп ҡарармын тип, бер аҙна ваҡыт биреүҙәрен һораным.Һеҙгә ышанғайным бит әле.Нәбирәне һис тә детдомға биргем килмәй минең.Әсәһе лә миңә рәнйеп ятыр төҫлө.
-Һуң улай биргең килмәгәс,Таһир,үҙеңә юллаһаң ней була.Зәбирә менән яҙылышҡанһығыҙ.Йәшәр урының, эшләгән эшең бар.Моғайын,ҡаршы килмәҫ ул опека. Детдом детдом була инде.
-Мин риза ла ул үҙемә алырға.Тик бына Нәбирә үҙе риза булмаҫ тием.Ни өсөндөр мине әле булһа сит күргән кеүек. Берҙә генә ылыҡмай.
-Улай тимә әле,Таһир, үҙеңдең уйыңда булғас,әйҙә ипләп кенә яйын тура килтереп һөйләш.Инде хәҙер уны-быны аңларлыҡ бала бит.Бәлки,риза ла булыр.Күҙ алдында үҫкән баланы тота килеп детдомға ебәреүе миңә лә анһат түгел.Былай ней, бергә-бергә көңгөр-ҡаңғыр йәшәр инек әле.
Көнө буйы эштә нисек һүҙ башларға план ҡороп йөрөгән Таһир, эштән ҡайтҡас, әкрен генә Нәбирәнең бүлмәһен асып инде.Нәбирә дәрес әҙерләй ине.Ингәс тә һөйләшеүҙе нисек башларға белмәй ҡаңғырҙы.Аптырағас,ултырғыс алып ултырҙы.Тулҡынланыуын йәшерә алмай йонсоно ла ахырҙа:
-Нәбирә,һинең менән һөйләшергә ине. Саҡ ҡына ваҡытың булһа инде, - тип һүҙ башланы Таһир. Нәбирә уға ҡарамай ғына:
-Мин беләм нимәгә ингәнеңде.Детдомға барырға әйберҙәремде йыйырға ҡушаһың.Зифа инәй менән һөйләшкәнегеҙҙе ишеттем.Ул мине үҙенә ала алмай.Хәҙер минең бер кемем дә юҡ.Шулай булғас, билдәле, детдом ҡала инде.Минең унда барғым килмәй.Әсәйем гел шул детдомды һөйләп илай торғайны.Юҡ,мин унда бармайым,-тип шәмәргән күҙҙәрен Таһирға төбәне.
-Юҡ шул,мин икенсе нәмә тураһында.Әгәр ҙә риза булһаң минең менән йәшәргә, мин һине детдомға бирмәйем тип уйлағайным. Риза булһаң инде.Беҙ бит әсәйең менән яҙылышҡанбыҙ,ни тиһәң дә мин һинең үгәй булһа ла атайың булам.Бөтәһе лә һинән тора.Ә мин берҙә генә һинән айырылғым килмәй.Минән шәп атай сығыуын сыҡмаҫ. Бик үк маҡтарлыҡ та кеше түгелмендер.Атай булып ҡарағаным да юҡ.Минең һине детдомға бирәһем килмәй.Әйҙә икәүләп йәшәп ҡарайыҡ әле. Һин бит инде хәҙер үҫкән ҡыҙ.Нисек уйлайһың Нәбирә?Ризамы ошо тәҡдимгә?Йә әйт инде, - Таһирҙың тауышы ҡалтыранды.
Быға тиклем саҡ түҙгән Таһир күҙ йәштәрен тыя алманы. Сөбөрҙәп аҡты күҙ йәштәре.Таһирҙың илағанын күреп,Нәбирә иҫе китеп аптыраны.Ир кеше лә илаймы икән ни?Таһир бит әсәһе үлгәндә лә иламаны,таш һымаҡ ҡатып тик йөрөнө.Ҡара,хәҙер күҙ йәштәрен тыя алмай.
Шул тиклем йәл булып китте Таһир Нәбирәгә.Ҡапыл һикереп тороп, үгәй атаһын ҡосаҡлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.Күҙ йәштәренә мансылған ҡыҙ Таһирҙың муйынына һырылып, үҙе лә ҡушылып иланы.
Ете-ят, сит кешеләрҙе уртаҡ ҡайғы яҡынайтты бер-береһенә.Таһир үҙе лә ҡосаҡлап алды ҡыҙҙы, арҡаһынан яратты. Илап баҫылғас, Нәбирә үгәй атаһының күҙ йәштәрен һөрттө. Таһир ҙа үҙен ҡулға алды.
-Нәбирә,әсәйең хаҡына бергә йәшәйек.Уның йәне лә ҡыуаныр беҙҙең бергә йәшәгәнгә.Тыныс йоҡлар.Юҡһа,әсәйең миңә үпкәләр төҫлө.
Ҡыҙ Таһирҙың яурынына башын һалып, риза икәнен белдереп башын һелкте.
Таһир яҡшы атай булып сыҡты.Баштараҡ ашарға үҙе бешерһә,әкренләп Нәбирәне лә өйрәтте.Эштән ҡайтҡан ваҡыттарында Зифаның ҡыҙҙары менән Нәбирәгә киноға билет алып ҡыуандырҙы.Буш ваҡыттарында мәктәпкә йөрөнө,Нәбирәнең уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды.Йыш ҡына Зифа инәһе инә-сыға йөрөнө.Борхан олатаһы эскән саҡта ҡунып та ҡалдылар.
Әкренләп Нәбирә Таһирға ылыҡты.Шулай ҙа уны алдынан да ,артынан да атай тип әйтергә ашыҡманы.Бәлки, әйтер ҙә ине.Ҡайһы бер изгелекле йәндәр Таһирҙың ҡыҙға үгәй икәнен, Нәбирәнең уға бөтөнләй сит икәнен иҫкәртеп кенә торҙолар.
Ни генә тимәһендәр, Таһир иғтибарын,наҙын ҡыҙғанманы.Ҡыҙға дәресен дә әҙерләште,ата-әсәләр йыйылышына ла йөрөнө. Аҡсаһын да йәлләмәне,Нәбирәне матур итеп кейендерҙе,кәрәк-ярағына тип ҡулына ла тотторҙо.Бер ваҡытта ла нимәгә тотондоң,ҡайҙа иттең тип отчет талап итмәне.
Ҡыҙ үҙе лә аҡыллы булып сыҡты,Таһирҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышты.Әйткәнен тыңланы,кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Мәктәптә лә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Тырыш,тәрбиәле уҡыусыны уҡытыусылар ҙа яратты.
Ваҡыт - дауа тиҙәр. Тормош уларҙы икәү йәшәргә,бер-береһе менән аралашырға өйрәтте .Бергә аш-һыу әҙерләп,ҡара-ҡаршы ашарға ултырҙылар,яңылыҡтарын бүлештеләр,әсәһен иҫкә алдылар.
Аҙ һүҙле,ипле Таһир тора-бара ҡыҙға яҡын тойола башланы. Әсәһе булғанда Таһирҙың эштән һуң ғына ҡайтыуын теләһә,хәҙер күҙ ҙә ҡаш тәҙрәнән -тәҙрәгә йөрөп көтөп ала.Йыш ҡына Зифа инәләре килгеләй.Аныһын-быныһын өйрәтеп,хәлдәрен белеп китә.
Зәбирәнең үлеүенә бер йыл тигәндә мәсеттә аят уҡытып,зыяратҡа барып, ҡәберен тәрбиәләнеләр.Бер нисә тапҡыр Зифа инәһенең ҡыҙҙары менән Таһир Нәбирәне тәбиғәткә ял итергә алып сыҡты.Үҙ итте Нәбирә Таһирҙы, әммә атай тип әйтә алманы.
Ҡыҙға ун дүрт йәш тулғайны.Бер көн Таһир эштән иртәрәк ҡайтып инде лә йылмайып Нәбирәгә ҡараны. Ҡыҙ үҙ бүлмәһендә иркенләп дәресен ҡарай ине.
-Нәбирә,һинең менән миңә һөйләшеп алырға кәрәк ине,-тине Таһир яғымлы ғына.Һин асыуланма инде,мин бер ҡатын менән танышҡайным. Исеме -Ғәлиә.Ярты йыл тирәһе инде дуҫлашып йөрөгәнгә.Ул да мин эшләгән ерҙә эшләй.Әгәр мин шул апайға өйләнәм тиһәм, һин нисек ҡарайһың?
Был тиклемде үк көтмәгәйне Нәбирә.Шунда уҡ ҡыҙҙың йәшле күҙҙәре түбән эйелде.Ишетелер-ишетелмәҫ кенә:
-Миңә детдомғамы,мин унда бармайым,һин китһәң, яңғыҙым йәшәйәсәкмен,-тине лә урынынан һикереп торҙо.Таһир Нәбирәне ҡосаҡлап алды.
-Юҡ,мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Мин сығып китәм икән, хәҙер опекундар килеп етәсәк,һинең барыу-бармауыңа ҡарамай,детдомға оҙатасаҡтар.Һин бит әле бәлиғ йәшкә етмәгәнһең.Әгәр ҡаршы булмаһаң, Ғәлиәне бында алып килер инем.Беҙ икәүләп уға бара алмайбыҙ,сөнки уның бәләкәй генә бер бүлмә,урын юҡ.Нисек уйлайһың,әгәр Ғәлиә килһә, бергә йәшәй алырбыҙмы? Ҡаршы түгелһеңме?
Ҡыҙ танауын мырш-мырш тартып, мин риза тигәнде аңлатып башын һелкте лә түгелеп илап ебәрҙе.Берҙән-бер яҡын кешеһенә нисек ҡаршы килһен инде?Эй бала,иң ҡурҡҡаны детдом бит инде.Әсәһе аҙ илап һөйләнеме һуң?..
Таһир Ғәлиә менән эшендә танышты. Йәмшек танаулы,нәҙек иренле, күк күҙле,оҙон ғына буйлы ҡатын ашханаға кассир булып килгәйне.Башта күҙгә лә салынмаған йәш ҡатын үҙенең әрһеҙлеге менән тора-бара Таһирҙың иғтибарын яулап алды. Бергә эшләгән дуҫы Марат:
-Ҡара, егет,башыңды юғалтма,һаҡ бул. Һиңә дегәнәк кеүек йәбешергә самалай түгелме Ғәлиә?- тип көлөп тә алғайны. Дегәнәк булдымы, бөргәкме,иллә-мәгәр Таһирҙы ҡороҡланы. Үҙе тәүге иренән айырылған,балаһы юҡ. Йәш-елкенсәк түгел инде икеһе лә. Ҡарамаҡҡа бик күркәм булмаһа ла үтеп-сығып бара.Кешенең эсенә инә белә.Шул әрһеҙлеге ярҙам итте бит инде Таһирҙы ҡороҡларға. Кешене теле менән арбай.
Моғайын, Нәбирәне лә үҙ итер.Үҙенең әле балаһы юҡ,шулай булғас ҡыҙҙы яратыр,ситкә типмәҫ тип өмөтләнде Таһир.Ни тиһәң дә, Нәбирә ҡыҙ кеше,уға әсәй кәрәк.Етмәһә,ҡыҙ үҫмер йәшендә.Был йәштә ҡыҙҙар әсә наҙына,кәңәшенә мохтаж. Шуны уйлап, тәүәккәлләргә уйланы ир.
Нәбирәнең ризалығын алыу менән эште оҙаҡҡа һуҙманы. Ғәлиә менән мәсеткә барып никах уҡытҡас, туп-тура Нәбирәләргә ҡайттылар. Нәбирә белә ине уларҙың килгәнен,Таһир иҫкәрткәйне.Ҡыҙ өйҙө ялт иттереп йыуып сыҡты,үҙенсә өҫтәлгә нәмәләр әҙерләне.Таһир өйрәткәнсә, аш бешерҙе. Тик нисектер,ҡаршы аларға ҡыйынһынды.Әсәһен иҫләнеме,күҙе йәшкәҙәп бүлмәһенә инеп китте.
Таһир Ғәлиә менән килеп ингәс тә кейемдәрен элде.Ғәлиәнең аяғына тапочка алып бирҙе.Залға саҡырҙы.Үҙе һаҡ ҡына ҡыҙҙың бүлмәһен асып:
-Беҙ ҡайттыҡ,Нәбирә,әйҙә танышырға,- тип ҡыҙҙы саҡырҙы.Нәбирә ҡарышманы, һаҡ ҡына атлап Таһирҙың артынан эйәреп залға сыҡты.
Ғәлиәне күргәс,ҡыҙ туҡтап ҡалды.Әллә ҡатындың ҡарашы өркөттө ҡыҙҙы,әллә ҡиәфәте тигәндәй. Бисурамы ней,былай ҙа оҙон кәүҙәһенә оҙон күлмәк кейгән,сәсен хәтәр бөҙрәләткән,самаһыҙ биҙәнгән Ғәлиәне күрҙе лә ҡыҙ бер килке ҡымшанмай торҙо.Ғәлиә аптырап торманы,ултырған еренән үҙе килеп ҡул һуҙҙы.
-Әйҙә танышайыҡ,мин Ғәлиә апайың булам.Нисәнсе класта уҡыйһың?Исемең нисек әле?
-Нәбирә,етенсе класта уҡыйым,-тине лә ҡыҙ,янында торған Таһирға:
-Мин өҫтәл әҙерләнем-,тине.
-Улай булғас,әйҙәгеҙ өҫтәлгә,яҡынданыраҡ танышырбыҙ.
-Минең әлегә ашағым килмәй,үҙегеҙ генә ашағыҙ,-тине лә бүлмәһенең ишеген япты.Шул булды тәүге осрашыу.
"Йә,ниндәй бисура етәкләп ҡайтҡан Таһир ағай.Әсәйемде кемгә алыштырған.Алыуын алғас,әсәһе һымаҡ матурыраҡты тапманымы икән.Их,әсәйем!Белһәң ине миңә нисек ҡыйын икәнен.Ни эшләп кенә мине ташлап киттең ?Үҙең үкһеҙ етем булыуың етмәй инеме ни?Саҡ-саҡ Таһир ағайға өйрәнеп бара инем.Инде быныһына.Ярай ҙа ул Таһир ағай кеүек һәйбәт булһа. Зифа инәйемдең ҡыҙҙары барыбер минән бәхетлерәк.Уларҙың үҙ әсәләре, эскесе булһа ла атайҙары бар.Минең генә бер кемем дә юҡ. Таһир ҙа сит кеше,үҙ атаһы түгел".
Бала ғына көйгә әллә нимәләр уйлап шымып ҡына илап алды ҡыҙ бүлмәһендә. Таһир белә Нәбирәнең бикләнеп, ҡайһы саҡта балауыҙ һығып алғанын.Шуға бимазаламаны.Тынысланғанын көттө.
(АҘАҒЫ БАР).
Татьяның Броның "Федор и чужой ребенок" әҫәренә эйәреп яҙылған тәржемәүи хикәйә.
Фото: magiadonna.ru