

МАНСУР БАҺАУВ
АҘАҒЫ. БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-21/urta-ir-2628079
ДАУАМЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-22/urta-ir-2629710
Әҡлимә икенсе баланы алырға теләге булмаһа ла, уны барып күреп, хәлен белергә булды. Юғиһә көндө ҡайҙа, нисек үткәрәһең? Имсәк балалар йорто ҡаланың бер төпкөлөндә урынлашҡан икән. Төш ауғас ҡына, саҡҡа эҙләп тапты уны Әҡлимә. Үҙендәй йәштәге ҡатын — мөдир менән танышып, һөйләшеп киттеләр.
Әҡлимә баланы сығарып тоттороп ҡуймаһын тип ҡурҡышынан үҙ хәл-ҡайғыларын: өс бала менән “коммуналка”ның бер бүлмәһендә көн күргәнен, алкаш ире менән ыҙалауын, өҫтәүенә бына һеңлеһе уйнаштан тыуған балаһын ҡалдырып үлеп китеүен теҙеп һалды. Әңгәмәсеһенең дә тормошо еңелдән түгел икән. Бер-береһен йәлләшеп, һөйләшеп байтаҡ ваҡыт үткәреп ебәрҙеләр улар. Әҡлимә баланы күреүҙән баш тартты: “Йөрәгем насар... Күтәрә алмаҫмын...” — тигән булды. Был икәү күңелдәре булғансы һөйләшеп, серләшеп, яҡын дуҫтар булып хушлаштылар.
Бик һуң ҡайтып инде Әҡлимә. Артуры баланы йоҡларға һалып, иртәнгегә командировкаға әҙерләнеп, аш-һыу яраштыра ине. Ҡатыны уның һорауын көтмәй: “Уңманым... Бирмәйҙәр... Әҙерәк үҫә бирһен, шунан килерһегеҙ, тинеләр” — тип алданы... Ире яуапҡа бер ни ҙә өндәшмәне, ул хәҙер үҙ яртыһының ҡасан ялғанлағанын, ҡасан дөрөҫөн һөйләгәнен белеп бөткән инде...
Асыуы килһә лә, Артур һиҙҙермәне. “Командировканан йөрөп ҡайтһам, үҙем генә йөрөрмөн инде. Ниндәй донъя был?! Ней үҙ балаларымды күреп булмай, ней әсәһен юғалттым... Кемдең ҡәһәре эҙәрлекләй мине?” — тип өҙгөләнде ул. Ауыр йөрәк менән эшкә сығып китте ир...
Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был йортто, яратмаған ҡатынын һәм ҡыҙын, әлегә күреп, ҡулына ла алмаған балаһын оҙаҡҡа ҡалдырасағы уйына ла килмәй ине әле. Мейәс ҡалаһында йөктө бушатып, ҡайтырға сыҡҡанда, ҡараңғы төшә башлағайны. Артур күңеле ниҙер һиҙенеп, күңеле әрнеһә лә, ҡайтырға сыҡты. Хәҙер юлда машиналар ҙа аҙ, тип уйланы шофер.
Мейәс ҡалаһы буйға һуҙылған, бер осонан икенсеһенә барып сыҡҡансы сәғәттәй ваҡыт үтә. Йөк машинаһына, ана инде, аҙым һайын светофор, улар араһында һанһыҙ еңел машиналар ен кеүек бер-береһен уҙып, ҡыуышып әллә ҡайҙа ашығалар.
Ҡаланан сыҡҡас, иркен тын алды Артур. Ярата ул аулаҡ төнгө юлды. Ләкин бәлә алда көтә ине. “Турғояҡ”ҡа етеп барғанда, юл киҫешкән урында, һулаҡайҙан бер еңел машина атылып килеп сыҡты. Шунда уҡ тормозға баҫһа ла, ауыр йөклө машина юлына арҡыры төшкән “Ауди”ны селпәрәмә килтереп, байтаҡ кире этеп барып юлдан түңкәреп ауҙарҙы.
Артур һикереп төшөп, түңкәрелгән машинаға ташланды. Унда бер генә йәш егет ине. Кабинанан һөйрәтеп сығарып, көрткә һалғас, иҙеүен сисеп ҡолағын түшенә терәне, ләкин йөрәге типмәй ине. “Суҡынған нәмә... Тиҙерәк ҡасырға кәрәк бынан, машина ни хәлдә икән?” тигән уй мейене киҫеп үтте. Һуғылыу шундай көслө булған, бының бампер ярайһы ғына кәкрәйгән.
Силәбе өлкәһен сығып өлгөрә алманы Артур. КПМ-да уны туҡтатып, машинаһының алдын ҡаранылар ҙа һаҡ аҫтына алдылар. Енәйәт эше оҙаҡ барманы. Артур бөтәһен дә нисек булған, шулай һөйләп бирҙе. Уны суд водителде ауыр хәлдә, ярҙам итмәй ташлап киткәне өсөн биш йылға иркенән мәхрүм итте.
Артурҙың үкенеүенең сиге булманы. Адвокат әйтеүенсә, шунда авария урынын ташлап китмәһә, бер ни ҙә булмаҫ ине. “Миңә йәшәү бөттө... Ул төрмәне күтәрә алмаҫмын инде”, — тип ҡайғырҙы. Бигерәк тә йәнде ҡыйғаны – балалары.
СИЗО-ла өйрәнмәгән ирҙең ихтыяры тиҙ һынды, унда ултырғандарҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ арҡаһында. Камерала ла шуларҙы ҡәһәрләйҙәр, сәйнәйҙәр. Былай ҙа Әҡлимәгә булған нәфрәте тағы ла көсәйҙе.
Ул ғәйепле бөтәһенә лә. Хәҙер ул ултырғас, уға хөрриәт була инде. Малайҙы барып алмаҫы, ҡыҙҙы ла көткән хәлдә лә яңынан балалар йортона тапшырырына икеләнмәй ине.
Әҡлимә осрашырға килгәйне лә, Артур һөйләшеп тә торманы. Өҫ-баш кейемдәрен генә алды ла: “Башҡаса килеп йөрөмә! Барыһына ла һин ғәйепле! Көтмә мине. Мин һиңә барыбер ҡайтмаясаҡмын!” — тип екерҙе лә конвоирҙан кире камераға алып барыуын һораны. Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын судҡа ла килмәне. Шулай итеп Артур булған донъя менән бәйләнеште өҙҙө.
Әҡлимә — хәтәр кеше
Көндәр үтә торҙо, ваҡыт күңел яраларын дауалай, тиҙәр. Кемгә нисектер, әммә Әҡлимә Артуры менән айырылыуҙы еңел кисерҙе. Яңы эш, яңы дуҫтар... Өйҙә лә үҙең – баш, үҙең – түш тигәндәй, бер кем ҡамасауламай. Ә инде иренең ултырғанына ай ҙа үтмәне, никахтан төшөрөүгә ризалыҡ яҙылған ҡағыҙы килгәс, үҙен бөтөнләй азат тойҙо.
Балалар булмағас, айырылышыуға проблема юҡ. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙманы Әҡлимә, үҙенән күпкә йәш ир индереп алды янына. Уны үҙе нисек теләй, шулай йүгертте. Ә меҫкен ир барыһына ла күнде. Ни тиһәң дә, бай ҡатын, йәшәргә һәйбәт урын, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн...
Ләкин Әҡлимәгә тыныс, һис мәшәҡәтһеҙ генә йәшәп ятырға тура килмәне. Бер көндө өйгә участка инспекторы килеп инде. Ул үҙе менән таныштырҙы ла, килеүенең сәбәбен аңлатты. Баҡтиһәң, Артур иркенән мәхрүм ителгәс, уның һунар мылтығы алынырға тейеш икән. Хужабикә ҡаршы килмәне, ни эшләйһең закон шулай ҡушҡас. Тик бына ҡорал һаҡланған тимер һауыттың йоҙағының асҡысы юҡ ине. Участка инспекторы күп уйлап торманы, күршеләрҙе саҡырттырып, йоҙаҡтың дуғаһын быстырып, акт төҙөп, өйҙә хужаһын хәтерләткән берҙән-бер нәмә – мылтыҡты алып китте.
Яңғыҙы ҡалғас, Әҡлимә сейфтағы ике ағастан һырылып эшләнгән, бер-береһенә оҡшаш ике ҡумтаны тикшерергә булды. Береһендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, футляры менән алтын балдаҡ һәм резинка менән бәйләнгән дүрткә бүленгән аҡса купюралары ине. Уларын һанап сыҡҡас: “Вәт, крыса! Минән йәшереп йыйған, ә! Ҡайһы арала ундай аҡса туплап өлгөргән ул... Һуң бит эш хаҡын теүәл генә алып ҡайта торғайны”, — тип уйлап иҫе китте. Икенсе ҡумтала фотолар һәм хаттар һаҡлана ине. Әҡлимә уларҙы алды ла залға үтеп, ихласлыҡ менән ҡабаланмай ғына ҡарап сығырға булды.
Төҫлө фотоларҙа Артур ине. Тик Әҡлимә менән түгел, ә һеңлеһе Тәслимә менән. Бына улар каруселдә өйрөләләр, күл буйында һыу төшәләр, ҡайҙалыр өҫтәл артында байрам итәләр. Икеһе лә шат, бәхетлеләр... Күңелдә ҡайнаған көнсөллөк тойғолары көсәйгәндән-көсәйҙе, ирендәр иренең тамуҡта янғанын теләп нәфрәттәр уҡып шыбырланы. Фотолар бер-бер арты йыртҡыланып барҙы. Артабан Артур, һеңлеһе, бәләкәй Тәнзилә менән төшкән фотолар эләгә башлағас, Әҡлимә тамам сығырынан сыҡты: “Бына ҡәбәхәт ир. Ике уртала йөрөгән бит, ә! Миңә ҡарағанда шул кәнтәйе менән тыумаһы ҡәҙерлерәк булған икән! Бына күпме төшкәндәр, тулы эрмитаж! Хоҙай бар, икегеҙ ҙә эҙләгәнегеҙҙе таптығыҙ”, — тип уйланы.
Артабан ҡарап торманы ул: “Ярай, хәҙер мунса мейесенә Артурҙың булған кейем-һалым, әйберҙәрен, быларын да яндырам! Көлдәрен тирә-яҡҡа һибәм. Улар икеһе лә минең өсөн юҡ был донъяла!” — тип янды ул. Инде сират хаттарға етте. Беренсе конверттағы яҙыу Тәслимәнеке ине. “Ҡәҙерлем, берҙән-берем,” — тип башлана ине хат юлдары. “Бына инде мин палаталамын. Табиптар бер-бер артлы ҡарап сыҡҡас, һөйләшеп тә торманылар, һалып та ҡуйҙылар. Бер ҙә генә тыныслыҡ таба алмайым. Ятһам да, ултырһам да, бәпесебеҙ улай-былай әйләнгеләп иҫ-аҡылымды ҡорота. Бында бер ҡатын, балаң илаҡ булыр, тип ҡурҡытҡан була. Эй, көлкө инде.
Үҙен шундай белем эйәһе итеп күрһәтә, үҙе тәү тапҡыр бушанырға килгән. Алып килгән нәмәләрең өсөн ҙур рәхмәт, ҡәҙерлем. Палатағылар: “Ҡалай һәйбәт еҙнәң бар”, — тип әйтә. Ә миңә шундай уңайһыҙ, оят булып китә. Бер туған апайымдың бәхетен урлап йәшәгәнемде белмәйҙәр шул”. “...Бөгөн тағы табипта булдым. Өсәүләп минең “ауырыу тарихын” ҡарап, миңә ҡат-ҡат һорауҙар бирҙеләр. Палатала үҙемде ҡараған бүлексә табибынан бала янына ҡайтарыуҙы һорағайным. Ул миңә сәйер генә текләп ҡарап торҙо ла: “Ярамай, һинең беҙҙең күҙ алдында булыуың хәйерлерәк. Хоҙай бирһен, һәйбәт кенә бушанһаң, һиңә операция тәғәйенләнгән...” – тип, ауыр көрһөнөп сығып китте. Әллә нимәне йәшерәләр. Күҙ ҡараштарынан һиҙенәм, минең хәлдәр яҡшынан түгелдер. Бөгөн яҫтығымды ҡосаҡлап туйғансы илап алдым. Ниңә генә миңә Хоҙай ундай яҙмыш биргән икән?! Ниндәй хурлыҡ, бер туған апайымдың ире менән йәшертен йәшәп ятсәле?! Һинең менән араларҙы өҙөргә ине лә ул, ә минең мөхәббәтем, киреһенсә, көсәйгәндән-көсәйә. Бөгөн һин командировкалаһың... Бөгөн һиңә кисәге төшөмдө һөйләй алманым, уңайһыҙландым... Атай менән әсәй беҙгә ҡаланан күлдәк алып ҡайтҡан икән. Апайыма зәңгәр, ә миңә шау сәскәле... Иң башта икебеҙ ҙә кейенеп алып, ҡыуандыҡ. Тик миңә апайымдың күлдәге нығыраҡ оҡшаны. Мин бер юлы ике күлдәкле булғас, эй ҡыуанған булам. Сәйер төш, нимәне аңлата икән? Белһәң ине, Артурым, нисек минең апайымды һағынғанымды. Бала саҡтағы кеүек иркәләнгем, уның менән һөйләшкем, серләшкем килә. Бөгөн төнө буйы ауырып сыҡтым, шунан әллә ниндәй укол ҡаҙағайнылар, бер ни белмәй йоҡлап киткәнмен. Рәхмәт инде, Артур, ҡыҙымды алып килгәнһең... Эй, ҡыуанып ҡалдым... Артурым, әллә нишләп хәлем хөртәйә. Врач? бәпәйләр алдынан шулай була ул, тип йыуатҡан була. Ҡыҙыҡ, мин Тәнзиләбеҙҙе тапҡанда былай ыҙаланманым ул. “...Бөгөн 29 декабрь. Төшкөһөн медсестра: “Һөйөнсө, еҙнәң иртә менән тағы бер “гастроном” тейәп килгән. Сәләм әйтте үҙеңә, командировкаға китеп бара икән, тине. Яҙғаныңды уҡып ҡыуандым... Рәхмәт ҡотлауың өсөн! Мин дә апай менән икегеҙҙе ҡотлайым... Яҙам, яҙам да үҙ-үҙемдән көлкө килә. Йәш ҡыҙ кеүек, көндәлек тотҡан булам... Ярай, алла бирһә, иҫән-һау сыҡһам, һиңә уҡытып тормаҫмын, яндырырмын инде. Һағындым бөтәгеҙҙе лә: апайымды, һине, ҡыҙымды... Ҡайтҡы килә...”
Артабан Әҡлимәнең уҡырға түҙемлеге бөттө, йөрәккә тоҙ һиптеләрме ни, әрнеп һыҙланы, күҙҙәргә йәш тығылды. Һеңлеһенең һағышы, хәсрәте һеңгән табаҡ-табаҡ яҙыуҙары менән битен ҡаплап, үкһеп иланы ла иланы апай кеше.
Ағарынған, сәстәре туҙған, күҙҙәре ҡыҙарып шешенгән һөйәркәһен эштән ҡайтып ингән Камил танымай торҙо. Өҫтөнән кейемендә һалып тормай, Әҡлимә янына үтте лә:
— Ҡәҙерлем, нимә булды һиңә? Төҫөң ҡасҡан, әллә ауырып киттеңме? — тип ҡосаҡлап алды.
— Мин, ысынлап та, ошоға тиклем ауырыу булғанмын икән... Нисә кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнмен. Тик әле һуң түгел, төҙәтеп була, Камил... Әйҙә айырылышайыҡ... Һин ғаиләңә ҡайт...
Мин хәҙер башҡаса йәшәргә тейешмен. Беләһеңме, һеңлемдең мин “тыумалар” тип даулаған балаларының аталары Артур булған икән. Ә мин шуны белмәгәнмен, иҫәр... Иртәгәнән башлап йөрөйәсәкмен, балаларҙы кире аласаҡмын, үҙем аяҡҡа баҫтырам, Алла бирһә. Эй, Хоҙайым, гонаһымды ярлыҡа инде. Һин мине аңларға тейешһең, Камил... – тине ул.
Уныһы эсенә һыймаҫлыҡ шатлыҡ менән хупланы Әҡлимәнең әйткәндәрен. “Был ҡатында ла йөрәк, кешелеклелек тойғолары ҡалған икән әле”, — тип уйланы. Түҙемле генә тыңлап бөткәс: “Һин дөрөҫ ҡарарға килгәнһең, Әҡлимә. Һеңлеңдең балалары етем үҫергә тейеш түгел”, — тип тамаҡ ҡырҙы ла, шифоньерҙан сумаҙан алып, әйберҙәрен йыя башланы. Күңелендә байрам ине ирҙең. Күптән был йәбешкәктән ҡотола алмай интегә ине. Кире уйлап ҡуймаһын тигән кеүек, тиҙ генә сығып тайҙы.
Балаларҙы хөкүмәткә тапшырыуы еңел булһа ла, үҙеңә кире алыуы бик мәшәҡәтле булып сыҡты. Ләкин үткер ҡатын бөтә урындарҙа ла кәртәләрҙе йырып сыҡты. Законды боҙһалар-боҙҙолар, әммә уға берәү ҙә ҡаршы килмәне. Ярай әле, Артур менән айырылышмаған, никах ҡағыҙы — төп документ ҡулда. Иренә һис һүҙһеҙ эштән, һәйбәт характеристика эшләй, эш хаҡын да һәйбәт ала, тип ҡағыҙ бирҙеләр.
Йәшәү йорттарына акт төҙөгәндә шаһит булған күршеләрҙең берәүһе лә Артурҙың төрмәлә ултырыуын әйтмәне. Ҡала советында булған ултырышта нисектер ирен командировкала алыҫ юлға йөрөй тип алдағанға ышандылар һәм балаларҙы бирергә тип ҡарар сығарҙылар.
Ҡыуанысынан үҙен етенсе күктә тойған Әҡлимә был төндә йоҡлай алманы. Тәнзиләгә тип һатып алған кейем-һалымды ҡат-ҡат барланы. Үҙе лә иртәгә кейәсәк күлдәк һайлап гардеробтың аҫтын-өҫкә килтерҙе. Керпек тә ҡаҡмай таңды ҡаршыланы бөтөнләй икенсегә әйләнгән Әҡлимә.
Күпте күргән балалар йорто директоры: “Алыр булғас, ниңә бында тапшырҙығыҙ һуң?” — тине лә башҡаса бәйләнеп торманы. Тәрбиәселәргә баланы тапшырырға ҡушып, Әҡлимәгә кофе эсергә тәҡдим итте. Бына ҡулына ҙур булмаған төргәк тотҡан тәрбиәсе Тәнзиләне етәкләп килеп инде. Балалар йорто директоры уның янына килде лә, арҡаһынан һөйөп: “Бына, ҡыҙым, һине инәйең алырға килгән... Хушлашабыҙ инде һинең менән”, — тине. Ҡурсағын ҡосаҡлаған бала “инәһенә” ҡалҡып ҡараны. Был мул буяулы йөҙлө ҡатын уға таныш кеүек тойолдо. Әҡлимә, тулҡынланыуын йәшереп, яғымлы ғына һүҙ башлағайны тамағы ҡарлығып тауыш әллә ниндәй икенсе, ҡырағай булып яңғыраны. Әйтерен әйтә алмай сырайы һытылған ҡатынды бала ҡасандыр үҙен аяуһыҙ туҡмаған, бикләп тотҡан әҙәм икәнен танып, янындағы тәрбиәсенең итәгенә йәбеште: “Бармайым, ул - насар инәй! Ул туҡмай!” — тип сәрелдәне...
Әҡлимә үҙе лә белмәй сәбәләнгән баланы нисек машинаға алып сығарып ултыртҡанын. Йорттан сыҡҡас, Тәнзилә ҡулдан ысҡынып тротуар буйлап югерҙе. Инәһе уны ҡыуып етеп ҡосаҡлап алғайны, бала көслөрәк аҡыра башланы. Ләкин ҡатын уны был юлы ысҡындырманы, матҡып ҡосаҡлап алды ла машинаға атланы. Таксист та, әҙәм көлкөһөнән арыраҡ булайыҡ тигәндәй, ишек ябылыу булды, газға баҫты. Баланың һаман сәбәләнеп сәрелдәүенә Әҡлимәнең түҙемлеге бөттө шикелле. Ҡапыл ҡосағын бушатты ла, битен устары менән ҡаплап, ҡысҡырып илап ебәрҙе: “Эй, балаҡайғынам, инде нимә генә эшләйем инде?! Ҡайһылай бәләкәй булһаң да, яманлыҡты онотмайһың! Ғәфү ит инде, балаҡайым, башҡаса ҡул күтәрмәҫмен! Тик тыныслан инде, зинһар”.
Әҡлимә әллә күпме шулай илап килер ине, әгәр таксист: “Ну, донъя! Ну, ҡыҙҙар! Хәҙер бәләкәйе баҫылды, өлкәнен йыуатырға кәрәк инде”, – тип көлгәйне, Әҡлимә оялышынан туҡтап, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алды ла, иң тәүҙә баланың битен, унан үҙенекен һөрткән булды. Тиҙҙән Өфө буйлап елгән таксиҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә ине.
Йылы ҡосаҡ, иркәләүҙе һағынған Тәнзилә инәйенең тубыҡтарында йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала күңеле ана инде, ҡыҙ бик тиҙ ылыҡты инәйенә, әсәһенең юҡлығын да һиҙмәй башланы.
Бер аҙҙан был йортта тыныслыҡ бөттө. Йә имсәк бала илап ебәрә, йә Тәнзиләнең иркә тауыштары яңғырай, ҡапҡа эсенә йәм биреп бала кейемдәре елдә елберҙәй. Әҡлимә үҙе лә үҙгәрҙе. Ғүмере уйламаған, күҙ алдына ла килтермәгән мәшәҡәтле тормош ҡосағында ҡайнай ине. Уға башта ҡыйын булды, ләкин үҙ-үҙен сикһеҙ бәхетле итеп тойҙо, түҙҙе. Тәбиғәт биргән, ләкин әлегә йомоҡ әсәлек тойғолары уянды унда. Балалар икеһе лә ауырыуҙарға йомшаҡ булды, күпме йоҡоһоҙ төндәр улар янында үтте. Уларҙы яратыуы менән Артурҙы һағыныуы көсәйҙе. Ләкин ул һыуға батҡандай ғәйеп булды. Тырышҡанда уның ҡайҙа икәнен табырға була ине лә ул. Тик бала тәрбиәләүгә ихласлыҡ менән бирелгән ҡатын бара-тора уны онотто.
Бер ваҡыт Артурҙан хат килеп төштө. Унда “Әҡлимә... минең сейфта аҡса бар, шуларҙы минең балаларыма тотон, мылтыҡты һат” тигән һүҙҙән башҡа бер нимә, хатта кире адрес та юҡ ине. Әҡлимә эшһеҙ ятырға уйламаны. Сөнки пособиеға генә йәшәп булмай ине, аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәне ул. Балаларҙың өҫ-башы бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Ә уларҙың фатирына кеше индереп аҡсаһын балаларҙың һаҡлыҡ кенәгәләренә бүлеп һалып барҙы.
Ҡыҫҡаһын әйткәндә, Әҡлимә бына тигән кеше булып сыҡты. Күңелендә ул балаларҙың аталарының ҡайтыуын көттө. Ваҡыт үтә торҙо. Тәнзилә дүртенселә уҡый, Заһир беренсе класҡа бара. Шунда ул: “Әсәй, беҙҙең атайыбыҙ юҡмы ни?” — тип һорап аптырашта ҡалдырҙы. Ләкин тиҙ арала аталары был донъяла барлығын үҙе белдерҙе.
Бер көн эштә: “Әҡлимә, һин срочно телефонға ҡыҙың саҡыра...” – тип әйтеп киттеләр. Әҡлимә, берәй нимә булдымы икән әллә тип, ҡурҡыуынан станоктарға ҡағыла-һуғыла, юлдағыларҙы этеп-төртөп диспетчер бүлмәһенә барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. “Але, ни булды ҡыҙым? – тип саҡ-саҡ һорай һалды. “Әсәй, әллә ниндәй бабай килеп инде. Әле ҡапҡа эсендә ултыра. Минең исемемде белә. Заһир өйҙә юҡ, мәктәптән ҡайтмаған. Мин ҡурҡам, ҡасан ҡайтаһың?” – тип иламһыраны Тәнзилә.
“Артур ҡайтҡан!” — тигән уй мейене киҫеп үтте. Әҡлимә шунда уҡ мастерҙан һораны ла ҡайтырға сыҡты. Автобус көтөп торманы, такси ялланы ул. Тәмәкеһен быҫҡытып уйҙарға батып ултырған саҡырылмаған ҡунаҡты – үҙенең өҙөлөп көткән кешеһен арттан боҫоп ҡарап торҙо. Элекке киң яурындар дуғалай һалынған, тос тығыҙ кәүҙә йоҡарған...
Әҡлимә ни эшләргә лә белмәне, күңелдә һағыныу тойғолары уянды, ҡосағына ташланғыһы килде уның. Кинәт Артур һиҫкәнеп әйләнде. Уның һалҡын ҡараштары менән осрашҡас, Әҡлимәлә алдында донъяла иң ҡәҙерле кешеһе түгел, ә убыр тора кеүек тойолдо. Уның алдында битен аяуһыҙ тәрән һырҙар баҫҡан, сал сәсле бабай баҫып тора ине: төпкә батып ингән күҙҙәр һалҡын, һалҡын ҡараш. Һүҙҙе Артур үҙе башланы:
— Һаумы, Әҡлимә! Бына мин ҡайттым... Баланы ҡурҡыттым шикелле... – Башҡаса бер ни әйтә алманы сәсәп йүткерә башланы. Әҡлимә: “Әйҙә үт, үҙ өйөң бит”, — тине лә алға атланы.
Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Тәнзилә: “Әсәй, әсәй... Кем ул? Ниңә уны өйгә индерәһең? Ҡурҡыныс кеше бандитҡа оҡшаған... Ирем тиһеңме? Һе, ошо бабаймы? Әсәй, алдашма... Беҙгә бер кем дә кәрәкмәй. Әсәй, мин унан ҡурҡам", – тине. Был һүҙҙәр бышылдап ҡына әйтелһә лә, Артур ишетеп ултырҙы.
— Бар, душҡа ин, йыуынып ал, ҡырын. Бына таҙа кейемдәр, өҫтөңдө алмаштыр... Хәҙер малай мәктәптән ҡайта.
Киске ашҡа дүртәүләп ултырҙылар. Әҡлимә Артурҙы, хәҙер беҙҙең менән йәшәйәсәк минең ирем тип таныштырҙы, унан "һеҙҙең атайығыҙ була" тип өҫтәргә уйлағайны, тик теле әйләнмәне. Ул арала Тәнзилә: “Минең ашағым килмәйсе”, – тип урынынан тороп китте, уның артынан Заһир ҙа эйәрҙе.
Артурҙың да, Әҡлимәнең дә тамағына аш барманы, айырым йоҡланылар. Иртәгеһенә Артур өйҙәгеләр тормаҫ борон кейенеп сығып китте. Хәйер, дежур магазины асыҡ булған икән. Бер ярты араҡы, ашарға алды ла тау итәгенә күтәрелде. Бер-икене төшөрөп алғас, күңеле йәнләнгәндәй булды... Инде ҡояш байтаҡ күтәрелгәс, сайҡала-сайҡала ҡәберлеккә йүнәлде.
Был көндө Артур эҫе тип верандаға күсте. Көндәр үтә торҙо, ул элекке урынына эшкә урынлашты. Ҡосаҡ йәйеп ҡабул иттеләр уны. Балалар менән уртаҡ тел табыуҙан өмөтөн өҙгән ата өйҙә улар янында күҙ көйөгө булғансы күберәк командировкаларҙа йөрөнө. Балалар ҙа уның янында булмаҫҡа тырышты. Артур квартирантҡа әйләнде. Күңелле тауыштар яңғырап торған өйҙә, ул күрендеме, тынлыҡ урынлаша ине.
Балалар яйлап был ят, сәйер кешегә өйрәнә башланы. Улар тик шуны аңламаны: әгәр Артур ағай әсәләренең ире булһа, ә уларҙың аталары ҡайҙа һуң? Әсәләре менән Артур ағай араһында ниндәйҙер серле, йәшерен бәйләнеш барын һиҙәләр ине.
Артур үҙенә балалар арлы-бирле һүҙ ҡуша башлағас ҡына, “ҡыҙым”, “улым” тип өндәшә башланы. Тик ниңә улар бергә кеше араһына сығып йөрөмәйҙәр, айырым йоҡлайҙар, ниңә ул ағай шулай оҙаҡ төрмәлә булған?..
Артур Әҡлимәһенә бер ҙә ылыҡманы, ваҡыты ла булманы. Эсе бошоп, күңеле тулып китһә, ипләп кенә ат эҙләйем тип ҡәберлеккә Тәслимәһе янына ашығыр ине. Бында барыбер толҡа тапманы, Себергә сығып китте. Балалары үҫеп етеп, уҡыуға инделәр. Һәр саҡ өҫ-баштары бөтөн, бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәнеләр. Бәлиғ булыуҙарына Артур улына өс, ҡыҙына ике бүлмәле фатир һатып алып бирҙе. Бына хәҙер ике йыл инде Себерҙән ҡайтып килгәненә. Балалар һаман ятһыналар, яңғыҙлыҡҡа күнгән Әҡлимә лә ылыҡманы.
Туй тамамланып, ҡунаҡтар оҙатылғас, Әҡлимә төп ҡоҙағыйҙарҙы алып ҡалды. “Айырым ғына аулаҡлап һөйләшеп алайыҡ”, – тип хәйләләне ул. Инде нисә йылдар йөрәктә таш булып әрнеткән серҙе сисәһе килде уның. Өҫтәл артынан урын алғас, сикәләре янып ауыҙы ҡолағына еткән Әҡлимә, ҡапыл етдиләнеп, Артурға ҡарап алды ла һүҙ башланы: “Ҡоҙа һәм ҡоҙағый, ҡыҙыбыҙ һәм кейәүебеҙ һәм дә улыбыҙ! Аллаға шөкөр, туй бик һәйбәт үтте, барығыҙға ла рәхмәт. Мин һеҙҙе алып ҡалыуымдың сәбәбен аңлатып бирәйем. Беҙҙең ғаиләбеҙҙең серен асаһы килә. Тәнзилә менән Заһир – минең үлеп ҡалған һеңлем Тәслимәнең балалары... Рәхмәт инде, мине әсәй тип үҫтеләр, аҡыллы, тыңлаулы булдылар. Балаҡайҙарым, һеҙ атайыбыҙ ҡайҙа тип мине аҙ йөҙәтмәнегеҙ. Бына һеҙ “ағай” тип йөрөткән кеше – һеҙҙең атайығыҙ. Ә метрикағыҙҙа икенсе исемдәр яҙылған”.
Тәнзилә менән Заһир бер-береһенә ҡарашып өнһөҙ ҡалды. Беренсе булып Тәнзилә иҫенә килде: “Ҡара әле, ҡустым, беҙҙең атайыбыҙ яныбыҙҙа йөрөгән дә... Атай, атаҡайым, ҡырыҫ булғаныбыҙ өсөн ғәфү ит беҙҙе! Белһәң ине беҙ һине нисек көткәнде! — тип урынынан һикереп тороп Артурҙың муйынына аҫылынып иларға тотондо, улы ла икенсе яҡтан килеп йәбеште. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙан да шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Тик Әҡлимә генә үҙгәрешһеҙ ҡалды, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй иркен тын алды ла урынынан тороп сығып китте. Кәртә артына сыҡҡас, ул туфлийын, алъяпҡысын сисеп үләнгә ырғытты ла рәхәтләнеп бала саҡтағы кеүек ялан аяҡ Артур тапаған һуҡмаҡтан атланы.
— Һаумы, Тузя. Бына ҡыҙыңды эйәле-башлы итеп ҡуйҙыҡ... Тиҙҙән улың өйләнә. Миңә асыуланма, хәҙер балаларың атайҙары кем икәнен белә. Һиңә ҡылған гонаһтарымды аҡланым шикелле. Хәҙер һинең алдыңда минең күңелем тыныс. Хуш бул, һеңлем, — тип өндәште ул һеңлеһенең рәсеменә. Зыярат ҡапҡаһының келәһен элгәс кенә Әҡлимәнең күҙ йәштәре бәреп сыҡты. Уларҙы һөртөп тә торманы, оялаһы кеше юҡ ине. Яулығын ҡулындағы елберҙәтеп, күҙ йәштәрен түгә-түгә атлаған ялан аяҡ ҡатынға бейәгә атланған Артуры ҡаршы саба ине. Үҙ яртыһының янына килеп уйнаҡлап торған бейәһенең өҫтөнә биленән ҡыҫып ҡына күтәреп алды. Әҡлимә иҫенә килеп өлгөрмәне, инде онотолған таныш, ҡасандыр ҡәҙерле ирендәр, ҡайнар һулыш бәреп: “Әҡлимәкәйем, ҡәҙерлем минең... Ғәфү ит мине... Яратам үҙеңде...” тип ҡомһоҙланып шыбырланы. “Атаҡ, атаҡ, нимәшләйһең? Бына оятһыҙ, кеше күрә бит! Ой, оятһыҙ!” – тигән булып сәрелдәп, сәбәләнгән булды, ә үҙе ҡуйынға нығыраҡ һыйынды. Тәнзилә менән Заһир уларҙы юғалтып, кейәү егет менән өсәүләшеп кәртә артына сыҡҡайны, ни күрәләр: күпереп үҫкән бәпкә үләне өҫтөнән балаҡтары төрөлгән атай кеше менән икенсе әсәләре, йәштәр кеүек етәкләшеп, көлөшә-көлөшә, арттарынан Ерәнсәйҙе эйәртеп ҡайтып киләләр ине.
Уларҙы тәүге тапҡыр бергә күреп, Тәнзилә менән Заһир күҙҙәренә йәш алып ҡуйҙы. Кейәү кеше: “Ҡара әле, кәләшем, улар беҙҙән дә бәхетлерәк күренә түгелме һуң?” — тигән булды. Тәнзилә: “Шулай булһын инде, Хоҙайым, күпме бер-береһенә яттар булып йәшәнеләр... Әйҙәгеҙ, уларҙы оялтып ҡарап тормайыҡ, өйҙә көтәйек...” – тип күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.
АҘАҒЫ.
Фото: k-chemu-snitza.ru