

– Исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит. Үлгәнен күрер көнөм булырмы икән, Хоҙайым. Мәйетен өйҙән алып киткәс тә, әхирәткәйем, үҙеңә күлдәклек бирер инем, – Мәстүрә өҫтәлгә табан боролдо. ‒ Яһа әле шул сәйеңде. Уф, тамағыма арҡыры ултырған һымаҡ шул йүнһеҙең. Берәйһе һуғып ҡына үлтерһә ярар ине, Раббым. Тамам үтте үҙәгемә…
Әхирәтенең хәлен белеп бөткән Ғәлимә өндәшмәне. Кәйефе ҡырылһа, һуңғы ваҡыт ирен тиргәй ҙә тора, ҡарғай башлай. Бер уйлаһаң, Исмәғил дә бынамын тигән. Эйе, аҙ-маҙ төшөргөләп ала, тик ауылда ҡайһы ир эскеләмәй һуң? Утыны кәрәкһә, лесникҡа тотоп бараһың, һалам-бесәнен дә шул нәмәһеҙ килтереп бирмәйҙәр, тирмән тарттырыу, баҡса һөрҙөрөү, сираттағы көтөүҙе уҙғарып ебәреү... һанап бөткөһөҙ. Эргәһендә малайҙары булмағас, кешегә инәлергә ҡала инде. Ике ҡыҙы үҫеп етеп, кейәүгә сығып киттеләр ҙә ҡайтҡандары ла юҡ. Ҡайтһалар ҙа, кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамайҙар. Бер Исмәғил ни эшләһен? Хәлдән тайғансы өҙгөләнеп, кеше ыңғайына өй бөтөрҙө, яңыраҡ аҙбар һалды. Юҡ, ярамағас ярамай инде Мәстүрәгә.
– Һуғып ҡына үлтермәйҙәр бит шуны. Кисә тағы лаяҡыл иҫереп ҡайтҡан. Уф… – Мәстүрә сәйен әрһеҙләнеп һемерҙе. ‒– Ай, бигерәк эҫе… Ҡана, йылтыр тышлы кәнфиттәрең юҡмы ни шунда? Йә, ярай, булмаһа. Үҙем тотоп килергә баш эшләмәгән шул. Анау, ала күҙ хәстрүшкә үртәнеп сығып китеп, онотҡанмын…
Ғәлимә Исмәғилдең яҙғы ауыр ҡар аҫтында һынған кәртә-ҡортаһын йүнәтеп, ҡағаһын ҡағып, иҫкергәнен алмаштырып йөрөгәнен күргәйне.– Бәй, ҡар көрәп, кәртә менән булыша ине түгелме һуң кисә? – тип, аптырап һораған булды ул. – Тотто, ти, тотмай ни. Мин ҡыуып сығарғас, йөрөнө инде шунда һәлберәп, балта-сүкешен һелтәп. Үтте ғүмерем шуның менән, дөмөкмәй ҙә, исмаһам. Бына ҡара, элекке сибәркәйҙән ни тороп ҡалды, – Мәстүрә өҫтәл артынан тороп, әйләнгеләп алды. Күкрәктәрен өҫкә күтәргеләне, арт һынына шапылдатып һуҡты. – Шәл бәйләп, өй һалдырттым, шәл бәйләп, аҙбар яңырттырҙым. Аҡса тапҡас, любой мужик килеп эшләп бирә инде ул. Ҡырҡ биштә әбей булып ултыр инде…
Ғәлимә түҙмәне. Әхирәтенең һүҙ күтәрмәүен белһә лә, уйлағанын әйтергә булды. –‒ Һин, Мәстүрә, иреңде ҡарғама…–‒ Атаҡ-атаҡ, әхирәтен яҡламай, бер йолҡошто яҡлап торасы. Ирме ни ул, урам алкашы, сепрәк! ‒– Мәстүрә ҡыҙҙы, мейес артына барып, лыстлатып төкөрҙө. –‒ Яҡлағандан түгел, бына минең ирем үлгәнгә ун йыл. Утыҙ биштә тол ҡалдым… –‒ Һуң, индерергә ине берәйһен йортоңа. Кем һиңә йәшләй ҡартайырға ҡушҡан?
–‒ Эш ир индереүҙәме ни, минең Басирыма барыбер етмәҫ ине. Һуңынан, балаларға атай була аламы йортҡа ингән ир? – Ғәлимә тынып торҙо… Моғайын, күҙ алдына һөйгәне килеп баҫҡандыр. – Малайҙар бит. Бына береһе өйләнде, икенсеһе әрменән ҡайтырға тора. Алла бойорһа.
–‒ Ә минеке дөмөкһә, уйлап та тормай, берәр настоящий мужикты индерер инем. Ҡыҙҙарҙың хәҙер үҙ донъяһы. Кейәүҙәрҙе ус төбөндә генә бейетәләр, үҙемә оҡшағандар… – Мәстүрә ҡәнәғәт йылмайҙы. Ләкин оҙаҡҡа түгел, йөҙөн тағы болот шаршауылай ҡара һөрөм ҡапланы. Нисектер төптән, эстән янып ҡарая ине ул. – Дөмөкһә генә ярар ине. Берәйһе һуғып ҡына үлтермәй бит шуны, Хоҙайым…
–‒ Һин, Мәстүрә ҡарғама, ярамай улай. Өйҙө лә, аҙбарҙы ла шәл бәйләп кенә һалып булмай. Боронғолар, һаҫыҡ булһа ла, ҡартың булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. – Ғәлимә етдиләнде. – Шунан һуң, ҡарғаған сағыңда Хоҙайҙы иҫкә алма. Ул ундай кешене яратмай, хилаф, гонаһлы эште хупламай… Ишек “шап” итеп ябылды. Быға тиклем йомшаҡ ултырғыста ирәйеп китеп йоҡлаған бесәй тертләп китте. Түбә таҡтаһы араһынан тупраҡ ҡойолдо. Урам яғынан Мәстүрәнең тауышы оҙаҡ ишетелеп барҙы: «Әхирәт тигән булып һүҙ һөйләгән булам бит әле. Үҙе бер йолҡошто яҡлап тора. Тфү…»
–‒ Эх-х, ‒– тип ауыр һуланы Ғәлимә. Өҫтәл артына барып ултырҙы ла самауыр мороно аҫтына сынаяғын ҡуйҙы. ‒– Басирым иҫән булһа-а… Ниңә генә беҙ, ҡатындар, ир ҡәҙерен үҙҙәре янда булғанда белмәйбеҙ икән?
Ғәлимә күҙ алдынан уңала башлаған, киреһенсә, хәтеренә, күңеленә уның һайын нығыраҡ уйыла барған иҫтәлектәрен барларға тырышты. Барыһы бергә буталды, уҡмашты, сорналды. Һис береһе ҡалҡып сығып, айырым ғына һүтелергә уйламаны. Шулай ҙа…
Ах, ул иртә. Таң һарыһы ла беленмәҫ борон Басирҙың йылы, балта һабынан һөйәлләнеп ҡытыршыланған, шул уҡ ваҡытта ирҙәргә генә хас хәстәрлекле ҡулдың һыйпауына уянып китте Ғәлимә. Һөйгәненең ирлеген ҡуҙғытырлыҡ, сәмен уятырлыҡ итеп кенә ыңғырашып алған булды ла, тәнен һыйпаған, наҙлаған ҡулдар иркәләүенә, ҡолағына йылы һулышын бөркөп, йыш-йыш тын алыуына, сығып килгән һаҡал-мыйығы муйынын, ҡулбаштарын еңелсә ҡытыҡлауына, ҡайнар ирендәренең һаҡ ҡына үбеүенә илерәп ятыуын белде. Шул саҡ ҡатындың да күкрәк тәңгәлендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо урғылды, шарламалай ташып, тамаҡ төбөнә үрмәләне, уртында теле тыңлашманы, йәне-тәне үрһәләнде…
Яратты Басир ҡатынын. Юҡ, китаптарҙа яҙылғанса, боронғо ҡиссаларҙа һөйләнгәнсә түгел, башҡаса – Басирса яратты. Ҡояштың тәүге нурҙары ерҙе алһыу төҫкә мансығандан алып, тирә-яҡты зәңгәр моңһоулыҡҡа күмә башлағансы, дала һыҙаты артына төшөп киткәнсе һөйгәненең һәр хәрәкәтен күҙәтер ине, билләһи. Бигерәк тә ай яҡтыһында, Ғәлимәһе әллә нисәмә дилбегә етмәҫ оҙонлоҡтағы көн һуҙымында арып, алйып йоҡлап киткәс, уның тәне менән һоҡланырға яратыр булды. Был сағында Аллаһ Тәғәләнең фәрештәһе ир менән ҡатынға йөкмәгән бурысты үтәгән була Басир. Ә Ғәлимә, иренең ғәҙәтенә күнеп бөткән ҡатын, юрғанын өҫтөнә тарта ла, тағы йоҡо тигән илаһи серлелеккә сума. Рәхәт уға был саҡта: быуындар йомшарған, талсыҡҡан тәне буйлап таралған ләззәт кисерештәре үҙен йәйғор-күпер аша алып сығып, ожмах баҡсаһы буйлап йөрөтә төҫлө…
(ДАУАМЫ БАР).
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-19/ar-ysh-2655703