Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ғинуар 2022, 12:00

ҠАРҒЫШ

Рәлис УРАҘҒОЛОВ Хикәйә

ҠАРҒЫШҠАРҒЫШ
ҠАРҒЫШ

БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-18/ar-ysh-2655701

 

Төн ҡыҫҡа, ай-һай, бик ҡыҫҡа шул: тора-бара айҙың көмөш нурҙары һүрелә, төҫһөҙләнә, ир менән ҡатындың аңын, ер йөҙөнә ятҡан эңер, томан һымаҡ, сәйер тойғо биләй бара. Мәшәҡәтле лә, ығы-зығылы ла яңы таң ата. Үҙе әлегә күренмәгән дә ҡояштың алһыу нурҙары барса йәшеллектән ынйылай емелдәшкән ысыҡ бөртөктәрен ҡойорға тотона…

Эх, белһә икән Ғәлимә ошо саҡта һуңғы тапҡыр ире ҡосағында иреүен. Алдарына теҙләнер, имгәкләр, ялыныр, ялбарыр, әммә эшкә ебәрмәҫ ине. Күңеле һиҙҙе бит, һиҙҙе. Атлап түгел, осоп йөрөнө Басир ул көндө: келәттән балтаһын алып сыҡты, ҡатыны әҙерләгәнде лә көтөп тормайынса, ашарғаһын хәстәрләне, бысҡыһын тырылдатып алды. Үҙе шат, һис ҡасан булмағанса шат ине!

–‒ Ғәлимә, бөгөн ауҙарып бөтәбеҙ, шунан инде, бүрәнәләрҙе ташып, бурайһы ғына ҡала. Быйыл уҡ күтәреп, башын ябып ҡуям, –‒ тине лә Басир, ҡатынын ҡосаҡлап үпте. – Өй буласаҡ, яңы өй!
–‒ Атаҡ-атаҡ, ни ҡыланыуың ул? ‒ тип аптыраны Ғәлимә, иренең егеттәрсә ҡыланыуына аптырап. Үҙенә шундай рәхәт ине ‒– әйтеп кенә аңлатырлыҡ, һөйләп кенә бирерлек түгел кисерештәрен. –‒ Алла бойорһа, тиген. Өй һалыуҙы әйтәм, Алла бойорһа…
–‒ Һәй, Алла бирһә лә һалам, бирмәһә лә һалам. Бүрәнәһе генә килһен…

Басир урманға китеп, өс-дүрт сәғәт үттеме-юҡмы, уларҙың ҡапҡа­һын иренә ярҙамлашырға барған егет асты… Ҡабаланғанмы Басир, күрәсәге шул булғанмы, һуңғы ағастарын йыҡҡан саҡта ауҙарылғаны икенсеһенә барып һөйәлгән. Әжәл ҡабаландырғандыр инде, уны-быны уйлап тормай, ир ауғанын тотоп торғанының олонона бысҡыһын батыра. Уныһы иһә, бысылып та бөтмәй, ярылып китә. Һөйәлгәне, гөрһөлдәп, бысҡыһын алырға аҙапланған Басир өҫтөнә төшә…

Дөп-п… Уйҙарына бирелеп ултырған Ғәлимә тертләп китте. Ишек шар асылды ла унан курткаһының иҙеүҙәре ысҡынған, өҫ-башы туҙған Мәстүрә күренде.
–‒ Ней, ней… Ғә-Ғә… Ай-й…
–‒ Ни булды, йә әйт, ни булды, Мәстүрәкәйем? ‒ Ғәлимәнең башындағы, был мине баяғы һүҙҙәр өсөн һүгергә килгән икән, тигән уйҙарының әҫәре лә ҡалманы. –‒ Йә, әйт, ни булды?
–‒ И-исмә-ғи-илл…
–‒ Исмәғил менән берәй нәмә булдымы әллә? Ниңә өндәшмәйһең? Мә, сәй уртла, эс-эс…
–‒ Исмәғи-ил… Шарлауыҡҡа төшкән, йылғаға-а…

Аты нимәнәндер өркөп, сығыштан 20-30 метр түбәндәрәк, йылғаның ҡышын да туңып бармаған еренә ҡайырылған. Йоҡа, йылға ситтәрендә «туш» ҡалҡытҡан боҙ аты тәңгәлендә генә ярылған. Сана, ҡалҡыуыс һы­маҡ, яртылаш өҫтә ҡалған. Хайуанҡай тонсоҡҡан, бата башлаған. Исмәғил, балтаһын алып, ҡамыт бауҙа­рын, арҡалығын киҫергә төшкән. Ләкин, атын быуған, аҫҡа һөйрәгән бауҙарынан ысҡындырыуы була, үҙенең аҫтынан боҙ убыла…
Оҙаҡ эҙләнеләр Исмәғилде. Боҙҙо быстылар, лом, балта менән сапҡыланылар, ырғаҡ батырҙылар. Баҡһаң, төшкән еренән алыҫ та аҡмаған икән, ситтәге тал тамырына эләгеп ҡалған.

Шулай итеп, апрелдең башы ҡайғы алып килде Мәстүрәгә. Етмәһә, үҙәген өҙөп, бер туҡтауһыҙ аты кешнәне, хужаһын таптырҙы. Һалған бесәнен, һолоһон ашаманы, сапсынды ла кешнәне, сапсынды ла кешнәне. Ахыр сиктә, Мәстүрә түҙ­мәне, сығарып ебәрҙе. Меҫкенкәйең, зыяратҡа барып, ҡапҡаһы яҡлап ҡына ерләнгән Исмәғилдең ҡәбере тәңгә­ленән китмәне. Ябыҡты, һөлдәгә ҡалды, кипте. Аҙна-ун көн тигәндә зыяраттың нишләптер асыҡ ҡалған ҡапҡаһынан ингән дә, хужаһы ҡәберенә башын һалып, йән биргән…

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ике әхирәт, береһе утыҙ биш йәштә, икенсеһе ҡырҡ биштә генә тол ҡал­ған ике йәш ҡатын, үҙҙәренсә донъя көтөргә тырышты, теге мәшәҡәткә сумды, был… Ләкин, нисек кенә уңған булмаһындар, ирһеҙлек үҙенекен итте. Ярай әле Ғәлимәнең улдары бар ‒– ял көндәрендә ҡағаһын ҡағып, төҙәтәһен төҙәтеп китәләр, ә бына Мәстүрәнең ҡыҙҙары ҡайтманы. Хатта, һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, аталарын ерләргә лә…

Хужаһы булмағас, әйтерһең, Исмәғил ҡорған йорт-ҡураны өй менән аҙбар эйәһе ташлап китте. Ҡотһоҙлоҡ баҫты: тәүҙә аҙбарҙа мал бөттө, хатта тауыҡтар ҙа ҡалманы; һуңынан әле бер бағана сереп ауҙы, әле икенсеһе ҡыйшайҙы, рәшәткә-кәртәләр емерелде, һынды. Өй ҙә, ҡарайып, өс-дүрт йыл эсендә теҙ сүккәндәй итте.

–‒ Белмәйем, әхирәт, ‒– тине Мәс­түрә ингән сағында, ‒– ҡыҙҙар бер мужикты димләй ҙә ул, әллә, тим, йортҡа индерәйемме икән? Бигерәк ҡыйын, күңелһеҙ бит, әле иллегә лә кермәгән­беҙ…
–‒ Кем һуң ул мужик тигәнең, үҙен күреп беләһеңме? Ишетмәгән-бел­мәгән кешегә кит тә бар, имеш. Ай-һай, уйлап эш ит, әхирәткәйем…

–‒ Әлиә ҡыҙым мужиктарҙа разбираться итә инде, хи-хи-хи… – Мәстүрә кеткелдәп алды, мут йылмайып, һүҙен дауам итте. – Үҙе бит өсөнсөгә бара. Барһын, тәүгеһе бер мәжнүн, быҙау булды. Уныһына итәк тулы бала кәрәкте. Минең ҡыҙ алйотмо ни, йәшләй генә бала бысрағына батырға. Икенсеһен осратты. Тик уныһы тәүге иренең сабыйын яратманы, ене кеүек күрҙе. Малайын ҡоҙағыйҙарға ҡалдырҙы ла, яңы мужигы менән йәшәй башланы. Быныһы йүнлеме тиһәк, алкаш булып сыҡты. Ҡыуып сығарҙы. Әлеге ке­йәүгә етәме ни, ул фатиры бар, ул машинаһы. «Мама, һине иномаркаға ғына ултыртып йөрөтөрмөн, сыҡ минең дядяға кейәүгә», тип өҙөлөп тора. Һайланмаһа, мәйтәм, торор ине Әлиәм беренсеһе быҙау, икенсеһе алкаш менән. Һайланырға кәрәк шул, һайларға, һайлатырға, үҙеңә ҡаратырға. Дядям, ти бит кейәү, шуға риза булайым да ҡуяйыммы икән, тим, кейәүгә оҡшаһа, насар нәҫел булмаҫ әле…

–‒ Белмәйем инде, иллегә табан атлайбыҙ, – Ғәлимә әхирәте өсөн борсолдо. – Исмәғил, исмаһам…

–‒ Нимә Исмәғил?! Исмәғил, Исмә­ғил. – Мәстүрә ҡыҙып китте, ауыҙын турһайтып, Ғәлимәгә арты менән боролдо. Һуңынан, ҡапыл әйләнеп, бармағын янаны. ‒– Онот һин уны, йәме. Һыуға төшмәһә, мыңарсы һу­ғып үлтерерҙәр ине. Әллә ҡасан сереп бөткән Исмәғилде һөйләп ултырғансы, әлегеһенә кейәүгә сығырға ҡыҫтар, әхирәткә һанаһаң, бәхет теләр инең.

(ДАУАМЫ БАР.)

Фото: belami-club.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас