Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ғинуар 2022, 03:00

ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ

Кеше-ҡара күрмәҫ борон тип, Арғынбай менән һөйләшкәндән һуң, Гөлназ сумкаһын ғына эләктерҙе лә тура автобус туҡталышына сығып китте. "Ҡайһылай оят! Оят!" - тип һыҡтаны күңеле.

ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ
ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ

ХИКӘЙӘ

АҘАҒЫ. БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-27/tuy-y-ber-k-n-2669506

Гөлназға ҡыйын булып китте. Ауырыу ҡатынын ташлап, туйға килгән иргә ғәйепләп ҡараны. Үҙе лә ҡатыны менән өйҙә генә ултырһа ярар ине, тигән уй үтте башынан. Хәйер, бер туған иң кесе һеңлеһенең туйына килмәй ҙә ярамайҙыр. Шәүрәнең иң өлкән ағаһы Әҡсән утыҙ биш-утыҙ алты йәштәрҙә. Элек килгәндәрендә лә йыш ҡына күргеләне уны Гөлназ, бер-бер артлы үҫеп килеүсе ике улы ла - тап үҙе кеүек төптән ныҡ, сымыры малайҙар.
Был көндө Әҡсән Гөлназдан бер аҙым да китмәне. Әлдән-әле бер туҡтауһыҙ йылмайып, йә бер, йә икенсе ҡыҙ менән бейегән Арғынбайға ҡарай ҙа, күңеле кителә ҡыҙҙың. “Тик мине генә саҡырманы бейергә, моғайын, Әҡсән ағайҙың кәләше, йә ыстағәфирулла, һөйәркәһе тип уйлайҙыр әле”. Гөлназдың уйын уҡығандай, тып итеп ҡаршыһына иклеп тә баҫты тегеһе.

- Әйҙә,- Арғынбай рөхсәт һорап та тормай, ҡыҙҙы көй ыңғайына өйрөлтөп алып та китте. Шәп бейей , ҡәһәрең. Тулҡынланыуҙан, һөйөнөсөнән Гөлнадың йөрәге дөпөлдәп тибә. Үҙе яңылышып ҡуймайып тип, егеттең һәр теүәл башҡарған хәрәкәтенә эйәрергә тырыша. Етеҙ бейеү көйө башланғас та, егет ҡыҙҙың ҡулын ысҡындырмай ғына туҡтаны ла:

- Йөрөп киләйекме? – тип тәҡдим итте. Гөлназ ҡыуанып ризалашты. Берҙән, бейеп талсыҡһа, икенсенән, үҙҙәренә төбәлгән ҡараштарҙан ялҡҡайны, һәм иң мөһиме, үҙенә оҡшатҡан егет менән икәүҙән-икәү ҡалырға теләү тойғоһо ла бик көслө ине.

Урамға сыҡтылар. Шәүрәләрҙең өйө тар ғына тыҡрыҡтың ос яғында. Ике-өс өй үтеүгә ауылды сыҡтылар ҙа. Ҡыҙыҡ ултырған был ауыл: өйҙәр, арҡаларын ел-дауылдан һаҡлағандай, урманға терәгәндәр. Ҡалҡыулыҡтан ауылдың был яғы бик яҡшы күренә: ике тыҡрыҡ бер оло урамға бер-бер артлы килеп терәлгән ерҙә ҙур булмаған клуб һәм мәктәп урынлашҡан. Уларҙың ҡыйығындағы флаг ауылға бер йәм биреп елберҙәй. Көн кискә ауышып килә, бар кеше урамда - көтөү ҡаршыларға сыҡҡандар. Улар кеше күҙенән йырағыраҡ ҡасырға тырышып, өйҙәр аръяғына, эре ҡайынлы сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Япраҡтары елгә елберҙәп, сер һөйләшкән ҡайынлыҡҡа ингәс, туҡтап ҡалдылар: алдарында ҡып-ҡыҙыл еләк тубырлашып ята. Улар эйелеп еләк сүпләй башланы. Ара-тирә бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып алалар. Устары тулғас, аяҡтарын һуҙып, ян-яҡҡа тарбайып үҫкән ҡарт ҡайын төбөнә йәнәш ултырҙылар. Матур итеп тәрбиләнгән, оҙон тырнаҡлы бармағына еләк эләктереп, ауыҙына яҡынайтҡан ҡыҙҙың ҡулынан ҡапыл үрелеп Арғынбай ҡапты. Гөлназ көлөп ҡуйҙы ла егеттең ҡулындағы еләккә үрелде. Арғынбай ҙа юғалып ҡалманы, йәһәт кенә ҡуҙғалып шылды ла, йөҙөнән күҙен алмай, ҡыҙҙың аяғына ултырҙы. Бер-береһенә услап шишмә һыуы эсергәндәге шикелле берәмләп еләк менән һыйларға керештеләр. Егет ҡыҙға ҡаптыра, ҡыҙ егеткә. Шул хәтлем рәхәт, күңелле ине Гөлназға. Туйға килгәне бирле үҙен әкиәттәге принцесса, йә Золушка һымаҡ хис итә ул. Арғынбайҙың өҙҙөрөп ҡарауынан да, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың уның ҡотлау телмәренән һуң нисектер үҙенә ҙурлап, хөрмәтләп ҡарауынан үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй, ҡанатланғандай тоя.

Шулай донъяларын онотоп, еләк менән һыйланып ултырып, яндарына килеп баҫҡан Әҡсән ағайҙы ла күрмәгәндәр.
- Бына ҡайҙа икәнһегеҙ! - тине ул ни өсөндөр асыуланғандай.

Арғынбай ҡулындағы еләген Гөлназдың усына бушатып, яй ғына урынынан ҡалҡынды. Уның артынан, гонаһ ҡылғанда тотолғандай уңайһыҙланып, Гөлназ тороп баҫты. Һул ҡулы менән итәктәрен ҡағыштырҙы.
- Әйҙә, ҡайттыҡ, - тине Әҡсән ағай ҡыҙға тишерҙәй итеп ҡарап.
- Кем менән килгән, шуның менән ҡайта, - тип яуапланы Арғынбай, ҡулын кеҫәһенә тығып.
- Мин һиңә өндәшмәйем, ҡыҫылма. Әйҙә, һылыу, - Әҡсән ҡыҙҙы етәкләп алды.
- Ә һин бында кем әле, командалыҡ итергә?! - Арғынбай уларҙың юлына арҡыры төштө. Ҡулы кеҫәлә, ҡарашы менән ашарҙай булып ҡаршыһындағы иргә текәлгән ул.

- Мин уның ағаһы! – “Ағаһы” һүҙенә баҫым яһап, ижекләп әйтте Әҡсән.
- Беләбеҙ ниндәй ағаһы икәнеңде! Ҡулыңдан килһә тотоп… Тик емеш һинең өсөн түгел, ҡартлас! - мыҫҡыллы ине Арғынбайҙың һүҙҙәре, йәш айырмаһын иҫләтеп, ҡартлас, тип әйтеүе йәнде көйҙөргөс яңғыраны. Әҡсән көтмәгәндә Гөлназды ситкә этеп ебәрҙе лә бар көсөнә мыҫҡыллы йылмайып торған егеттең сикәһенә һуҡты. Уны-быны көтмәгән Арғынбай мәтәлләп китте. Ләкин тейен етеҙлегендә ырғып тороп, Әҡсәнгә йәбеште. Бер-береһенең яғаһынан алған ирҙәрҙең араһына инеп, айырмаҡ булды Гөлназ.

- Етәр инде, кеше көлдөрмәгеҙ. Арғынбай, ҡуй. Әҡсән ағай, бушҡа бәйләнәһең! - тип әле тегеһенә, әле быныһына йәбеште. Әммә ул тартҡыслап та айыра армағас, күҙ йәшенә төйөлөп, усындағы еләген ергә һирпте лә шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Күп тә үтмәй, артынан йүгереп ҡыуып етте “көҙгө әтәстәр”.
- Беҙ һуғышмайбыҙ, Гөлназ. Тик әйт: шул йылмаяҡмы әллә …?
- Их һеҙ, ахмаҡтар! - тине Гөлназ Әҡсән ағайға йән асыуы менән, - мине һаҡлағансы, ҡатыныңды ҡайтып ҡара.
Үҙәге өҙөлгәндәй һыҡрап баҫып ҡалды Әҡсән. Үҙенән алыҫайған һылыуға һәм ҡанаған танауын ҡулъяулығына һөртә-һөртә китеп барған егеткә ҡарап йәне көйҙө. “Их һин, йүләр ҡыҙыҡай, ҡаҙаҡ күрһәтер әле күрмәгәнеңде. Тик һуң булмаһа ярар ине. Ниңә шул ҡәҙәр һуҡырһыңдыр, Гөлназ!” - тип уйлап, сүгәләп ергә ултырҙы ла, тәмәке артынан тәмәке тартты ул.

Әҡсәнгә үс итеп, бынан ары Арғынбай Гөлназдан бер аҙым да ситкә китмәне. Гөлназдың Әҡсән ағайға бик хәтере ҡалғайны, уны күрһә лә, күрмәмешкә һалышты, өндәшһә, ишетмәмеш булды. Әхирәтенең нимәгәлер кәйефе кителгәнен күреп, бер-ике тапҡыр килеп китергә форсат тапты Шәүрә.
- Ни булды, дуҫҡайым? - тине ул биленән ҡосаҡлап.
- Бер ни ҙә юҡ, арытҡан, - тип йылмайырға маташты тегеһе.
- Алдама, алдама, - әхирәте Гөлназды баштан-аяҡ ҡарап сыҡты, - Мин һине үтәнән үтә күрәм. Бөгөн һин супер! Шундай матурһың, әллә егеттәр һуғыштырып йөрөйһөңмө?! – Шаяртам тип, тап өҫтөнә баҫҡанын үҙе лә белмәне Шәүрә. – Ана, ҡара, баянан бирле нисәмә егет һинән күҙен дә алмай.

…Эңер төшкәс, гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, йәш-елкенсәк клубҡа йүнәлде. Арғынбай, кеше күплектән файҙаланып, һиҙҙермәй генә Гөлназды ҡосаҡланы ла, төн ҡараңғылығына әйҙәне. Ҡосаҡлашып, юҡ-бар хәбәр һөйләшеп, бар урамдарҙы ла урап сыҡтылар.
- Арыттырҙы, - Арғынбай эйелеп ҡыҙҙың сәстәренән үпте. - Әйҙә бая өҙөлгән матур осрашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Ҡыҙ өнһөҙ ризалашты. Улар еләк менән һыйланған ҡарт ҡайын яғына ыңғайланы. Урманға ингәс тә ниңдәйҙер шомло ла, серле лә тынлыҡ уратып алды. Киске һиллек. Ара-тирә сиңеркә сырылдап ҡуя, япраҡ ҡыштырҙай. Күк йөҙөндәге яңғыҙ ай менән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар туй тантанаһына ҡушылып бейешә, бәхетле кис теләй төҫлө. Арғынбай ҡыҙҙы үҙенә ҡарай әйләндереп, һаҡ ҡына битенән, сәстәренән, муйынынан үбергә тотондо. Ҡыҙ ҡаршылашманы, киреһенсә, егеттең муйынынан ҡосаҡлап, бар кәүҙәһе менән уға һыйынды. Егеттең үбеүе торған һайын нығыраҡ, талапсаныраҡ була барҙы. Гөлназдың башы әйләнде, бар донъя өйөрөлөргә тотондо. Егеттең үбеүе шулай тәьҫир итәме, сихри кисме, шапман шарабымы? Бәлки, бөтөнөһө лә бергә буталғандыр… Баяғы эләгешеүҙәренән Әҡсән ағайға үс итеп, бер бокалды төп күтәреп ҡуйғайны шул. Тәүҙәрәк һөйләшеп ултырғандарында Әҡсән: “Мин үҙем бик һирәк, бына ошондай байрамдарҙа ғына бер аҙ ҡапҡылайым, ә ҡатын-ҡыҙҙың эскәнен бөтөнләй өнәмәйем һәм аңламайым”, - тигәс, унда-бына шампан уртлап ултырған ҡыҙ ныҡ уңайһыҙланғайны. Ә “көҙгө әтәстәрҙең” икеһенә лә йәне көйгәс, үҙенә хужа булырға маташҡан ғаиләле иргә юрый үсләшеп, Әҡсән ағай уға ҡараған мәлде тап итеп кенә, бөткәнсе эсте лә ҡуйҙы. Тамаҡ төбөн көйҙөрөп, күҙенә йәш тығылһа ла, һиҙҙермәне. “Эскәнде яратмаһаң ни, яратма. Һинең өнәү-өнәмәүең миңә бер тин”, - тип әйтеүе ине үҙенсә.
Ҡыҙҙың ризалығы, тәжрибәһеҙлеге, үҙенә ылығып тороуы Арғынбайҙың дәртен артырҙы ғына. Ул, бер ҡулы менән ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, икенсеһе менән күнегелгәнсә төймәләренең һиҙәптәрен ысҡындырҙы…

Яратыуҙан да бигерәк егеттең йәне үс талап итеүен Гөлназдың күңеле һиҙмәй ине шул. “Ҡарарбыҙ әле, ҡартлас, ҡыҙғанған “һеңлең” кемдеке булыр икән, һинекеме, минекеме. Һин уйлағанса уҡ сафмы, һаҡларлыҡмы? Әллә беҙ үтәһе бураҙнаны башҡалар күптән ярғанмы?” Ошондай уй менән ҡаҙаҡ егете Гөлназды ҡуйы үлән өҫтөнә сүгәләтте…

…Кеше-ҡара күрмәҫ борон тип, Арғынбай менән һөйләшкәндән һуң, Гөлназ сумкаһын ғына эләктерҙе лә тура автобус туҡталышына сығып китте.
- Ҡайһылай оят! Оят! - тип һыҡтаны күңеле. Күпме хыялланған тәүге никах төнөн ниндәйҙер бер үткенсе өсөн булыуы уның бәғерен телгеләне. – Ниндәй түбәнлек! Ә Әҡсән ағай бит иҫкәрткәйне…

Бөләңгерт кенә яҡтылыҡта ул, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайынса, автобус салонына үтеп, иң артҡа барып ултырҙы. Бите буйлап үкенесле күҙ йәштәре тәгәрәне лә тәгәрәне…

****
Тап ярты йылдан, Яңы йыл төнөнә бер көн ҡалғас, эҙләп тапты уны бәхете. Өфө ятаҡханаларының береһенә ашығып ингән ҡыҙҙы таныш тауыш ергә ҡаҙаҡланы.
- Гөлназ!
Ҡыҙ үҙ ҡолағына ышанмай, яй ғына артына боролдо.
- Гөлназ, һаумы?
- Һаумыһығыҙ.
Ул ҡыҙ эргәһенә килде лә, бер аҙым етмәй туҡталды:
– Хәлдәрең нисек, Гөлназ?
– Зарланырлыҡ түгел.
– Ә минең …зарланырлыҡ. Ҡатыным вафат булды.

Гөлназ тертләне, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй әле бармаҡтарын шартлатты, әле сәстәрен уралтып торҙо. Нимә әйтергә, ҡайғыңды уртаҡлашам тиергәме?
- Э-э, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.
- Рәхмәт. Ә ни өсөн һорамайһың?
- Нимәне?
- Ни өсөн үлгәнен?
- Белмәйем.
- Уның яман шеш ине бит. Ике йылдан ашыу түшәктә ятты. Ҡайҙа ғына алып барманым, Ҡара диңгеҙгә лә, Балтикаға ла. Ниндәй генә докторҙарға, профессорҙарға күрһәтмәнем. Һәм… бөтәһе лә бушҡа ғына.

Гөлназ өндәшмәне. Хәйер, нимә тип әйтергә, нидәй һүҙҙәр табып йыуатырға?
- Туйға барғаныма үкенеп бөтә алманым. Сөнки Шәүрәләрҙең туйынан һуң ике көндән үтте. Һуңғы көндәрендә эргәһенән китмәй ултырмағаныма үкенәм, ниңәлер шул туйға бармаһам, әле тере булыр һымаҡ…
- Мин дә үкенәм ул туйға барғаныма, -  ҡапыл теленән ысҡынған был һүҙҙәргә Гөлназ үҙе лә аптырап китте. Туй ғәйеплеме ни үҙенең башы булмағас?!
- Аңлайым. - Ул ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡараны.
- Юҡ. Аңламайһығыҙ, сөнки нимә булғанын һеҙ бит белмәйһегеҙ. - Гөлназ ҡарашын ситкә алды, тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотто.
- Белмәйем, белмәһәм дә аңлайым, һылыу. Һин иртә менән берәүҙең дә күҙенә салынмай, хатта Шәүрә менән дә хушлашмай ҡайтып киткәс, мин һәммәһен дә аңланым.

Гөлназ йәш аралаш мыҫҡыллы йылмайҙы:
- Ҡыуанғанһығыҙҙыр инде, Әҡсән ағай. Иҫкәртеүегеҙ дөрөҫкә сыҡты бит.

Әммә Әҡсән ҡыҙҙың һүҙҙәрендәге сарказмға иғтибар итмәне.
- Кеше яҙмышынан көлөргә мин иҫәр түгел, Гөлназ. Тик ул саҡта үҙемдең дә ҡайғым баштан ашҡан ине шул. Сирле булһа ла, ул әсәй урынында булған икән. Ике улыма атай ҙа, әсәй ҙә булыуы ифрат ауыр.

Ятаҡхана вестибюлендә тороусылар йәш ҡыҙ менән мөһабәт кәүҙәле ирҙең һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып, шымып ҡалғандарын да һиҙмәне улар.
- Гөлназ һылыу, мин һиңә килдем. Яңы йылды бергә ҡаршыларға.
- Ҡайҙа?
- Ауылда. Балалар менән бергә.
Гөлназ бер мәлгә генә уйланғандай итте лә, тигеҙ аҡ тештәрен балҡытып, йылмайып ебәрҙе.

Авторы – Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.

Фото: almode.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас