Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлап, Башҡортостандың Милли музейында “Евразия халыҡтарының эпик мираҫы” тип аталған үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылын асҡан тәүге сара булды, тиергә мөмкин.
Күргәҙмәне рус һәм башҡорт халыҡтарының эпик ҡомартҡылары – “Былина о Коловрате-вещуне” һәм “Урал батыр” менән астылар.
Тәүгеһенән Шишмә ҡасабаһындағы балалар сәнғәт мәктәбе вәкилдәре өҙөк көйләп ишеттерҙе. Образға инеп, бирелеп китеп “Урал батыр”ҙан өҙөк һөйләгән кескәй ҡыҙ – Учалы районынан Яҙгөл Нуретдинова ла йыйылған халыҡты сағыу таланты менән һоҡландырҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне.
– Эпостар халыҡтарҙың мәҙәниәте, тормош фәлсәфәһе, йолалары тураһында күҙалларға мөмкинлек биргән тәү сығанаҡ булып иҫәпләнә. Ошо белемде һаҡлау, өйрәнеү, киләһе быуындарға тапшырыу уғата мөһим. Беҙҙең республикала рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлаусы булып торған сәсәндәр мәктәбе тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы, – тип билдәләне Азат Шамил улы.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллинаның телмәре халҡыбыҙҙың бай рухи мәҙәниәтенең бөгөнгөгә бәйле әһәмиәте хаҡында булды.
– Мифтар, эпостар уны сығарған халыҡ, ул беренсе тапҡыр яңғыраған тел тере булғанда, ата-бабалар аманатына тоғро ҡалған замандаштар бар саҡта, һәр саҡ йәшәр. Эпостарҙа боронғо донъя ғына сағылып ҡалмай, ул киләсәккә, артабанғы тоҡомдарға васыят итеп ҡалдырылған әхлаҡи программа ла: нисек дөрөҫ йәшәргә, хеҙмәт һөйөүсән булырға, нисек яратырға, ғаилә ҡорорға, Ватаныңды, яҡындарыңды һаҡларға... Уларҙа һүрәтләнгән традицион ғаилә - батыр, аҡыллы ир һәм матур, хәстәрлекле ҡатын беҙгә үрнәк булып тора. Ошондай мәңгелек ҡиммәттәр әлеге буталсыҡ осорҙа, Көнбайыш бөтә донъяға көсләп тағырға тырышҡан кире күренештәр күҙәтелгән заманда, айырыуса әһәмиәтле, мөһим. Был матур күргәҙмәгә балалар ҙа килмәй ҡалмаһын ине, – тине ул.
Күргәҙмә экспозицияларын башҡорттарҙың, башҡа Рәсәй халыҡтарының ҡулланма-биҙәү сәнғәте өлгөләре, Башҡортостандың, Пермдең тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының мәҙәниәт һәм мағариф ойошмалары фондынан, шәхси коллекцияларҙан алынған китаптар, документтар тәшкил итә. Улар Евразия халыҡтары тарихына күҙ һалырға, был юҫыҡта белемде киңәйтергә булышлыҡ итә, илебеҙ халыҡтарының рухи мираҫын сағылдыра.
Башҡорт халҡының иң күләмле, боронғо эпосы “Урал батыр”, әлбиттә, улар араһында мөһим урын алып тора. Күргәҙмәнең бихисап өлөшө тап ошо ҡомартҡыбыҙға бағышланған. Төрлө рәссамдар, скульпторҙар үлемһеҙ эпос йөкмәткеһенә мөрәжәғәт итеп, уның геройҙарын “терелткән”, образдарын күҙ алдына баҫтырырға тырышҡан.
Күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың рухи мираҫын тәшкил иткән эпостар ҙа урын алған. Әйтәйек, карел-фин эпосы “Калевала”. Уның нигеҙен руналар – халыҡтың эпик йырҙары тәшкил итә. Иң күп өлөшө Карелияла яҙып алынған. 50 рунанан тыш, “Калевала”ның йөкмәткеһенә туй йолалары, йырҙары, төрлө яуыз көстәрҙән һаҡлаусы йырҙар ҙа ингән. Был эпос донъя әҙәбиәтендә тиңе булмаған уникаль халыҡ эпосы тип танылған.
Ҡырғыҙ халҡының “Манас”ы, ҡаҙаҡтарҙың “Ҡобланды батыр”ы, сыуаш халҡының “Улып” әҫәре, Кавказ халыҡтары өсөн уртаҡ булған “Нарттар”, яҡут (саха) халҡының “Олонхо”лары – күргәҙмәгә килгән кеше ошо боронғо халыҡ гәүһәрҙәре тураһында ярайһы мәғлүмәт алып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә.
Экспозициялар араһында Башҡортостандың Милли музейынан, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейынан, Пермь тыуған яҡты өйрәнеү музейынан, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананан, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивынан, “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһынан, Республика халыҡ ижады үҙәгенән экспонаттар, “Ағиҙел” башҡорт художестволы промыслалары” предприятиеһының эштәре, айырым рәссамдарҙың, студенттарҙың, сәнғәт мәктәптәре уҡыусыларының ижади емештәре бар.
Күргәҙмәне ойоштороусылар ниәтенсә, был проект музей, тәрбиә эштәре белгестәренә, студенттарға семинарҙар үткәреүгә отошло; сәсәндәр мәктәбе вәкилдәренә, халыҡ ижады менән эшләгән ойошмаларға, мәҫәлән, фольклор коллективтарына; халыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүгә ҡулайлы буласаҡ. Бынан тыш, күргәҙмә Рәсәй музейҙарында тупланған халыҡ мәҙәниәте өлгөләрен артабан өйрәнеүҙе үҫтереү өсөн нигеҙ ҙә булып тора ала.
Үҙенсәлекле күргәҙмә 21 мартҡа тиклем эшләй. Халҡыбыҙҙың, башҡа туғандаш милләттәрҙең рухи ҡомартҡылары тураһында ишетергә, күберәк белергә теләгәндәр өсөн бай мәғлүмәт сығанағы булып тора ул. Билеттарҙы "Пушкин картаһы" буйынса ла алырға мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.