Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Февраль 2022, 15:06

Асыла барған серҙәрҙе асты

Хеҙмәттәре докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ булырлыҡ.

Фото ғаилә архивынан.
Фото:Фото ғаилә архивынан.

Билдәле әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 90 йыл тулды. Уның фәнни тикшеренеүҙәре әҙәбиәт тарихы, әҙәбиәт теорияһы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме проблемалары менән бәйле. Ғалимдың “Әҙәбиәт теорияһы”, “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре”, “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”, “Шиғриәт иленә сәйәхәт”, “Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы”, “Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады”, “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” һәм башҡа хеҙмәттәре бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим. Ким Әбүзәр улы башҡорт әҙәбиәтен тәрән өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Күренекле ғалимды иҫкә алып, Назар Нәжмиҙең 1992 йылда уның тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы яҙған һәм ҡыҙы Гөлшат Ғәбитованың мәҡәләләрен тәҡдим итәбеҙ.

Ижад серенә төшә-төшә…

 

Рус әҙәбиәтендә, заманында Пушкин тиклем Пушкиндарҙы, Лермонтов тиклем Лермонтовтарҙы яңынан асырға, уларҙың ижад серен башҡаларға төшөндөрөргә Белинскийҙар ҙа кәрәк булған, ә был кәрәклекте иһә әлеге шул Пушкиндарҙың, Лермонтовтарҙың бөйөклөгө талап иткән. Бында сихри һәм бөйөк гармония барлығын ябай күҙ менән дә күреп була.

Ким Әхмәтйәнов тураһында бер-ике һүҙ әйтергә булғас, өҫтә иҫкә алынған бөйөк шәхестәр юҡҡа ғына хәтергә төшмәне, сөнки Ким Әхмәтйәнов үҙенең фекер ағышы менән, шиғриәт тураһында уйланыуҙары менән бөйөк Белинскийҙы хәтерләтә – бөйөктөң дә, үҙебеҙҙең “ябайҙың” да тәнҡитселеге тыумыштан.

Ким Әхмәтйәнов әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ эшмәкәрлеген шиғыр яҙыуҙан башлай. Ошо хәл “Белинский үҙ эшмәкәрлеген нимәнән башлаған, ул да башта шиғыр яҙҙымы икән әллә?” тигән уйға алып килде. Юҡ, ул шиғыр түгел, пьеса яҙған икән. Беҙҙең әҙәбиәттә башта шиғыр яҙып, ул жанрҙы дауам итеп, әҙәбиәт белгесе булып та ижади эш менән йәшәүселәр, шулай уҡ туранан-тура тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе булып китеүселәр бар. Бер юлы ике жанрҙа эшләүселәргә, ике йөктө тартыу ауыр булғанғамы, улар ике жанрҙа ла бер сама булып күҙ алдына баҫа, ә әҙәбиәт белгесе булыуға, башҡа жанрҙарҙа эшләмәйенсә, туранан-тура килгәндәр (бында мин Ғайса Хөсәйенов кеүектәрҙе күҙ алдында тотам) әҙәби тәнҡиттән арыпмы, әллә яңы “Пушкиндар, Лермонтовтар” тыумағанғамы, әллә үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ артҡанлыҡтан, шиғриәттәге тәбиғи сәскәне ҡағыҙ сәскәләрҙән айырғандан һуң, үҙ Пушкиныңдан күңел ҡайтҡанғамы – Белинскийлыҡты ташлап, төрлө парсалар һәм башҡа әйберҙәр яҙыуға күсте.

Ким Әхмәтйәнов, әгәр ҙә иҫән булһа, ни эшләр ине икән? Шиғыр яҙыуҙан әҙәбиәт белгеслегенә күскән кеше шиғырға ҡайтмаҫ ине, сөнки ул, үрҙә әйткәнемсә, тыумыштан әҙәби тәнҡитсе, тыумыштан ул шиғриәткә ғашиҡ, бына ошо ғашиҡлыҡ уны ысын йөрәкле тәнҡитсе итә лә (йәйә эсендә шуны ла әйтмәксе булам: сәнғәттең йөҙөк ҡашы – шиғриәт, тиҙәр. Шиғриәт – йәшлек гүзәллеге,  йәшлек һулышы, йәшлек емеше. Әгәр ҙә Бөйөк Гёте етмеш йәшендә һөйөү шиғырҙары яҙған икән – ул инде донъяла һирәк осрай торған мөғжизә. Беҙҙә хәҙер ғүмергә шиғыр яҙмаған әҙиптәребеҙ, етмешкә еткәндә, “шиғыр” яҙа башланы. Был да мөғжизәме? Әллә үҙ-үҙеңде аңламау, үҙ-үҙеңә баһа бирә белмәүме?).

Ким Әхмәтйәновтың шиғриәткә ғашиҡлығын мин үҙ елкәмдә, йәнемдә тойҙом. Уның менән икебеҙҙең әңгәмәбеҙ бар. Ул ҡуйған һорауҙарға яуап биреү миңә еңел булманы. Ул һорауҙарҙың тәрәнлегенә мин бик тә һоҡландым, шулар арҡаһында “Шиғриәт ул – ғүмер буйы асыла барған сер”, – тип үҙ-үҙемә бәләкәй генә булһа ла асыш яһау бәхетенә ирештем. Әгәр ҙә шиғриәт ғүмер буйы асыла барған сер икән, Ким Әхмәтйәнов иһә ана шул асыла барған серҙәрҙе асыусы булып күҙ алдыма баҫа. Ул серҙәрҙең сиге юҡ, һәм шуларҙы аса барыу ҙа яңы асыштарға өндәй, ә өндәү барҙа арыу-талыу юҡ. Шуның өсөндөр ҙә, бәлки, ул докторлыҡ диссертация­һын да яҡламаны. Хәйер, уның ҡайһы бер китабы, хатта ҡайһы бер мәҡәләһе, үҙҙәренең төплө уйланған булыуы һәм асыштары менән докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ булырлыҡ.

Кем белә, Ким Әхмәтйәновтың хеҙмәттәре үҙҙәре генә лә кемдәрҙелер ғалим итер. Мәҫәлән, Чернышевскийҙың “Эстетические отношения искусства к действительности” тигән диссертацияһын өйрәнеп, тикшереп, фән докторҙары барлыҡҡа килмәнеме ни?!

Әҙәби тәнҡитһеҙ әҙәбиәт сүп баҫҡан баҫыу, елгәргесе булмаған ырҙын табағы, йә булмаһа, елләтелмәгән тынсыу бүлмә шикелле тойола һәм күренә миңә, шуға күрәме бөгөн яңы Әхмәтйәновтар тураһында уйландыра. Булыр­мы улар? Рәшит Солтангәрәевтең “Талант­тың ҡәҙерен дә иң элек талантлы кеше күрә” тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. Яңы таланттар яңы Әхмәтйәновтарҙы тыуҙырырмы ла, ә яңы Әхмәтйәновтар яңы таланттарҙы асырмы?

Бөгөнгө заманда, ижадсы тураһында түгел, ә колбаса тураһында күберәк уйланған саҡта, үткәндәргә ниндәйҙер үҙәк өҙгөс һағышлы кисерештәр менән ҡайта-ҡайта, шомло уйҙарға уралырға ғына ҡала, ләкин күңел төбөндә, тәрәндә өҙөлмәгән өмөт йөрәге тибә әле. Ким Әхмәтйәнов кеүек ижад серенә тәрән төшә-төшә йәшәүселәрҙән шиғриәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ мәхрүм булмаясаҡтыр.

Назар НӘЖМИ.

1992 йыл, 5 февраль.

Читайте нас: