Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Февраль 2022, 15:07

Урал бөркөтө

...Атайым тыуған ауылы – Әбйәлил районының Әлмөхәмәтендә ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыр өсөн Ирәндек һырттары аша ятҡан Темәс педагогия техникумына юлланырға кәрәк була. Шулай итеп, әсәләренән хәйер-фатиха, өгөт-нәсихәт алған, иңбаштарына ябай тоҡ, моҡсай аҫҡан, ҡулдарына төйөнсәк тотҡан бер нисә үҫмер илле саҡрымлыҡ юлға сыға.

Был юлды уларға дүрт йыл буйы әллә нисәмә тапҡыр үтергә тура килә. Эйе, ауыр була белем тауына илткән, ауыл һуҡмағынан ғына башланған оло юл. Бигерәк тә һуғыштан һуңғы, ил саҡ аяғына баҫа ғына башлаған 1947-лә – уңыш булмаған аслыҡ йылында. Хәйер, унан һуңғыларында ла әле һуғыштан миктәгән халыҡ ризыҡҡа туймай, әммә күңелдәрендә киләсәк­кә ышаныс ята, ул яҡтылыҡҡа ынтыла.

Ауылынан белем эстәргә сығып киткән үҫмерҙәр ҙә хыялында ғына йөрөткән һөнәрҙе үҙләштерергә ашҡына, алған белемдәрен килә­сәктә башҡа балаларға ла тапшыра­сағына ышана. Белем үренә лә, мәғрур Ирәндек тауына табан да ошо инаныс атлата уларҙы.

Хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ауыр: нисек итеп саҡ малайлыҡтан сыҡҡан үҫмерҙәр ҡара урмандар, бейек-бейек тау һырттары аша ошо саҡлы ерҙе яңғыҙҙары ғына үтә алды икән?! Ә бит уларға йыртҡыс та осрауы мөмкин булған. Уның ҡарауы, Ирәндек тауына менеү менән тирә-яҡ һиңә ҡоласын йәйә: офоҡ сикһеҙ булып киңәйә, донъя­ның иң оҫта рәссамдары ла төшөрә алмаҫтай хозурлыҡ асыла, көмөш тәңкәләй ялтырап ятҡан күлдәр асыҡ күк йөҙөнөң гүзәл төҫөндә уйнай, бар тәбиғәт илаһи нурға сумған.

Болоттар һуң, болоттар! Ҡулда­рыңды йәй ҙә ҡоласыңа ал, йә булмаһа, йомшаҡ ҡына мамыҡтай юрғанға төрөнөп, талғын ел ыңғайына ағыл да ағыл. Тыуған ерең өҫтөнән йөҙөп үт. Әкиәттәге серле кейеҙ итеп тә ос, сикһеҙ диңгеҙҙәге караптай елкәнеңде кир – хыялың еткәнсә илһам ал. Ана бит, түбәндә ғорур бөркөттәр “саңҡ-саңҡ” итеп ҡыйылып оса, улар ҙа Хоҙайҙан бирелгән бәләкәй генә ожмах илен данлай. Быларҙың барыһы ла Ким күңеленең нескә ҡылдарын сиртә, күкрәгендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шиғри тулҡындар тибрәлтә. Ана шул рәссамдар һүрәтләп, сәсәндәр һөйләп, йырау­ҙар данлап бөтә алмаҫлыҡ хозур­лыҡты халыҡҡа еткерер өсөн дә белем юлына сыҡҡан ул.

Түбәһе күккә олғашҡан Ирәндек артабан буласаҡ ғалимдың бар яҙмышын хәл иткәндәй була. Тәүҙә тәбиғәттең хозурлығы менән һоҡ­лан­һа, аҙаҡ уның серҙәрен асырға тырыша. Был инде үҙенең дә асылын табырға ярҙам итә. Шиғриәте лә, әҙәбиәткә артабанғы хеҙмәте лә нәҡ ошо тәбиғәт менән һуға­рылып, булмышын тәшкил итә. Ирәндек ысын мәғәнәһендә ижа­дының юл башы булып тора.

Бик күп йылдар үткәс, үҙенең Әлмөхәмәткә һуңғы ҡайтыуында ла Ирәндек һырттарына, ғөмүмән, тыуған ауылы тәбиғәтенә һоҡланып туймай. Йыш ҡына: “Эх, ошо хозурлыҡты һүрәтләргә ине”, – тип әйтә торған була. “Ирәндек тауы төшөрөлгән был картина иң изге, иң ҡиммәтлеһе булыр ине”, – ти. Шулай итеп, ул үҙенең Ирәндеге менән бәхилләшкәндер. Һуңынан инде мәңгелеккә уның ҡуйынында урын тапты. Ирәндек тормош юлының башы ла, аҙағы ла булды. Һуңғы тапҡыр күҙҙәрен йомор алдынан да, һөйөклөһө Рәйфәнең ҡулдарын ҡыҫып, ул Ирәндеккә баҡҡан...

Ким Әхмәтйәновтың бар ғүмере лә Ирәндек һырттарын артылған һымаҡ үтә: оҙаҡ йылдар белем алыуы, ғилемгә ынтылыуы, алғандарын халҡына еткерергә тырышыуы. Нисек кенә булмаһын, ул һис ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәне. Һайлаған юлынан тайпылмайынса, гел алға барҙы. Әҙәбиәт фәненә ҡыйыу атлап, әлегә тиклем бер кем дә асмаған тема менән килеп инде, тамырына төшөп өйрәнде, үҙенең принципиаль, аныҡ, яңы һүҙен һоҡланғыс тел менән әйтә алды. Фәндә яңы офоҡтар асып, әҙәбиәт үҫешенә юл күрһәтте. Ул арымай-талмай алға барҙы, әҙәбиәт матурлығының, нәфислегенең бар асылын күрһәтеүгә өлгәште, серен асты. Уның һуңғы китабы шулай атала ла: “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт”. (Әйтерһең, Ирәндек тауы!) Бының өсөн әҙәбиәтте өй­рәнеүҙә бик ҙур тәжрибә, белем туп­лап, башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының тауҙай әҫәрҙәрен уҡыны. Ҡасандыр тау башынан ҡараш ташлағандай, барыһын ошо юғарылыҡтан баһаланы, ысын мәғәнәһендә шиғриәт һаҡсыһы булды.

Ғүмер буйы Шиғриәт һәм Әҙәбиәт тигән илаһи илен яратты, уның тоғро һаҡсыһы булды. Шуға ла китабын ул “Шиғриәт иленә сәйәхәт” тип атағандыр. Ошо иленең Батыры ине, ғүмерен һуңғы сат­ҡыһына тиклем уға бағышланы. Хәҙер ҙә үлемһеҙ йәне, юғарылыҡҡа күтәрелеп, Әҙәбиәт, Шиғриәт иленең күгендә бөркөттәй ғорур кәйелеп, ҡанаттарын киң киреп, ап-аҡ болоттар өҫтөнән батырлыҡты, матурлыҡты, изгелекте данлап осалыр. Артынса әҙәбиәткә килгән һәләтлеләр уны күрә, остаздары һүҙен ишетә. Булыр шундай бер көн, мәғрур бөркөт үҙенең ҡаурыйын ялҡынлы йөрәкле, халҡын, уның әҙәбиәтен ихлас яратҡан, һайлаған юлынан тайпылмайынса атлаған, булмышын әҙәбиәткә бағышла­ғандың ҡулына төшөрөр. Бирһен Хоҙай. Амин, тип теләйек.

 

Гөлшат ҒӘБИТОВА.

Читайте нас: