Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Февраль 2022, 18:46

Ҡурайсы тигән даны бар

“Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул”, – ти талантлы педагог.

“Ҡурайсы үҙе уйнаған көйҙәрҙе, тәрәндән аңлап,  йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерергә тейеш”, –  ти Тәфтизан Зәйнышев.
“Ҡурайсы үҙе уйнаған көйҙәрҙе, тәрәндән аңлап, йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерергә тейеш”, – ти Тәфтизан Зәйнышев.

Учалыла Тәфтизан Зәйнышевты оҫта ҡурайсы, абруйлы музыка уҡытыусыһы булараҡ яҡшы беләләр. Милли рух менән һуғарылған бер генә мәҙәни сара ла уның йәки ул ҡурай серҙәренә өйрәткән  уҡыусыларының ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Буласаҡ сәхнә оҫтаһы Әбйәлил районының Хәмит ауылында ишле  ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе йыр-моңға маһир була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан йәшләй генә вафат була. Һигеҙ баланы Зөһрә Мөхәмәткилде ҡыҙы яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Олораҡтары, кеселәрен ҡара­шып, берҙәм, тырыш, эшкә бөтмөр, әсәләренә терәк булып буй еткерә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр, Хоҙай Тәғәлә һәр береһенә һәләт, ижад ҡомарын да йәлләмәй бирә.

– Өс ағайым да гармунда ла, ҡурайҙа ла  оҫта уйнаны, апайҙарым матур итеп йырлай ине. Иштимер ағайым мине гел бесәнгә эйәртеп йөрөттө. Ҡурай ҡырҡып бирә лә, мин шуны һыҙғыртып ултыра торғайным. Тора-бара көйҙәр сығара башланым, – тип бала саҡ хәти­рәләренә бирелә әңгәмәсем.

Алтынсы класҡа Тәфтизан Сибай мәктәп-интернатына уҡырға бара. Өс йыл шунда белем ала, ҡурай түңәрәгенә йөрөй, спортҡа ылыға. Үҙҙә­рендә урта мәктәп асылғас, кире ҡайтып, уҡыуын ауылда дауам итә. Ул ваҡыттарҙа үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары смотр-конкурстары йыш ойошторола. Тәфтизан, халыҡ йыр­ҙарын башҡарып, ҡурайҙа уйнап, ауылдың ғына түгел, райондың да мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнай.

 Мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынғансы, Тәф­тизан ауылда пилорамда эшләп ала. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, күңеле гел сәнғәткә тартылған егет Учалыға йүнәлә. Шул йылда Учалы музыка учили­щеһында башҡорт фольклоры бүлеге асыла.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин килгәндә, ҡабул итеү имтихандары тамамланғайны. Бүлек етәксеһе Гөлдәр Моратоваға рәхмәтем сикһеҙ, мине кире бороп сығарманы. Ҡурайҙа уйнап, йырлап күрһәткәс, уҡырға ҡабул иттеләр. Шулай студент булып киттем. Күңелле студент йылдары, төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу күңелдә яҡты хәтирәләр булып уйылған. Ул ваҡытта Юрий Колодкин етәкселегендәге уҡыу йортоноң яңы һулыш алып,  гөрләп эшләй башлаған ваҡыты ине. Айбулат Рәх­мәтуллин, Фәрзәнә Фәтҡул­лина, Таңсул­пан Ғарипова һәм башҡа билдәле педагогтар байтаҡ талантлы йәш кешеләргә ҡанат ҡуйҙы, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.

Тап Учалыла ғүмерлек яҙмышын осрата Тәфтизан. Силәбе өлкәһенең Мөслим ауылы һылыуы Юлиә лә училищеның хореография бүлегенә уҡырға ингән була. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт хистәре бөрөләнә. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр.

Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән, гел яңылыҡҡа ын­тылған йәштәр уҡыуҙарын артабан дауам итә: Тәфтизан – Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Юлиә Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлап, юға­ры белемгә эйә була һәм икеһе лә Учалы музыка училище­һында хеҙмәт юлын башлай. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә.

Бөгөн Тәфтизан Хәким улы – Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының башҡорт музыка ҡоралдары, ә Юлиә Рәүил ҡыҙы хореография бүлегенә етәк­селек итә. Зәйнышевтар ҡала һәм районда ғына түгел, республикала ойошторолған төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2002 йылда “Өлгөлө ғаилә” конкурсында Гран-при яулайҙар. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап һәләтле, тырыш. Бейеүгә ғашиҡ ҡыҙҙары Наҙгөл бөгөн Өфөлә нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләй, улдары Замир мәктәптә уҡый, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә.

Тәүге күреүҙә үк күңеленә ятҡан күркәм тәбиғәтле, ыҡсым, матур таусылар ҡалаһына ерегеп китһә лә, ир-уҙаман тыуған яғын, йәнтөйәген бер ҡасан да онотмай, ғаиләһе менән Әбйәлилгә йыш ҡайтып тора.

– Туғандарыбыҙ менән осрашыуҙар тотош байрамға әйләнә. Кемдер гармун тарта, кемдер ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнай йә иһә йыр һуҙа. Тыуған яғымдан көс-дәрт алып киләм, – ти әңгәмәсем.

Тәфтизан Хәким улы эшләү дәүерендә күпме кешене ҡурай серҙәренә өйрәтте икән, иҫәбе-хисабы юҡ. Тормоштарын сәнғәт менән бәйләгән тиҫтә­ләгән шәкерте уның илһамлы һөнәрен үҙ итте.

Тәфтизан Зәйнышев  етәксе­легендәге “Яйыҡ” ҡурайсылар ансамбле республика кимәлен­дә генә түгел, унан ситтә лә Баш­ҡортостан данын тарата, төрлө конкурс-фести­валдәрҙә алдынғы урындарҙы яулай. Мәҫәлән, Октябрьский ҡала­һын­да уҙғарылған Ҡурай байрамында  йыл һайын ҡатнашалар.

– Бындай саралар йәш таланттар өсөн үтә мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, бер нисек тә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмай. Камиллашыу өсөн даими рәүештә алдынғы тәжрибәне өйрәнергә һәм ҡулланырға кәрәк, – ти педагог.

Тәфтизан Зәйнышевтың шәхси уңыштары ла бихисап. Башҡортостан Мәҙәниәт ми­нистрлығы ойошторған “Педагогик оҫталыҡ” конкурсында ул өс тапҡыр еңеүсе булып таныла, “Дуҫлыҡ йыры”,“Ирәндек моңдары” йыр бәйгеләрендә, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында лауреат исемдәрен яулай.

– Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул, милли көйҙәребеҙҙә халҡыбыҙҙың яҙмышы, тарихы сағыла. Ҡурайсы, үҙе уйнаған көйҙәрҙе тәрәндән аңлап, фәлсәфәһенә төшөнөп, йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерергә тейеш, шуға күрә эшемде башҡарғанда ҙур яуаплылыҡ тоям. Уҡыусыла­рыма, ысын ҡурайсы булып өлгөрөп етеү өсөн физик яҡтан көслө булыу, үпкәнең сәләмәт­леге, тауыш сығарыу ағзала­рының ныҡлығы, бармаҡтарҙың етеҙлеге кәрәк, эскелек, тартыу кеүек алама ғәҙәттәр менән мауыҡмау бик мөһим, тип йыш ҡабатлайым, – ти сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән абруйлы педагог.

Тәфтизан Зәйнышевтың фиҙакәр хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған, ул әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙа­ры, почет грамоталары менән бүләкләнгән, ә 2014 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Әммә ир-уҙаман өсөн иң юғары награда – тырышлығы менән яуланған уҡыусыларының хөр­мәте, тамашасыларының һөйөүе.

Ошо көндәрҙә Тәфтизан Зәйнышев алтын юбилейын билдәләй. 50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн ғүмерҙең иң матур мәле,тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ.

Оҫта ҡурайсы, абруйлы уҡытыусының яуланаһы үрҙә­ре, башҡараһы эштәре лә алда әле.

 

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас: