“Башҡортостан” дәүләт концерт залында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ артисы, М. Глинка һәм С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, композитор Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған концерт булды.
Бындай юғары тәьҫирле саралар ҡәҙимге тормошта ла һирәк була торғайны, әлеге эпидемия шарттарында иһә тотош бер мөғжизә кеүек ҡабул ителде, сөнки кисәнең башынан аҙағынаса залда үҙенсәлекле мөхит барлыҡҡа килде. Милли мәҙәниәтебеҙ менән һоҡланыу-ғорурланыу ҙа, Тыуған ил тойғоһо ла, берҙәмлек хисе лә, тағы әллә күпме тулҡынландырғыс тойғолар кисерҙе тамашасы... Һәм һәр сығышты ихлас алҡышланы, артистарҙы ҡат-ҡат саҡырып сығарҙы, “афарин”, “браво” тип ҡеүәтләп һоҡланыуын белдерергә ашыҡты! Бындай көслө хис-тойғо әлеге көндә ысын мәғәнәһендә оло бүләк булараҡ ҡабул ителә. Ошоларҙың барыһының сәбәбе – музыка! Бала саҡтан күңелгә һеңгән көйҙәр... Заһир Ғариф улы Исмәғилевтең опералары, йыр-романстары, инструменталь әҫәрҙәре күптән инде тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Уның яңғырашында композитор йәшәгән дәүер һулышы, халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәре, ынтылыш-хыялдары, күңел байлығы, милли холоҡ-фиғеле ярылып ята! Юҡҡа ғынамы ни тапҡыр һүҙле Абдулхаҡ ағай Игебаев “Заһир моңо – Урал моңо”, – тимәгән!
Юбилей кисәһендә ошо үлемһеҙ моңдарҙы республикабыҙҙың иң күренекле ижади көстәре башҡарҙы.
Программаның төп “йөгө” Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Милли симфоник оркестр иңдәренә һалынды. Йырсылар Диләрә Иҙрисова, Иҙел Аралбаев, Артур Шәрипов, музыкант-башҡарыусылар Шәүрә Сәғитова, Артур Нәзиуллин, Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт хор капеллаһы башҡарыуында композиторҙың билдәле әҫәрҙәрен тамашасылар өр-яңынан асҡандай булды.
Оркестр оҙатыуында башҡарылған ариялар, “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһынан увертюра, Исмәғилевтең Л. Степанов менән берлектә ижад ителгән “Сыңрау торна” балетынан Адажио, “Үлемһеҙлек” вокаль-симфоник поэмаһы, “Россиянмын” кантатаһы тыңлаусыларға күптән таныш булһа, композиторҙың “Салауат” симфоник поэмаһы, Байрам увертюраһы, фортепиано өсөн Концерт (солист – Шәүрә Сәғитова) кисәлә тәүләп башҡарылды. Артур Нәзиуллин башҡарыуында кларнет өсөн Поэма ла тәүләп оркестр оҙатылышында яңғыраны.
Ошо хаҡта сәнғәт белгестәренән фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек. Тәүге һүҙ – БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры Артур НӘЗИУЛЛИНҒА.
– Поэманы беҙ радионан рояль оҙатыуында ишетә беләбеҙ, Һеҙҙең башҡарыуҙа әҫәр бөтөнләй яңы яңғыраш алды...
– Поэма минең тормошомда айырым урын биләй, сөнки уны тәүләп сәхнәлә әле 11 йәшлек бала сағымда, Махсус музыка мәктәбендә уҡыған осорҙа башҡарғайным. Уның яңыса яңғырауы шундалыр – мин бер кемде лә ҡабатларға тырышманым, музыканы нисек тоям, шулай уйнаным. Поэманың темаһы башҡорт оҙон көйҙәренә тартым, ә уларҙы күңелеңдә йөрөтһәң, был музыка ла күңелгә яҡын буласаҡ, шуға күрә ундағы ҡайһы бер мелизмдарым сәхнәлә үк, импровизация рәүешендә тыуҙы. Музыка – ул бик ябай ғәмәл, әгәр ҙә һиңә уның менән шөғөлләнеү яҙған булһа...
– Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры булараҡ, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ концертта?
– Колоссаль тәьҫораттар, сөнки Исмәғилев – уникаль композитор, уның әҫәрҙәренең тәрәнлеген беҙгә әле асаһы ла асаһы! Концертта төрлө милләт кешеләре булыуы шатландырҙы, Исмәғилев ижады менән, ғөмүмән, башҡорт музыкаһы менән тәүләп осрашҡан тамашасылар ҙа булды, улар өсөн концерт ҡыуаныслы асышҡа әүерелде! Беҙ, концертты ойоштороусылар, башҡарыусылар, оркестр, быны ҙур еңеүебеҙ тип ҡабул итәбеҙ.
Әлбиттә, кисәлә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры алдында торған мәсьәләләрҙе лә ситләтеп үтмәнек.
Дмитрий КРЮКОВ, Милли симфоник оркестрҙың баш дирижеры, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:
– Мин Башҡортостанда өсөнсө йыл эшләйем, ошо ваҡыт дауамында башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре менән бик әүҙем танышам. Тәьҫораттарым ҙур, башҡорт сәнғәте мине әҫәрләндерә, ләкин бында башҡараһы эштәр ҙә бик күп, сөнки ҡайһы саҡ башҡорт композиторҙарының музыкаһы Башҡортостанға кәрәкме һуң тигән һорау ҙа тыуа. Мәҫәлән, мине башҡорт музыкаһы яҙылған бер генә лицензиялы дисктың да булмауы ғәжәпләндерҙе. Әлбиттә, заманында Т. Камалов тарафынан “Башҡорт музыкаһы антологияһы” эшләнгән, уға рәхмәт, ләкин был яҙмалар 90-сы йылдарҙағы оркестр менән, ул замандағы техника менән яҙылған! Был яҙмаларҙың сифаты бөгөнгө көн талаптарына яуап бирә алмай, әлбиттә. Был эште беҙ яңынан башланыҡ, яҙмалар йыйынтығы “Башҡорт музыкаһының алтын биттәре” тип аталасаҡ. З. Исмәғилев концертында башҡарылған программаны ла ошо йыйынтыҡҡа яҙып алдыҡ, һәм киләсәктә лә был эш дауам итер, тип ышанам.
Заһир Исмәғилевтең әҫәрҙәренең тәрәнлеге мине һоҡландырҙы, әммә ошо концерт программаһын әҙерләү күп кенә ваҡыт та талап итте. Ҡайһы бер партитураларҙы өр-яңынан мөхәррирләргә кәрәк булды. Мәҫәлән, тәүге тапҡыр башҡарылған фортепиано өсөн Концерттың, Байрам увертюраһының ноталарын яңынан эшкәртергә тура килде. Концертта башҡорттарҙың күп булыуы, уларҙың аяғүрә тороп алҡышлауы ҡыуандырҙы. Тимәк, тамашасыға был музыка кәрәк, ләкин уны үҫтерә белеү ҙә мотлаҡ бит! Башҡорт музыка сәнғәтенең потенциалы бик ҙур, уны бөтә донъя кимәленә сығарырға була, дәүләт хәстәрлеге генә кәрәк. Реклама, мәғлүмәт таратыу зарур. Сәләмәт тормошто нисек пропагандалайҙар – мәҙәниәт тә шулай пропагандалауға мохтаж. Сәләмәт тормош бит тән сәләмәтлеген генә аңлатмай, рух сәләмәтлеген дә үҙ эсенә ала. Ә симфоник концертты мин рухты нығытыусы, яңыртыусы изге урын тип иҫәпләйем. Был йәһәттән дирижер, минеңсә, – философ та, йәнде дауалаусы ла, рухани ҙа, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе лә.
Париж Алиһә-әсә соборының нисек төҙөлгәнен миҫал итеп килтерергә була. Собор бер нисә йөҙ йыл дауамында төҙөлә. Уның нигеҙен һалған кешеләр хатта стеналарын да күрә алмаясағын белгән, әлбиттә. Ләкин улар алға ҡараған, киләсәк быуындар күрер, тип тырышҡан... Башҡортостанда академик мәҙәниәткә лә иғтибар булһын ине. Оркестр бөгөн шул тиклем ярҙамға мохтаж! Күп тә кәрәкмәй бит – “Салауат Юлаев” хоккей командаһының бер генә хоккейсыһының йыллыҡ эш хаҡын беҙҙең оркестрға бирһәләр, шул да ҙур ярҙам булыр ине...
Диләрә ИҘРИСОВА, БР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәй “Алтын битлек” милли театр премияһы, Рәсәй “Онегин” милли опера премияһы лауреаты:
– Концертҡа әҙерләнгән саҡта миңә студент йылдарым, уҡытыусым М.Ғ. Мортазина менән ошо арияларҙың һәр нотаһын, һәр бөгөлөшөн ентекләп эшләгән саҡтарым иҫемә төштө. Шул саҡта уҡ ошо арияларға ғашиҡ булдым, йотлоғоп тыңлай торғайным. Беренсе курста уҡығанда З. Исмәғилев конкурсына “Ағиҙел тулҡындары” операһынан Гөлзифа арияһын әҙерләп, өсөнсө урынды алдым, ә бишенсе курста “Салауат Юлаев”тан Әминә арияһы менән Гран-приға лайыҡ булдым. Әминә образы күңелемдә айырым урын биләй. Бала сағымдан уҡ: “Берәй ҡасан миңә опера театрында Әминә партияһын йырлау бәхете тейерме икән?” тип хыяллана торғайным. Әлбиттә, өләсәйемдең яҙмаларын да ҡат-ҡат тыңланым, ул заманында ике операла ла ошо партияларҙы башҡарған. Һәм бик яҡшы башҡарған! Тыңлаған һайын һоҡланам...
“Үлемһеҙлек” вокаль-симфоник поэмаһын да студент йылдарымда Хор капеллаһы менән йырлағайным, уның көйөнөң матурлығына иҫем китә торғайны. Ул саҡтарға хәҙер күп йылдар уҙҙы, ә был музыка һаман да тулҡынландыра. Ғөмүмән, Заһир Исмәғилевтең музыкаһы үҙенең ғәйрәте менән әллә ҡайҙарға алып китә, шул саҡта, ошо хис-тойғо тулҡынында “батмаҫ” өсөн, йөрәгең – ҡайнар, ә башың һалҡын булырға тейеш.
Милли оркестр, Дмитрий Крюков, Капелла етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина менән бергәләп эшләү минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Өфө тамашасыһы алдына сығыу инде – шатлыҡ та, яуаплылыҡ та. Концерттан һуң бик күптәр яныма килеп ҡотланы, йылы һүҙҙәр әйттеләр. Күҙҙәренән күреп торҙом – улар өсөн концертыбыҙ ысын байрамға әйләнгән... Тимәк, тырышлығыбыҙ юҡҡа түгел!
Шәүрә СӘҒИТОВА, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты:
– Заһир Исмәғилев – мәшһүр шәхесебеҙ, яратҡан композиторыбыҙ, уның йырҙарын, арияларын музыканттар ғына түгел, бар халҡыбыҙ белә, рәхәтләнеп йырлай, шуға күрә был концерт Өфө халҡы, тотош республика өсөн оло, тулҡынландырғыс ваҡиға булды. Унда ҡатнашыуым, быға тиклем билдәһеҙ әҫәрен уйнауым, әлбиттә, минең өсөн тарихи ваҡиға! Әлегәсә ишетмәгән яңы әҫәр башҡарыу – һәр ваҡыт ижади ҙур эш ул. Заһир Исмәғилевтең фортепиано менән симфоник оркестр өсөн яҙылған Концертын уйнау минең өсөн – үҙе бер мәртәбә һәм яуаплылыҡ тойғоһо. Тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүе, алҡыштарға күмеүе мине ҡанатландырҙы...
БР Композиторҙар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, композитор Ләйлә Заһир ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВА:
– Концерт Милли симфоник оркестр менән Композиторҙар союзы тарафынан ойошторолған “Башҡорт музыкаһының алтын биттәре” программаһында уҙғарылды. Уны бойомға ашырыуҙа республикабыҙ Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итте, бының өсөн барлыҡ композиторҙар берлегенән рәхмәт белдерәм.
Ошо программа эсендә күптән түгел аҡһаҡалдарыбыҙ Х. Әхмәтов менән Н. Сабитовтың симфоник әҫәрҙәренән торған концерт ойошторғайныҡ. Бына әле З. Исмәғилевтең кисәһе булды, тиҙҙән башҡа композиторҙарҙың музыкаһы ла яңғыраясаҡ.
Заһир Исмәғилев әҫәрҙәренә килгәндә, атайым үҙенә тыуған еренең ҡөҙрәтен һеңдереп үҫкәнгә күрә, шундай бөйөк музыка ижад итә алған, әлбиттә. Миңә күп тапҡыр: ”Көньяҡ Урал – айырым урын, тәбиғәттән, йыһандан ошо төбәккә ниндәйҙер сихри көс бирелгән”, – тигәндәре бар. Ысынлап та, шулайҙыр. Юғиһә, Белорет еренән шул тиклем күп таланттар үҫеп сыҡмаҫ ине...
– Һеҙ Башҡортостандың Композиторҙар союзы етәксеһе, Заһир Ғариф улының эшен дауам итәһегеҙ...
– Эйе. Шуға шатланам: союздың өс тиҫтә композиторынан ун кеше – йәштәр. Һәм талантлы йәштәр! Үрҙә телгә алған концерттарҙа аҡһаҡалдарыбыҙҙың ижадын күрһәттек, быйыл иһә көҙ Милли симфоник оркестр ҡатнашлығында республикабыҙҙың йәш композиторҙары фестивален үткәрергә йыйынабыҙ. Тимәк, республикабыҙҙа академик музыканың киләсәге бар, һәм ул бик өмөтлө. Иң мөһиме шул: һаны менән генә түгел, ә ижадының сифаты, уның милли ерлеге һәм шул уҡ ваҡытта заманса яңғырашы менән көслө беҙҙең композиторҙар. Бөгөнгө кисәгә килгәндә, минеңсә, теләгебеҙгә өлгәштек шикелле. Барыһына ла – йырсыларға, хор капеллаһына, музыканттарға, тамашасыларыбыҙға рәхмәтлемен.
Миләүшә ИҘРИСОВА.