Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ илендә йәшәй

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сәсһәң, шул ҡала. Аҡ ҡағыҙға бөтәһе лә һеңә, яҡшыһы ла, яманы ла. Туған телеңдә, әсә телендә балаларға тәрбиәүи яҡтан күңелдәренә хуш килерлек шиғырҙар, ҡыҫҡа хикәйәләр, мәғәнәле әкиәттәр уҡыһаң, игенсе кеүек, уңыштарыңа һөйөнөп, балаңдың нәҡ өйҙә тәтелдәп теле асылып, үҙҙәре үк “Әсә теле”, “Туған тел” китаптарын ҡулына алһа, ошонан да шатлыҡлыраҡ мәл бармы икән ул донъяла! Ә инде баланы үҙебеҙҙең арабыҙҙа ижад иткән әҙиптәрҙең күңел донъяһы менән яҡындан таныштырһаң, мең сауаплы ла булырһың.

Ололар өсөн дә ижад итеп, шулай уҡ балалар әҙәбиәтенең теҙ­генен дә тартып барған яҡта­шыбыҙ, һәүәҫкәр шағир Рәфҡәт Айытҡолдоң “Туҡмал­ған икеле” исемле тәүге шиғри йыйын­тығының донъя күреүе ҡыуаныслы хәл булды. Күре­некле шағирә Тамара Искән­дәриә, китапҡа баш һүҙ биреп, былай тигән:

“Был китабында Рәфҡәт Айытҡолов кескәйҙәр донъяһы­ның серле һәм мауыҡтырғыс та, киләсәккә ынтылышлы ла булыуын асып һала. Уҡыу тигән фәндең үрҙәренә юлдар ябай түгеллеген балалар өсөн аңлайышлы, йор телдә тасуирлай ул. Әйтерһең дә, Рәфҡәт ағай үҙе лә һаман бала саҡ илендә йәшәй, шуға ла шиғыр­ҙарында сабыйҙарса, малайҙарға ғына хас булған теремеклек, шуҡлыҡ ярылып ята”.

Ысынлап та, бик хуп, мәртәбәле баһа. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, автор­ҙың теремеклеге, тормошто яратыуы, һәр көндө Хоҙайҙың ихлас бүләге тип ҡабул итеүенә һәр саҡ һоҡланаһың һәм уның эске тойғоһо аша күп нәмәгә өйрәнәһең. Киләсәккә лә ҡыйыу, маҡсатлы итеп ишек аса белә ул. “Путевкалы ҡояш” исемле шиғы­ры ғына ла ниндәйҙер көс менән үҙенә тартып тора.

Атайым, ял итәбеҙ, ти,

Китәбеҙ, ти, Иҙелгә!

Ҡояш та путевка алған

Икән шунда йөрөргә.

Саҡырып, үҙенә ылыҡтырып торған юл­дарҙы уҡығас, күҙ алдына сихри тәбиғәтле йылға буйҙары, ҡояш нурҙарына ирәбе ҡыҙынып, шау-гөр килгән балалар, ата-әсә­ләр күҙ алдына килә. Үҙең дә Ҡояш апайға эйәреп, сәйәхәткә сығып киткәндәй булаһың, күтәренке кәйеф солғап ала. Үҙенең дә тормош юлына ниндәй путевка аша килгәнлеген китап тышлығындағы мәғлүмәттәргә күҙ һалғас, бай ҡарашлы эшмәкәр, эшҡыуар, тәүәккәл кеше икәнлеген белеп, был хаҡта барыһын да таныштырып китергә ашығаһың. Кем һуң ул Рәфҡәт олатай? Кем һуң ул Рәфҡәт Айытҡолов атлы уҙаман?

Рәфҡәт Әһлиулла улы Айытҡолов 1937 йылда Мәләүез районының Муллағол ауылында тыуған. 1953 – 1973 йылдарҙа “Ағи­ҙел” колхозында эшләй, комсомол ойош­маһы секретары, мәҙәниәт йорто, ҡошсолоҡ фермаһы директоры була. 1971 – 1974 йыл­дарҙа Мәләүез кинопрокаты директоры, 1975 – 1989 йылдарҙа Мәләүез сәйәхәттәр һәм туризм директоры вазифа­һында эшләй. Был осорҙа ауылдарҙа улар ойошторған агитацион-мәҙәни бригадалар, драма түңәрәктәрендә әүҙем сығыш яһай. Ниндәй генә өлкәне ышанып тапшырһалар ҙа, ул һәр саҡ уртала, ҡояш шикелле үҙ йылы­һында әйләндереп, үҙе лә әйләнеп, гөрләп йәшәй.

Тормош иптәше Венера Кәшфулла ҡыҙын да ана шул һәүәҫкәр артист булып сығыш яһағанда осратып, ғүмерлеккә йәр итеп, ғаилә ҡора. Бына инде хәҙер 61 йыл бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк, кәрәк булып йәшәй улар. Үҙҙәре тормош юлына алған юллама буйлап, бәхетле миҙгелдәр кисереп, “Тормош” тигән оло һуҡмаҡтан атлайҙар. Күңел дәртен һаҡлап, бәхетле ғаилә усағында, үҙҙәренең бәхет ҡояшы нурҙарына ҡайталар.

Заманабыҙҙың тарих биттә­рендә ҡалған, иң абруйлы, ғо­рурланып үткән­дәрҙән фәһем алырлыҡ пионер, комсомол ойошмаларында беҙҙең Рәф­ҡәт Әһлиулла улының маҡсат­лы офоғо балҡый. Үҙ заманында ул Мәскәү ҡалаһында үткән комсомолдың XV съезы делегаты ла була. Шулай уҡ 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпиадала Башҡортостан делегация­һына етәкселек итә. Исеме Баш­ҡортостан өлкә туризмының почет таҡтаһынан төшмәй.

Сослоғо, тапҡырлығы, за­ман­дың ялына ваҡытында йәбешеп йәшәүе уның үҙенән, бала сағынан, тырышлығынан киләлер. Китапта һоҡландырған бәләкәй геройҙары, образдары шикелле, 11 йәшенән ижад итә башлай. Йәш быуындың әхлаҡи яҡтан да, физик яҡтан да сыныҡҡан булыуын теләп, үҙенең донъяға ауаз һалған һәр шиғриәт йыйынтығында дини тәрбиә өлгөләрен көнүҙәк мәсьәләләр итеп ала, күңел торошондағы үҙгәрештәрҙе лә бай итеп тасуирлап, уҡыусыларына еткерә. Биш йыйынтығында ла уның тәрән уйланыуҙары, быуындар бәйләнешенә иғтибары тойомлана. Диндар хәҙрәт булараҡ, Ислам диненә арналған йыйынтығы менән изге юлдағы мосолман ҡәрҙәштәрҙе ҡыуандырҙы.

Бына бит ғүмер һис тә бушҡа үтмәгән, әйтер һүҙҙәр әле бөтмәгән, тигәндәй, әҙип ижад менән йәшәй, халҡына һәм, иң мөһиме, кескәйҙәр донъяһына, уларҙың асылына юл аса.

Ҡояш бер ҡараһам,

Ергә табан эйелгән.

Күҙҙәренән нур тама,

Нур тоҡсайы тишелгән...

(“Ҡояш тоғо һүтелгән”).

Ниндәй матур күренеш... Иҫ киткес тәрән образлылыҡ ярылып ята. Инде 90 йәште сүпләгән кешенең дә сабыйҙарса ихлас­лығы, бигерәк тә бала күңеленең ҡояшҡа үре­леүен яҙа, хатта ниндәй генә ауыр саҡта ла рух ҡояшы ярҙамсы икәнлеген өҫтөн ҡуйған автор итеп тә күрәһең уны, сөнки һәр шиғырында юғары бейеклек, бөйөклөк тантана итә.

“Ҡояш уйнай йәшенмәк” шиғырына туҡталайыҡ:

Ҡояш менән көн һайын

“Ҡасыш” тигән уйынды

Беҙ уйнайбыҙ,

Беләбеҙ

Йәшеренер урынды...

Был юлдарҙан һуң, ирекһеҙҙән мөғжизә көтөп, ҡояш менән йәшен­мәк уйнарға китәһең, шиғырҙың артынан моңға ынтылғандай арбалып онотолаһың...

Үҙе яҙа, үҙе һөйләй, көйләй, һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй, йәшнәй ҙә белә Рәфҡәт Әһлиулла улы. Китапханаламы, ҡала күләмендә уҙғарылған сараламы, ул һәр саҡ әүҙем, йыр куплеттарын да сәсәндәрсә сәсеп, һәр кешегә ихлас ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға дәртле ағайыбыҙ.

 

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.

 

Мәләүез ҡалаһы. 

Читайте нас: