Бөтә яңылыҡтар

“Урал батыр” эпосы яҙып алынған ерҙә

Күптәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы китап буласаҡ.

Китап авторҙарының ғаилә архивынан.
Фото:Китап авторҙарының ғаилә архивынан.

Сибай ҡалаһы типографияһында “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы”ның икенсе китабы донъя күрҙе. Тәүгеһе 2017 йылда нәшер ителгәйне, унда Баймаҡ районының Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Иҫән ауылдары тураһында бәйән ителде. Быныһы Икенсе Этҡол, Байым һәм элек шул тирәлә урынлашҡан, хәҙерге мәлдә юҡҡа сыҡҡан Сәйетбаттал (Ҡуяндар), Тәкәһуҡҡан, Һарыбейә, Мәтем, Мырҙый, Аҡтырнаҡ, Исхаҡ ауылдарының тарихына арналған.

 

Был төбәк – бәрәкәтле ер

 

Китаптың авторҙары – Ирек Бикмәтов, Таңһылыу Вәлиева, Сафа Ишмөхәмәтов, Борис Хәйретдинов һәм ете кешенән торған мөхәрририәт коллегияһы. 367 битлек тарихи-документаль һәм әҙәби-публицистик йылъяҙмала ауылдар һәм кешеләр тормошо, хужалыҡ тармаҡтары, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре сағылдырыла, ырыу-ара шәжәрәләр, төрлө нәҫел вәкилдәре тураһында биографик белешмәләр бирелә. Китаптың өстән бер өлөшө рус телендә әҙерләнгән, сөнки ул ауылдарҙа элек рустар ҙа йәшәгән. Йыйынтыҡ киң ҡатлам уҡыусыларға, тарихсыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, студенттарға, уҡытыусыларға тәғәйенләнә. Был төбәктә йәшәгән башҡорттар иң боронғоларҙан булған Бөрйән ырыуына ҡарай. Инеш һүҙ өлөшөндә ошо турала ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә.

Хәҙерге Ниғәмәт ауылы биләмәһендә Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар батыр Иҫәкәев, уның балалары һәм туғандары йәшәгән. 2020 йылдың декабрендә Икенсе Этҡолда Алдар батырға һәйкәл асылды (скульпторы – Өлфәт Ҡобағошов).

Шулай уҡ был бәрәкәтле төбәк – билдәле сәсән Хәмит Әлмөхәмәтовтың да тыуған ере. Ул 1861 йылда Икенсе Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Муллаҡайҙа Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә белем ала, ошонда ул Иҙрис ауылынан Ғәбит сәсән Арғынбаев менән таныша. Аҙаҡ Ғәбит Хәмит сәсәндең бер туған һеңлеһе Заһиҙәгә өйләнә.

“Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән 22 йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү маҡсатында 1910 йылда  Икенсе Этҡол ауылына килә. Хәмит Әлмөхәмәтовтың йәйләүендә  ҡорбан салып, изге доғалар уҡығас, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр Буранғоловҡа алмашлап “Урал батыр” ҡобайырын бер нисә аҙна яттан  һөйләй. Шул ергә хәҙер ҙур таш ҡуйылған һәм унда түбәндәге һүҙҙәр уйып яҙылған: “Ошо урында 1910 йылда Ғ. Арғынбаев һәм Х. Әлмөхәмәтов сәсәндәрҙән М. Буранғолов “Урал батыр” эпосын яҙып алған”. Бөтә кешелек донъяһы кимәлендә әһәмиәтле башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы тәүге тапҡыр тап ошо ерҙә ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән, тип билдәләй авторҙар.

Шулай уҡ китапта ер-һыу атамаларының килеп сығышына арналған бик күп легенда, риүәйәттәр тупланған. Топонимик атамалар бигерәк тә уҡыусыларға, студенттарға фәһемле булыр.

Йыйынтыҡтың төп өлөшө дүрт бүлектән тора: Икенсе Этҡол ауылы;  Байым ауылы; юҡҡа сыҡҡан ауылдар һәм ҡушымта. Китапҡа ингән мәҡәләләр бихисап мәғлүмәтселәрҙең яҙмалары, фотолары нигеҙендә әҙерләнгән. Мөхәрририәттең дә тырышлығын билдәләргә кәрәк. Бына улар: Фирүзә Бүләкова, Сәлимйән Вәлиев, Владимир Ипатов, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Мөрит Мәмбәтҡолов, Фәниә Сарбулатова, Нәғимә Әминева.

 

Икенсе Этҡол ауылы

 

XVIII быуат башында Нуғай юлының Бөрйән улысы башҡорттары тарафынан ауыл, утар булараҡ, беренсе булып килеп ултырған Айытҡужа Иҫәкәев (Алдар батырҙың бер туған ағаһы) хөрмәтенә Айытҡужа тип атала. Аҙаҡ уның улы Этҡол Айытҡужиндың исеме менән йөрөтөлә башлай.

Ауылдың бер төркөм ир-егеттәре 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында 15-се башҡорт полкында хеҙмәт итә, наградалар ала. Баязит Әлембәтов (урядник), Мөкмин Әбделсәләмов, Мөхәмәтғәли Ниәтшин, Баҡтыбай Ирмәков көмөш миҙал менән бүләкләнә. Был ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында 153 кеше ҡатнаша, уларҙың 82-һе генә әйләнеп ҡайта.

Билдәле шәхестәренең береһе – мәғрифәтсе, сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиев беренсе империалистик һуғышта ҡатнашҡан, артабан милли азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, Муса Мортазин полкында хеҙмәт итә, Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа, Польша фронтында ҡатнаша. Ялған ялыу арҡаһында золом ҡорбаны була, ете йыл Себерҙә ағас ҡырҡа, Беломор каналын төҙөүҙә ҡатнаша. Аҙаҡ Фин һуғышында була, Бөйөк Еңеүҙе Германия ерендә ҡаршылай. Сәсәндең архивында биш дәфтәрҙән торған шиғырҙар, бәйеттәр һаҡлана, тип билдәләй авторҙар.

Колхоздың үткән юлы тураһында мәғлүмәттәр ентекле яҙылған. Башта Сталин исемендәге колхоз, уның етәкселәре хаҡында әйтелә, аҙаҡ колхоз “Икенсе Этҡол” тип йөрөтөлә. 1938 йылда хужалыҡта 1200 баш йылҡы малы аҫрала, Бөтә Союз халыҡ хужалығы алдынғылары кәңәшмәһендә йылҡысылыҡ тармағы мөдире Йыһанур Байтүрин һәм йылҡысы Фәзулла Үҙәнбаев ҡатнаша. Юғары ҡаҙаныштары өсөн икеһе лә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Дөйөм йыйылышта Йыһанур Заһит улы Байтүрин колхоз рәйесе итеп һайлана һәм уның хөрмәтенә хужалыҡ “Ҡыҙыл Байраҡ” тигән исем ала.

Хужалыҡтарҙы эреләтеү осоронда ике күрше колхоз берләшеп, “Үрнәк” исеме менән атала. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәс, айырылып, “Урал” исемен алалар. Колхозда эшләгән рәйестәр, белгестәр, мөдирҙәр, ауыл советы рәйестәре тураһында ла әйтеп үтелә. “Башзолото” тресына ҡараған ағас эшкәртеү заводы, Икенсе Этҡол урман хужалығы, Икенсе Этҡол сельпоһы, Дәүләкән балалар аяҡ кейеме фабрикаһының филиалы тураһында ла мәғлүмәт бар. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ауылда ике клуб эшләгән.

Икенсе Этҡол мәктәбендә уҡып, илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләп, ҙур уңыштарға өлгәшкән ауылдаштары менән халыҡ хаҡлы ғорурлана. Хәйбулла районының Бүребай мәктәбе директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Лира Шәрип ҡыҙы Камалованы (Бикҡолованы) биргән был ер.

Мазһар Насип улы Иҫәнбаев БДУ-ны уңышлы тамамлағас, ғилми эш менән шөғөлләнә, академик булып таныла.

Азамат Әғзәм улы Тажетдинов Байым ауылында тыуған, Икенсе Этҡол мәктәбендә, юғары уҡыу йорттарында белем алған, аҙаҡ ошо мәктәптең директоры булып эшләй. Тыуған яҡ тарихын, ер-һыу атамаларын, күренекле шәхестәрҙең тормош юлын даими өйрәнеп, яҙған китаптары аша халыҡҡа еткерә. Уның улдары Нур һәм Илшат Тажетдиновтар – республикала билдәле шәхестәр, дәүләт эшмәкәрҙәре.

Генерал-майор Илгиз Ғәзиз улы Таңғатаров Һарытау хәрби училищеһын, Калинин исемендәге артиллерия академияһын тамамлай. Германияла, Кавказ аръяғында, Алыҫ Көнсығышта юғары командир вазифаһында хеҙмәт итә, һуңынан Башҡортостанда ДОСААФ рәйесе була.

Салауат Сәйет улы Әминев авиация өлкәһен һайлай, заманында иң ғәйрәтле “Миг-15” самолетында илдең көньяҡ сиген һаҡлай, һуңынан граждандар авиацияһында самолеттарға, вертолеттарға идара итә, 12 мең сәғәт һауала үткәрә, беренсе класлы летчик дәрәжәһенә етә.

Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, Икенсе Этҡол мәктәбен, ауыл хужалығы институтын, аспирантураны тамамлап, райондың “Таналыҡ” һәм Салауат исемендәге колхоздарын, илебеҙҙә иң ҡеүәтле һаналған Сибай һөт-консерва комбинатын уңышлы етәкләй, БДУ-ның Сибай институтында студенттарға белем бирә, туғыҙ китап авторы.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов дүрт тиҫтә йылға тиң ижади хеҙмәте осоронда бер нисә йөҙ ҡурайсы тәрбиәләй, ҡурай сәнғәте тураһында китаптар сығара, халыҡ уны “ҡурайсылар остазы” тип йөрөтә. Был шәхестәрҙән тыш, китапта атҡаҙанған эшселәр, ғалимдар, мәғариф, сәнғәт алдынғылары тураһында ла бай материал бирелә.

 

Байым ауылы

 

Был ауыл XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән, уға Байым ишан Тәнибәков нигеҙ һалған, тип әйтелә тарихи документтарҙа. Ауылда колхоздың комплекслы бригадаһы, төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана эшләй, мәсет бар. Байым мәктәбе яҙыусы, тәржемәсе һәм ғалим, золом ҡорбаны Мөхтәр Байымовтың исемен йөрөтә. 1970-1971 йылдарҙа был мәктәптә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ҡатыны Клара Ғүмәр ҡыҙы эшләгән.

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре: Әбдрәхим Бәшәр улы Рамаҙанов һәм Әүхәҙей Мөлөк улы Ҡәйепҡолов – Башҡортостандың атҡаҙанған урмансылары, Ғилман Мөьмин улы Ғәлин – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ғәбдрәсүл Фәруҡ улы Мөхәмәтйәнов – Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты; орден-миҙаллы механизаторҙар – Булат Яхъя улы Юлмөхәмәтов, Фазылғаян Исхаҡ улы Йылҡыбаев, Сабирйән Хисам улы Ҡәйепҡолов, Рәмил Әбделкәрим улы Вәлиев.

Китапта колхоз үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләре, быуындар бәйләнеше тураһында ла ентекле яҙылған. Ауыл тормошона  ҡағылышлы фотоһүрәттәр, ғаиләләр тарихы, Байым ишандың вариҫтары хаҡында ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән танышырға була. Шулар араһынан күп бала үҫтергән Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһен атарға була. Мөхтәр Хәсән улы 12 балалы ғаиләлә үҫкән. Ҡатыны Кинйәбикә Йосоп ҡыҙы Ниғәмәттеке була. Был хеҙмәт яратҡан ғаилә балаларына юғары белем биреүҙе алға ҡуя. Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Башҡортостандың мәғариф министры була (1996 – 2004), Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова – Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Журналистар союзы секретары, журналистикала 50 йылдан ашыу стажы бар. Байым халҡы Мөхәмәтҡоловтар менән хаҡлы ғорурлана.

Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, колхоз тарҡала, шулай ҙа ауыл халҡы йүнен табып йәшәргә тырыша. Беренселәрҙән булып Мирхәт Рахманғолов үҙ эшен асып ебәрә – ат арбаһы, сана, тәгәрмәс эшләп, табыш ала башлай. Мирза Йылҡыбаев ағас эшенә тотона, бура бурай. Рәмилә Исҡужина сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, 20 йылға яҡын Зилә Ғәлина менән Байым халҡын аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа тауарҙар менән тәьмин итә.

“Ҡойсаҡ һыуҙары тәмле,

Таулы буйҙары йәмле.

Беҙҙең Байым кешеләре

Тырыш, егәрле, сәмле”,

– тип донъя ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәй байымдар.

Юҡҡа сыҡҡан ауылдар

 

Ауылдарҙың бөтөүе – шул ерҙә тыуып үҫкәндәр өсөн бик ауыр хәл, әлбиттә. Ауыл, ҡалаларҙың йәшәйеше туранан-тура ил иҡтисадына бәйле. Даими эш урындары булһа ғына, улар йәшәүен дауам итә, булмаһа, бөтөп ҡуя. Шундай ауылдарҙың тарихын өйрәнеп, кешеләрҙән һорашып, үткәндәрҙе күҙ алдына килтереп яҙыу еңел түгел. Ғөмүмән, авторҙар баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡарған.

Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылы Саҡмағош йылғаһы буйында урынлашҡан. Икенсе Этҡолдан айырылып сыҡҡан ауыл була. Уға нигеҙ һалыусы – Сәйетбаттал Исҡужин. Китапта ауылдың тарихына бәйле риүәйәттәр бирелгән, улар бик ҡыҙыҡлы, халыҡтың тел байлығына, йор һүҙле булыуына асыҡ миҫал. Ҡуяндар ауылында булған үҙгәрештәр – колхозлашыуҙы, яңы тормош төҙөүҙе һүрәтләгән юлдар бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Ауыл шәжәрәһе, уйындар, таҡмаҡтар, йырҙар, мәҡәл-әйтемдәр – барыһы ла башҡорт халҡының күңел байлығын һүрәтләй. 1981 йылда был ауыл “перспективаһыҙ” мөһөрө менән юҡҡа сыға. Халыҡ Икенсе Этҡолға, Байымға һәм башҡа яҡтарға күсә. Тиҫтәләрсә йыл үтеүгә ҡарамай, кешеләр ауылын һағына, онотмай.

Байтаҡ йылдар үткәс, Рәшиҙә менән Рәил Арыҫлановтарҙың ғаиләһе, ауылға күсеп ҡайтып, уны тергеҙергә тырыша.

– Техника булғас, бөтә мәсьәләне урында хәл итеү мөмкинлеге бар. Беҙ байыу өсөн түгел, үҙ икмәгебеҙҙе үҙебеҙ табыу өсөн йәшәйбеҙ, – ти улар. Хәҙер унда дүрт ғаилә көн күрә.

Юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылдары тергеҙелә икән, тимәк, милләт йәшәйәсәк. Шундай эшлекле егеттәр булғанда, ауыл терелер, тип билдәләй китап авторҙары.

Мырҙый ауылы. Был ауыл халҡының төп эше урман ҡырҡыу була, ағасты Түбә руднигына әҙерләп тапшыралар. Данлыҡлы урман ҡырҡыусы булған Бәхтиәр Әлмө­хәмәтов “стахановсы” тигән юғары исем йөрөтә, Мәскәүгә съезға бара.

Ауылда башланғыс мәктәп була. Баймөхәмәтов, Ғ. Мотаев, М. Ғиззәтуллина уҡытыусылар булып эшләй. Шулай уҡ был мәктәптә БАССР-ҙың буласаҡ Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров хеҙмәт юлын баш­лаған. Ошо китаптың мөхәрририәт ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Темәс ауы­лының почетлы гражданы Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев ошонда үҫкән.

Эргә-тирәлә урман һирәгәйеү һәм эш урындары ябылыу сәбәпле, 1960 йылда Мырҙый ауылы халҡы ситкә күсә башлай.

Һарыбейә ауылы. Был урыҫ ауылы Елизавета Петровна батшалыҡ иткән ваҡытта, башҡорт ерҙәрен үҙләштереү сәйәсәте һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндер, тип фаразлайҙар. Совет осоронда Һарыбейәгә Түбә руднигына ағас әҙерләү өсөн төрлө яҡтарҙан, хатта Белорет районынан, эшселәр йыйылған. Һарыбейә тауынан Аҡтырнаҡ йылғаһы буйлап ике саҡрым төшһәң, Алдар батыр йәйләүе урынына килеп сығаһың. Һарыбейә ауылы эргәһендәге һаҙлыҡтан Ҡана йылғаһы башланып китә.

Ауылда башлыса рус ғаиләләре йәшәгән: Новиковтар, Тарасовтар, Осиповтар, Ипатовтар, Шарановтар, Макаровтар, Пономаревтар, Ершовтар, Хачиндар, Суховтар һәм башҡалар. Башҡорттарҙан Күсеевтәр, Сарбулатовтар, Шәриповтар көн иткән. Яҡын-тирәлә ҡырҡырлыҡ ағас ҡалмағас, бында ла эш урындары ябыла, 70-се йылдар уртаһында халыҡ күсеп китеп бөтә.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһынан Әхмә­ҙулла Насип улы Күсеев ата-бабалары йәшәгән Һарыбейә ауылы урынынан ҡуртымға ер биләмәһе алып, һунарсы өйө төҙөгән, быуа быуып, балыҡтар ебәргән.

Тәкәһуҡҡан ауылы. Урман-тауҙар араһында ятҡан был ауылға XX быуат башында нигеҙ һалынған. Урындағы халыҡ урмансылыҡ, һунарсылыҡ, малсылыҡ, бүтән кәсепселек менән шөғөлләнгән. Ҡайын күмере әҙерләгәндәр, ҡайын туҙын йыйып, сит тарафтарға оҙатҡандар, дегет ҡайнатҡандар. Шулай уҡ ҡарағай сайыры, тубырсыҡ йыйып, урман хужалығына тапшырғандар. Яҙғыһын, йылғалар ташҡан мәлдә, урмансылар Ҡана, Йылайыр йылғаларында һал ағыҙыуҙа ҡатнашҡан.

Ауылда башланғыс мәктәп, медицина пункты, магазин, клуб, участка контораһы була. Был мәктәптә Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков эшләп китә. Эш бөтөү сәбәпле, халыҡ ситкә китә башлай һәм 1979 йылда гөрләп торған ауыл юҡҡа сыға. Китапта ауыл халҡының хәтирәләре, фотоһүрәттәр урын алған.

Сибайҙа йәшәгән Азат Хәйрулла улы Азаматов Тәкәһуҡҡан ауылы урынынан 200 гектар ерҙе ҡуртымға алып, этно-ауыл төҙөй, йылҡы малы үрсетә, эргәләге ылыҫлы урманды ағас әҙерләүселәрҙән ҡурсып маташа. Китаптың мөхәрририәт ағзаһы Мөрит Мотаһар улы Мәмбәтҡолов менән берлектә элекке ауыл ҡоҙоғон таҙалап, кәртәләп ҡуйғандар, ике тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәргәндәр.

Аҡтырнаҡ һәм Мәтем ауылдары ла шулай уҡ урмансылыҡ участкалары булараҡ көн итә һәм, ағас ҡырҡылып бөткәс, юҡҡа сыға. Исхаҡ ауылы колхоз үҙәге булараҡ үҫешкән Ниғәмәт ауылына ҡушыла.

 

Ҙур хеҙмәт башҡарылған

 

Китаптың йомғаҡлау өлөшөндә ауылдарҙың, ара һәм ғаиләләрҙең шәжәрәләре бирелгән. Энцикло­педияларҙа, матбуғат биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр баҫылған. Фотоһү­рәттәрҙә үткән быуат хужалыҡта­рының, мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт ойошмаларының бай йөкмәткеле тормошо сағыла.

Авторҙар, мөхәрририәт ағзалары ҙур тырышлыҡ күрһәткән, бай мәғлүмәтле йылъяҙма туплаған. Был китап – баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт емеше. Алда билдәләп үткәнемсә, юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың тарихын яҙыу еңел эш түгел, сөнки документтар юҡ иҫәбендә, тарихи дәлилдәр, ололарҙың һөйләгәндәре гел генә тап килмәй, бер-береһенән шаҡтай айырыла. Был ҡатмарлы эште атҡарып сыҡҡан авторҙар төркөмөнә килер быуындар рәхмәт әйтер. Донъя үҙгәрә, ләкин боронғоно үҙгәртеп булмай, үткәндәр онотолмаһын.

Тарихын белгән, шәхестәрен онотмаған халыҡ оҙаҡ йәшәр, тиҙәр. Был йылъяҙма, һис шикһеҙ, үҙ уҡыусыларын табыр.

 

Рәсимә АЙСЫУАҠОВА,

Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр

йәмғиәте ағзаһы.

Читайте нас: