Бөтә яңылыҡтар

Шағирә һуҡмағы

Башҡортос­таны­быҙҙың Дүртөйлө төбәге һүҙ сәнғәтенә байтаҡ шәхестәрҙе биргән.  Шәйехзада Бабич үҙе генә лә ни тора! Бабич һулаған һауаны һулап, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлап, ул эскән шишмәләрҙән һыу эсеп буй еткергән Фәниә Ғәбиҙуллинала телгә, әҙәбиәткә оло һөйөү бала саҡтан уҡ ярала. Наҙы йылғаһы буйының туғайҙарын буйлап, йыр һәм моң туплай.

 

Шул эҙҙәрҙә үҫкән бәпкә үлән,

Ҡыр сәсәге баға күҙҙәргә.

Күңелдәргә моңло бер йыр керә,

Йырламайса нисек түҙәргә?

Әсән урта мәктәбен тамамлағас, Фәниә Рауил ҡыҙы Ҡазан дәүләт университетына уҡырға китә. Студент йылдарында ижадҡа булған ҡарашы нығый, илһам ҡанаттары юғарыға әйҙәй. Тыуған яҡты, ата-әсәһен, дуҫтарын һағыныу – был тойғолар шиғри строфалар булып теҙелә, күңел кисерештәренең сағылышы булып балҡый.

Ҡулына филолог дипломы алған йәш ҡыҙ бер йыл Ҡазан ҡалаһында эшләй ҙә тыуған яҡтарына – Өфөгә ҡайта. Тәүҙә йәштәр ойошмаһында эшләү, артабан өс тиҫтә йылға яҡын “Кызыл таң” гәзитендә хеҙмәт итеү – ижад биографияһының бер яғы ғына. Ә шиғриәт уның һәр ваҡыт иң яҡын юлы ла, рухи ҡиблаһы ла булды. Үҙенең “Таң ҡыҙы” тигән шиғырында:

Мин – таң ҡыҙы, тимәк, мин бәхетле,

Тыуғанда уҡ мөһөр һуғылған, –

тип яҙа икән, өмөт тулы кисерештәр һәр бер шиғри юлда ярылып ята. Лирик геройҙың ал таңдарҙы бар тереклек менән көтөп алыуы ҡыҫыр өмөт түгел, ә тормоштоң уртаһында ҡайнап, йәшәй белеүе лә.

Ватан темаһы һәр шағир ижадында бар, ләкин ул бер үк төрлө түгел. Фәниә Ғәбиҙуллина ижадының һәр бер һулышы тыуған ерҙең еҫе һәм тәме, һауаның иркенлеге менән үлсәнә.

Тыуған яҡтың ҡарҙары ла моңло,

Күҙ йәшемде, беләм, тыя алмам.

Йә булмаһа:

Ауыл ҡыҙы булып ҡалам,

Ҡаланыҡы мин булалмам.

“Әллә ҡар илай микән”, “Юҡҡа ғына һағындыра”, “Йырҙар менән бында ҡыр тулы” шиғырҙарында автор йәнгә яҡын Ватанының образын рәссамдарса бар тулылы­ғында бирә. Төҫтәр палитраһы, эске кисерештәр – барыһы ла динамикала поэтик образ булып күҙ алдына баҫа. Шағирә ғәҙәти генә күренештәрҙә лә илаһи мәлде тотоп ала, күңел кисерештәренең юғары кимәленә күтәрә.

Һәр тереклек шағир булып дәшә,

Тыңлайымсы шуны саҡ ҡына.

Тәбиғи матурлыҡ һоҡландырһа, шағирәне уйға һалған, борсоуҙарға күмгән күренештәр ҙә – йәнәш кенә. “Еләкле яландарым” (Ауылдаштарыма асыҡ хат), “Ауылыма нигеҙ һалған Балта бабай” шиғырында заман проб­лемалары ярылып ята.

Ауылдаштар таллы быуа буйын

Сүплек иткән… Ниндәй вәхшилек!

Тыуған ер йылыһы һәр бер образдан, һәр бер строфанан һарҡып тора.

Тыуған йорттан йыраҡ киткән һайын

Мин һағынам әсәй икмәген.

Ата-әсә, туғандар образы ла шиғриәттә йыш ҡабатлана, әммә Фәниә Ғәбиҙуллина уларҙы ижадында үҙенсә бер йылылыҡ, үҙенсә генә ҡараштар менән һуғарған. “Һағынам”, “Атайым ҡыҙы”, “Әнкәй”, “Әнкәйем барҙа”, “Атайым тыуған көнгә”, “Тыуған яҡта”, “Ҡаҙ бәпкәһе”, “Энем менән һөйләшеү”, “Яҙ­ҙар еткән һайын”, “Бала саҡ тағандары” һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙә яҡындарына, туған­да­рына булған йылы мөнәсәбәт ярылып ята.

Ҡайтам әле ауылыма тиеп,

Был йәнемде ниҙәр ҡамсылай?!

Инде мине нисәнсе яҙ унда

Йоҙаҡ элгән ишек ҡаршылай…

Тормоштоң йән өшөткөс күренештәре лә йәнәш йөрөй. Шуға ла шағирәнең ижадында күңел тетрәндергес мәлдәре лә юҡ түгел.

Әй, елдәрем, күренмәйһеҙ ниңә икән?

Нисә көндәр һеҙ тип ҡаңғырам…

Ауыр хәбәремде ишетергә ҡурҡып,

Елдәр хатта ҡалды һаңғырау.

Фәниә апайҙың “Әсәй хаты” – бик колоритлы, эпик ҡоласлы шиғыр. Эпитафик тра­дицияларҙы дауам итеп, бер ниндәй дидак­тикаһыҙ матур күренештәрҙе бәйән итә.

Назар Нәжмигә арналған шиғри һүҙ ҙә тотош бер ваҡиғаға нигеҙләнгән.

Шиғырҙарың йәшәй күсеп телдән-телгә,

Ә йырҙарың илһам бирә күңелдәргә, –

тип һоҡланыуын да йәшермәй шағирә. “Тере һүҙ” шиғырында бөйөк Бабичҡа мөрәжәғәт  итә лә:

Ауҙы шағир Тыуған иле өсөн,

Халҡы өсөн шәме һүрелде.

Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай:

Шағир һүҙе ҡабат терелде, –

тип раҫлай. Эйе, бөгөн Шәйехзада исеме менән шиғриәт кимәле, һүҙ сәнғәте бөйөклөгө үлсәнә.

Фәниә Ғәбиҙуллина – лирик шағирә. Уның “Ҡурҡам елде ҡурҡытыуҙан” тигән бүлеккә тупланған әҫәрҙәре ошо хаҡта һөйләй.

Һәр ваҡыт алға ынтылған лирик геройға хәрәкәт хас:

Ялыҡһам да, арыһам да

Юлдарҙа абыныуҙан,

Осам тип талпына күңел, –

Туҡтатмам ҡағыныуҙан.

Тормош, йәшәйеш хаҡында уйланыуҙар,  кеше яҙмышы, хәҡиҡәт “Әсәйем хәтерен һаҡлап”, “Ҡурҡтым”, “Ҡойолормон күк ергә”, “Ашыҡтыра ваҡыт” шиғырҙарында асыла, тәрәнәйә бара. “Мин әле әҙер түгел”дә автор выждан ғазабы, күңел тәрәнлеге хаҡында фекер йөрөтһә, “Ҡәҙерләһәләр әгәр” шиғырында бик оҫта һығымта яһай.

Уйлап ҡуйҙым: һәр кемде лә

Ҡәҙерләһәләр шулай,

Әрһеҙ, ҡомһоҙ, һатлыҡ, ҡуштан

Үрсемәҫ ине былай.

Шағирә ижадында ярыш сәме, тормош ғәме ярылып ята:

Бәйгеләргә тағы сыҡтым әле –

Мин ышанам унда еңеремә.

Яҙмышымды һалмағанда ғына

Хис-тойғоһоҙ бәндә иңдәренә.

Лирик темаһы тәрән хис-тойғолар, аңлатып бөтмәҫлек серҙәр менән биҙәлгән.

Күҙҙәр – көҙгө,

Сағылдыра күңел хисен.

Һәр ваҡыт шат булһын тиһәң,

Булма дауыл,

Шул саҡ булыр:

Күгем аяҙ,

Ҡарашым – яҙ.

Бул һин ҡояш!

Үкенесле тәүге мөхәббәт, күңелде йылытып торған өмөтлө ҡараш, бергә ҡанат ҡағыр йыр, тормош тулҡындарында иңен ҡуйған көслө зат – барыһы ла лирик геройҙың тәрән характер һыҙаттарын аса.

Фәниә Ғәбиҙуллина шиғриәтенә йыш ҡына композиторҙар мөрәжәғәт итә. Рим Хәсәнов, Венер Улимаев, Зифа Нагаева, Зәбих Мамалимов, Мөҙәрис Мырҙаханов, Мөфтәдин Ғиләжев, Таһир Аҫыл-Гәрәй, Азат Хөсәйенов һәм башҡалар яҙған йырҙар эстрадабыҙҙың биҙәге булып тора. Шағирә ижадында төрлө формаларҙы, ҡатмарлы строфаларҙы ла йыш ҡуллана. Был иһә авторҙың шиғриәтте яҡшы белеүе, тради­цияларҙы дауам итеүе хаҡында һөйләй. Шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина:

Ошо йырҙар һаман тынғы бирмәй,

Ҡағыла күңелем ҡылына.

Ямғыр булып күҙҙәремә тула,

Шиғыр булып тама юлыма, –

тип өндәшә. Ысынлап та, шағирә һуҡмағы йырлы ла, нурлы ла, ә иң мөһиме – уның кешеләргә шиғри аһәң менән әйтә торған һүҙе лә бар.

 

Зәки ӘЛИБАЕВ,

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты.

 

Яҙҙар еткән һайын

 

Гөрләүектәр йырын тыңлар өсөн

Ҡайтам әле, ҡайтам ауылға;

Ҡалаларҙа ҡары күп булһа ла,

Көйһөҙ генә ирей, тын ғына.

 

Ауылымда һауаһы ла бүтән,

Елдәренән килә тал еҫе,

Ҡыр ҡаҙының илһамлы моңдарын

Бынан башҡа ҡайҙа тыңлайһың.

 

Ауылдарҙа сыйырсыҡ буранын

Көтөп ала һәр кем ҡыуанып,

Ә ҡалала уның ни икәнен

Аңламай ҙа, ахыры, был халыҡ.

 

Ҡаҙҙар тиҙҙән бәпкәгә ултырыр...

(Никтәр киттем икән ҡалаға?!)

Рәхәтләнеп әсәй менән хәҙер

Һалам түшәр инем ояға.

 

Ҡайтам әле ауылыма, тиеп,

Был йәнемде ниҙәр ҡамсылай?!

Инде мине нисәнсе яҙ унда

Йоҙаҡ элгән ишек ҡаршылай.

 

Наҙ көтәм...

 

Яҙ ҙа түгел, көҙ ҙә түгел,

Һалҡын ҡыштың уртаһы:

Бер туңдыра, бер иретә,

Һәм юлдарҙы һыу баҫа.

               

Ҡыйыҡтарҙан тамсы тама,

Һулҡылдай ерҙә аҡ ҡар...

Ҡыштың уртаһында тамған

Тамсыла ниндәй наҙ бар?!

 

Өйрәнеп бөткәндә генә

Елеккә үткән елгә,

Ымһындырып был күңелде,

Тамсым, тамаһың ниңә?

 

Боҙ өҫтөндә тамсы бейей:

Һәр миҙгелдең үҙ наҙы.

Күпме генә алданһам да,

Тамсынан килмәҫ яҙым...

 

 

Усағыма ут яҡманың

 

Усаҡ булып дөрләһеләр

Килгән ине.

Сәсте сәскә үрәһеләр

Килгән ине.

 

Усаҡ булдым, тик һин утын

Өҫтәмәнең.

Сәстәреңә битем ҡуйҙым, –

Иҫләмәнең.

 

Аҡ болоттар булып тулдым –

Тамалманым.

Ҡарашыма һинән яуап

Табалманым.

 

Елкендергән өмөттәрем

Аҡланманы.

Ярай – хыял елкәндәрем

Алдаманы...

Уҙып өмөт-теләктәрҙе,

Алдан барҙы...

 

Аҙашҡан ҡараш

 

Аҙашҡан  ҡарашың  ҡалды

Күңел ҡойоларымда...

Эҙләргә ул ҡарашыңды

Юҡ буғай уйҙарыңда.

 

Күңел ҡойом тәрән ине,

Төштө лә батты инде.

Ауыр таш булып ғүмергә

Ятты ла ятты инде.

Шул аҙашҡан ҡарашыңды

Онотоу мөмкин түгел.

Ҡойомдағы таш ҡуҙғалһа,

Таша ла ҡуя күңел.

 

Көтөп алалмайым

 

Болот күрһәм, ямғыр көтәм:

Яуманы инде күптән.

Ер-һылыуҙың ирендәре

Сатнап ярылып бөткән.

 

Килмә, болот, буштан тулып,

Йыумағанға ер битен.

Һыуһағанда һиңә ҡарап

Ымһыныуҙар бик ситен.

 

Һулыш еңеләйер ине,

Ямғырлы елдәр иҫһә.

Был елдәр ҡайҙа йөрөй һуң?

Ҡурҙы бит тынды эҫе.

 

Йәшен булып атылырҙай

Булам үҙем күктәргә!

Болоттарҙы уятырға,

Күкрәү булып күкрәргә!

 

Түгелептәр яуыр инем,

Ҡотҡарыр инем ерҙе.

Һаман көтөп алалмайым

Мине ҡуҙғатыр елде.

 

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА

Читайте нас: