Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан БЮТ телеканалының тура эфирында "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" асыҡ академияһы телемарафоны уҙҙы. Унда гүзәл заттарға матур теләктәр, фәһемле кәңәштәр, сәскә гөлләмәләре күп булды.
"Һис шикһеҙ, коронавирус пандемияһы осоронда уйлап табылған телемарафон форматы бик ҡыҙыҡлы һәм уңайлы. Асыҡ академияның ҡала һәм райондарындағы күсмә саралары - беҙҙең эшебеҙҙең төп йүнәлеше. Бындай форматта мөһим мәғлүмәтте яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк еткерергә мөмкин. Киләсәккә пландарыбыҙ күп. Мәҫәлән, күп тәҡдимдәргә ҡарағанда, бигерәк тә ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына бәйле һорауҙар күп, артабан был йүнәлештә лә эшләргә кәрәк", - тине сығышында Асыҡ академия авторы, табип-стоматолог, ортодонт Каринэ Хәбирова.
Ғаилә, бәхет, мөхәббәт, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу - һәр кем өсөн мөһим темалар яңғыраны эфирҙа. Тамашасыларҙы сәләмәтлек, матурлыҡ, хыял-теләктәрҙе тормошҡа ашырыу юлдары, сәнғәт, ижад тураһында әңгәмәләр ҡыҙыҡһындырҙы, шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарата ир-егеттәрҙең фекере лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителде.
Өс тапҡыр Олимпия призеры Эдуард Латипов алып барыусылар менән стейк әҙерләп, Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпиадаға бәйле уй-кисерештәре менән уртаҡлашты. Ҡатынының, ҡыҙының уны нисек хуплауҙары, ҡанатландырыуы хаҡында һөйләне.
"Ғаиләм минең өсөн - ярҙамсы һәм таяныс. Һәр ваҡыт, шатлыҡлы һәм яманһыу булғанда ла, улар минең янымда, һәм минең өсөн был иң мөһиме. Тап ҡатын-ҡыҙ наҙ, мөхәббәт, йылылыҡ һәм һөйөү бүләк итә", - тине Эдуард.
Телемарафонда шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡортостандың милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин күп ҡатмарлы һорауҙарға ирҙәрсә яуап бирҙе.
Һәммәһенә нисек өлгөрөргә, эште, ғаиләне нисек алып барырға икәнлеген күп балалы әсә Ирина Сухарева үҙ миҫалында бәйән итте. Ә бына ғаилә мөнәсәбәттәрен нисек һаҡлау серҙәре менән Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Ғәле Алтынбаев, Лилиә Биктимерова, Фәдис Ғәниевтәр уртаҡлашты.
Юлда булыу сәбәпле, республика Башлығы Радий Хәбиров БЮТ каналында барған "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе"ндә ҡатнаша алманы, шуға ла республиканың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән байрам менән онлайн тәртибендә ҡотланы һәм ғәфү үтенде.
"Мин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың икенсе яртыһы булыуын теләйем, улар һәр саҡ яратып, яратылып йәшәһен, йәрҙәре менән оҙон, бәхетле ғүмер кисерһен, әсәлек һөйөүен татып, балалар үҫтерһен, уларҙың тәүге аҙымдарын күрһен. Минең өсөн, республика Башлығы булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар - иң ышаныслы партнер. Уларҙағы яуаплылыҡ, эшкә ҡарата теүәллек, ентеклелек һоҡландыра. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ етәкселәр менән ҙур теләктә эшләйбеҙ, киләсәктә гүзәл заттар власть структураһында тағы ла артасаҡ", - тине Радий Хәбиров.
"8 Март байрамы беҙҙең өсөн өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡатындарыбыҙ һәм ҡыҙҙар менән тығыҙ бәйле. Барлыҡ эштәребеҙ бары тик һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар. Башҡортостанда алдынғы сафты биләйһегеҙ. Хөкүмәттебеҙҙә генә һигеҙ ҡатын-ҡыҙ эшләй. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем", - тип ҡотлауға ҡушылды Премьер-министр Андрей Назаров.
Өс сәғәтлек "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" асыҡ академияһы телемарафоны тамашасыларға әйтеп бөткөһөҙ хис-кисерештәр, аҡыллы фекерҙәр, фәһемле кәңәштәр һәм илһамлы яңы идеялар бирҙе. Бәхет - күп яҡлы һәм аңлайышһыҙ, әммә ул һәр беребеҙҙең үҙендә йәшәүенә һәр кем был телемарафонда ҡатнашып инанды.
Фото: "Башинформ".