Фольклориада һүҙенең нигеҙенә “халыҡ аҡылы” тигән мәғәнә һалынған. Студент йылдарында башҡорт халҡының хеҙмәт, йола һәм көнкүреш йырҙары, әкиәт, легендамы – ауыҙ-тел ижадын өйрәнергә райондар буйлап сығып китә торғайныҡ. Шул осорҙа йәшәргә өйрәткән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен: өләсәйемдең күп кенә йырҙарын яҙып ҡалырға өлгөрҙөм. Кәримә Сара ҡыҙы Өмөтбаева Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған, йөҙөнсө йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте, ул ваҡытҡа ла өс тиҫтә йыл уҙып бара. Өләсәй тәрбиәһе беҙгә күп эләкмәне, тиһәң дә ярай, шуныһы үкенесле.
Сабырлыҡ – солтан
Ҡунаҡҡа килгән саҡтарында: “Балам, һауыт-һабаңды йыуа һалып ҡуй, фәрештәләрҙең ҡанаты талмаһын”, йә иһә иҙән йыуғанда “Мөйөшөнә сепрәгең теймәне, ҡаш һымаҡ һыҙылып тороп ҡалды”, – тип беҙгә кәңәш биргәне хәтерҙә.
“Илдә власть алмашынған осорҙа ауылды йә аҡтар, йә ҡыҙылдар баҫты. Һуңғылары халыҡтың малын талай торғайны. Өлкәндәр, уларҙан ҡасып, урман төпкөлөндә бесән әҙерләй, ә мин ҡыуыш янында усаҡта сәй ҡайнатҡанда шайтанды күрҙем”, – тип һөйләгәнен, мәктәптә атеист рухында тәрбиәләнгәнгә, өләсәйгә ҡарап, кәлләһе киткән тиеберәк уйлай торғайным – мәктәптә бит икенсе төрлө белем бирәләр!
Һуңғы йылдарында ул беҙгә йәшәргә ҡайтты. Шул осорҙа өләсәйемдең һөйләү телмәренең байлығына, хәтеренә хайран ҡала инем. Ултыра-ултыра ла йырлап ебәрә:
“Егет кенә булһаң, елә йөрө,
Арҡа (һырт) өҫтөндә йөрөгән
боландай.
Егет кенә дәүерең үтте ниһә,
Бөгөлөрһөң ҡара йыландай”.
Өләсәйемдең йырҙарында халҡыбыҙ тарихы сағыла тиһәң, бер ҙә хата түгел. Элегерәк буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар үҫеп килгән ҡыҙҙы үҙ теләгенән тыш кейәү менән йәрәштергән. Өләсәйемде 12(!) генә йәшендә башлы-күҙле иткәндәр.
“Аҫыл да минең ал сағым,
Бар ине лә минең гөл сағым.
Аҫыл да ғына ҡолонсаҡ кеүек
Бар ине лә минең йәш сағым.
Рәхәт йәшәр инем ҡыҙ булһам,
Һайрар инем аҫыл ҡош булһам.
Үҫә-үҫә ҡыҙҙар ҙур булып,
Үҫеп еткән ҡыҙҙар хур була.
Көмөш кенә йөҙөк, ҡуш беләҙек
Ҡайырылмай ғына торһасы.
Башҡай ғына тыуып үҫкән ерҙән
Айырылмай ғына торһасы.
Ала-сола шаршау, сите бурлаҡ
Теккән генә йөйө күпме икән?
Үткән генә ғүмер үтеп китте,
Ҡалған ғына ғүмерем күпме икән?
Йүгереп кенә йөрөп йыйыр инем
Юл буйында үҫкән йыуа юҡ.
Үтеп кенә барған был ғүмерҙең
Тотоп ала торған ялы юҡ.
Ай-һай ғына тигән әй тауышҡа
Йылан төшә икән ҡамышҡа.
Үлмәһә лә егет үлмәй икән
Эскәйҙәре тулы һағышҡа.
Ала-сола шаршау, сите бурлаҡ,
Ҡор, тиһәң дә, ҡормам, инәкәй.
Китер генә ваҡытым етте ниһә,
Тор, тиһәң дә, тормам, инәкәй”.
Ул йәш ваҡыттан күңеленә һеңгән сеңләү өлгөһөн дә көйләп ебәрә ине.
Бала саҡтан әсәй йылыһы күрмәй үҫкәнгәме (атаһы заманына күрә белемле булған, батша әрмеһенә хеҙмәткә алынғас, ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйем уны үҙҙәре алып тәрбиәләй), етемлек күңеленә ныҡ һеңеп ҡалған. Күҙ йәштәре күптән кибеп бөтһә лә, йөҙөнсө йәшендә лә күңеле һыҡрап ала ине.
“Иртән генә тороп бер ҡараһам,
Саңҡ-саңҡ итә Бәштин бөркөтө.
Ышанмағыҙ, дуҫтар, был донъяға,
Вайран һалып ҡына китер бер көндө”, –
тип тағы көйләп ебәрә өләсәйем. “Туҡта-туҡта, тиҙ генә яҙып алайым, өләсәй!” – тим, аш-һыу бүлмәһенән өтәләнеп килеп сығып, ҡулды һөртә-һөртә, ҡәләмгә үреләм. “Оноттом инде”, – тигән була. “Әле генә көйләгән йырҙы нисек оноторға була?” тип уға аптыраулы ҡарашымды төбәйем. Ҡайһы бер йәштәр әле үк хәтеренең насарлығына зарлана. Йөҙҙө ҡыуған өләсәйемдең әле генә һуҙған йыр һүҙҙәрен ни сәбәпле ҡапыл ғына онотоуын аңлап етмәй инем ул саҡта.
“Ишек кенәм алды кәрешкә,
Кәрешкә лә түгел, мәтрүшкә.
Сабырһыҙ – шайтан,
Сабырлыҡ – солтан,
Сабырлыҡтар кәрәк һәр эшкә”.
Саялығы хайран ҡалырлыҡ
Өләсәйем үҙ иҫендә булғансы ҡулы эштән өҙөлмәне. “Мамыҡ тетеп булһа ла ултырайым, юҡмы шунда соланда көҙҙән ҡалған һарыҡ йөнө, Ғәтифә?” – тип йыш ҡына әсәйемә һораулы ҡарашын төбәй. “Ҡайғың булһа, йә эшең, йә ашың күп булһын. Ашың булһа, һөйләшеп ҡайғың бөтөр, эшең булһа, күңелең баҫылыр”, – тип ҡабатлай ул.
Өләсәйемдең күп ҡайғы, ауырлыҡтарҙы кисергәненә хайран ҡалам. Кейәүгә сыҡҡас, тәүге дүрт сабыйы, үҫмер ҡорона еткән ҡыҙы менән улы вафат булған, ҡалған етәүһен һуғыш, аслыҡ йылдарында тәрбиәләп, кеше итеп аяҡҡа баҫтырған. Ялан яғынан тоҡлап тоҙ артмаҡлап алып ҡайтып, аҙаҡ уны онға алмаштырған, шул рәүешле ул сабыйҙарын аслыҡ тырнағынан йолоп ҡалған.
Үпкә сирле Әхмәт олатайымды һуғышҡа алмағандар. “Немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуға ла алмайҙар, һуғышта һәләк булһам, сабыйҙарыма пай бирерҙәр ине”, – тип илап хат яҙғанын һөйләр ине өләсәйем. Ысынлап та, һуғыш осоронда хеҙмәт армияһында Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың хеҙмәте тейешенсә баһаланмаған, тип уйлайым.
“Ахыры заман етте ниһә, ниҙәр булғай,
Донъяға төрлө-төрлө бәлә тулғай.
Күп ғалимдар залим булғай,
Сәхәр эсеп зина ҡылғай,
Хаттин артыҡ таҡи
хәжәп тиңҡарауай”*, –
тигән йыры тап бөгөнгө заманға тура килгән кеүек. Мулла, заманына күрә уҡымышлы олатаһы-өләсәһе ҡулында тәрбиәләнгән өләсәйем биш намаҙын ҡалдырманы, белемле кешеләрҙе йырҙарында данланы:
“Ҡәләм тотһаң, ҡәләм изгегә тартыр,
Ҡәләм тотҡан кешенең зиһене артыр.
Өммөкамал, китап микән бу китап.
Уҡый алмай, күңелем тулды бихисап.
Иманды яҡшы белең,
Биш тапҡыр намаҙ ҡылың.
Биш тапҡыр намаҙ ҡылмаған –
Ул шайтандыр, ул яман”.
Өләсәйем тураһында иҫтәлектәрҙе яҙғанда, ҡәҙимге тормошта ауылдаштарҙың уның ҡыйыулығын йыш телгә алғандары иҫкә төштө. Һуғыштан һуң егерме йыл самаһы уҙғандыр. Ҡыш малды ашатып, кәртә-ҡураға бикләп ҡуйғас, кисен һарайҙа ҡош-ҡорттоң, ваҡ малдың тынысһыҙланыуын ишетәләр. Өләсәйем оҙаҡ уйлап тормай, һәнәк тотоп, тәүәккәлләп һарайға инә. Баҡтиһәң, түбәне аҡтарып, үҙенә ҡорбан эҙләп, һеләүһен төшкән икән. Ҡупҡан шау-шыу, бәләкәй генә ҡатындың һәнәк менән һөжүм итеүе уны йыуаш бесәй хәленә төшөрә. Сая өләсәйем тураһында хатта район гәзитендә яҙып сығаралар.
Өләсәйемдең тыйнаҡ, күркәм сифаттары тураһында күп яҙырға мөмкин, күп йырҙары студент ваҡыттағы блокнотта һаҡлана. Унан ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙып ҡалғаныма ҡыуанам.
Әҡлимә ИМАМОВА.