Бөтә яңылыҡтар

Ҡабатланмаҫ Камал

Нәсих Хәлисов
Фото:Нәсих Хәлисов

Кешенең эске донъяһы менән танышам тиһәң, уны һөйләндер икән ул. Яҙыусы Ринат Камалды уҙған быуаттың 70-се йылдар урталарынан белһәм дә, бындай уҡ дәрәжәлә үҙенсәлекле кешелер, тип уйламағайным.

 

Уңышлы егеттәр

 

“Мин яңғыҙлыҡ яраттым, гел үҙ алдыма уйланып, фекерләп йөрөнөм, – ти ул “Камал феномены” тигән әңгәмәлә (“Башҡортостан”, 2021 йыл, 24 сентябрь). – Тышҡа атылғас, тауҙар, урмандар араһына сығып китәм. Тәбиғәт-тәрбиәселә яңғыҙ ҡалыу әллә ниндәй уйҙарға тарыта, бөтә донъяны айҡап-байҡап үтәһең”.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, ысынлап та, – феномен. Улар дүрт егет – Ҡыйғы районынан Риф Әхмәҙиев, Йылайырҙан Миңлеғәли Нәҙерғолов, Салауат районынан Ансар Нуретдинов һәм Мәсетленән Ринат Камалов – студент йылдарының башынан аҙағына саҡлы БДУ-ның беренсе ятағында бер бүлмәлә йәшәне. Риф менән Ансар, филология факультетының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егеттәр булған­лыҡтан, һәр саҡ студенттар араһында ҡайнаны. Ә бына Миңлеғәле менән Ринат, хәтерем яңылышмаһа, үҙенә бикләнеп, студенттар араһында күренеп барманы.

Шуны ла билдәләргә кәрәктер: 1980 йылғы сығарылышта тап ошо дүрт егет, моғайын, башҡорт-рус төркөмөнөң иң уңышлыһы булғандыр, сөнки артабан Риф менән Миңлеғәле фән докторҙары булып китте, Ансар, үҙенең хеҙмәт биографияһын именлек хеҙмәте менән бәйләп, подполковник дәрәжәһенә лайыҡ булды. Ә Ринат – танылған яҙыусы.

 

 

Эске донъя, өләсәйҙәр, үҙенән-үҙе теҙелгән һүҙҙәр

 

“Тышҡы донъянан айырмалы, үҙемдең эске донъям бар”, ти Камал. Быныһы ла яҙыусының холҡондағы үҙенсәлекте күрһәтә. Ә бит кешелек ике донъя менән генә таныш: фани һәм һәр ҡайһыбыҙ китә торғаны. Бәлки, Ринат был фекеренә образлылыҡ һалғандыр? Ләкин теләһә ниндәй эске донъяның тышҡыһы йәшәйеш йоғонтоһонда формалаша түгелме ни? Башҡа вариант юҡ. Образлылыҡ та шул ерлектә тыуа. Шиғырмы ул әллә эпик әҫәрме, фани донъяла булған, әле күҙәтелгән ваҡиғаларҙы сағылдырыуы менән ҡиммәт. Ә эске донъя нигеҙендә генә әҫәр тыуҙырып, фекер әйтеп булмай, хатта һин донъяла киң танылған яҙыусыларҙың китаптарын ятҡа белһәң дә. Дөрөҫ, фантастика ижад ителеүе ихтимал, тик бының өсөн бик киң фекерләү даирәһе талап ителә.

“Мин өләсәйемдәр ҡулында үҫтем, – тип тағы ла бер эскерһеҙлек күрһәтә Ринат. – Уларҙың теле ҡыҙыҡ, һәр һүҙе – мәҙәк”. Атаһы йәки олатаһы, ғөмүмән, ир-ат затынан, тимәк, уға бер кемдең дә йоғонтоһо булмаған? Был да сәйер күренеш, һәм ул халҡыбыҙҙың “атайһыҙ – ул, әсәйһеҙ ҡыҙ аҫрама” тигән әйтемен иҫкә төшөрә. Ишетеп белеүемсә, Камалдың атаһы булған, үкенескә ҡаршы, улының күңелендә юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра алмаған.

“Әллә ни эшләп яҙа башлаһам, туҡтап булмай ҙа ҡуя, уйҙар башта ағыла, улар ҡайҙан килеп сыға, – тип ғәжәпләнә Камал. – Ҡәләм шулар артынан эйәрә, һүҙҙәр үҙенән-үҙе теҙелә”. Хәйер, бындай тойғо-күренеш ижад эйәләренең һәр ҡайһыһына таныштыр. Ләкин, минеңсә, юғары уҡыу йортонда диалектик материализм, айырыуса логика фәнен яҡшы үҙләштергән кешеләр өсөн бында ғәжәпләнерлек урын юҡ. Дөрөҫ, аталған фәндәр был күренешкә туранан-тура аңлатма бирмәй, ә серҙе асырға юл күрһәтә.

Хикмәте иһә шунда: уйҙар бер кемдең дә башында яралмай, ә ижад, шул иҫәптән техник ижад та, был эшмәкәрлек менән даими шөғөлләнгән һәм фекерләгән кешеләрҙең баш мейеһе Йыһан киңлектәре менән тоташып, был уйҙарҙы шунан ҡабул итә. Туҡтап булмауҙы, ә был мейенең кеше ихтыярынан ситләшеүенә ишара яһай,  шул рәүешле генә аңлатырға мөмкин.

 

 

Кемделер ҡабатлау бөйөклөккә килтермәй

 

Ни өсөн беҙ француздар кеүек әҙәбиәт булдыра алмайбыҙ, тип әсенә Камал. Башҡорт француздарҙан ни ере менән кәм? – һорауҙар ябай халыҡ телендә нығынып ҡалғандар рәтенән. Әҙәп-әхлаҡ йөҙөнән ҡайһылыр халыҡты түбәнһетеү, икенсеһен юғары күтәреү тыйыла. Был норманы аяҡ аҫтына һалып тапаған Гитлер Германияһының 1945 йылда ниндәй яҙмышҡа дусар ителгәне яҡшы билдәле. Ләкин барлыҡ тереклек донъяһы кеүек, Ер шарында халыҡтар күп төрлө. Берәүҙәр һаман тәүтормош община ҡоролошо шарттарында көн итә, икенселәр интернет аша аралаша.

Ошо күҙлектән ҡарағанда, Франция – XVIII быуатта уҡ дүрт буржуаз революция яһап, һүҙ һәм ирек азатлығын дәүләт сәйәсәте кимәленә күтәргән дәүләт. Фекерҙе ҡеүәтләп, властарҙы (закон сығарыу, башҡарма һәм суд) бүлеү тураһында теорияны француз мәғрифәтсеһе Шарль Луи Монтескье уйлап табыуын атау ҙа етәлер. Ә быныһы иһә кешелек тарихында бик ҙур ҡаҙаныш булып, уға алмашты бер кемдең дә тәҡдим итә алғаны юҡ. Был – бер. 

Икенсенән, Карл Маркс һүҙҙәре менән әйткәндә, кеше аңы уның ниндәй ысынбарлыҡта көн итеүенә ҡарап формалаша. Әлбиттә, капитализмды йүгәнләп алған француз­дарҙың Камал яратып уҡыған әҙәбиәт тыуҙырырлыҡ шәхестәре булыуы ғәжәпләнеү тойғоһона урын ҡалдыр­май. Бер нисә тиҫтә миллионлы халыҡ булыуын да өҫтәһәң…

Дөрөҫ, бер халыҡ та икенсеһенән кәм түгел. Ә инде 1814 йылғы ваҡиғаларҙан сығып ҡарағанда… “Французды ла еңдек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ”… Шул уҡ ваҡытта икенсе бер мөһим хәлде лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: ҡасандыр, меңдәрсә йыл самаһы элек, төрки халыҡтар донъяһы иң алдынғы иҫәпләнгән. Әммә малсылыҡ менән донъя көтөүгә алмашҡа сәнәғәт һәм сауҙа килеү менән ул тарихҡа юл ала һәм уның урынын сәнәғәтсе илдәр биләй.

“Беҙ үҙебеҙҙе донъяға танытырға тейешбеҙ”, – ти Ринат Камал. Был үҙмаҡсатмы, әллә француздарға оҡшарға (ҡабатларға) тырышыумы? Ҡулдан килерлекме ул? Философ әйтмешләй, бер кем дә икенсеһенә оҡшарға ынтылып, бөйөк шәхес булып китмәгән. Үҙе бала саҡтан яратып уҡыған Эмиль Золя, Оноре де Бальзактарҙың йоғонтоһондалыр, бәлки, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты буй етмәҫлек үрҙәргә ынтыла.

Әгәр ҙә барыһы ла “беҙҙең әүҙемлек­тән, хатта әрһеҙлектән” торһа, ул күптән ғәмәлгә ашыр ине түгелме ни? Был фекер хатта беҙгә тиклем ижад иткән ағай-апайҙарға үпкә белдереү кеүегерәк тә ҡабул ителә. Хикмәт тәржемә мәктәбе булдырыуҙа ла түгелдер, моғайын, ә ижад ителгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһенә бәйлелер? Уларҙа ниндәй донъя асыла, һәм ул сит ил уҡыусыларында ҡыҙыҡһыныу уята аласаҡмы?

 

Мәхмүт ХУЖИН,

ветеран-журналист.

Читайте нас: