Шул килеш кенә күҙ алдында: урам буйлап ҙур кәүҙәле ҡарт килә. Һонтор һынын төҙ, башын юғары тотоп, ҡулдарын һелтәмәй, ҡабаланмай ғына атлай ул. Юл ыңғайы башын бормай ғына тирә-яҡты күҙәтә: әллә ҡайҙан төптән баҡҡан ҡараштары үткер, бөтәһен дә үтәләй күргәндәй. Өҫтөндәге оҙон һоро плащының сабыуы елгәме, үҙенән урғылған көскәме елберләй, башындағы ҡара ҡалпағы төпһөҙ ҡара һаҙлыҡ-күҙҙәрен яртылаш ҡаплаған. Ҡулындағы кәкре ағас таяғы уның кире образын тағы ла нығыраҡ тулыландырып, башҡалар күңелендә һағайыу, шик-шөбһә уята, унан ситтәрәк торорға кәрәклекте күңелгә тағы бер ҡат һеңдерә.
Ауылдағы бала-саға уны урамдың бер осонда күреү менән әллә ҡайҙа һибелешеп юҡҡа сығып бөтә. Тыңлашмаһамы, еңмешләнһәме, балаларына "Сеү!.. Ана, Зәки ҡарт килә. Хәҙер алып китер үҙеңде" тип өндәшеүҙәре була, тегеләре күҙҙәрен шар итеп, шып туҡтай ҙа ҡуя. Олораҡ бала-саға ла, үҫмерҙәр, йәшерәк ҡатын-ҡыҙ ҙа унан шөрләп, ситләп үтә, һүҙ ҡушырға ҡыймай. Тышҡы ҡиәфәте менән, ысынлап та, әкиәттәрҙәге яуызлыҡ ҡылырға ашҡынған заттарға оҡшаш ине шул Зәки ҡарт.
Хәтеремдә уның бер ваҡыт беҙҙең ишек алдына килеп ингәне. Атайым өйҙә юҡ саҡ, әсәйем шунда эш менән булып йөрөй. Апай-ағайҙар ҡайҙа булғандыр - иҫләмәйем, иллә-мәгәр үҙемдең ҡот табанға төшөп, быуынһыҙ ҡалғаным һәм эләгә-тәгәрәй аласыҡ артына тәнтерәкләгәнем әле лә онотолмай. Тыңлашмағанда эләгә торған кесерткән дә хатта бүстәк кенә тойолған ул саҡта. Аласыҡ менән өйҙө тоташтырған таҡта бүлемендәге ботаҡ урынында тишек барлыҡҡа килгәйне - был минең ишек алдын йәшертен күҙәтер урыным, уны үҙемдән ике йәшкә оло апайымдан башҡа берәү ҙә белмәй торғайны. Ул ваҡытта ла шул урынға ятып теге ҡартты күҙәтәм, үҙем дер ҡалтырайым. Яуыз янында ҡалған әсәйемде йәлләйем, уға берәй насарлыҡ ҡына ҡылып ҡуймаһын тип юғары көстәргә ялбарам. Тик, ни ғәләмәт, әсәйем унан бер ҙә ҡасырға уҡталмай, тыныс ҡына һөйләшә, көлөп тә ала.
Зәки ҡарттың баҙҙан өндәшкәндәй тоноҡ тауышын шунда тәүгә ишетеп, күңелемдәге ҡурҡыу тойғоһо көсәйҙе генә. Ергә яңылыш килеп төшкән икенсе донъя вәкилелер кеүек тойолдо миңә, алты йәшем тулып, етегә киткән балаға. Бар иғтибарым тик унда булғанғамылыр, бабай минең яҡҡа ҡарап һөйләшкән кеүек күренә башланы. Бөттөм былай булғас, хәҙер килеп эләктереп алыр ҙа...
Оҙон плащлы ҡарт беҙҙең ишек алдынан мәңге сыҡмаҫ һымаҡ. Ул арала әсәйем аласыҡтан уға ниндәйҙер моҡсай килтереп тотторҙо. Ҡарт башын һелкә-һелкә... әллә рәхмәт әйтте инде шунда. Булмаҫ! Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда тартып алып-талап сығып китер енәйәтсе кеүек бит ул. "Һеҙҙекеләрҙән хәбәр бармы?.." "Юҡ шул, һеңлем..." "Үҙегеҙ берәй барырға йыйынмайһығыҙмы?" "....." Нимә тип яуапланы икән Зәки ҡарт шул һорауға? Өҙөк-йыртыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ята торғас, ҡыҙыҡһыныулы шөбһәмде йоҡо еңеп, ултырған еремдә әүен баҙарына киткәнмен. Исемемде ҡысҡырғандарына уянып, ҡайҙалығымды аңламайынса ята биргәс, йәмһеҙ ҡарт иҫемә төшөп, тишеккә ябырылдым - күренмәй. "Ҡурҡыттың, ярты көн буйы һине эҙләнек", - тинеләр аҙаҡ.
"Зәки ҡарт нимәгә килгән?" - йәшеренгән еремдән сыҡҡас тәүге һорауым шул булды. Бына шунда әсәйем ғүмерлеккә һабаҡ бирҙе миңә: "Оло ауыҙ! Атайыңдан өлкән кешене ниңә улай йәмһеҙ атайһың? - "Ҡарт", "әбей" һүҙҙәрен йән көйгәндә, кешене яратмай һөйләгәндә ҡулланғандарын беләм дә ул, әммә шул шөҡәтһеҙгә нисек матурлап "бабай" тиәһе? - Ул да башҡалар кеүек үк кеше, хатта ҡайһы бер яҡтары менән өҫтөнөрәктер ҙә әле!" Нисек инде "башҡалар кеүек" тип уйлап, бирешергә теләмәй:"Ниңә улай булғас шомдоҡ кеүек йөрөй үҙе?" - тим. "Э-эй, уның хәлендәге кеше шулай йөрөгәс тә шәп. Йәш сағында сибәр, уңған, баһадир кәүҙәле аҡыллы егет ине Зәки ағай. Беҙ бәләкәй инек әле, шулай ҙа хәтерләйем: ауылда ул тип уфтанмаған ҡыҙ ҡалманы. Ә уның күңеле тик берәүгә - түбәнге урамда йәшәгән Рәйсә исемле көләкәс һылыу ҡыҙға ятҡанын яҡшы белдем, сөнки мөхәббәт хаттарын үҙем ташыным. Әммә, хас кинолағыса, ғашиҡтарҙың араһына үҙ мәнфәғәтен хәстәрләгән өсөнсө берәүҙең килеп ҡыҫылыуы был матур бәйләнеште селпәрәмә килтерҙе...
Бер көндө Сабира аулаҡ ойоштороу һылтауы менән класташтарын өйҙәренә саҡыра. Унда үҙен нимә һағалағанын белмәгәндер инде - дуҫтары менән Зәки ағай ҙа килә. Уйнайҙар, йырлап-бейеп күңел асалар һәм таңға таралышалар. Бөтәһе лә түгел: ни өсөндөр Зәки ағай ғына йоҡлап китә лә оҙаҡ уяна алмай. Нимәлер һалып эсергән, тип һөйләгәндәрен генә беләм, аҙаҡ инде, мин һинән ауырлы, тип ағайҙың артынан ҡалмаған теге ҡыҙ. Әллә ысын, әллә буш булған был хәл - тикшереп тороусы табылмаған.
Ҡыҙ намыҫына ҡағылышлы шундай яман хәбәр таралғас, ике яҡтан да туғандар бер булып, йәштәрҙе йәһәтләп өйләндереп тә ҡуйған. Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ шул - үҙе лә, ҡатыны ла бәхетһеҙ булды. Ә Рәйсә апай ситкә сығып китте, ауылға һирәк ҡайта торғайны, һуңғы арала уның тураһында бер ҙә ишеткәнем юҡ. Зәки ағайға үҙ яртыһы менән ҡауышырға насип итһә, шәп йәшәрҙәр ине тип уйлайым. Ҡулы шул тиклем оҫта, ауылдағы бөтә өйҙәрҙе тиерлек ул һалышҡан, мейесте лә ҡойоп ҡуйғандай сығара, бүтән эштәргә тотонһа ла, ырап ҡына бара.
Бер яҡтан яратмаған ҡатыны, икенсе яҡтан шул оҫталығы харап итте лә инде ағайҙы. Кеше ҡыҙыҡ бит: ярҙам итһә, мотлаҡ эсереп ҡайтарырға тигәнме икән. Балаларына күстәнәс биреп ҡайтарһалар, мең артыҡ булыр ине... Үҙе лә, Сабира еңгә лә эскегә тиҙ бирештеләр. Эсһә лә, аҡылын юйып, ғауға ҡуптарып, кеше менән бәйләнешеп, тамаҡ ярып ҡысҡырып, һуғышып йөрөгәне булманы ул ағайҙың. Тик эскелектең аҙағы аяныслы тамамланыры көн кеүек асыҡ. Ата менән әсәнең был йомшаҡлығы балаларына ауыр йөк булып төштө: асығып ултырмаһалар ҙа, әсә наҙы, ата хәстәрлеге күрмәйенсә, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп - олораҡтары бәләкәстәрен ҡарап, иң ҡәҙерле булыр кешеләренән биҙрәп - үҫтеләр.
Бер ваҡыт Сабира еңгәй, өйҙәрен һатып, балаларын алып, ҙурыраҡ ҡасабаға күсергә ҡарар итте. Күп тә тормай, Зәки ағай ҙа улар артынан эйәрҙе. Был аҙымдары менән улар, бәлки, тормоштарын ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгәндер. Әммә кешенең ҡара һаҡалы һәр саҡ үҙе менән тигәндәй - унда ла ағайҙы өмәнән өмәгә алып йөрөп эшләткәндәр, ә ҡатыны бергә йөрөп һыйланған. Гүзәл зат эскән ғаиләлә ниндәй ҡот-бәрәкәт булһын - иреш-талаш та шыҡһыҙ донъя... Бәләкәйҙән үҙаллы тормош көтөп өйрәнгән әллә биш, әллә алты балалары, ҙурайып, кемеһе ҡайҙа сығып олаҡҡан, береһе лә атай-әсәй нигеҙендә ҡалырға уйламаған да. Шулай ҡатын менән ир икәүҙән-икәү торған да ҡалған. Ә яҙмыш уларҙы һынауын һаман туҡтатмай: ҡәйнешенә яңы өй һалышҡанда Зәки ағай бәхетһеҙлеккә тарый - бейектән ҡолап төшөп, аяғын һындырған, билен биртендергән. Оҙаҡ эшкинә алмай ятыр тип уйлағандыр, моғайын, Сабира еңгәй - бөтөнләй бәйелһеҙләнеп, ирен ураған һайын килмешәктән һалдырып мыҫҡыл иткән, өйөнән ҡыуған.
Ҡатыны менән бер ваҡытта ла берегеп, бер һүҙле булып китә алмаған Зәки ағай бер көндө ауылға кире ҡайтып төштө бына ошо һеҙ күргән ҡиәфәтендә: өҫтөндәге бер ҡат кейеме менән. Бәхеткә күрә, кеше көнлө булып оҙаҡ ятмай, аяғына баҫа алды, шунан алып эсмәй ҙә. Үҙенә балаларының ышанысын юғалтҡас, һаулығынан яҙғас... Бер аҙҙан, тәне лә, йәне лә уңала төшкәс, атаһы нигеҙенә ыҡсым ғына бәләкәй өй күтәреп, бер йәй эсендә йәшәрлек итеп төҙөп тә ҡуйҙы..."
Әсәйемдең ошо турала һөйләгәненә, кешеләргә, ваҡиғаларға үҙ ҡарашым барлыҡҡа килгәненә лә байтаҡ йылдар үткән. Тик, мәктәпте тамамлап, ҡалала уҡып йөрөгән еремдән каникулға ҡайтҡанымда, әүәлгесә төҙ һынына шул уҡ һоро плащын кейеп, осраған кешегә һынамсыл үткер күҙҙәре менән үтәләй ҡарап килгән Зәки бабайҙы күреү йөрәкте, элекке кеүек үк булмаһа ла, һаман тертләтмәй ҡалмай ине әле. Ул мәңге шулай бала-сағаның ҡотон алып йәшәр ҙә йәшәр кеүек ине.
...Бер көндө әзмәүер кәүҙәле бабай үҙ ихатаһында, күршеһе һөйләүенсә, шартлап һынған имәндәй дарҫ итеп ергә ауған да шунда уҡ йән дә биргән. Ауырыу-һыҙланыуға, бәхетһеҙ-төҫһөҙ тормошона зарланмай, берәүгә лә бәлә һалмай, тыныс ҡына теге донъяға күскән дә киткән бабай. Бәлә тигәс тә, үле кәүҙәһен индереп һалыуы ғына мәшәҡәтле булғандыр, дүрт ирҙең саҡ көсө еткән уға, тип һөйләнеләр. Ә ҡалған яғын ауылдаштар, бер ғаиләләй берләшеп, башҡарып ҡуйған: матур итеп тәрбиәләп, бөтә шартына килтереп, мәңгелек йортона оҙатҡандар.
Тупаҫ, һөмһөҙ тип танылған бабайҙың, үҙе үлгәс тағы бер сәйер ҡылығы билдәле булып, бар халыҡты ғәжәпләндергәндер. Шыҡһыҙ ҡиәфәте һәм өнһөҙлөгө менән өркөтһә лә, нескә күңелле, изгелекле, зыянһыҙ бер бәндә булған икән Зәки бабай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында бер үҙе йәшәне тигәйнек бит инде. Бөтөнләй яңғыҙ ҙа булмаған икән ул: серен сисер, һағышланғанында ауыҙ эсенән мөңрәп кенә сығарған көйөн тыңлар йән эйәһе ҡыштырлап йөрөгән янында. Ҡыш көндәре өйгә яҡынлай торған ҡыр сысҡанын ҡулға эйәләштергән икән ул. Кемдәрҙер уны нисек юҡ итергә белмәй аптыранғанда, Зәки бабай саҡырылмай килгән ҡунағы өсөн иҙәнде махсус ярыҡ ҡалдырып уйған, таҙа һауытҡа көн дә ашарына һалып, кешенән алған һөтөн ҡойоп, ҡәҙерләп тәрбиәләгән.
Кем ишетеп торғандыр ҙа халыҡҡа быны сығарғандыр: бабай бар хәбәрен, хәсрәтен әлеге сысҡанға ғына асылып һөйләгән, имеш. Яҡындарынан тапмаған аңлауҙы, иғтибарҙы ошо бәләкәй генә йән эйәһенән табырға, уны үҙ балаларын баҡҡандай хәстәрләргә тырышҡандыр, эргәһендә ҡыштырлап йөрөүенән йыуаныс алғандыр ахыры. Үлем ҡапҡаһына яҡынлашҡан кешенең әйтер теләге, үкенесе, бәхиллек һорары йә бирере, йәғни һуңғы һүҙе лә булғандыр, уны ла әлеге сер тотор өнһөҙ иптәше генә ишеткәндер. Ауылдаштары ла, аталарының үлем хәбәрен алып та, ерләшергә һуңға ҡалған ике улы ла, килеүҙе кәрәк тип тапмаған ҡалған балалары ла, бер һүҙ менән әйткәндә - тере, аңлы кешеләр, байтаҡ йәшкә еткән бабайҙың нимә тип уйлап-янғаны тураһында бер ҡасан да белмәйәсәк инде...
Ҡиәфәте менән ҡотто осороп хәҙер урамдарҙа йөрөмәһә лә, уның асылын аңламағандар, кисереш-күргәндәрен белмәгәндәр өсөн мәрхүм Зәки бабай һаман ҡурҡыныс бер зат булып һынлана. Сөнки "Шым, ана Зәки ҡарт килә!" нығынған һүҙбәйләнеше балаларҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланылған сара булып әле лә йәшәй бирә.
Фото: medrabotnik.org