"АРТ-Ҡоролтай" форумы барышында "Клуб учреждениеларының яңы бурыстары. Эштең яңы формалары. Башҡортостандың клуб учреждениелары етәкселәре менән инклюзив ижади лабораториялар" секцияһы ултырышы үтте.
Һөйләшеүҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Әлибәков алып барҙы.
"Бөгөн клуб учреждениеларына яңы аудитория йәлеп итергә, яңы эш формаларын үҙләштерергә кәрәк икәне күренеп тора. Мәҙәниәт йорттары заман талаптарына, йәмғиәт ихтыяждарына яуап бирергә, табыш алырға, күп функциялы булырға тейеш — был артабан йәшәү, үҫешеү өсөн нигеҙ. Әлеге ваҡытта республикала 2012 мәҙәниәт һәм ял учреждениеһы эшләй — был Рәсәй Федерацияһы учреждениеларының иң эре селтәрҙәренең береһе. 2014 йылда республика күп функциялы ауыл клубтары булдырыу юлы менән ошондай учреждениеларҙы модернизациялау проектын башлап ебәрҙе.
Был халыҡҡа күп хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда ошондай 108 клуб эшләй, уларҙа 15 мең самаһы коллектив эшләй, шул иҫәптән 1223-ө "халыҡ" һәм "өлгөлө" коллектив исемен йөрөтә", — тине Артур Әлибәков.
2021 йылда Рәсәйҙең һәр төбәгендә алдынғы мәҙәниәт учреждениелары базаһында инклюзив ижади лабораториялар ойошторолоуы билдәле булды. Уларҙың төп бурысы — айырым ихтыяждары булған балаларға, йәштәргә үҙҙәренең ижади потенциалын асырға, үҙҙәрен аңларға ярҙам итеү. Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто базаһында инклюзив ижади лаборатория эшләй. Мәҙәниәт йортонда бөтәһе туғыҙ клуб, араларында һигеҙе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡатнашлығында, шул иҫәптән икәүһе тулыһынса инклюзив.
Секцияла Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Елена Пахомова ла ҡатнашты.
"Инклюзив лаборатория хеҙмәте ябай клуб эшенә әйләнмәһен өсөн ниндәй проблемалар менән осрашыуығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Федераль һәм төбәк кимәлендәге берлектәге системалы эштәр генә - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн мәҙәни ташламалар булдырыуҙа оптималь һөҙөмтәгә өлгәшеүгә нигеҙ. Волга буйы федераль округы буйынса мәғлүмәттәрҙе ҡараныҡ. Инклюзив ижади лабораторияларға йәлеп ителгәндәрҙең күбеһе - һеҙҙең республикала. Бөтөн Рәсәйгә өлгө күрһәтәһегеҙ", — тине Елена Алексеевна.
Фото: "Башинформ".