Мин гәзит-журналдарҙы уҡыу өсөн генә алдырмайым. Матбуғатты аралашыу, фекер уртаҡлашыу майҙаны, халыҡ һәм власть бәйләнешен билдәләүсе тип ҡабул итәм. Ә инде һәр яңы һанды уҡығас, үҙ фекеремде белгертеп яҙғым килә. “Башҡортостан” гәзитенең 9-сы һанында (4 февраль, 2022 йыл) журналист Айгөл Айытҡолованың “Матбуғаттың йөрәге – ул халыҡ” тип аталған мәҡәләһе донъя күрҙе. Ошоға бәйле ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым. Мәҡәлә авторы килтергән сәбәптәр менән килешеп тә булалыр. Килешмәйсә әмәл юҡ.
Минеңсә, матбуғат – дөйөм мөлкәт: унда хәл-ваҡиғаны еткереүсенең хеҙмәте генә мөһим түгел, ә баҫманы алдырып уҡыусылар менән бәйләнеш булдырыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, күтәрелгән мәсьәләләрҙе дөйөм көс менән тормошҡа ашырыу, был эшкә властың тейешле органдарын йәлеп итеү фарыз. Кеше бит, аңлы йән эйәһе булараҡ, йәшәр мөхитен үҙе барлыҡҡа килтерә. Мөхит төрлө йүнәлешле, төрлө тармаҡлы. Ул аҙыҡ ҡына түгел, ул – күңел торошо ла.
Кешенең (кешелектең) фантазияһы шул тиклем юғары: яңынан-яңы өлкәләр, асыштар барлыҡҡа килә. Ғәжәпләнәм. Минең йәшем 90-ға яҡыная, шөкөр. Күҙ алдымда ул үҫеш. Бала саҡта шырпының ни икәнен белмәнек – усаҡта “тере күмер” тота инек, йә булмаһа саҡма ҡулландыҡ. Унан инде электр, радио, телевидение барлыҡҡа килде. Хәҙер смартфон, айфондар ярҙамында меңәр саҡрым аранан ишетеп кенә түгел, күреп аралашабыҙ. Ҡыҙыҡ. Мауыҡтырғыс. Әммә йылдам үҫкән бәйләнеш төрөнә кеше организмы яраҡлаша алмай, шуға ла тиҙ арыйбыҙ, ауырыйбыҙ, сәләмәт булмаған нәҫел ҡалдырабыҙ.
Яңы төр нурҙарҙы “үҙләштерә” алмаған бөтә төр тере организм шул уҡ күренеште кисерә. Инде нисә йыл донъя йөҙөн баҫып алған, әле сиге күренмәгән “ковид”, “омикрон” кешене генә түгел, бәлки, һарайҙағы һыйырҙы ла, ҡырҙа үҫкән еләкте лә, һыуҙағы балыҡты ла зарарлайҙыр. Улар менән беҙ тура бәйләнештәбеҙ.
Ҡайһы саҡ донъя халҡына: “Йәшәү ресурстарының 40 – 50 процентын “ашап торған” юғары теүәллектәге ракеталар, супертауышлы осоу аппараттары һәм башҡалар етештереп, йәшәү мөхитен юҡҡа сығарыуҙан туҡтарға ваҡыт!” – тип өндәшке килә.
Гәзит йә журнал редакция мөлкәте генә түгел, тип яҙып үттем. Эйе, унда минең дә өлөшөм бар: үҙ аҡсама яҙҙырам. Шулай булғас, ул мөлкәт менән файҙаланырға, уның аша фекеремде белдерергә хоҡуғым бар. Хәҙер редакцияларҙың ҡаҙаны тарығайҙы: күптәр уҡыусыларының уй-теләгенә, фекеренә битараф ҡала. Был – бик үкенесле, әлбиттә.
Күптән яҙышам. Элек редакциялар яҙмаңа баһа биреп, хат ебәрә ине. Яҙғаныңа гонорар тигәне лә эләкте. Ҡыҙыҡ өсөн, күңел ҡушыуы буйынса яҙам. Тик күпселек хаттарым донъя күрмәгәненә үкенәм. Мин үҙ яҙмаларымда бер кемде лә әрләмәйем, хурламайым.
Үҙемде борсоған темаларҙы – халыҡ иҫәбен алыу, ҡурайыбыҙ яҙмышы, уға һәйкәл ҡуйыуҙы күтәреп яҙған мәҡәләләремде үҙем алдырып уҡыған бер нисә баҫмаға ебәреп ҡараһам да, баҫылманы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ауылдаш балаларҙың һуғыш осоронда кисергән хәтирәләрен яҙып, ҙур ғына тиражлы абруйлы баҫмаға ебәргәйнем, шулай уҡ донъя күрмәне. Ике һеңлемдең һөйләгәндәре ниндәй зарлы ине! Бөгөн уларҙың икеһе лә беҙҙең арала юҡ инде. Нисек әсенмәйһең?!
Гәзиттәрҙә хаталар ҙа етерлек. Матбуғат һүҙ сафлығын юғары тотоусы үрнәк булырға тейеш. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белмәү, шул арҡала дөрөҫ ҡулланмау күренеше йыш осрай. Күп осраҡта “ирей”, “эрей” төшөнсәһен айыра белмәйбеҙ. Бер тел ғалимы телевидение аша Арҡысаҡ йондоҙон Орион тип һөйләп ғәжәпләндергәйне.
Алда әйткәнемсә, был мәҡәләне насар уй, кемделер ғәйепләү, фашлау теләге менән яҙманым. Һүҙ юҡ, матбуғаттың роле бик ҙур. Тик ул мәғлүмәт менән генә тулған сығанаҡ булмаһын ине, аралашыуҙан, фекер белдереүҙән ситләшәбеҙ икән – нимәгә ул гәзит? Беҙ, уҡыусылар – гәзитте йәшәтеүсе хеҙмәттәштәрбеҙ ул. Ә инде бәйләнеш сараларының үҫешенә килгәндә, улар киләсәктә лә үҫер, яңылары барлыҡҡа килер, әммә, нисек кенә булмаһын, аралашыу юлы ҡағыҙға төшкән һүҙҙәр барыбер ҡаласаҡ, тип уйлайым.
Минең кеүектәр аҙ түгелдер. Иғтибар булмаһа, ситләтелһәк, киләсәктә ни булыр? Беҙҙе ташламағыҙ, ситләтмәгеҙ. Бергә ҡалайыҡ.
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы,
Әбделкәрим ауылы.