Бөтә яңылыҡтар

Баянсы һәм ҡурайсыға – 500-әр мең һум!

Рифат Күскилдиндең шәхси архивынан.  Рифат Күскилдин.
Рифат Күскилдин.Фото:Рифат Күскилдиндең шәхси архивынан.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, үткән йылда ауыл ерендә эшләгән махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сәнғәт, хореография мәктәптәренең педагогик белемле белгестәренә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса грант биреү ҡаралды. Һуңғы йылдарҙа ауылға йәш белгестәрҙең эшкә килгәне бер кемгә лә сер түгел. Ҡарарға ярашлы, дәүләт ярҙамы саралары торлаҡ йәки ер һатып алыр өсөн 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған субсидия биреүҙе күҙ уңында тота.

Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып дәүләт ярҙамына Баймаҡ сәнғәт мәктәбе педагогы Рушан Үтәғолов лайыҡ булды.

Рушан Рәмил улы – сығышы менән Күсей ауылынан. Йыр-моңға һөйөүе ата-әсәһенән килә. Атаһы Рәмил Ишбулды улы матур итеп баянда уйнай, әсәһе Роза Нурғәле ҡыҙы йырлай. Әйткәндәй, уларҙы йыр-моң ҡауыш­тырған. Рәмил Ишбулды улы күрше ауыл ҡыҙы Розаның матур йырлауын ишетеп, ғашиҡ була. Ә инде үҙе уйнаған баян көйөнә күбәләктәй өйөрөлөп бейегәнен дә күргәс, унһыҙ йәшәй алмаҫына төшөнә. Бөгөн уларҙың юлын улдары Рушан лайыҡлы дауам итә, кейәүҙәре Салауат Исхаҡов – оҫта баянсы, ҡыҙҙары Рәзилә лә баянда уйнай, ә ейәнсәрҙәре Гөлкәй  музыкаға ғашиҡ. Бергә йыйылышып алғанда, атай йортонда улар баянсылар ансамбле ойоштороп ебәрә.

Рушан Үтәғолов әйткәнсә, ул IV класта уҡығанда ҡулына атаһының баянын ала. Бер аҙ төймәләргә баҫҡыларға өйрәнгәс, мәктәпкә Әсҡәт Фәйзуллин музыканан уҡытырға ҡайта, ул да оҫта итеп баянда уйнай. Күп тә үтмәй, йәш уҡытыусы уҡыу­сылар өсөн түңәрәк асып ебәрә.

– Тәүге уҡытыусым Әсҡәт Шәфҡәт улы булды, уға ҙур рәхмәт, – ти Рушан. – Туғыҙынсы класты тамам­лағас, һис бер икеләнеүһеҙ Сибай сәнғәт колледжының баян класына уҡырға индем. Бында миңә Мансур Моратов баян серҙәренә тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итте. Сәнғәт колледжын тамамлағас, Сибай институтының музыка факультетында белемемде дауам иттем һәм Алыҫ Көнсығышта әрме сафында хәрби бурысымды үтәп ҡайтып, үҙ һөнәрем буйынса эшкә төштөм.

Йәш белгес хеҙмәт юлын Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай, артабан Ғата Сөләй­мәнов исемендәге музыка мәктәбендә һәм Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә балаларға баян, гитаранан дәрестәр бирә. Райондың мәҙәни тормошонда һәр саҡ ҡайнап йәшәгән Рушан Үтәғолов бер саранан да ситтә ҡалмай, уҡыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре менән халыҡ ҡоралдары ансамблендә уйнай, үҙе лә бик матур йырҙар ижад итә. Уның оҫта ҡулында баян телдәренән моң ағылып ҡына тора. Тормош иптәшен ситтән эҙлә­мәгән ул: Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә балаларға фортепиано серҙәренә өйрәткән Гөлнур Рафаэль ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, Әминә исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

– “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәштәр өсөн ҙур ярҙам булып тора. Бигерәк тә торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итеүҙә уның әһәмиәте ҙур. Мин бик шатмын. Әлбиттә, дәүләт ярҙамын торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тотонасаҡмын, – ти Рушан Рәмил улы.

Хәйбулла районының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Рифат Күскилдин дә районда тәүгеләрҙән булып дәүләт ярҙамы алыуға иреште.

Рифат Саҙиҡ улы – Оло Арыҫлан­ғол ауылы егете. Башланғыс кластан һуң ул Оло Әбеш ауылына уҡырға бара. Тап шунда ҡурай уйнарға өйрәнә лә инде. Уҡытыусыһы Камил Илем­бә­товтың һәр дәресен йотлоғоп тыңлаған егет үҙе лә һиҙмәҫтән ҡурайға мөкиббән ғашиҡ була. Артабан тормошон унһыҙ күҙ алдына килтерә алмай һәм IX кластан һуң документтарын Өфө сәнғәт училище­һына тапшыра. Диплом алғас, әрме сафына барып, хәрби бурысын үтәй.

Йәш белгес хеҙмәт юлын данлыҡ­лы ҡурайсылар төбәге булған Хәйбулла районында башлай. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә бала­ларға ҡурай дәресен уҡыта, халҡы­быҙҙың милли музыка ҡоралына, халыҡ көйҙәренә һөйөү тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йор­тоноң халыҡ ҡоралдары ансамбле солисы ла була. Районда үткән һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай.

– Бигерәк тә “Томан”, “Буранбай”, “Уйыл” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға яратам. Уҡыусыларыма ла төрлө заманса яңы алымдар ҡулланып дәрес бирәм, уларға халыҡ моңоноң аһәңен еткерергә бар көсөмдө һалам, – ти Рифат Саҙиҡ улы.

Әйткәндәй, Рифат Күскилдин дә дәүләт ярҙамына яңы йорт алырға уйлай. Ипотека өсөн тәүге иғәнәне инде­реүгә ҙур ярҙам буласаҡ, ти ҡурайсы.

 

Кәримә УСМАНОВА.

Автор фотоһы.   Рушан Үтәғолов.
Рушан Үтәғолов.Фото:Автор фотоһы.
Читайте нас: