Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәр иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйып һаҡлауҙан һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1962 йылда ул ваҡыттағы район үҙәге Учалы ауылында йәмәғәт башланғысында асыла, ошо маҡсатта китапхана бинаһынан ике бүлмә бүләләр. Уҡытыусы, партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөхиб Сәйетборханов 50-се йылдарҙан алып иҫке фотографиялар, документтар, төрлө тәңкәләр, элекке көнкүреш әйберҙәре, ҡоралдар йыя башлай. Уның коллекцияһына мамонт теше һәм 167 сантиметрлыҡ мамонт һуҡҡыһы ла эләгә. Тап Мөхиб Сәйетборханов йыйған экспонаттар музейҙың нигеҙен тәшкил итә. Халҡы тарихына битараф булмаған башҡа учалылар ҙа әүҙемлек күрһәтеп, музей өсөн боронғо фотоһүрәттәр, аҡса һәм башҡа әйберҙәр тапшыра.
Бер ни тиклем ваҡыттан тәүҙә Кесе Учалы ҡасабаһында, һуңғараҡ ҡала биләмәһендә айырым бина бүләләр. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 1992 йылда учреждение КПСС-тың элекке ҡала комитеты бинаһына күсә.
Йылдар үтә тора, музей фонды тулылана. Әлеге көндә учреждение ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә ике ҡатлы шул йортта урынлашҡан. Музей фонды 26 меңдән ашыу экспонат тәшкил итә.
Витрина, стендтарҙы, манекендарҙы булдырыуҙа, милли кейемдәр тегеүҙә төрлө йылдарҙа П. Боронин, Р. Ғайсин, Х. Ғарипов, З. Ғизетдинов, Р. Юнысов, К. Вилков, Х. Фәхәрғәлиева кеүек урындағы рәссамдар, оҫталар ҙур көс һала. Материалдарҙы ғилми яҡтан эшкәртеүҙә элекке музей хеҙмәткәре Фәнүзә Йәнгизованың да тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Бөгөн музейҙа өс экспозиция һәм күргәҙмә залы эшләп килә. Учреждение директоры Әлиә Дәминова беҙгә музей буйлап экскурсия ойошторҙо. Тәбиғәт залы Учалы районының хозур урман-ҡырҙарына, йылға-күлдәренә, ҡоштар, хайуандар донъяһына арналған. Бында Уй йылғаһы буйында табылған боронғо мамонттың тештәрен, ҡош-ҡорт һөлдәләрен күрергә була.
Учалы районы тау сәнәғәте менән тығыҙ бәйле. Тау эше залында ошо тармаҡтың үҫеү тарихы киң яҡтыртылған, файҙалы ҡаҙылмалар коллекцияһы тупланған. Карьерҙарҙы һәм шахталарҙы эшкәртеү борон ҡул ярҙамында башҡарылған. Экспозицияла ул замандағы эшселәрҙең ауыр хеҙмәте күрһәтелгән. Эшләп торған драга моделе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.
Этнография залы бай экспозиция менән айырылып тора: 150 квадрат метр майҙанда 300-ҙән ашыу экспонат урынлашҡан. Масштаблы диорама Учалы еренең ҡабатланмаҫ тәбиғәте һәм башҡорт йәйләүе тураһында һөйләй.
Бында тирмә йыһазландырылған, унда балаҫтар түшәлгән урындыҡ өҫтөндә милли кейемдә ҡатындар еҙ самауыр янына йыйылған. Стеналарға сигелгән таҫтамалдар, ҡул эштәре, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эленгән. Етен эшкәртеү барышы күрһәтелгән. Боронғо көнкүреш, эш ҡоралдары, аяҡ кейемдәре, ағастан эшләнгән һауыт-һаба барыһы ла шул замандарға алып ҡайтҡан кеүек...
Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған ҡомартҡылар фондтың төп өлөшөн тәшкил итә.
– Учалы районында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшенә тағып йөрөгән биҙәнеү әйберен яға тип атау ҡабул ителгән. Музей фондтары һәм шәхси коллекцияларҙан күренеүенсә, Учалы ерендә уның бер нисә төрө таралған. Райондың төньяғында урынлашҡан ауылдарға формаһы һәм төҙөлөшө йәһәтенән бер-береһенә оҡшаған бер типтағы үҙенсәлекле яғалар хас. Мәҫәлән, Сәфәр ауылынан алынған биҙәнеү әйбере шуның бер матур өлгөһө булып тора. Әйтергә кәрәк, музей фондтарында һаҡланған ҡомартҡыларҙың бер өлөшө махсус тикшеренеү аша үткән. Һөҙөмтәләр буйынса был ҡомартҡы тураһында шулар билдәле: уның ауырлығы – 199,5 грамм, барлығы 312 тимер элемент бар, шуларҙың 53-ө – көмөш аҡса. Иң боронғо тәңкә 1860 йылға ҡарай. Польша, Австрия, Румыния аҡсалары бар, – тип белгәндәре менән уртаҡлашты Әлиә Урал ҡыҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен өйрәнеү йәһәтенән музейҙа ҙур ғына тәжрибә тупланған. Бында һаҡланған ҡомартҡылар буйынса музейҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар үткәрелә.
– Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡҡа еткереү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ошо маҡсатта район һәм республика күләмендә үткән сараларҙа ҡатнашып, халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды музей ҡомартҡылары менән таныштырырға тырышабыҙ. Музейға халыҡ теләп йөрөй, ситтән килеүселәр ҙә бар. Былтыр, мәҫәлән, ун өс меңдән ашыу кешегә экскурсия ойошторолдо, – ти учреждение етәксеһе.
Күргәҙмә залы ла буш тормай. Унда урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, рәссамдарҙың ижад емештәре, милли кейемдәр коллекцияһы йыш ҡуйыла. Ситтән дә киләләр, мәҫәлән, күптән түгел Ырымбур өлкәһенән килтерелгән экзотик йәнлектәр, бөжәктәр күргәҙмәһе ойошторолған.
Музей фонды йылдан-йыл байып тора, халыҡ тарихи әйберҙәр, иҫке фотолар килтерә. Һәр үткән көн тарихҡа яҙыла, шуға күрә ҡала-район кимәлендә булған мөһим хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән фотоларҙы, район гәзитенең һәр һанын йыйып барырға тырыша музей хеҙмәткәрҙәре.
Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейы бик бай һәм мауыҡтырғыс. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан йортта халҡыбыҙҙың тотош тарихы һаҡлана. Ә тарихын белмәгән йәки онотҡан халыҡтың, Платон әйткәнсә, киләсәге лә юҡ.
Һандар һәм дәлилдәр
3 Башҡортостанда музей эше 1864 йылда беренсе Өфө губерна музейы асылыуынан алып эре музей селтәре булдырылыуға тиклем үҫешә. 1919 йылда Өфө художество Октябрь революцияһы пролетар музейы асыла (хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы).
3 ХХ быуаттың 70-се йылдар аҙағына тиклем Башҡорт АССР-ында биш дәүләт музейы, яҡынса 400 йәмғиәт һәм мәктәп музейҙары була.
3 80-се йылдар Башҡорт АССР-ында “музей бумы” йылдары була: 1978 йылда С. Т. Аксаков музейы ойошторола, 1979 йылда өс йәмәғәт музейы төҙөлә — Бәләбәйҙә, Баймаҡта тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары һәм Бишбүләк районы Дүсән ауылында Ш. Ә. Хәкимов музейы, 1980 йылда — Октябрьский һәм Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары; 1981 йылда М. Аҡмулла музейы ойошторола.
3 1989 йылда музейҙар һаны 18-гә етә, шул иҫәптән Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Мәләүез тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында Советтар Союзы Геройы М. Х. Ғөбәйҙуллин музейы, 1993 йылда — 36, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтарының этнография музейы һәм интернациональ дуҫлыҡ музейы, 1999 йылда — 57. Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Бишбүләк, Сибай, Хәйбулла тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында яңы экспозициялар асыла.
3 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы (Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы) ойошторола. 1999 йылда республика Хәрби дан музейы, 2002 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы асыла. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа йәмәғәт башланғысында байтаҡ райондарҙа тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары асыла.
3 Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 1076 музей эшләп килә, шул иҫәптән 24 дәүләт, 103 муниципаль, 210 ведомство, дүрт шәхси һәм 724 дөйөм белем биреү учреждениелары музейҙары.
3 Мәҙәниәт министрлығы 94 музей менән идара итә, шул иҫәптән 25 дәүләт һәм 69 муниципаль музейы. Был музейҙарҙа яҡынса 650 мең тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булған экспонаттар тупланған.
3 Музей эше буйынса белгестәрҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм тарих кафедраһы әҙерләй. Башҡортостандың Милли музейы республикала музей ғилеме буйынса фәнни-методик үҙәк булып тора.
Римма СОЛТАНОВА.