Бөтә яңылыҡтар

Рәүеф (Хикәйә ) (Аҙағы)

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Шул көндө Рәүеф беренсе ҡат эсеп иҫереп ҡайтты. Бер үҙе генә көн күргән Зөбәйҙә ҡарсыҡ ҡыйшайып ауып барған ҡоймаһын ағас терәп турайтырға маташа ине, уның эргәһенә килде, инәй, ҡана, үҙем йүнәтеп бирәйем, тип әбейҙең ҡулындағы балтаһына үрелде. Зөбәйҙә ҡарсыҡ үҙе лә һиҙмәҫтән артҡа сигенде, ҡуй-ҡуй, берәйһенән эшләтермен әле, йә балалар ҡайтыр, тип мығырҙанды.

– Эх, инәй, инәй, – тине лә Рәүеф, ары атланы. – Хатта һин дә...

Үҙенең ҡылығынан үҙе уңайһыҙланған әбей:

– Туҡта, Рәүеф улым, мин ни... Төҙәтһәң, төҙәтеп бир әйҙә, – тиергә мәжбүр булды.

Рәүеф кире боролдо. “Һә” тигәнсе ҡойманы тергеҙеп, урынына ултыртып та ҡуйҙы.

– Ни бит әле... Әҙерәк көт инде, пенсийә алғас бирермен аҡсаһын, – әбей егетте сәй эсергә саҡырырға уйланы ла, үҙ ниәтенән үҙе ҡурҡып, өндәшмәне.

– Юҡ, инәй, аҡса кәрәкмәй миңә, берәй ярты көмөшкәң булһа еткән.

– Бар ҙа ул, һиңә эсергә яраймы һуң? Ҡыҙа ла китә, тиҙәр бит. Йә, ярай, тик ҡайтып эс инде, йәме?

– Инәй, мин ҡыҙмалы ла, эскесе лә, енәйәтсе лә түгел. Сығар, әйҙә, яртыңды.

Шешәне ҡулына эләктергәс, ул яңғыҙаҡ Ирмәккә йүнәлде. Улар бергә уҡыны, бер партала ултырҙы, шуғалырмы, Ир уға әүәлгесә мөнәсәбәттә ине.

– Минән ярты, һинән шунда берәй сәйнәп йоторлоҡ ризыҡ, – тине лә Рәүеф өҫтәлгә “сәмәй” ҡуйҙы.

– О-о-о! Шәп күстәнәс! Ризыҡты ни, табабыҙ уны! Әле генә еңгәй менән ағай килеп ҡайтты, икмәгенә хәтте тейәп килгәндәр, әй.

– Беләһеңме, Зөбәйҙә инәй миңә нимә тине? – Рәүефкә эсен буша­тырға, кемгә лә булһа нисәмә-нисә йылдар йөрәгендә таш булып ятҡан серен асырға кәрәк ине. – Һиңә эсеү ярамай, ҡыҙмалыһың, тине. Әлеге енәйәткә төрттөрөүе була инде. Хәтерләһәң, мин ул мәлдә ауыҙыма ла алмай инем. Һеҙ хатта минән суфый тип көлә инегеҙ. Хәҙер һиңә баштан үткәнде һөйләйем. Үҙемдең нисек итеп кеше “үлтергәнде”. Ламиҡ ағай тышҡа саҡырып сығарҙы. Ә унда, баҡса артында, кейәү бала ята, тирә-яғы ҡанға һуғарылған. Ламиҡ табип саҡыртыр урынға әллә ҡайһы арала ҡанлы кейемен алмаштырып өлгөргән. Улар араһында ни булғанын аңлап та өлгөрмәнем, ағай йораты, минең алда тубыҡланып, илай-илай ғәйепте үҙ өҫтөмә алыуҙы үтенә башланы. Ҡулға бысағын да алып килеп тотторҙо. Үҙе милицияға шылтыратты. Минең йомшаҡ күңелле әҙәм икәнде белә инде ул. Ҡалғаны бөтәһенә лә мәғлүм. Шулай минут эсендә ҡурҡыныс енәйәтсегә әүерелдем дә ҡуйҙым.

– Кит әй, баштан уҡ ышанманым бит ул мин... Хоть режь, ышанманым. Үәт, нисек булған икән ул! Хәҙер ул ағаңды нишләтергә уйлайһың инде?

– Нишләтәйем мин уны? Йәшәһен. Оҙаҡ йәшәһен. Ныу, күралмайым! Бер генә мәртәбә ҡыҙыҡһынһасы, ҡустым, тип ҡош телендәй генә хат ебәрһәсе, исмаһам! Ә бит үҙ аҡсаһына шәп адвокат ялламаҡсы булғайны. Мин тегендә саҡта әсәйемә аҙ-маҙ ярҙам итеп торһа ла күңел булыр ине.

– Дә-ә-ә... Ә бит һиңә бинаһаҡҡа ултырып сыҡҡан өсөн аҡса тейешле. Теге, кәмпинсәциә, тиҙәрме әле?

– Мин булмаған ғәйебемде таныным. Шунсама ғүмерем заяға үткән өсөн үҙем ғәйепле. Кем аҡса түләһен миңә? Тәгәрәп йөрөп анттар бирһәм дә ғәйепһеҙ икәнемде иҫбат итә алмайым хәҙер. Юҡ, әй, пустая это затея. Фәнзилә лә көтөп тормаған. Уға үпкәләүе лә... Нисек  ун ике йыл буйы көтөп ултырһын төрмәләге кешене. “Һинең унан ниндәй хәлдә ҡайтырыңды кем белә”, – тип яҙҙы. Дөрөҫ бит? Мин бик ныҡ үҙгәрҙем, дуҫ. Айырыуса тегенән ҡайтып, бында “гонаһһыҙ” бәндәләр менән аралаша башлағас, бәғерем ҡата башлағанын тоям.

– Һин ҡара уны, теге... йәнә...

– Нимә, йәнә? Һаман мине үлтереүсегә һанайыңмы?

– Юҡ та, ну, шулай ҙа... ипләңкерәп...

– Ниңә ошо көнгә тиклем эсеп ҡараманым икән? Ҡара, хатта күңелле булып китте.

Ирмәк ҡул һелтәне:

– Тәүҙә генә шулай ул. Аҙаҡ үкендерә, йөрәк яныуын биш ярты ла баҫмай. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың өйрәнгәнеңде. Баш төҙәтәм тиһең дә эсәһең, баш төҙәтеүҙәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Мин хәҙер шешәһеҙ тора ла алмайым. Ул – минең ғаиләм, минең кәләшем. Әҙерәк кенә унһыҙ торһам, йән үлтереп һыҙлай, баш сатнап ауырта, бөтәһенән ғәйре йөрәк һыҡрай. Йөрә-ә-әк! Булдыра алһам, тамсы ла йотмаҫ инем, биллаһи. Так что, һин ипләберәк, брат.

– Ярай, ҡайтайым әле, әсәй көтәлер. Аҙ ғына юғалып торһам, әллә ниҙәр уйлап, хафаланып бөтә.

– Әсәйҙәр шула-а-ай. Улар ғына ярата, көтә белә. Беҙ генә уларҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ. Бына мин әсәйемде ҡаҙып алып, һөйәп кенә ултыртып ҡуйыр инем, булмай. – Ирмәк ҡул һырты менән күҙ йәштәрен һыпырҙы. – Минең эскелегем үлтерҙе уны...

Аҙға ғына булһа ла онотолоп торорға ярҙам иткән һымаҡ булғайны “сәмәй”. Әммә иртәгәһенә тәгәрәп ятып сирләгәс, бүтән ауыҙына ла алмаҫҡа анттар бирә-бирә, әсәһенән ғәфү үтенде Рәүеф. Уға оят ине. Ул бит тегендә, рәшәткә артында, бөтөнләй икенсе тормош хаҡында хыялланды. Бына ҡайтып төшә, һөнәре буйынса арыу ғына эшкә урынлаша, үҙе юҡта ҡаҡшай башлаған донъяһын рәткә килтерә, хужалыҡтағы бөтә эште атҡара, әсәһе инде арыған, көндән-көн йәшәрмәй, ял итеп, ойоҡбаштар бәйләп ултырһын әйҙә... Тора-бара уның менән яҙмышын бәйләргә ҡурҡмаған берәй ҡыҙ-ҡырҡын да табылыр.

Кеше ҡәҙерен белмәгән ағаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алғанға сикһеҙ үкенә ине Рәүеф. Терһәк яҡын, тик тешләп кенә булмай. Хәйер, ниндәй ҡәҙер белеү хаҡында һүҙ йөрөтә әле ул? Башҡаның ҡәҙерен белер әҙәм ғәйебен кешегә япһара буламы? Рәүеф әле йәшәй ҙә башламаған ине бит. Күңелендә шундай яҡты хыялдар йөрөтә ине, ул яҡтылыҡтың нуры бөтә ғүмеренә етерлек, Фәнзиләһенә мөхәббәтенән таралған йылылыҡ тотош йыһанды йылытырлыҡ ине. Һөйгәне уны тиҙ онотто. Уға үпкәһе лә юҡ. Үҙ-үҙенә генә үпкәләргә ҡала Рәүефкә. Бер ҡатлылығына, иҫәрлегенә. Уның туғанлыҡ хисенә лайыҡ булмай сыҡты Ламиҡ ағаһы. Хәйер, Рәүефтең емерелгән яҙмышына ла, выждан тигән төшөнсәгә лә төкөрҙө ул. Ҡайҙалыр рәхәтлектә йәшәп ята.

Күкрәген өткән йән ғазаптарына сыҙамай, егет урынынан тороп шәп-шәп кейенә башланы.

– Балам, ҡайҙа бараһың? Бөгөн әллә кәртүк сәсеп таштайыҡмы тигәйнем. Кисә баҡсаны һөрөп киттеләр бит, рәхмәт төшкөрҙәре.

– Һуңынан, әсәй, һуңынан. Баш емерелеп килә.

– Йөрөмә шешәләштәреңә. Хәҙер үҙем алып киләм кеүәҫ-фәлән.

– Юҡ, әсәй, минең бүтән йомошом бар.

Алдашты. Бер ниндәй йомошо юҡ уның, ниҙер атҡарырға теләге лә юҡ. Йәһәтерәк эсеп иҫергеһе, онотолғоһо килә. Был минутта ул олоғайған әсәһенең күҙҙәренә ҡарамаҫҡа, уға булған йәлләү тойғоһон баҫырға тырышты.

Ауыл өҫтөнә ҡара төн йәйелгәнсә көттө әсә улын. Унан ишеккә элмәк төшөрөп, ятып торған булды. Керпегенә йоҡо ҡунмағас, йәнә тороп ултырҙы, ҡулына бәйләмен алды. Бер юл да сыға алманы, утты һүндереп, тағы тәҙрәгә килде. Бер талай тышҡа ҡолаҡ һалып торҙо, һис бер шипкерт тойолмай. Ара-тирә эттәр генә өрөп ҡуя. Иҫереп ҡайтып, ҡапҡаны аса алмай, йығылып ятмаһын тип, ҡурҡһа ла, тышҡа сығып әйләнде. Көндөҙ йылытһа ла, май төндәре һалҡын, балаҡайы еңелсә генә кейенеп сығып киткән, өшөп кенә ҡуймаһын. Улының инде йөрәге өшөнөп ҡата башлағанын иҫкә алманы әсә, һау ғына булһын, тип теләне. Ауыл йоҡлай. Йорттарҙа ут күренмәй. Ҡайҙарҙа, ни хәлдәрҙә икән улы был ваҡытта? Күҙенә балаһы иҫән-һау ҡайтып күренһә, инде күңеле тынысланыр, тормошо рәтләнер кеүек ине ләбаһа. Рәүефтең ҡайтыуына бер йыл, ә йән әрнеүе кәмемәй, балаһы өсөн хәүефләнеүе арта ғына әсәнең...

Рәүеф икенсе көндө лә ҡайтманы. Ауылда яңғыҙаҡ ир-ат етерлек, берәйһендә байрам итәләрме икән? Ҡырҡ йәшкә яҡынлап килгән кешене, хатта үҙ балаң булһа ла, нисек ҡарауыллап йөрөмәк кәрәк? Шулай ҙа урамға сығып, күрше-күләндән һораштырғыланы. Ахырҙа кибеткә юлланды.

– Ҡыҙым, Рәүеф ағаң бында инмәнеме? Ике көн ҡайтҡаны юҡсы, – тип өндәште һатыусыға.

– Ирмәк ағай менән кисә инеп араҡы алғайнылар. Бөгөн күрен­мәне, – тине ҡыҙыҡай.

Ирмәктә лә булмай сыҡты Рәүеф. Шулай, урам араһында осто-ғыйҙы юҡ булды ла ҡуйҙы урҙалай ир. Тирә-яҡ ауылдарға хәбәр итеп эҙләп тә ҡаранылар.

Йәй үтеп, көҙ етте. Рәүеф һаман ҡайтманы. Полиция ла егеттең эҙенә төшә алманы. Кемдер, әллә күпме ваҡыт үткәс, юғалыр көндө ирҙең көплө машина эргәһендә таныш түгел берәү менән һөйләшеп торғанын хәтерләне. Әсә балаһының иҫән-һау булыуына тамам өмөтөн өҙөп, ҡайғыһынан түшәккә йығылды.

– Рәүефте тапҡандар! Ауыл осонда ырғытып киткәндәр, ти, күк талаҡ итеп туҡмағандар икән.

– Тереме?! Кем ырғытҡан?

– Ҡайҙан тере булһын, быуып үлтергәндәр...

Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды был хәбәр. Ауыл халҡы төрлөсә фаразланы, ахырҙа, дөйөм бер фекергә килеп, һығымта яһап ҡуйҙылар: ҡоллоҡта булған! Был яҡын-тирәлә тәүге үлем осрағы түгел бит. Ҡайҙалыр урлап алып китеп, аслы-туҡлы көйөнсә хәлдән тайҙырғансы эшләтәләр ҙә үлтереп, сығарып ырғыталар. Экспертиза ла бисараны, өс көн элек кенә үлгән, тип билдәләне.

Рәүефте ерләр көндө ауылға Фәнзилә ҡайтып төштө. Ишетеп ҡайттымы, әллә шулай тура килдеме, һәр хәлдә, йәшлек мөхәббәтен зыярат ҡапҡаһына тиклем оҙата барҙы Фәнзилә...

Гөлгизәр ФӘЙЗИ

Читайте нас: