Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 09:55

Мәскәүҙә лә, сит илдә лә үҙ булған әҙип

Халыҡ яҙыусыһының ижади сәфәре һәм уңыштары.

Интернациональ яҙыусылар союзы сайтынан.
Фото:Интернациональ яҙыусылар союзы сайтынан.

Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле сатирик яҙыусыһы Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) әленән-әле яңы уңыштары менән ҡыуандырып тора, ғорурлыҡ хисенә сорнай. Уның ижад өлгөләрен хәҙер донъяның байтаҡ илдәрендә тәржемәлә уҡыйҙар, Рәсәй тигән күп милләтле оло илдең лайыҡлы вәкилдәре – башҡорт халҡы тураһында ла танып беләләр.

Күптән түгел тағы Мәскәүҙә ижади сәфәрҙә йөрөп ҡайтты әҙип. Быға өҫтәп, йәнә бер матур хәбәр килде: Филиппинда үткән ҡытай шиғриәте гала-фестивалендә яҡташыбыҙ юғары баһаға лайыҡ булған. Халыҡ-ара Көлкө көнөндә танылған яҙыусының ошо матур уңыштары тураһында ентекләберәк һеҙҙең иғтибарға ла еткерергә булдыҡ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ.

 

Тағы ла бер абруйлы премия

 

Мәскәүгә халыҡ яҙыусыһы “Литературная газета” саҡырыуы буйынса барған. Баҫма үҙенең күптәнге дуҫын, “Золотой телёнок” премияһы лауреатын “Хәҙерге үткән” мәғрифәт конференцияһының йомғаҡлау  проектында ҡатнашырға саҡырған.

Баш ҡаланың “Ваҡыт ҡуласаһы” атамалы клубында “Тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу стратегияһы” тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолоп, унда Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан. Ошонда уҡ Антон Дельвиг исемендәге “Һүҙгә һәм Ватанға тоғролоҡ” әҙәби премияһы менән бүләкләү тантанаһы ла уҙған.

2020 йылдан был әҙәби премия тик тарихи тематикалы әҫәрҙәр өсөн генә бирелә. Быйыл уға Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы етәксеһе, прозаик Николай Иванов, шағир Виталий Молчанов, публицист Алексей Дельвиг лайыҡ тип табылған. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар араһында Башҡортостан вәкилдәре Марсель Сәлимов менән Камил Гремио ла еңеүселәр тип танылған. Шуны ла билдәләргә кәрәк: быйыл был премияға лайыҡ булыусыларҙың китаптары баҫылып сыға, ә “Литературная газета” биттәрендә мәҡәләләре донъя күрәсәк.

Бик йәнле барған сарала “Милли колорит” номинацияһы дипломанты, Башҡортос­тан­дың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың сығышын һәм “төньяҡ амурҙары” хаҡындағы шиғырын ижади мөхиттәге коллегалары, дуҫтары ифрат йылы ҡаршылап, әҙипте көслө алҡыштар менән бүләкләй.

Конкурсҡа ижадсы “Француз исемле башҡорт сатиригының амур уҡтары” шиғырҙар циклын тәҡдим иткән. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугирҙәре хаҡындағы дүрт шиғырҙан тора – “Көлкөлөнән – бөйөклөккә”, “Төньяҡ амурҙары вариҫтары”, “Минең исемдәге ҡала” һәм “Париж”. Был шиғырҙар “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡты, ә ”Бельские просторы” һәм “Литературная газета”ла Николай Переяслов һәм Сергей Янакиҙың рус теленә тәржемәһендә донъя күргәйне. Ошо урында шуны ла өҫтәргә кәрәк: 2016 йылда был цикл француз теленә лә тәржемәләнеп, Мәскәүҙә “La literature russe contemporaine en francais” йыйынтығында баҫыла, ә шағир-сатирик де Ришелье исемендәге халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсы лауреаты тип таныла.

Мәскәүҙә конкурстың баһалама төркөмө ағзалары, “француз исемле башҡорт сатиригының” шиғри һүҙҙәре хәҙер бигерәк тә көнүҙәк, тип билдәләй.

Полководец Наполеон,

                Европа илдәрен яулап,

                      бөйөк булырға теләгән.

Ләкин ҡылыс менән килеп Рәсәйгә,

           тарыған ул ҙур бәләгә –

                         еңелеп,

                                       көлкөгә ҡалған.

Һәм ахырҙа әйтеп һалған:

       “Бөйөклөктән көлкөлөгә –

                                               тик бер аҙым...”

Быуаттар үткәс,

                мин – француз исемле башҡорт

юҡҡамы ни  ошо хәлде иҫкә алдым.

Көләм тиһәң, көлкөлө шул:

                               беҙҙең ата-бабалар

саҡырылмай килгән “ҡунаҡ”

                Наполеонды “оҙатып”

                               Парижғаса барғандар.

(“Көлкөлөнән – бөйөклөккә”).

Тарихи сараларҙан алда Марсель Сәлимов Ростовтар йортонда рус шағиры В.Г. Короленконың хәтер кисәһендә ҡатнашҡан. Шунда уҡ Сергей Михалковтың мемориаль кабинетында Рәсәй Яҙыусылар һәм нәшерселәр союздары ассоциацияһы рәйесе, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Шаргунов менән Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының әҙәби комитеты рәйесе, “ЛИффТ” Евразия халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереү проекттарына булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Маргарита Әлмөхәмәтованың осрашыуы ла үткәрелә. Уның барышында ижади ойошмалар етәкселәре бергәләп Башҡортостанда VI “ЛИффТ-2022” Бөтә Рәсәй әҙәби фестивален үткәреү һәм уға әҙерлек хаҡында фекер төйнәй. Мәғлүм булыуынса, сираттағы фестиваль Мәскәүҙә үткән V Бөтә Рәсәй милли әҙәби конкурсында “һауыҡтыра торған сатираһы һәм бәғерҙең ҡатыуынан һаҡлаған юморы өсөн” лауреат исеменә лайыҡ булған халыҡ яҙыусыһы Марсель Шәйнур улының тыуған яғында – Башҡортостанда уҙасаҡ.

Дәүләт Думаһында Марсель Сәлимов Башҡортостандан һайланған депутат – Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәти технологиялар һәм бәйләнеш комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Александр Ющенко, Аграр мәсьәләләр буйынса комитет рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Кашин һәм КПРФ фракцияһы етәксеһе Геннадий Зюганов менән дә осрашҡан.

Әйткәндәй, сатирик Г. Зюганов менән совет заманынан бирле таныш. Геннадий Андреевич яҙыусы-сатириктың ижади уңыштары, әҙәби-мәҙәни яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына.

Башҡорт юмор оҫтаһы “Бал ҡортоноң күңеле” тигән шиғырын уҡып ишеттергән, “Алтын кеше” исемле китабын “һәүәҫкәр умартасы Геннадий ағайға” тип автограф яҙып  бүләк иткән. Сәйәсмән дә яуапһыҙ ҡалмаған: “Зюгановтан анекдоттар” китабын тапшырған.

Ижади сәфәрҙә Мар. Сәлим Татар мәҙәниәте үҙәгенең китапханаһында ла булып киткән. Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт һәм татар уҡыусылары менән ул бер нисә тапҡыр осрашҡайны. Яҙыусы китапханаға башҡорт, татар телдәрендә сыҡҡан китаптарын, республикабыҙҙа баҫылған гәзит-журналдарҙың яңы һандарын бүләк итеп ҡалдырған.

 

Башҡорт сатираһы – ҡытай телендә

 

Марсель Сәлимовтың быйылғы тағы бер ижади уңышын билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, “әҙәбиәтебеҙҙең мәшһүр көлдөргөсө”нә Филиппин Республикаһында онлайн форматта уҙғарылған ҡытай шиғриәтенең Яҙғы гала-фестивалендә ҡатнашыу насип булды. Был абруйлы халыҡ-ара фестивалгә исемдәре донъяла билдәле хәҙерге заман шағирҙары һәм яҙыусылары саҡырылған.

Билдәле ҡытай шағиры, тәржемәсе Тянь Юй Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың юмористик шиғырҙарын ҡытай теленә ауҙарып, мәртәбәле баһалама төркөмө ҡарамағына тапшырған. Был ҙур әҙәби бәйгелә 15 еңеүсе билдәләнгән. Улар араһында күренекле башҡорт сатиригы, Интернациональ яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы Марсель Шәйнур улы Сәлимовтың булыуы ифрат мөһим мәғәнәгә эйә, сөнки тап уның исеме һәм ижады аша донъяның бихисап илдәре башҡорт әҙәбиәте, атап әйткәндә, сатира-юморы хаҡында хәбәрҙар була.

Еңеүселәргә “Иң яҡшы шағир” исеме бирелгән һәм сертификат тапшырылған. Унда: “Ҡытай шиғриәтенең Филиппин Яҙғы гала-фестивалендә һеҙҙең әҫәр иң яҡшы шағир премияһы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе!” тип яҙылған.

Юмор оҫталарының һөнәри байрамы – Көлкө көнө алдынан Мар. Сәлим Габроволағы Халыҡ-ара юмор һәм сатира йорто етәкселегенән дә ҡотлау хаты алды. Заманында Халыҡтар юморы йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе булған, Габрово фестивалдәрендә күп тапҡырҙар ҡатнашҡан һәм Индульгенция менән бүләкләнгән “Һәнәк” журналының билдәле баш мөхәрриренә былай тип яҙғандар: “Хөрмәтле Сәлимов әфәнде! Һеҙҙе үҙебеҙҙең һөнәри байра­мы­быҙ – 1 Апрель көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең өсөн ул – ябай тыуған көн генә түгел, ә ҙур юбилей: быйыл юмор һәм сатира йорто асылыуға 50 йыл тула. Ошондай оло байрам алдынан беҙ үҙебеҙ менән бергә халыҡтарға йылмайыу һәм оптимизм килтергән дуҫтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Һеҙ, Сәлимов әфәнде, – ошондай кешеләрҙең береһе. Беҙ архивтарыбыҙҙа һеҙҙең 1985 йылдан алып бөгөнгә саҡлы яҙған бөтә хатта­рығыҙҙы ла һаҡлайбыҙ. Махсус китап­ха­набыҙға бүләк иткән сатирик баҫмала­рығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең быйыл 1 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында үтәсәк ижад кисәгеҙҙе беҙҙең юбилейға бағышлауығыҙ бигерәк тә ҡыуаныслы. Теләгебеҙ ғәҙәттәгесә – смях и здраве!” 

Барыбыҙға ла аңлайышлы был һүҙҙәр: көлөү һәм сәләмәтлек! Йәғни сәләмәтләндергән көлкө.

Әйткәндәй, академик Ғайса Хөсәйенов яҙғанса, мәшһүр башҡорт “көләссиге” Мар. Сәлимдең бөгөнгө ижад кисәһе “Йәшәртеүсе һәм йәшәтеүсе көлкө” тип атала.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: