Артист эшен ташлап, пенсияға сыҡҡас, түләүҙәренә ҡарап урындан-урынға күсеп, ҡарауылсы булып эшләй башланым. Аралашҡан кешеләремдең барыһы ла – пенсионерҙар.
Йыш ҡына бер-беребеҙгә уҙған ғүмеребеҙ, ҡыҙыҡлы йә фажиғәле хәлдәр тураһында һөйләйбеҙ. Һөйләшеп хәл бөтһә, “күпме ғүмеребеҙ ҡалған икән” тигән уйҙар килә башлай. Ошо күңелһеҙ минуттарҙы аңлап, “Һаҡал” ҡушаматлы иң оло бабай, бик мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы хәтеренә төшөрөп, әңгәмәне йәнләндереп ебәрә.
– Был хәл 1970 йыл башында булды. Ул саҡта Өфө ашханалар тресында шофер булып эшләй инем. Ике йәш ҡатынды йәйләүгә эшкә ебәрҙеләр. Йәй буйы эшләп, ҡайтыр ваҡыт етте. Аш бешереүселәрҙең йолаһы буйынса, улар аш бүлмәһендә сәмәй әҙерләгән. 25 августа барыһына ла хеҙмәт хаҡын, отпуск аҡсаларын биргәндәр. Кеҫәләренә 300 һумдан ашыу аҡса ингәс, кәйефтәре тағы ла күтәрелә. Бар шатлыҡты бергә туплап, үҙҙәренә банкет ойошторалар.
Араларындағы иң олоһо теге ике йәш ҡатынға: “Ҡыҙҙар, ваҡытығыҙ уҙып бара, йәш саҡтың хаталарын ҡартайғас ҡына аңлайһың, кейәүгә сығырға тырышығыҙ. Йәш саҡта һиҙелмәй, ә ҡартайғас, бала кәрәк. Һеҙҙең тормошҡа сығыуығыҙҙы теләйем!” – тип тос әйтә. Ҡалғандары шаяртып та, ысынлап та: “Ауырға ҡалыу проблема түгел инде. Рәйнисә ирһеҙ ике бала тапты ла, дәүләт уға фатирын да, пособиеһын да бирҙе. Бер кем дә уны ирһеҙ бала табыуҙа йөҙөн йыртманы”, – тип ҡушыла. Ҡатындар көлөү ҡатыш: “Башыңа нужа төшһә, ундай яҙмыштан баш тартып булмай инде”, – тип күңелле кисәлә тостар әйтеүҙәрен дауам итә.
Һиҙмәй ҙә ҡалалар, биш ҡатын байтаҡ көмөшкәне бушатып та ҡуя. Эсмәгән һәм арып йөрөгән кешеләргә был бик күп була. Ҡараңғы төшкәс, ҡатындар дүрт аяҡлап тигәндәй бүлмәренә инә лә иртәгәһенә кискә тиклем йоҡлай.
Тәртип буйынса, отпускынан килеп, медицина күҙәтеүе уҙғанда, ике йәш ашнаҡсы ҡатындың ауырлы булыуы асыҡлана. Улар аптырауҙа ҡала. Бер кем менән дә енси мөнәсәбәттә булмағандарын яҡшы беләләр. Ә ҡайҙа, ҡасан буйға уҙғандар һуң? Һорауы бар, әммә яуабын таба алмайҙар.
Банкетта тост итеп әйтелгән теләктәрҙең икеһенә лә юш килеүе бик ғәжәп бит. Ул теләктәрҙе әйткән ҡатында күрәҙәселек барлығына ышанып, ирһеҙҙәр алдағы яҙмыштарын белер өсөн уға мөрәжәғәт тә иттеләр буғай.
Мин пенсияға сыҡҡас, унда бергә эшләгән иптәштәр менән аралашып торам. Әле шул ҡатындарҙың береһен осраттым. Хәҙер инде уға һикһән тулып килә. Ул артабан үҙҙәре менән ниндәй хәл булғанын һөйләне.
– Нисек ауырға ҡалғандарын һөйләнеләрме? – тип ғәжәп хәлде тиҙерәк беләһе килде.
– Беҙҙең менән эшләгән ашхана директорының ире ҡартайғас, яман шеш сиренән үлеп ҡалған икән. Вафаты алдынан дауаханаға нотариус менән ҡатынын саҡыртҡан. Ир, имен-һау сағында бер ауылда ике ҙур йорт төҙөткән, кассала алты миллион һум аҡсаһы, тағы Өфөлә икешәр бүлмәле ике фатиры булған. Был мөлкәтенең документтарын да үҙе менән бергә дауаханаға алып килгән. Ауылдағы ике йортто, Өфөләге ике фатирын, алты миллион һум аҡсаһын теге ваҡыт ауырға ҡалған ике ҡатынға яҙҙырған. Бергә ғүмер иткән ҡатынын да етем итмәгән. Документтар яҙа башлағас, ҡатыны саҡ аңын юғалтмай. ”Ниңә былай ҡыланаһың, аҡылдан яҙғанһың”, – тип иренең муйынына йәбешә. “Нәғимә, мин һине яратып йәшәнем. Ни эшләйһең инде, икебеҙҙең уртаҡ балаларыбыҙ булманы. Һин бит бала табырға теләмәнең! Эшләп тапҡан мөлкәтте кемгә ҡалдырам һуң?! Ә ул ҡатындарҙың икеһен дә мин ауырға ҡалдырҙым. Был хәлде ул ваҡытта һөйләгән булһам, мин енәйәтсе тип табылыр инем. Ә мин үҙемә кемдер бала тыуҙырыуын теләнем. Һеҙ банкет уҙғарғас, һине алырға төнгө сәғәт ун икелә йәйәүгә килдем. Бөтәгеҙ ҙә иҫерек, бер ни белмәй йоҡлайһығыҙ. Төрткөләп, төрткөләп барығыҙҙы ла уятырға тырыштым. Юҡ, уянмайһығыҙ бит. Ярым-шәрә ятҡан йәш ҡатындарға күҙем төштө. Һөҙөмтәлә, бәхетемдән икеһе лә ауырға ҡалды. Атай булғас, шатлығым күккә менде. Йылдар буйы ул балаларҙы ситтән генә яратып, һоҡланып йәшәнем. Махсус рәүештә уларға мөлкәт тупланым, ләкин ул ваҡытта ярҙам итеп, серем асылыуҙан ҡурҡтым”, тип ҡатынына аңлатып биргән, – тип һөйләне ул ҡатын.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уныһы – һеҙҙең ихыярҙа...
Юнир САЛАУАТОВ.
Фото: Юнир Салауатов архивынан.