Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2022, 09:27

Ауылымдың йөҙөн билдәләгән усаҡ

Фотолар авторҙың шәхси архивынан. 1986 йылда хисле, һәләтле, сәнғәткә ғашиҡ ижад кешеләренән торған  “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор ансамбле ойошторола.
1986 йылда хисле, һәләтле, сәнғәткә ғашиҡ ижад кешеләренән торған “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор ансамбле ойошторола.Фото:Фотолар авторҙың шәхси архивынан.

Мәҙәниәт усағы – үҙенә һәр саҡ тартып торған урын. Ул халыҡты сәнғәткә ылыҡтыра, кешенең күңел торошон, хис-тойғоларын байыта, зауығын үҫтерә. Кешеләр элек-электән матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн генә йәшәмәгән, ә даими рәүештә рухи аҙыҡ та кәрәк булған. Ни өсөн тигәндә йыр, бейеү, сәхнә әҫәрҙәре, нәфис әҙәбиәт, фольклор үрнәктәре хеҙмәткә, ижадҡа рухландырған, милләтеңде, туған телеңде яратырға, һаҡларға өйрәткән патриотик тәрбиә сығанағы булып тора. Ағымдағы йыл республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы был яҙмамды үҙебеҙҙең Ураҙ ауылы мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлегенә арнаным.

 

Тарих төпкөлөнән...

 

Бер аҙ ғына тарих төпкөлөнә күҙ һалыу маҡсатында оло быуын вәкилдәренә мөрәжәғәт иттем. Ауылыбыҙҙың ағинәйе 73 йәшлек Фәнжиә апай менән әңгәмә ҡорабыҙ: “Ауылды икегә бүлеп торған мәсет түбәһе ялан булып, уның өҫтөндә әүлиә зыяраты ине. Шунда уҡ янғын каланчаһы ла урынлашҡайны. Бөгөнгө магазин урынында мәсет ине. 30-сы йылдарҙа манараһын ҡырҡып ташлап, клуб итеп үҙгәрткәндәр”, – тип һөйләй ул. Бер бүлмәһендә – дөйөм зал, сәхнә, икенсеһендә китапхана урын алған. Ул ваҡытта әле электр уты юҡ, кәрәсин лампаһы менән яҡтыртылған. Шулай булһа ла, йәштәр “марш”, “өсмөйөш” һәм башҡа төрлө уйын-бейеүҙәрҙе дәртләнеп башҡара, күңел аса. “Концерт ҡуйыр булһалар, ауыл буйлап күлдәк, камзулдар йыялар ине. Өләсәйемдең матур камзулын һәр ваҡыт алып торҙолар. Хафизова Хәҙисә әбейҙең дә итәкле, милли биҙәкле күлдәген кейеп, концерт, спектаклдәр ҡуялар ине”, – тип хәтирәләре менән бүлешә Фәнжиә апай. Һәүәҫкәр артистар драма әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуя. Бигерәк тә ауылдаш яҙыусыбыҙ, драматург Нәжибәк Хафизовтың юмористик һәм сатирик драмаларына өҫтөнлөк бирелә. Халыҡ бик йылы ҡабул итә. Оҫта, килештереп уйнаған артистарға һоҡланып хатта таҡмаҡтар сығарыла:

...Шәкүр, Бәкер һәм Әбләй

Йәшәйҙәр нужа күрмәй.

Күрше Илтабан ауылынан да һәүәҫкәрҙәр концерт, спектаклдәр алып килә. Шулай бер-береһе менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә өйләнешеүҙәр күбәйә, ғаиләләр арта.

 

Ауыл гөрләп торҙо

 

Иҫке клубта әлеге көндә сәнғәттә юғары бейеклектәргә өлгәшкән, Рәсәйҙең  атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нажия Аллаярова ла китапханасы булып эшләп киткән. Спектаклдәрҙә күбеһенсә төп ролдәрҙе башҡарған. Яҡын-тирә ауылдарҙа ла ҡуйғандар. “Унда оҙаҡ эшләмәһәм дә, онотолмаҫлыҡ булып иҫтә ҡалды. Үҙе күңелле, үҙе мажаралы йәш саҡтар ине, ауыл гөрләп торҙо”, – тип хәтеренә төшөрә бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәгән Нажия апай.

Ул осорҙа Сибай драма театры артистары ла ауылға йыш килә. Ихлас уйнауҙары менән ихтирам яулайҙар. Ҡунаҡханалар булмағас, уларҙы халыҡ үҙе фатирға төшөрә, хөрмәт күрһәтә. “Сибай артистары беҙгә лә фатирға төшә торғайны. Хановтар ғаиләһен хәтерләйем. Фәүзиә апай, һинең бәрәңгең тәмле, майҙа ғына ҡурып ашат әле, тиерҙәр ине әсәйемә. Бер килгәндәрендә матур ғына туфли ҙа килтерҙеләр. Миңә ул ваҡытта 6-7 йәш булғандыр. Ул заманда ауылда бер кемдә лә ундай туфли юҡ, калуш кейә инек. Шатлығымдың сиге булманы”, – тип иҫенә төшөрә ағинәй. Ураҙҙа сибайҙарҙы һәр саҡ көтөп алғандар, клуб халыҡ менән шығырым тулы булған.

Заманына күрә ауылдаштар араһынан оҫта гармунсылар үҫеп сыға: Шәрифулла Шәйәхмәтов, Сыңғыҙ Мәүлитбаев, Даниял Дәүләтшин, Нияз Исхаҡов һәм башҡалар төрлө кисәләрҙе йәмләй. “Ҡулдар талып китһә, бер-беребеҙҙе алыштыра инек, – тип хәтерләй ауылдың аҡһаҡалы 83 йәшлек Нияз ағай. – Сыңғыҙ Мәүлитбаев менән ғүмер буйы айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ. Ерләргә лә барҙым”, – тип күҙенә йәш ала ул.

Клубта даими рәүештә кинолар ҙа күрһәтелә. Уныһы үҙе бер тарих. Электр уты булмағас, ике цилиндрлы, бензин менән эшләгән двигатель ярҙамында кинобудкаға ут бирелә. Движокты малайҙар ҡул менән әйләндерә. Киноны район үҙәгенән ат менән Сәфәр исемле ҡарт ташый. Кино хаҡы балаларға – 5, ололарға 20 тин була. Кешелә аҡса юҡ кимәлендә. Шуға кем йомортҡа, кем бәрәңге тотоп бара. Иҫке клуб һуңынан колхоз ашханаһына әйләндерелә.

 

Яңы клуб төҙөлә

 

Йылдар үтә, ауыл ҙурая, кеше һаны арта. Яңы клуб төҙөү кәрәклеге алға баҫа. Һәм 1964 йылда төҙөлөш башлана. Ауыл уртаһындараҡ урынлаштырырға ҡарар итәләр. Ул ваҡыттағы колхоз рәйесе Фазылйән Аллаяров нигеҙен үҙе аҙымлап үлсәп, таяҡтар ҡаҙап сыға. Таш блоктарҙы Белорет ҡалаһынан, ағас материалдарҙы Тирлән ҡасабаһынан килтерәләр. Ярҙамға Белорет тау техникумынан комсомолецтар килә, ауыл кешеләре сыға. Грунт йомшаҡ булыу сәбәпле, нигеҙен ныҡ тәрән итеп ҡаҙыйҙар. Закирйән ағай Туҡтаров прораб була. Шул йылда стеналарын күтәрәләр. Ә 1965 йылда яңы клуб тулыһынса төҙөлөп бөтә һәм көҙ көнө асыла. Кино күрһәтеү өсөн ике заманса аппарат килтерелә. Был ваҡытта инде ауылда электр уты ла үткән була. Киномеханик булып Тәлғәт Рәхимов, һуңынан оҙаҡ йылдар хаҡлы ялға сыҡҡансы Фәнзиә Вәлиева эшләй. Ул үҙенең хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай, ауылдаштар бөгөн дә онотмай.

Клуб мөдире булып Рәүзифә Сәғәҙәтова, мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап килгән Әхмәт Рыҫҡолов, Камил Рамаҙанов, Илдус Шәйхитдинов һәм Риф Шәрипов төрлө йылдарҙа эшләп алалар. Ә иң оҙаҡ эшләгәне Риф Шәрипов була. Ул мәҙәниәткә 40 йыл ғүмерен бағышлай. Шуның 30 йылын мөдир вазифаһында, йәғни 1984 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем мәҙәниәт йортон етәкләй.

Һәләтлеләр, дәртлеләр...

 

1986 йылда “Ураҡсы ҡыҙ” исемле фольклор ансамбле ойошторола. Етәксе итеп Риф Шәрипов ҡуйыла. Унда оло йәштәге ун ике ағинәй саҡырыла. Бөтәһе лә талантлы, хисле, сәнғәткә ғашиҡ апайҙар. Бейейҙәр ҙә, йырлайҙар ҙа, шиғыр ҙа һөйләйҙәр, мандолинала һәм ҡумыҙҙа ла уйнайҙар. Бигерәк тә Мәүә апай Ғарипова нәфис һүҙ оҫтаһы ине. Биҙәкле алъяпҡыстар кейеп, оҙон-оҙон шиғырҙарҙы яттан һөйләгәне бөгөнгөләй күҙ алдында. Бер концерт та уларһыҙ үтмәне. Риф Мөсәбир улы колхоз идараһы, профсоюз ойошмаһы менән һөйләшеп, ансамблдә йөрөүселәргә Магнитогорск ҡалаһы ательеһында милли күлдәк, камзулдар, ситектәр тектереүгә өлгәшә. Һәр береһенә үҙ үлсәменә тегеп бирәләр. Яйлап район, республика кимәленә сыға башлайҙар. Өфө ҡалаһында ике тапҡыр Ураҙ һәм Ишмәкәй ауылдары һәүәҫкәрҙәре менән һабантуй үткәрәләр. Шулай уҡ баш ҡалаға ике тапҡыр “Аҡ тирмә”гә лә баралар, концерт менән районыбыҙҙың күп ауылдарын да урап сығалар. Талантлы ағинәйҙәрҙе Риф Мөсәбир улы бөгөн дә хәтерендә һаҡлай: Шәмсиҡәмәр Зиннурова, Сәкинә Зиннурова, Тамара Фәғәлова, Нурия Вәлиева, Мәүә Ғарипова, Мәрйәм Ҡотоева, Мөсәримә Хәмбәлиева, Маһикамал Алтынхужина, Ғәлиә Ғиләжева, Сажиҙә Шакирова, Дилбәр Хөснуллина, Нурия Ғәйнуллина.

Улар араһынан Тамара апай Фәғәлова тураһында айырым әйтеп үтке килә. Ул 80 йәшенә тиклем сәхнәнән төшмәне: йырланы ла, бейене лә, фольклор түңәрәгенең әүҙем ветераны булды. Йәштәргә үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ысын мәғәнәһендә сәнғәткә ғашиҡ кеше.

“Райондың күпселек ауылдарын йөрөп сыҡтыҡ инде. Концертыбыҙ 40 тин тора ине. Аҡсаны клуб файҙаһына тапшыра торғайныҡ”, – тип хәтирәләргә бирелә инде 87 йәшен ҡыуған ағинәй. Әле лә теремек, тапҡыр, йор һүҙле, изге күңелле, йомарт. Ауылдаштары уны ифрат хөрмәт итә.

Тамара апай үҙенең артислыҡ һәләтен ҡыҙы Лидиәлә һәм ейәнендә тәрбиәләй алған. Тимур Ямалов – өләсәһенең сәнғәт юлын дауам итеүсе. Ул бард-музыкант, йырҙар яҙа, үҙе үк башҡара ла.

 

Радиоселтәр халыҡты берләштерә

 

1982–1983 йылдарҙа колхозда радиоселтәр эшләй башлай. Ринат ағай Мөхәмәтйәров аппаратуралар өсөн яуаплы була. Ул үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Һәм урындағы радионың өҙлөкһөҙ эшләп тороуын тәьмин итә. Алтын ҡуллы, тиҙәр ине уның хаҡында. Радиотапшырыуҙар һәр аҙнаның кесаҙна көнөндә эфирға сыға. Уны колхоздың партия комитеты эргәһендә ойошторолған “Урал тулҡындары” ра­диогәзите мөхәрририәте әҙерләй. Мөхәррир итеп ауыл китапханаһы мөдире Рәүзилә Сәғәҙәтова ҡуйыла. Был эштә йәмәғәтселек әүҙем ҡатнаша. Колхоздың баш белгестәре, мәктәп, медицина учреждениелары вәкилдәре мәғлүмәттәр әҙерләй, радио аша сығыш яһай. Төрлө белдереүҙәр тапшырылып тора. Колхоз һәм ауылдар тормошо яҡтыртыла. Ул осорҙа һәр бер өйҙә бәләкәй генә радиоалғыс була торғайны. Халыҡ аҙнаның кесаҙна көнөн көтөп ала ине. Уҡыусы балалар ҙа йыш ҡына сығыш яһаны.

 

Клуб яңы һулыш ала

 

2013 йылда мәҙәниәт йортон авария хәлендә тип ябып ҡуйҙылар. Район һәм ауыл хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге капиталь ремонт үткәрергә ҡарар итте. Был мөһим эшкә төрлө төҙөлөш ойошмалары йәлеп ителде. Ремонт эштәрен тиҙләтер һәм контролдә тотор өсөн элекке мөдир Риф Шәрипов саҡырылды. “Өмәләрҙе лә күп ойошторҙоҡ инде, – тип иҫенә төшөрә Риф Мөсәбир улы. – Көнө-төнө шунда булырға тура килде. Тамашасылар залындағы иҙәнде, сәхнәне үҙ проектым буйынса эшләттем. Костюм, инструмент, аппаратураны яңынан булдырырға тура килде. Баянды юллап алдым”. Заманса яңыртылған мәҙәниәт йорто 2015 йылда ишектәрен асты.

Хәҙер инде хаҡлы ялға сыҡһа ла, Риф Мөсәбир улы өйҙә генә ятып сыҙамай. Саҡырһалар, төрлө ауылдарҙың мәҙәниәт усаҡтарына кисәләрҙе музыкаль яҡтан биҙәр өсөн йөрөй. “Сәнғәттән айырылыуы бик ауыр. Әленән-әле төрлө көйҙәрҙе иҫкә төшөрөп уйнап алам”, – ти ул.

Риф Мөсәбир улының тырыш хеҙмәте Мәҙәниәт министрлығының һәм район мәҙәниәт бүлегенең, урындағы хакимиәттең Маҡтау грамоталары, юбилей миҙалдары менән баһаланған.

Әлеге көндә мәҙәниәт йортон Гөлнур Сабирова етәкләй. Унда йылы, яҡты, бүлмәләр иркен. Стеналарҙы төрлө стендтар биҙәй: “Сәнғәт – сикһеҙ”, “Бөйөк Ватан һәм Афған һуғышы ветерандары”, “Ураҙ ауыл биләмәһенең күренекле ғалимдары һәм фән эшмәкәрҙәре”, “Бейеүҙә ижади уңыштар”, “Алтын бишегем – Учалы” һ.б. Быйылғы Мәҙәниәт йылына арнап этнобүлмә булдырылған. Теләгән бер кеше инеп, милли кейемдәр менән иҫтәлеккә фотоға төшә ала.

Ураҙ балалар музыка мәктәбе бер нисә бүлмәне ҡуртымға алған: бында балалар хореография, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, баян класы, дзюдо буйынса шөғөлләнә.

Бынамын тигән китапхана эшләй. 500-ләп китап уҡыусы һәм ҡулланыусы бар. Китапханала яҙыусылар менән осрашыуҙар, яңы китап туйҙары, тематик һәм бөйөк шәхестәрҙең юбилейҙарына арналған кисәләр йыш үткәрелә. Ул заманса аппаратура менән йыһазландырылған: компьютер, принтер, ксерокс бар. Төрлө стендтар йыл тематикаһына ҡарап алышынып тора. Быйылғыһы “Сәнғәттең тылсым көсө” тип атала. Китапхана башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау, яңыса үҫешеү йүнәлешендә эшләй.

Бөтә яҙғандарымды йомғаҡлап әйткәндә, ауылымдың мәҙәниәт усағы халыҡтың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү эшенә үҙ өлөшөн индерә. Милләтебеҙҙең рухиәтен ҡайғыртыу, йәш быуынды мәҙәни йолаларҙа тәрбиәләү артабан да дауам итер, тип ышанғы килә.

 

Фәриҙә СИТДИҠОВА.

 

Учалы районы.

Фотолар авторҙың шәхси архивынан.
Фото:Фотолар авторҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: