Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Туйсиндар менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер. Ун бер бала үҫкән ғаиләлә һәр береһе тиерлек йырлай, шул иҫәптән бишәүһе оло сәхнәгә сығып, халыҡ араһында киң танылыу яулаған. Бөгөн Туйсиндарҙың береһе- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы Рәмил Туйсин үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
Уның башҡарған йырҙарын һәм баян моңдарын тамашасылар көтөп ала, көслө алҡыштарға күмә. һуңғы ваҡытта Рәмил Туйсиндың сәхнәгә йыш сыҡмауы, уның төп эше - Сибай театр-концерт берекмәһе директоры урынбаҫары булыуға ла бәйле. Сөнки филармония, ниһайәт, күптән түгел генә яңы бинаға күсте. Кем белә, бәлки тап уның өр-яңы сәхнәһендә яратҡан йырсыбыҙҙың концертын ҡарау бәхете лә булыр әле. Рәмил Париж улы белдереүенсә, йырҙарҙы һайлағанда, үҙ-үҙенә бик талапсан.
- Йыр һайлағанда үҙ-үҙемә талапсанмын. Һүҙҙәре һәм көйө оҡшағанда ғына өйрәнәм. Ваҡыт һынауын үткән йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Халыҡ концертҡа ял итергә, үҙенә оҡшаған йырҙарҙы тыңлап, рухи аҙыҡ алып ҡайтырға килә, был һәр саҡ иҫемдә. Уларҙың талабын ҡәнәғәтләндерерлек, күңелен яуларлыҡ йырҙар һайлау күпкә отошло. Икенсенән, башҡарған көйөң тауышыңа ла тап килергә тейеш. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар буйы репертуарымдан “Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам” йыры төшмәй. Ни өсөнмө? Сөнки йыр һөйөүселәр уны һорай, яратып тыңлай. Ғәжәп һағышлы был әҫәр милләтебеҙгә хас моңо ғына түгел, мәғәнәһе менән дә күңелдәрҙе арбай. Күңелгә оҡшаған йыр таба алмай, ҡайһы саҡта үҙемә лә ижад итергә тура килә. Хәҙер үҙемдең ижад иткән йырҙарым да байтаҡ йыйылды, -ти юбиляр.
Рәмил Туйсин ҡатыны Нурия Нуриман ҡыҙы менән Шәүрә исемле ҡыҙ һәм Буранбай атлы егет үҫтерҙе. Хәҙер ул бәхетле олатай ҙа.
Үҙенең алтын юбилейын билдәләгән, илаһи моңға эйә, талантлы йырсы һәм композитор Рәмил Туйсинды беҙ ҙә тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Артабан да йыр-моңдарығыҙ халыҡты ҡыуандырһын, үҙегеҙгә ижади уңыштар юлдаш булһын!
Фото һәм видеояҙма: Рәмил Туйсиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.