Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 11:28

“Аҡ тирмә”лә – “Әҙәби ҡунаҡхана”

Милли китапханала яҙыусы Әмир Әминев менән осрашыу булды.

А. Данилов фотоһы.
Фото:А. Данилов фотоһы.

“Аҡ тирмә” ойошмаһы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә китап һөйөүселәрҙе “Әҙәби ҡунаҡхана”ға йыйҙы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Әмир Әминев менән осрашыу бик йәнле һәм йылы үтте. Шағирә Йомабикә Ильясова алып барған кисәлә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Күзбәков, танылған әҙиптәр Ғәлим Хисамов, Наил Ғәйетбаев, Флүр Ғәлимов, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Марат Әминев, Ниязбай Сәлимов, Гөлназ Ҡотоева, Мөнир Ҡунафин, “Кызыл таң” гәзитенән Фәрит Фәтҡуллин, билдәле философтар Гүзәл Вилданова, Айһылыу Хөсәйенова, “Аҡ тирмә” ойошмаһы ағзалары һәм етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты.

 

Әҙип ижадына анализ яһалды

 

“Мин ижадыма үҙ ваҡытында фекерҙәрен белдергән оло һәм йәш, тиҫтер, дәрәжәле һәм башлап яҙған ҡәләмдәштәремә ҙур рәхмәт әйтәм. Улар әҫәрҙәремде пропагандаланы, ижадым концепцияһын уҡыусыға, хатта үҙемә аңлатты, маҡтаны, тәнҡитләне, һөҙөмтәлә мин шифалы ямғырҙан һуң ҡалҡып киткән ҡыяҡтай үҫтем, үҙгәрҙем, дәртем, сәмем артты, үҙ-үҙемә ышаныс нығынды”, – тип яҙғайны “Ҡәләм­дәштәр һүҙе” китабында Рәсәйҙең Оло әҙәби премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әмир Әминев. “Әҙәби ҡунаҡхана”ла халыҡ менән аралашҡандан һуң ижадсы уғата ҡанатланып киткәндер, тип уйлайым.

Кисә барышында ғалим  Зәки Әлибаев әҙиптең “Танкист” әҫәренә ентекле анализ яһаны. “Бөгөнгө прозала заман һулышы тойолорға тейеш. Яҙыусы, йөрәген яралаған күренештәргә үҙ мөнәсәбәтен белдереп, донъяға үҙ ихатаһынан айырылып сығып күҙ һалһа ғына, уҡыусыны уйландыра ала, үҙ маҡсатына ирешә. Уның үҙ иха­таһында ғына тороп ҡалыуы – йәмғиәттең иң ҙур трагедияларының береһе. Ундай әҫәрҙәр ҡараң­ғылыҡта ҡала, яҡтылыҡҡа, киңлеккә сыға алмай. Ә Әмир Әминевтең “Танкист” повесы – Рәсәй кимәленә күтәрелерлек, башҡорт әҙәбиәте кимәлен билдәләрлек әҫәр. Бында йәмғиәт һәм шәхес проблемаһы күберәк ҡыя (вертикаль) яҫылыҡта, кешеләрҙең психологияһы аша динамикалы хәрәкәттә сағылыш таба. Әхлаҡи, социаль мәсьәләләр герой­ҙың тәрән күңел кисерештәре, драматик ваҡиғалар, үҙ-ара мөнәсәбәт­тәрҙең ҡырҡыу ҡараштарынан туҡыла. Бер ай эсендә төп геройҙың ғына түгел, тотош быуын, тотош халыҡтың яҙмышы күҙ алдынан үткән кеүек була. Яҙыусы әйләнмәле композицион алым ҡулланып, повесть аҙағында Тимерғәлиҙең төшө аша ниндәйҙер йомғаҡлау яһай. Төшөндә булһа ла, танк хәрәкәткә килә, һәм герой үҙенең тормошонда осраған иҫәптәрен барлай. Ни тиһәң дә, танкист бөгөлөп төшмәгән, һуңғы һулышына тиклем рух ныҡлығын күрһәтә. Еңеү көнө алдынан Тимерғәлиҙең үле күҙәһен “555” һанлы танкта ҡатып ҡалған көйөнсә табып алалар...

Үткәнде хөрмәтләмәй, олоно ололамай тороп, киләсәккә ҡараш ташлап булмай. Тарих та, тормош хәҡиҡәте лә быны нисә тапҡыр иҫбатланы инде. Яҙыусы, үҙ образдары, һүрәтләгән ваҡиғалары аша фекерҙе ошоға ҡарай төйнәп, мәсьәләләрҙе набат һуғырлыҡ кимәлгә күтәрә,” – тине ул.

 

Аралашыу күңелде нурланы

 

Фәнил Күзбәков әйтеүенсә: “Әмир Әминевтең әҫәрҙәренә эске эҙмә-эҙлеклелек хас, ваҡиғалар бер-береһенә тығыҙ үрелеп бирелеүсән, улар бер-береһенән үҫеп сыға. Автор әйтергә теләгән фекер әҫәр туҡымаһына ярашлы һәм тәбиғи формалаша. Ул – уғата ентекләп, ҡат-ҡат эшләй торған яҙыусыларҙан. Уны төрлө төҫ-дәүмәлдәге зиннәтле ваҡ таштарҙан мозаик картина ижад итеүсе менән сағыштырып булыр ине: тәғәйен урынына әллә нисәмәһен ҡуйып ҡарай.  Һүҙ байлығына иғтибарлы, әҫәрҙәренең теле, стиле ябай, камил, фәлсәфәүи. Ҡыйыу фекерле әҙип сетерекле  темаларҙы ҡалҡытып, ижади тәүәккәллек күрһәтә”.

Ғәлим Хисамов та ҡәләмдәше ижадына баһа бирҙе: “Әмир берәүгә лә эйәрмәй. Үҙенсә генә яҙа. Тормошта глобаль һәм бәләкәй проб­лемалар етерлек. Әҙип шуларҙы күреп, фәлсәфәүи яҡтан күҙәтеп, халыҡты уйға һалырлыҡ итеп күтәреп сыға. Уны социаль яҙыусы тип атарға ла була”.

Флүр Ғәлимов Әмир Әминевте күрәҙәсе-яҙыусы тип атаны. “Бигерәк тә “Ҡытайгород”, “Усман ташы”, “Танкист” әҫәрҙәре һиҫкәндерә, уйландыра, хафаландыра. “Усман ташы”н уҡып, яҙыусының оҫталы­ғына хайран ҡалдым. Миллион йылдар ятҡан, мәңгелектең үҙен хәтер­ләткән ташйылға юҡҡа сыға. Бер эшҡыуар, таштарҙы файҙаланып, күмеү-ерләү бюроһы асып ебәрә. Был тәрән фәлсәфә. Донъяның башы бар икән, аҙағы ла бар. Тыуым бар икән, үлем дә бар.

Әмир Әминевкә, моғайын, яҙыусыбыҙ Талха Ғиниәтуллиндың көслө энергетикаһы йоҡҡандыр. Ул остазының әҫәрҙәрен тәржемә итеп, башҡорт әҙәбиәтен байытты. Үҙенең дә күңеле тағы ла нығыраҡ байып, иҫ китмәле яҙа башланы. Әмир ағай шундай остазы булыуы менән бәхетле”. 

Айһылыу Хөсәйенова “Танкист” повесын экзистенциаль әҫәр тип атаны. “Герой тормош һәм үлем, ысын­барлыҡ һәм мәңгелек  араһында ҡала. Тәрән эмоциональ кисерештәргә юлыға, уникаль психологик ауырлыҡтарға осрай”.

Осрашыу барышында “Табын ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, шағир Ниязбай Сәлимов, Әмир Әминевте яҡташтары исеменән  тәбрикләп, йылы һүҙҙәр әйтте. “Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рире Мөнир Ҡунафин, “Башҡорт­остан ҡыҙы” журналы етәксеһе Гөлназ Ҡотоева әҙип ижадына һоҡланыуын белдерҙе, ижадсының кешелек сифаттарын, изге күңел­лелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тамара Искәндәриә: “Бөгөн күңелемдә рухи балҡыш тойҙом. Күптән бындай һөйләшеүҙәрҙең булғаны юҡ ине. Һутлы, халыҡсан телле, юморға бай әҫәрҙәр яҙған Әмир Әминев менән аралашыу күңелде нурланы”, –  тине. Шағирә Йомабикә Ильясова ла, уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп: “Бер-беребеҙҙе күтәреп, ижадыбыҙҙы өйрәнеп, осрашып, фекер алышып  йәшәйек. Яҙыусы аралашыуға, үҙ әҫәренә тейешле баһа ишетеүгә мохтаж”, –  тип өҫтәне.

“Беҙ заманса, яңы башҡорт әҙәбиәтен тыуҙырырға тейешбеҙ”

 

Артабан Әмир Әминев һорау­ҙарға яуап бирҙе. Күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү мәлендә уның йөҙө тағы ла яҡтырып, күҙҙәре нурланып, кәйефе асылып китте. Ижад кешеһенә шунан да мөһиме юҡтыр. Шуға ла уның яуаптары ихлас, эскерһеҙ яңғыраны:

– Геройҙарыма таныш кешеләр­ҙең исемен ҡушмаҫҡа тырышам. “Ни эшләп мине насар кеше итеп күрһәттең, тип ҡарғалып, әрләнеп йөрөгөң килмәһә, бер ҡасан да ауылдаштарыңдың исемен ҡушма”, – тип Талха Ғиниәтуллин ағай кәңәш биргәйне.

...Йәмғиәт йәшәй, ә шул йәмғиәттә кешеләр йәшәй икән, ижтимағи-сәйәси проблемалар ҙа йәшәйәсәк. Яҙыусы үҙенең һәм үҙе йәшәгән осорҙоң тарихын яҙа. Ул – иҡтисадсы ла, психолог та, философ та,  үҙ заманының улы ла. Бөгөнгө тормош хаҡында яҙыуы бик ҡыйын. Замандың үткер һауаһын еҫкәү, проблемаларын тойоу, күреү, ишетеү һәм шуны бөгөн үк яҙа белеү ниндәйҙер кимәлдә бик ауыр. Уны үҙеңдең ҡарашың, йөрәгең аша үткәреп, символдар, кинәйәләр, ишаралар ярҙамында кешегә еткерергә кәрәк. Шул саҡта әҙип үҙ маҡсатына ирешә.

Яҙыусының оҫталығы шунда – ул эт тә, ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа, хатта үлән дә, ҡусҡар ҙа була ала. Әйтеүе генә еңел, ә образ эсенә инеү ҡыйын. Әгәр ижадсы, күңелен биреп, уларҙың характерын аса икән, тимәк, ул яҙыусы, тимәк, ул кешене ышандыра ала. Был хаҡта Габриэль Гарсиа Маркестың: “Беҙ халыҡты шундай алдайбыҙ, ләкин һәйбәт итеп алдайбыҙ”, – тигән һүҙҙәре бар.

Һәр кем үҙ урынында ҡәҙерле. Кемдер штабта ултырып, стратегик план әҙерләй. Кемдер һөжүмгә бара. Кемдер баррикадаға күтәрелә. Мин баррикадаға бара торған кеше түгел, ә баррикадаға барған кешеләрҙе рухи яҡтан, идеологик яҡтан әҙерләүсе. Әгәр мин әҫәрҙәрем аша кешене уйландырам, фекерләргә мәжбүр итәм икән, тимәк, дөрөҫ юлдамын.

Әҙәбиәт белгесе Әнүр Вәхитов – әсәйемдең бер туған ағаһы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдинов бер туған ҡустыһы булды. Бала саҡта ижадсы туғандарымдың тәьҫире ҙур ине. М. Горький исемендәге Мәскәү Әҙәбиәт институтына уҡырға ингәс, донъя әҙәбиәтен йотлоғоп уҡыным, Валентин Распутин, Михаил Шолоховтың ижадына иҫем китте, үҙем өсөн Франц Кафканы, Альбер Камюҙы астым. Институтта сит ил әҙәбиәтенән Сергей Артамонов тигән яҙыусы уҡытты, ул миңә: “Әминев, һин заманса, яңы башҡорт әҙәбиәтен булдырырға тейешһең”, – ти торғайны. Яңы әҙәбиәт тыу­ҙырыу тураһында бүтән шәкерттә­ренә лә әйткән икән. Миңә шундай оло өмөттәр бағлағандарына, ышаныс белдергәндәренә уҡытыусыла­рыма рәхмәт.

Тәүҙә минең аңымда тыуасаҡ әҫәрҙең идеяһы ярала. Артабан ул сюжетты ҡорорға йүнәлеш бирә. “Бүре балалары” хикәйәһенең нигеҙендә ысынбарлыҡ ята. Күрше ауылға Ришаттың өйөнә барһам, ихатала быҙау ҙурлыҡ эт йөрөй. Ришат: “Был эт бүренән көсөк тапҡайны, балаһын бүреләр алып китте”, – тип әйткәс, өс йыл буйы көн дә тиерлек “быны нисек художество әҫәргә әйләндерергә” тип баш ваттым. Бер мәл колхозға уңыш йыйырға Тамбовтан ярҙам килеп төштө – хәрби машинала йәш рус егеттәре. Уларҙың береһенән ауылдашыбыҙ малай тапты, икенсе апай, ауырға ҡалғас, ҡырға сығып китте. “Ошо ваҡиғаларҙы бүре көсөгө менән бәйләп була бит!” – тип яңы әҫәргә асҡыс таптым. Ысын ваҡиғаларға нигеҙләнгән, ишара менән бирелгән хикәйә шулай яралды. Балала рус ҡаны бар. Сит милләт ҡаны башҡорт ҡанынан көслөрәк. “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай” тигәндәй, атаһын белмәһә лә, малай Тамбов менән ауылы араһын линейка менән үлсәй. Ахырҙа Ивандың әсәһе, баланың мәрйә өләсәһе, Сәкинәнең улын урлай. Ҡайтамы ул киләсәктә тыуған еренә, ҡайтмаймы – уныһы билдәһеҙ. Тамамланышын уҡыусы үҙе уйлап табырға тейеш”.

Әмир Әминев “Бүре балаһы” хикәйәһендә берсә көсөктәрен юғалтҡан эт тормошон, берсә балаһыҙ ҡалған әсә кисерешен тасуирлап, уҡыусы күңеленә шом һала, тетрәндерә, уйланырға мәжбүр итә. Яҙыусының оҫталығына, әҫәренең көслө тәьҫиренә был – асыҡ дәлил.

“Аҡ тирмә”нең аҡ уйҙар менән ойошторған әҙәби кисәһе күңел имләр сара булды. Әҙәбиәтебеҙ үҫеше өсөн дә, әҙиптәрҙе дәрт­ләндереү йәһәтенән дә бик мөһим ошондай осрашыуҙар артабан да дауам итер тип ышанам.

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Читайте нас: