Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 08:41

Тилбер ҡулдары талыу белмәй

Оҫтабикә Фәнисә Миңғәлимова башҡорт халыҡ кәсебе менән шөғөлләнә.

Айрат Нурмөхәмәтов  Фәнисә Миңғәлимова ейәндәре Эмир һәм Әмир менән
Фәнисә Миңғәлимова ейәндәре Эмир һәм Әмир менәнФото:Айрат Нурмөхәмәтов

“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы бик күп исемдәр асты, халҡыбыҙҙың был матди-рухи байлығын тергеҙеү өлкәһендә бихисап оҫталар барлығын күрһәтте. Үткән йылғы, икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында ғүмер иткән Фәнисә апай Миңғәлимова балалар милли кейеме йүнәлешендә ҡатнашты. Оҫтабикәнең кейемдәрен сәхнәгә уның ике ейәне – Асҡар менән Мәҙинә – кейеп сыҡҡайны. Матур, конкурс сараһына айырым бер йылылыҡ өргән сығыш булды ул.

...Миңғәлимовтар йортона килеп ингәс тә, милли рух менән һуғарылған мөхит ҡаршы алды. Манекендарға башҡорт күлдәге, ҡашмау, селтәр кейҙерелгән, өйҙөң бер бүлмәһендә – оҫта тегенсенең ҡулдары тыуҙырған бихисап кейем өлгөләре. Ейән­дәре, дүрт йәшлек игеҙәктәр Эмир менән Әмир, баштарына түбәтәй кейеп алған.

– Ир-ат кейемен дә тегәм, тик уларҙы алып китеп кенә торалар. Бына ағайығыҙға ғына һаман бер күлдәк тә тегеп бирә алғаным юҡ әле, – тип йылмайып ҡаршы алды Фәнисә апай, ғүмер юлдашы Ғабдулхаҡ Ғабдрахман улына күрһәтеп.

Фәнисә Мотаһар ҡыҙы – Табын ырыуы вәкиле. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Аҡташ ауылынан, ә Ғабдулхаҡ ағай Һамар өлкәһенең Динис ауылында донъяға килгән. Алыҫ яҡтарҙа – Себер тарафтарында байтаҡ йылдар йәшәргә тура килә уларға. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үткәс, Миңғәлимовтар, тыуған мөхитен һағынып, туғандарына яҡыныраҡ ерҙә төпләнергә хәл итә. Сағыштырып, һайлап ҡа­рағас, мәсьәлә Башҡортостан файҙаһына хәл ителә. Яҡындары Өфө эргәһендәге  Нуғай ауылында ер ҙә ҡарап ҡуйған була. “1997 йылда ошонда өй күтәрергә ҡарар ҡылдыҡ. Ауылда ул саҡта мал тотоп, көтөү ҙә көтәләр ине әле. Беҙ ҙә кешенән ҡалышманыҡ. Хәҙерге Нуғайҙы элеккеһе менән сағыштырһаң, ул саҡта беҙ йәшәгән ауыл ошолай ҙурайып, ҡасабаға әүерелгәненә ыша­нырлыҡ та түгел хатта”, – тип йылмая хужалар.

Фәнисә апай ҡасабаларындағы мәҙәниәт йортонда эшләгән башҡорт һәм татар хорында йырлай, ә бер нисә йыл элек әхирәте Фәнүзә Аллағолова уны үҙе ағза булып торған “Селтәр” милли студияһына йөрөргә күндерә. Фатима Хәйретдинова етәкселегендәге был студия ағзалары халҡыбыҙҙың милли кейеме өлгө­ләрен тергеҙеү буйынса бихисап эш башҡара, милли сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

“Селтәр” студияһы Фәнисә Миңғә­лимованың күңелендә тын ғына йәшәп ятҡан милли кисерештәрен дөрләтә, халҡының мәҙәни ҡиммәт­тәре менән ҡыҙыҡһыныуға этәрә. Әсәһенән күскән тегенселек һәләте яңы һынланыш, яңы төҫ ала: ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләрен, башлыса күлдәк, тегә башлай. Шөғөлө шул тиклем күңеленә ята, шуға ла ул инде сәхнә кейеме тегеү менән генә хушһынмай, ә тап боронғоса итеп, ҡасандыр өләсәйҙәр кейеп  йөрөгән, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән күлдәк, камзул, еләнгә тотона.

Кейем тегеүҙә генә туҡтап ҡалмай Фәнисә Мотаһар ҡыҙы, артабан милли биҙәүестәр ҙә эшләй башлай. Башта еңелдәрен, стилләштерелгәнен эшләп ҡарай, аҙағыраҡ етди эшкә тотона. Күңеленә ҡәнәғәтлек килтергән беренсе эше Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары кейгән һаҡал була. Уның янына табындар кейгән һаҡал өҫтәлә (фотола Фәнисә апай шуны таҡҡан – авт.).  Хәҙер был ике биҙәүес – Фәнисә апайҙың үҙ ҡулдары тыуҙырған шәхси коллек­цияһының айырым бер биҙәге.

Оҫтабикә теккән кейемдәр арыу ғына, бер коллекциялыҡ йыйылған, тиергә мөмкин. Алдараҡ әйтелгәнсә, ул ирҙәр, балалар милли кейемен дә тегә. Фотоһүрәттә ейәндәре Әмир менән Эмир кейеп төшкәндәрен дә үҙе ижад иткән.

Милли кейем оҫтаһы, белгәндәрен камиллаштырыр, милли кейемдең үҙенсәлектәрен тағы ла тәрәнерәк байҡар өсөн, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, үҙе лә һөнәренең нескәлек­тәренә өйрәтеү маҡсатында башҡа­ларға һабаҡ бирә.

– Шул тиклем оҡшай милли кейемебеҙ, мин уны рәхәтләнеп, айырым бер кинәнес менән тегәм, – ти ул, ҡояштай балҡып. – Әле өйрәнә торған нәмәләр ҙә байтаҡ, тегергә теләгән кейем дә.

Әйтеп үткәнемсә, Фәнисә апай милли кейемдә тик тәбиғи туҡымалар менән эш итә. Электән ҡалған өлгөләргә хилафлыҡ килтермәҫкә, мөмкин тиклем дөрөҫ итеп тегеп кейергә, биҙәүестәрҙе лә шартына килтереп эшләргә кәрәк, тигән фекерҙә.

Оҫтабикәнең тилбер ҡулдары талыу белмәһен, яңы өлгөләр менән тирә-яғындағыларҙы, милли мәҙәниәт­тең ҡәҙерен белгән һәр кемде ҡыуандырһын, артабанғы конкурс­тарҙа уңыш йылмайһын, тип теләйек. Уға үҙенең һәләтен тапшырырлыҡ алмаш та үҫеп килә, шөкөр – 10 йәшлек Мәҙинә өләсәһенән тегенсе һөнәренә өйрәнә, оҫталыҡ дәрес­тәренә лә ҙур теләк менән бергә йөрөй. Быныһы инде – быуындар күсәгилешлелегенә асыҡ дәлил.

 

 Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: