Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 11:58

Ҡунаҡ малай (Хикәйә)

Әсәйем Йосоп Зәкиә ҡарсыҡ­тың эс һылауын ишетеп ҡайтҡан. Аптырағас, бағымсыға күренергә булдыҡ. Йыш һейҙерә. Күрше-күлән “малайҙың эсе төшкәндер” тип фараз ҡылды. Ә Зәкиә ҡарсыҡ – тирә-йүндә берҙән-бер бағымсы... Яңыл ҡарсыҡтан һуң йылан имен, эс һылауҙы ул ғына белә... Дауаханаға йөрөп йөҙәнек, күренмәгән кеше, ҡапмаған дарыу ҡалманы.

Зәкиә ҡарсыҡ күҙ баулай, өшкөрә лә, ноҡот та һала, ҡот та ҡоя, тиҙәр, хатта быуындарҙы ултырта. Белмәгәне юҡ! “Тик күҙе ҡаты – күҙ тейеүҙән һаҡла баланы”, – тип киҫәттеләр. Игелек тә ҡыла, зыян да яһап ҡуя, имеш, сихырсы ҡарсыҡ.

Яйы ла сығып тора: йәй башы, еләк мәле. Әсәйем еләк тип үлә... Һатый менән Әпшән – еләк ояһы! Хәҙер әпшәндәр күршеләге Йосопҡа күсеп бөттө: Йосопҡа барһаң, Әпшәнгә эләгәһең, Әпшәнгә тейһәң, Йосопҡа етмәй ҡайтмайһың.

Әсәйем, Йосопто урап, Әпшәндә еләк йыйып ҡайтырға булды. Мин үҙ аяғым менән йөрөйөм, Йосоп, Әпшән тигәс, һикереп төштөм. Йосопҡа сәфәр ҡунаҡҡа барыу инде. Әпшәндә лә, Йосопта ла ҡунаҡ күргәнем бар... Осам, ашҡынам.

Йосопҡа Сафура әбейем менән Ғабдулла бабайымдарға барып төштөк. Улар ҙа – Әпшәндән Йосоп­ҡа күсенгән кешеләр. Сәйфулла ағайымды, теге ваҡытта юғалған малды, армияға алғандар. Сафура әбейем өлтөрәп тора: һиҙенгәндәй, оло мейес тоҡандырған, ҡоймаҡ ҡойоп ултырта һалды. Бите яна, түңәрәк йөҙө тулған айҙай балҡый. Йылмая. Ул йылмайғас, бар донъя йылмайған, яҡтырып киткән һымаҡ. Туғандары килеүгә һөйөнә. Былай киң күңелле кешеләр генә йылмая, былай эскерһеҙ заттар ғына һөйөнә.

Хәҙер уйлайым: ни саҡлы оло­лоҡ, ҙурлыҡ, хөр күңеллелек бар был матур кешеләрҙә! Улар ниндәй юғары заттар, оло йөрәкле бәндә­ләр! Әсәйем Сафура әбейемде ярата, Сафура әбейем әңкәйемде ярата, беҙ бөтәбеҙ ҙә был алсаҡ кешегә һоҡланабыҙ. “Энемдең туғандарын ситләтмәй”, – тип маҡтай әңкәйем киленен.

Шәүрә апайым, йыуантаҡ ҡыҙ, тегенсегә уҡыған. Беҙҙе Зәкиә әбей сабынлығына алып барырға ризалашты.

– Был көндә ул өйҙә ятмай инде, был көндә үлгән урыҫ та ҡәберенән тороп сыға... Бесәндә ул!

Беҙ Зәкиә ҡарсыҡ сабынлығын юллап киттек. Бағымсы менән килешһәк, әсәйем мине бер аҙнаға Йосопта ҡалдыра.

Көн, ысынлап та, ялтлап тора, барса йән эйәһе аяғөҫтө. Йәйҙең иң илаһи мәле... Әңкәйем әйтмеш­ләй, бесәнде еләк ваҡытында сабалар. Үлән ҡатмаған, һуты кипмәгән. Бар донъя сәскә атҡан мәлдә...

Хәтеремдә, Мөнирә әңкәйем бесән сабырға өйрәтә. Үҙе алъяп­ҡы­сын биленә ҡыҫтырып ала ла алдан төшөп китә. Етеҙ, алымы киң. Мин уның ярты алымына ла еткерә алмайым. Ул өйрөлтөп саба, мин үләнде ағас ише йығып барам, ҡыя һелтәйем. Артымдан ашлыҡ үҫеп ултырып ҡала.

Йосоп менән Әпшән араһы ҡалын туғай. Үлән ат бауырын күмер. Әле ҡуйы үлән араһынан барабыҙ, әле ағас шырлығына килеп керәбеҙ.

– Зәкиә әбей ошо тирәлә булырға тейеш, – тине Шәүрә апайым, ҡарама сауылы араһына ингәс.

Оҙаҡламай яңы ғына сабылған бакуйҙарға барып төртөләбеҙ. “Әйттем дә...” – тип ҡыуанды апайым беҙҙән дә былай.

– Арыу ғына сабып ташлаған, – тип көлә үҙе. – Эшкә шәп ул, яңғыҙы донъя көтөп ята.

– Әпшәндән Йосопҡа ла ул иң һуңғы булып күсенде, – тип дауам итә йыуантаҡ апайым. – Әллә күпме өгөтләнеләр үҙен. Әтейем дә әйтте...

Апайым һүҙгә әүәҫ.

– Иң аҙаҡ Әпшәндән беҙ киттек. Зәкиә әбейгә терәк инек, иң аҙаҡ урман төпкөлөндә ул тороп ҡалды... Әле лә сабынлығын ташламай, Әпшәндә еләк йыя, муйыл тирә, балан сүпләй. Бөтә донъяһы – шунда, тороуы ғына Йосопта.

– Яңыл апайымдың өйөн алдымы? – тип белешә әсәйем.

– Эйе, уның өйө буш ултыра ине...

Әһә, тим эсемдән, теге ваҡытта беҙ Яңыл әбейгә тип төбәп килгәйнек түгелме?

– Ҡайҙа йөрөй икән? Зә-ки-ә ә-бе-й!

– Ә-әү... – Урман һаңғырау ғына яуап бирә.

– Зә-ки-ә ә-бе-ей!

Иҫкәрмәҫтән ҡаршыбыҙҙа ҡарасҡы пәйҙә булды. Ҡарасҡымы, урман эйәһеме? Кәкре танаулы, күҙҙәре төпкә батҡан, ас яңаҡтары ҡалҡҡан... Ысын ҡарасҡы, яулығын артҡа сөйөп бәйләүе генә икеләндерә... Мин шөрләйем, ҡарасҡы беҙгә яҡынлаша...

– Әү, әү... – Үҙе кешесә һөйләшә, беҙгә ымлай.

– Зәкиә әбей, һине эҙләйбеҙ!

– Беҙ – Мәғҙәндән... – Әсәйем алға сыға. – Әпшән Мөнирәһенең ҡыҙы Баныубикә булам.

– Ә, Мөнирә ҡыҙымы, магазинда һатыу иткән...

– Шул! Бына улым...

Ҡарасҡы тиргә ҡатҡан алъяпҡыс осо менән кәкре танауын, төпкә батҡан күҙҙәрен һөрттө.

– Әйҙә, ағас төбөнә. Бил тала...

– Гектар ер сапҡанһың... – Был – Шәүрә апайым.

Ҡаршымда мәскәй әбей ултыра. Әкиәттән түгел, ә Әпшән урманынан килеп сыҡты. Бәлки, ендер, албаҫтылыр? Мин ни ҡылырға ла белмәйем. Әллә әсәйемдән ҡалмаҫҡамы икән? Башта – уй. Мәскәй әбей сихырлап ҡуйһа...

– Ярай, балалар, хуш итәйек. Шәүрә ҡыҙым, Сафура килен иртәгә ошо ваҡытта мунса яҡһын, барырмын.

Минең яҙмыш хәл ителде. Мин бер ни ҡыла алманым. Туҡта, әсәйем дә еңел генә ризалашып тора, шул сихырсы ҡулына тапшыра ғәзиз улын...

Мин ҡаңғырам. Ололар урындарынан ҡалҡынды.

– Әйҙә, улым, – тигәнгә тертләп китәм. Әсәйем икән, – Зәкиә әбейең эсеңде һылар, Сафура әбейеңдәрҙә ҡалырһың.

– Ярай, – ти ҡарсыҡ, хуш итеп, – алдымды ғына сығам да ҡайтам мин дә.

Беҙ Әпшәнгә еләк йыйырға киттек. Шәүрә апайым да әсәйем күнәгенә сүпләй, мин дә тырышам: әсәйем һуңға ҡалмаһын! Әпшәндән Мәғҙәнгә бер үҙе ҡайтып китәсәк!

Шәүрә апайым менән әсәйемдең күнәген тултырыштыҡ та үҙен Ҡалатауға оҙатып ҡуйҙыҡ. Йосопҡа табан кире юлда һөйләшеп ҡайттыҡ. Икебеҙгә лә күңелле, икебеҙ ҙә шат. Шәүрә апайыма мин апай тип ҡараһам да, ул мине ҙур үҫкәнгә һанай, ахыры. Мин шундай ҙур, сырхау, бәләсел ҡунаҡмын. Әсәйем Йосопҡа бер аҙнаға ҡалдырып китте!

Бағымсы улымды һауыҡтырыр, тип өмөтләнәлер. Уға улын ҡайһылай дауалаһалар ҙа барыберме икән?

Сафура әбей төштән һуң мунса бөтөрҙө, бағымсы ваҡытында килде. Билдән кире сисенеп, ләүкә өҫтөнә менеп яттым. Шөрләтә, тешемде ҡыҫам. Ҙурмын бит!

Ҡарасҡы, кәкре танауын һоноп, артымдан килеп тә инде. Яланғас эсемде тотҡослап ҡарай, әйләндерә-тулғандыра.

Эсемде ыуҙы-ыуҙы ла тышҡа сығып китте. Оҙаҡланы. Һуҡранам: һылауы шулмы икән? Яланғас көйө мунсала мәскәй әбейҙе көтөп ят инде... Бер заман “мәскәй” эргәмә, ләүкәгә һөтлө банка ултырта. Ҡымшанмайым. Тағы сығып олаҡты.

Ятам, малай, ятам түҙеп. Ахыр сиктә йылыға ойоп киткәнмен. Күңелем болғанып, өшәнеүҙәнме тулап, уяндым. Нәҡ шул мәл “мәскәй” инде лә һөтлө банкаға ташланды. Күҙ асып йомған арала тағы әйләнеп керҙе.

– Сыҡ, улым! Туҡта, эсеңде бәйләйек... – Ул оҙон шаҙра таҫтамал менән эсемде һығып бәйләп ҡуя. – Өйгә инеп ят та йоҡла!

Әбейем түшәк йәйгән икән, теге ҡарсыҡ ҡушҡандыр. Ятҡас уҡ йоҡлап киткәнмен.

Күҙемде асһам, төн заманы. Эс ауырта. Йән көйҙө: был мәскәй әбей эсте ауырттырып ҡына ҡуйҙы.

– Әбей...

– Әү, улым...

– Эсем ауырта...

– Инде ауыртмаҫ! – Хужабикә ҡырт киҫә. – Зәкиә әбейең эсеңдән йыланды имләп сығарҙы! Эсеңә аҡ йылан эйәләшкән.

Йылан... Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте.

Икенсе көн Мәскәй әбей оҙағыраҡ һыланы. Тағы тандыр ғына яғылған мунса ләүкәһенә салҡатан ятҡырҙы. Эсемде аҫтан өҫкә ышҡый: йәнәһе, түңкәрелгән эсәктәремде кире ҡалҡыта, аҫҡа төшкән эсемде күтәреп ҡуя.

Мәскәй тағы, шаҙра таҫтамал менән эсемде быуып, өйгә инеп ятырға ҡуша.

...Дауаланыуҙың өсөнсө көнөндә Ғабдулла бабайымдар өй эстәре менән урманға йыйынды. Сабын­лыҡтарын инәйәсәктәр, еләк йыя­саҡтар... Мин нисек өйҙә бер үҙем ҡалам? Бабайым: “Әбейең өйҙә, һине мунса бөтөүгә алып ҡайтып еткерермен”, – тигәс, түбәм күктә тейә яҙҙы.

Ғабдулла бабайым күмәгебеҙҙе арбаһына тейәне. Әңкәйем менән Әпшәнгә барғанда ла ултыртып йөрөткәйне. Ҡыҙыҡ, күңелле. Күмәкбеҙ, ирмәк. Арба келтерҙәй, ваҡ таштарға бәрелеп, һикерә. Һикертә, осортоп алып бара. Эсемде тотам: бынағайыш, эсем төшөп килә ләһә! Эсәктәрем вис ҡойолоп бөтә хәҙер! Уф, ниңә генә ултырҙым был ҡәһәрле арбаға, ниңә генә еләккә барырға күндем? Уф, кем ҡарғаны мине?

Көс-хәл менән барып еттем сабынлыҡҡа. Эсемде ҡушҡуллап ҡосаҡлап ултырғанмын арбала.

Ҡайтыуға әбейем мунса бөтөрөп торған, бер аҙҙан бағымсы ла килде. Бергәләп сәй эстек.

Ғәҙәтенсә эсемде ыуҙы был, үҙе ниңәлер ҡабаланып ҡайтып китте. Сафура әбейем дә күрмәй ҡалған имсене, тағы сәй эсербеҙ, тип саҡырғайны. Мин түшәккә етмәй йығылам, өй эсе аяҡҡа баҫа: Шәүрә апайымды бағымсы артынан йүгертәләр.

Сафура әбейем һүҙҙәрен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалам.

– Баланы нишләтте был ҡарсыҡ?

– Күҙ тейҙерҙе һау балаға...

– Зиһенен алды иманлы баланың, иманһыҙ ҡарсыҡ, хәҙер нишләргә?

Өйҙә мәхшәр. Өй эсе аҫты өҫкә килгән...

– Бөтәһе лә шул убырлы ҡарсыҡ арҡаһында... Ул донъяны болғатты, зил-зәлә ҡуптарҙы өйөбөҙҙә!

– Шәүрә ҡыҙым, әбейең киләме?

– Юҡ! – Шунда Шәүрә апайым да тупһаға йығыла, уҡшып ҡоҫа башлай.

...Аҙаҡ һөйләүҙәренсә, апайым ҡарсыҡ өйөнә ҡарсыҡтың үксәһенә баҫып инә.

– Әбей, Инйәр йығылды! – Атылып сыға ҡыҙҙың һүҙе-уғы.

– ...

– Зәкиә әбей!

– ...

– Әбей, ул һаташа!

– ...

– Әбей, ул иҫһеҙ!..

– Сире сыға, бар, ҡайт!

Ҡыҙ шаңҡый, телдән яҙа. Ҡарсыҡ һуҡрана.

– Иманһыҙ бала, ҡотомдо алды...

Апайым туҡтай алмай ҡоҫа, сәсе-башы туҙып, тыпырсынып аяҡ аҫтында ята, бар ғәләм алдында.

Сафура әбейем сихырсы өйөнә үҙе йүгерә. Сихырсынан елдәр иҫкән. Өйө бикле, бейек ҡыйығы һерәйә... Имсе ауылдан юғалған! Сүп итеп эҙләйҙәр... Ҡайтһалар, ҡыҙҙары Шәүрә көлөп тора, мин дә аяҡҡа баҫҡанмын. Шатлыҡтың иге-сиге юҡ...

Мин сихырсы ҡарсыҡты бүтән күрмәнем. Йосопҡа ҡайтҡанмы ул әйләнеп, әллә үҙенең тыуған Әпшәненә мәңгегә олаҡҡанмы?.. Был хаҡта аҙаҡ кешеләрҙән дә һорашып ҡараным, йүнле яуап ишетмәнем. Ни булып бөткәндер Йосопта, мин ҡунаҡтан ҡайтҡас.

Хәҙер, күп йылдар үткәс тә, шул сихырсы әбейҙе иҫләйем, күҙ алдымда ғына тора. Танауы кәкре, күҙҙәре төпкә батҡан, ас яңаҡ һөйәге ҡалҡҡан... Иңбашына салғы аҫып алған ул; беҙгә тишеп ҡарай. Ҡаты күҙле тигәндәре хаҡтыр, мин һаман да, күп һыуҙар аҡҡас та ул дәүерҙән, ҡаушайым ул ҡараштан. Был әллә берәй хөрәфәтме, әллә гипноз тигәндәре, күҙ баулауы шулмы? Һаман эсемдә имсенең йылы усын тоям, тәнемә әллә ниндәй йылы үтә, ағзаларыма ҡайнар тулҡын тарала...

Мин күптән һау инде, теге көн­дән алып эс ауыртыуын оноттом, ә бына аяуһыҙ ҡарашты, тишеп ҡараған күҙҙәрҙе ғүмерҙә онотаһым юҡ. Оҙон ҡаштар, кәкре танау... һынап, үлсәп, яндырып-көйҙөрөп ҡарай ул миңә йылдар аша. Һаман минең уйымды белергә, минең теләгемде аңларға тырыша. Шул мәскәй әбейҙән шикләндем, уны урман албаҫтыһы тип күрҙем... Күп йылдарҙан һуң да теге ҡаты күҙҙәр минән һорау ала: һин, малай ишараты, миңә, бисара бер ҡарсыҡҡа, изге уйҙаһыңмы, кешеләргә яҡшы теләктәһеңме? Һин кешеләрҙе һатмаҫһыңмы, яманлыҡ ҡылмаҫ­һыңмы уларға; һин, иҫәр малай, үҙеңде һауыҡтырыусыны бер ҡат иҫләрһеңме? Ә әсәйеңә рәхмәт: затлы яулыҡ япты...

– Мин хәтерләйем һине, имсе әбей! Мин иҫләйем һине, Әпшән иленең сихырсы, тылсымсы заты! Был оҙон йылдар буйы һинең ҡөҙрәтеңдән көс алып йәшәйем ерҙә!.. Мин рәхмәтле һиңә, тик рәхмәтемде нисек белдерергә, һиңә оло бурыстарымды нисек ҡайтарырға? Уны ҡайһылай түләп бөтөрөргә белмәйем.

 

Ринат КАМАЛ.

Читайте нас: